Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Ҡара генерал» ҡыҙының хәстәрҙәре
«Ҡара генерал» ҡыҙының хәстәрҙәреҺулдан уңға: Роза Даян ҡыҙы, Даян Баян улы, Розаның ире – отставкалағы майор, летчик Рифҡәт Миңлислам улы Рәхмәтуллин, артҡы рәттә – легендар шәхестең бүләсәре Сюзанна менән ейәнсәре Альбина.
Ошо йылдың һалҡын феврале беҙҙең аранан арҙаҡлы шәхесте – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Чехословакия геройы Даян Мурзинды алып китте. Отставкалағы полковник, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы, Өфө ҡалаһынан тыш, Чехия һәм Словениялағы 16 ҡаланың почетлы гражданына Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығын байрам итеү насип булманы. Ғүмерен ил азатлығына, уның яҡты киләсәгенә һәм халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған данлыҡлы ҡаһармандың йәне йәннәттә булһын.
Даян Баян улын, легендар шәхес булараҡ, Башҡортостан халҡы ғына түгел, Рәсәй, хатта Европа йәмәғәтселеге лә һәйбәт белә. Фашистар тарафынан «ҡара генерал» мөһөрө тағылған элекке партизандар отряды командиры республикабыҙҙың күп мәктәптәрендә, музейҙарҙа, төрлө ойошмаларҙа көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ булды. Ә бына Өфө ҡалаһындағы 94-се лицей уҡыусылары Герой менән аралашыу форсатына өлгәшкәндәр араһында иң бәхетлеләре тип уйлайым. Ни өсөнмө? Хикмәт шунда: ошо уҡыу йортонда «ҡара генерал»дың берҙән-бер ҡыҙы – Роза Даян ҡыҙы — эшләй. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған тынғыһыҙ уҡытыусы-етәксе дәрәстәрҙә лә, байрам сараларында ла балаларҙа илһөйәрлек сифатын тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Ә инде был тәңгәлдә уның ғәзиз атаһы бөтөн йәһәттән дә уҡыусыларға өлгө булып тора. Лицей балаларының байтағы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманының фатирында булып, Даян Баян улы менән ҡапма-ҡаршы ултырып әңгәмәләшеү, уның менән рәхәтләнеп сәй эсеү, яу батырының бихисап орден-миҙалдарын (ә улар 80-дән ашыу!) яҡындан күреп кенә түгел, хатта ҡапшап ҡарау бәхетенә лә өлгәште.
— Атайым менән хаҡлы ғорурланам, — тип һөйләй «ҡара генерал» ҡыҙы. – Ул бик етди, талапсан кеше ине, әммә миһырбанлы, киң күңелле булыуы менән айырылып торҙо. Туғандарының, яҡындарының һәр уңышы өсөн ихлас һөйөнөр ине. Һуғыш осоронда атайым күргән иҫ киткес михнәтте күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Әммә ул бирешмәгән, сыҙамлығы, ҡыйыулығы менән барлыҡ ауырлыҡты еңеп сыҡҡан һәм батырлығы менән дан ҡаҙанған. Тик ул бер ҡасан да әллә кем булып маһайып йөрөмәне, ғүмер буйы кешелекле, итәғәтле, юғары мәҙәниәтле шәхес булып ҡалды.
Әйтергә кәрәк, Даян Мурзин үҙенең улы, медицина хеҙмәте полковнигы Игорь менән дә ғорурланып йәшәй – ни тиһәң дә, атай юлын дауам иткән бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2008 йылда вафат була. Шуныһы һөйөнөслө: Бөйөк Ватан һуғышы батырының тоҡомон өс ейәнсәре, бер бүләһе һәм өс бүләсәре дауам итә.
Бөгөн иһә Роза Даян ҡыҙын атаһының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе борсой. Данлыҡлы яугирҙең, йәмәғәт эшмәкәренең бай архивын тәртипкә килтереү, уның музейын булдырыу ниәте һәм башҡа хәстәрҙәр менән янып йәшәй. Әммә алда торған бихисап бурыстарҙы атҡарып сығыу уның ғына ҡулынан килмәйәсәк. Республиканың Ветерандар советы ла, йәмәғәтселек тә был көнүҙәк мәсьәлә буйынса үҙ ихтыярын тиҙерәк белдерһә ине. Гитлерҙың шәхсән үҙен ҡурҡыуға һалған Рәсәйҙең легендар офицер-разведчигына Европа илдәрендә ҙур хөрмәт күрһәтелеп, уның исемен мәктәптәргә, урамдарға биргәндәр, фильмдар төшөргәндәр, хатта һәйкәл ҡуйғандар икән, беҙҙә лә, ниһайәт, ошондай эштәргә тотоноуҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәктер.
Айһылыу МӨХӘМӘҘИЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә