Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәҙеллеккә өлгәшкәнсе көрәшәсәкбеҙ
Башҡортостанда “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тип аталған акция дауам итә. Ҡултамғалар бөтөн республиканың район-ҡалаларынан йыйыла. Хатта акция халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына көн һайын тиҫтәләрсә хат, ҡултамға килә. Акция йәмәғәтселек менән бергә юғары вазифалы кешеләрҙә лә яҡлау һәм хуплау таба. Ҡайһы бер хаттар менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева:
— Республика халҡының, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының башланғысын яҡлап һәм миңә күпләп мөрәжәғәт итеүҙәрен иҫтә тотоп, Рәсәй Президенты исеменә Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү мәсьәләһен ҡарауҙы һорап мөрәжәғәт ебәрҙем, — тине ул. — Башҡортостан халҡы өсөн Миңлеғәле Шайморатов һәр ваҡыт герой булды һәм шулай ҡаласаҡ. Минеңсә, уға был исемде биреү тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү һәм йәш быуынды — буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләүҙә өлгө булыр ине.

Илмира ҒӘЛИӘХМӘТОВА, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
— Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылындағы мәктәптә музей эшләп килә. Ул йыл һайын ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, экспонаттар менән тулыландырыла. Киләсәктә районда айырым йорт-музей асыу тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк. Яҡташыбыҙға Герой исемен биреүҙе юллап ун меңгә яҡын ҡултамға йыйылды. Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөлә мемориал һәйкәл асыу — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был барлыҡ башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре рухы, ҡаһарманлығы алдында баш эйеү булыр ине.

Илүзә ИШМӨХӘМӘТОВА, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры:
— Бөгөн беҙҙә 300 меңгә яҡын ҡултамға йыйылды. Был акцияға республикала битараф кешеләр юҡ шикелле. Башҡортостандан ғына түгел, хатта күрше өлкәләрҙән, сит илдәрҙән дә хаттар, ҡултамғалар килә. Минеңсә, әлеге акция халыҡты бер ҡорға тупланы. Музей өсөн дә бик файҙалы булды. Республика баҫмалары, телевидение һәм радио аша ишетеп мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Беҙҙең музей фонды быға тиклем билдәле булмаған материалдар менән тулыланды. Акция әле генә тамамланмай. Беҙ уны тарихи ғәҙеллеккә өлгәшкәнсе — генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биргәнсе — дауам итмәксебеҙ. Ошо арала Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт ебәрәсәкбеҙ, артабан уның ярҙамы менән Рәсәй Президентына сығырбыҙ тип уйлайбыҙ. Быйылғы йылдың Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителеүе тарихыбыҙҙағы аҡ таптарҙы бөтөрөү өсөн эшләнгән тип иҫәпләйем. Ғәҙеллектең тантана итеренә ышанабыҙ!

* * *

“Ҡояшлы Ташкенттан сәләм! Башҡортостанда “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тигән акция барыуын ишеттек. Беҙ был башланғысты шунда уҡ хупланыҡ һәм ихлас күңелдән ҡушылабыҙ. Үзбәкстанда йәшәүсе башҡорттар берләшеп ҡултамға йыя башланы. Улар араһында башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә күп. Өлкән быуын кешеләре менән бергә уларҙың балалары һәм ейәндәре лә ихлас күңелдән ҡултамға йыя. Быны беҙ дөйөм эшебеҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм уның уңышлы тамамланыуына ышанабыҙ”.
Ферүзә Халдарова, Ә. Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәни үҙәгенең “Урал” ансамбле етәксеһе,
Ташкент ҡалаһы, Үзбәкстан.


* * *
“Латвия башҡорттары ҡоролтайы” һәм ошонда йәшәүсе барлыҡ башҡорттар акцияны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерә һәм уға дәррәү ҡушыла. Был хаҡта белеп ҡалыу менән ҡултамғалар йыя башланыҡ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығы халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй. Шуға күрә тарихи ғәҙеллек ҡасан да булһа тантана итергә тейеш. Беҙ, Латвияла йәшәүсе башҡорттар, уның тураһында бала саҡтан ишетеп үҫтек.
Тиҫтәләрсә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, лайыҡлы награда үҙ геройын табырға тейеш.
Миңлеғәле Шайморатов — легандар шәхес һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт халҡының хәрби даны символы. Башҡортостандан меңәр километр ситтә йәшәһәк тә, беҙ тыуған илебеҙ һәм халҡыбыҙҙың батырҙары тураһында онотмайбыҙ. Генералға Герой исеме бирелер тигән ышаныстабыҙ. Уңыштар һеҙгә!”
Зимфер Кәлимуллин,
Латвия башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Рига ҡалаһы.


* * *
“Мин — подполковник, Чернобыль АЭС-ындағы аварияны бөтөрөүҙә ҡатнаштым, хеҙмәт ветераны. “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһы, 112-се кавалерия дивизияһы музейы һәм хәрби хәрәкәттәр союзы ветерандарының башланғысын хуплайым һәм “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тигән акцияға ҡушылам.
Әлшәй районының Ҡыҙыл Юл ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙең ауылдан барлыҡ ирҙәр һуғышҡа китте, күбеһе ҡайта алмай яу яланында ятып ҡалды. Кире ҡайтҡандары ла оҙаҡ йәшәй алманы. Улар тормоштоң ҡәҙерен белде, яугирҙәр һөйләгән тарих иҫ китмәле ҡыҙыҡлы һәм аяныслы ине. Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн ғүмерен биргән совет кешеләре ҙур хөрмәткә лайыҡ. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, унда һәләк булып ҡалған бер һалдат та онотолмаҫҡа, улар тураһында мәғлүмәттәр асыҡланырға тейеш.
Башҡортостан халҡына был башланғысты аҙағына еткереүҙе һәм тарихи дөрөҫлөккә өлгәшеүҙе теләйем.”
Рафиҡ Абыҙгилдин,
Чита ҡалаһы.


* * *

“Миңлеғәле Шайморатов, һис шикһеҙ, Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ. Ул беҙҙең яҡтарҙа һуғышҡан саҡта һәләк булған. Украина халҡы уның батырлығын онотмай һәм ҡәҙерләп һаҡлай. Беҙҙә хәҙер уның исемендәге аллея бар, таҡтаташ ҡуйылған. 23 февралдә — Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам иткән саҡта — уның таҡтаташына сәскә һалдыҡ, матур кисә ойошторҙоҡ. Акцияға Башҡортостан халҡы ғына түгел, күрше төбәктәр һәм сит илдәрҙең дә ҡушылыуы ҡыуаныслы хәл, уны еренә еткерерһегеҙ тип ышанам. Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы хәтер — мәңгелек.
Инесса Еговцева,
Петровское ҡалаһы, Украина.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә