Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов: “Милләттәр берҙәмлеге Еңеүгә килтерҙе”
Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов: “Милләттәр берҙәмлеге Еңеүгә килтерҙе”“...Әле булһа ла күңелемдә тетрәнеү менән 1941 йылдың ҡара июнь иртәһен иҫкә алам. Ҡәһәрле һуғыш беҙҙең бөйөк илде баҫып алыуҙы, унда бер ғаиләләй татыу йәшәгән халыҡтарҙы бөтөрөүҙе һәм ҡолға әйләндереүҙе, Мәскәү, Ленинград, Киев кеүек ҡалаларҙы ер йөҙөнән юйыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны... Һәм, әлбиттә, 1945 йылдың сикһеҙ бәхетле май иртәһе һәр саҡ хәтеремдә балҡый. Был иртә донъяла Бөйөк Еңеүҙең һәм тотош кешелек өсөн ҙур үҫештең тантаналы Таңы булараҡ ҡабул ителде. Мин һәм яуҙаш дуҫтарымдың һәр береһе азатлыҡ өсөн һуғыштың изге маҡсатына бар йөрәгебеҙ менән ышандыҡ. Аҡылдың иҫәрлекте еңеүе, Яҡтылыҡтың — ҡараңғылыҡты, Азатлыҡтың — иҙеүҙе, Яҡты киләсәктең үткән ҡараны баҫыуы кеүек үк Еңеүҙең иң юғары идеалдарына табындыҡ.
Нимәлә һәм ниндәй кимәлдә өмөттәребеҙ аҡланды, ә ҡайһылары һәм ни өсөн әле үтәлмәне — был етди һөйләшеү темаһы. Шуны ғына билдәләп үтмәксемен: ошо юғары һәм яҡты идеалдарҙың, выжданлы өмөт һәм хыялдарҙың киләсәк быуын тарафынан тормошҡа ашырыласағына һис шикләнмәнек...”
Был юлдар легендар яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың урыҫ телендә сыҡҡан “Витязи крылатые” исемле китабының инеш өлөшөнән алынды.
Уның штурмлаусы авиаполктың яҙмышы хаҡындағы әҫәре күптәргә таныш. Ошо әҙәби-документаль баҫманы уҡып, яҡташыбыҙ Ҡотдос Ҡәниф улының данлы һуғыш юлы менән танышырға ине иҫәбем. Тик улай булып сыҡманы шул. Автор Герой исемен йөрөтһә лә, әҫәрҙә үҙе хаҡында бер һүҙ ҙә яҙмаған. Авиаполк миҫалында күп милләтле совет иле яугиренең ҡыйыулығы, уның Тыуған еренә тоғролоғо, азатлыҡ өсөн һуңғы ҡаны тамғансы дошманға ҡаршы барыуын данлай. Һәр һалдаттың ир-егеттәргә хас сифаттарын өлгө итеп ҡуя, шул уҡ ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы тарихының ҡайһы бер ябыҡ биттәрен асып бирә. “Витязи крылатые” әҫәре менән танышып сыҡҡандан һуң, авторҙың ни тиклем тәрән аҡыллы, кешелекле һәм баҫалҡы икәнлегенә инандым.
Башҡортостандың данлы улы, летчик-штурмлаусы, отставкалағы полковник, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов әле Мәскәүҙә йәшәй. Илебеҙҙең баш ҡалаһына юл төшкәс тә, арҙаҡлы замандашыбыҙҙы күреп, әңгәмәләшмәй булдыра алманыҡ. Геройҙың баҫалҡылығы хаҡында юғарыла әйтелгәйне. Ысынлап та, Ҡотдос Ҡәниф улы үҙенең ҡаһарман яу юлы хаҡында һөйләшеүгә һаран булып сыҡты. Еңеүҙе яулауҙа тос өлөш индергән шәхес илебеҙҙәге бөгөнгө сәйәсәткә ҡарашы һәм дөйөм кешелеккә ҡағылған проблемалар тураһында уйланыуҙары менән уртаҡлашты.
Бер йылдан 90 йәшен билдәләйәсәк уҙаман менән осрашыу алдынан бер аҙ борсолоп та алғайным. Ни тиһәң дә, йәш үҙенекен итә бит. Шуға ла аралашыу ауырға төшөр тип уйлағайным: насар ишетеүе, хәтеренең юғалыуы ла бар. Килешкән ваҡытта Ҡотдос Ҡәниф улы йәшәгән йортҡа барып еткән инем. Имәндәй таҙа кәүҙәле, егеттәрсә дәртле кешенең ишек асыуын күргәс, аптырап киттем: Ҡотдос Латипов үҙе! Арттырыу ҙа, шаштырыу ҙа түгел — типһә тимер өҙөрлөк!
Яҡташыбыҙ тәү сиратта Башҡортостан халҡының хәл-әхүәлен һорашты, тыуған яҡтың һөйөнөслө яңылыҡтары һәм уңыштары менән ҡыҙыҡһынды. Шулай һөйләшә торғас, мин дә тәүге һорауымды бирергә баҙнат иттем:
— Ғүмерегеҙ күп тапҡыр ҡыл өҫтөндә ҡалған. Тормошта ла һынауҙар һеҙҙе урап үтмәгәндер. Барлыҡ ауырлыҡты еңеп сығыуҙа нимә ярҙам итә?
— Кеше тәү сиратта рухи яҡтан көслө булырға тейеш. Һуғыш ваҡытында ла, ғәҙәти тормошта ла бөтөн ҡыйынлыҡтарҙы еңергә шул ярҙам итә. Икенсенән, тормош ул — көрәш. Шуға ла бирешмәҫкә кәрәк. Ялҡаулығыңды еңә белеү ҙә — ҙур уңыш! Өсөнсөнән, үҙ көсөңә ышаныу фарыз. “Мин булдыра алам, хәлемдән килә” тип үҙ-үҙеңде ышандырыу мөһим. Дүртенсенән, кеше ниндәй генә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ алдына маҡсат ҡуйырға тейеш. Һәм ошо ниәткә ынтылыу теләген дә юлдаш ит! Шул осраҡта ғына алға барып, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп була. Әгәр ҙә ошо сифаттар һиндә юҡ икән — көрәшсе тип иҫәпләнмәйһең. Рух көсө, маҡсат ҡуя белеү, уға ынтылыу изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Бала әсә ҡарынында ятҡанда уҡ тәрбиәләнә башлай, тиҙәр. Ә инде донъяға килгәс, төрлө хәл-ваҡиғалар, кисерештәр уның үҫешенә йоғонто яһай. Шуға ла сабый саҡтан уға дөрөҫ тәрбиә биреү, өгөт-нәсихәт өләшеү хәйерлерәк.
— Ғаиләгеҙҙә тәрбиә мәсьәләһе нисегерәк ине?
— Атайым да, әсәйем дә, апайҙарым да һәр ваҡыт миңә кәңәш биреп торҙо. Быларҙың барыһы ла шәхес кимәленә күтәрелеүҙә тос өлөш индерҙе. Атай-әсәйем миңә үҙҙәре дөрөҫ юл күрһәтте, әйткән һүҙҙәре ҡайһы саҡта тормош девизы ла ине. Атайым үҙ заманында белемле кешеләрҙән һаналды, ауыл Советы рәйесе вазифаһын да башҡарҙы. Улар әҙәпле, намыҫлы, тәртипле һәм юғары әхлаҡлы булды.
— Ватансылыҡ хаҡында күп һөйләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта йәштәрҙә ул аҡһай, тиҙәр...
— Тәүҙә нимә һуң ул патриотик тәрбиә тигән һорауға яуап эҙләйек. Патриотизм — ул Ватанға һөйөү, тиҙәр. Ватан төшөнсәһе лә аңлатма индереүҙе талап итә. Тыуған ауыл йәиһә йәшәгән ҡалаң ғына түгел, ә һинең йәмғиәтең дә ул. Һәр йәмғиәттең нигеҙен хеҙмәт етештереүсәнлеге тәшкил итә. Ниндәй генә илдең гражданын алма, ул нимәгә һәм ни өсөн эшләүен, уның һөҙөмтәһен күҙаллап йәшәй. Әгәр ҙә барлыҡ хәләл көсөңдө кемдеңдер байығыуы өсөн бөтөрәһең икән, патриотизм тойғоһо ла көслө булмаҫ. Олигархтарға эшләү һәм йәмғиәттең үҫешенә, илдең ҡеүәтен арттырыуға йүнәлтелгән хеҙмәт араһында айырма ҙур. Илгә тир түкһәң һәм ул һине яҡлаһа, ҡурсалаһа, патриотизм тойғоһо күңелең түренән урын аласаҡ. Йәмғиәтеңде лә, ундағы кешеләрҙе лә, илде лә өҙөлөп һөйәсәкһең.
Берәүҙәр рәхәтләнеп сит илдә ял итә, икенселәр шуның кеҫәһен ҡалынайтыу өсөн бил бөгә... Кәмһетелгән, хеҙмәтенә тейешле баһа алмаған кеше һөйөнә аламы? Моғайын, еткерер фекеремде аңлағанһығыҙҙыр. Илһөйәрлекте тәрбиәләү йәмғиәттең эске хәленә бәйле. Һине уратып алған мөхит ниндәй — кешеләре лә шундай.
“Мин кешемен! Үҙемдең илемде лә, уның граждандарын да яратам. Дәүләттең барлыҡ ҡанун-тәртиптәрен хөрмәт итәм. Ошонда йәшәүемә шатмын”, — тип ысын йөрәктән әйтеп була икән, тимәк, ул дәүләттең киләсәге яҡты.
Шәхсән үҙемә ҡанат ҡуйған бөйөк илемде һәр күҙәнәгенә тиклем яраттым. Шөкөр, был хисем әле лә һүрелмәгән. Ул ил беҙҙе ситкә типмәне, киреһенсә, ҡурсаланы, ныҡлы терәк тә булды. Кешеләр араһында мөнәсәбәттәр ҙә ихлас, йылы ине. Тотош байлыҡ, уңыш һәм ҡаҙаныштар халыҡтыҡы иҫәпләнде. Шуға ла ғәзиз Ватаныбыҙға ҡайғы килгәндә йәнебеҙҙе бирергә әҙер торҙоҡ — һуғыш яланында булһынмы йәиһә баҫыуҙамы.
— Хәҙер һеҙҙе күберәк ниҙәр борсой?
— Ҡайһы берәүҙәр кеше тигән юғары исемдең бәҫен төшөрә башланы. Йәштәрҙең 20 процентының алкоголизм менән ауырыуы хаҡында ишеткәс, йөрәгем сәнсеп алды. Башҡорт ҡыҙҙары араһында фәхишәлек менән булышыусылар бар икән... Тәүбә! Ҡайҙа бара донъя?! Минең өсөн башҡорт ҡыҙы һәр саҡ — сафлыҡ, изгелек символы. Шул ҡиммәтте лә ҡараға буяусылар табылған.
Эш тә, йәшәргә урын да юҡ. Эскелек сәскә ата. Был бит йәмғиәтебеҙҙе ҡаҡшатыуға килтерә. “Человек — это звучит гордо”, — тигән Горький. Кеше үҙен хөрмәт итеүҙән туҡтай, донъяға килеүенең тәғәйенләнешен, үҙ урынын онота. Хайуанға ғына хас ҡылыҡ башҡарған әҙәмдәр беҙҙең арала әҙме? Ҡайҙа ҡарама — үлеш, һуғыш! Рәсәйҙе хурларға теләмәйем, әммә Совет илендә былай түгел ине.
Беҙ яңы ҡоролған социалистик цивилизация осоронда йәшәнек. Ул барлыҡ милләттәрҙең яҡшы үҙенсәлектәрен туплап, берҙәм менталитет тыуҙырҙы. Ундай менталитеттар бик һирәк. Ошо цивилизация Яңы кешене тәрбиәләне. Ул да булһа — совет кешеһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо цивилизация ла, менталитеттар ҙа юҡҡа сыҡты.
— Былтыр Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡ йылы тип иғлан ителгәйне...
— Дөрөҫ. Шулай булырға тейеш тә. Мин шовинизм, русофобия, ксенофобия, милләтселек кеүек күренештәрҙе бөтөнләй өнәмәйем. Аңларға ла теләмәйем. Берҙәмлектә — көс! Нисек инде бер дәүләттә йәшәп, этешеп-талашып көн күрмәк кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышында ниңә еңдек һуң? Берҙәм булғанға! “Рәсәй — урыҫтар өсөн!” — тип ҡысҡырыусылар күбәйҙе. Шуны әйтергә теләйем: был һүҙҙе ысҡындырған әҙәм — Рәсәй дәүләтенең ҡара дошманы. Әгәр ил үҙ ҡеүәтен юғалтмаһын тиһәк, бөтөн милләттәрҙе лә тиң ҡуйып, аңлашып йәшәргә тейешбеҙ. Элек Брестан алып Калининградҡа тиклем ҡурҡмай юлға сығыр инем. Теләгән ағас төбөндә йоҡла, берәү ҙә теймәҫ. Хәҙер иһә мин урамға сығырға шөрләйем. Өйгә туҡтауһыҙ шылтыраталар, әллә ниндәй ҡиммәтле дарыу тәҡдим итәләр. Етмәһә, минең турала яҡшы беләләр: ҡайһы ерем ауырта, нимә борсой... Кем уларға был мәғлүмәтте бирә — аптырарһың. Метрола баҫып барам, ултырырға тәҡдим итеүсе юҡ тиерлек. Ҡасандыр уны яҡлап ҡалған илдә йәшәүе хәүефле — шуныһы бик ҡыҙғаныс.
Герой миҙалын да тағып йөрөмәйем. Шунда уҡ башыңа һуғып, алтын йондоҙомдо йолҡоп алырҙар. Ғүмерем ҡәҙерлерәк.
Беләһегеҙме, һуңғы йылдарҙа миңә шик менән ҡараусыларҙы ла һиҙә башланым. “Ҡайһы илдән килгән был азиат кешеһе, нимә эшләп йөрөй” тигәндәй ҡырын ҡараш ташлаусылар осрай. Күрәһегеҙме, илдең эске торошона ҡарап, кешеләр ҙә нисек үҙгәрә!
Кисекмәҫтән илдә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Ғәҙеллек булырға тейеш. Шунһыҙ беҙҙең киләсәгебеҙ юҡ!..

P.S. ...Һөйләшеп ултырған арала арыу ғына ваҡыт үтеп тә киткән. Артабан беҙ Ҡотдос Ҡәниф улы менән тышҡа сыҡтыҡ. Ҡараңғы төшмәҫ борон саф һауала йөрөп алғы килә, тине ул. Шуныһы сикһеҙ һоҡландырҙы: оло йәштә булһа ла, беҙҙең Геройыбыҙ егеттәргә биргеһеҙ, кәүҙәһен тура тотоп алға бара. Аҙымдары ҡыйыу һәм ышаныслы, сөнки Мәскәү — уның ҡалаһы. Илебеҙҙең азат булыуында Ҡотдос олатайҙың да өлөшө ҙур. Улар беҙгә тыныс тормош яулаған. Шуға ла уны олатай тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ. Күрше-тирәлә йәшәгән кешеләр уның менән ихлас иҫәнләшеп үтә. Быны күреп күңелгә йылылыҡ өҫтәлә.
Паркта йөрөгәндә туйғансы һөйләштек. Аҡһаҡалдың фәһемле кәңәштәрен дә иғтибар менән тыңланым. Республикабыҙҙан сыҡҡан 278 Советтар Союзы Геройы араһында ҡаһарман улдарының икәүһе генә иҫән ҡалған. Шундай һоҡланғыс шәхес менән аралашыу — үҙе ҙур бәхет!
Бөйөк Еңеү менән ихлас ҡотлап, хөрмәтле Ҡотдос Ҡәниф улына һаулыҡ һәм күңел күтәренкелеге теләйек!
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
әңгәмәләште.
Мәскәү ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874