Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һандуғас — тыныс тормош ҡошо
Һандуғас — тыныс тормош ҡошоТаң атҡанда һандуғастарҙың өҙҙөрөп һайрауына уянып китте ул. Түҙмәне, мамыҡ шәлен иңенә һалып, өй алдына сыҡты. Баҡсала йырсы ҡоштар кемуҙарҙан аяҙ иртәгә һөйөнөп-һөйөнә. Әминә яҡын барып уларҙы борсомаҫҡа булды. “Һуңланы быйыл ҡошҡайҙар, яҙ һалҡыныраҡ килде шул. Әйҙә, рәхәтләнеп һайраһындар”, — тип уйланы.
Төнөн яуып үткән йылы ямғырҙан һуң тотош донъя сафланып, пакланып ҡалғандай тойола. Ер өҫтөнән еңелсә пар күтәрелә. Тәбиғәттең матурлығына, хозурлығына һоҡланып байтаҡ баҫып торҙо сал сәсле ҡатын.
Һандуғастар моңо, иртәнге тыуған яҡ гүзәллеге күңелен ҡуҙғатып ебәрҙе. Ул да булмай, урамдың арғы осонда кемдәрҙер гармун тартып йырлап уҙҙы. Йыры ла бит ниндәй — үҙәктәрҙе өҙҙөрә.
“Шахта”, “Шахта”... Туҡта! Күпме башҡорт, татар егеттәре, гармун тартып, ошо йырҙы йырлап яуға китте. Әминә Әкбәрова ла юл буйы берсә моңайып, һағышланып, берсә дәртләнеп, күңеле күтәрелеп, дошманды тиҙерәк еңеп ҡайтырға ант итеп барҙы. Әллә Хоҙай, әллә “Шахта” моңо һаҡланы, ул һуғыштан иҫән-имен ҡайтты.
Әминәнең бала сағы, үҫмер йылдары тиҫтерҙәренән бер яғы менән дә айырылмай. Тыуған ауылы — Илеш районындағы Ишҡарҙа ла тормош еңелдән булмай.
Ҡыҙ үҙҙәренән егерме биш саҡрым алыҫлыҡтағы Дүртөйлө ауылына йөрөп, фатирҙа тороп, ун класс тамамлай. Яңауылда халыҡ судында секретарь, Ҡандрала почта бүлегендә кассир булып эшләй.
Әкренләп тормош-көнкүреш шарттары рәтләнә төшә, муллыҡ килеп, кешеләрҙең тамағы икмәккә туя, кейемгә лә ҡытлыҡ булмай. Тик халыҡтың һөйөнөсө оҙаҡҡа бармай.
Һуғыш Ҡандраның да тыныслығын боҙа, яҡты хыялдар, уй-ниәттәр селпәрәмә килә. Әсәләрен, ҡатындарын, балаларын зар илатып, ир-егеттәр фронтҡа ағыла. Ҡайһы бер йорттарҙан бер юлы өс-дүрт кеше китә.
Һуғыш ир-атты һура ла һура. “Ватан өсөн!” тигән саҡырыу ҡатын-ҡыҙҙы ла яуға әйҙәй. 1942 йылдың 12 июлендә Әминә Әкбәрова ла фронтҡа алына.
Өфөлә оҙаҡ булмайҙар. Әминә кеүек үк үҙ теләге менән һуғышҡа китеүсе йөҙҙәрсә йәш ҡыҙ ултырған эшелон Куйбышев тарафына юл ала.
Составтың “Ҡандра” станцияһы аша уҙасағын белеп, Әминә Шишмә разьезына төшөп, почта бүлеге начальнигы булып эшләгән еҙнәһенә шылтырата.
Эшелонды ҡаршыларға әсәһе, туғандары, дуҫтары, таныштары килә. Ҡандра халҡы Әминәне фронтҡа ҙурлап оҙата.
— Мин һеҙҙең йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәм, ҡәрҙәштәр, — ти ул, уҙып барыусы һуңғы вагонға һикереп. — Тыныс эшләгеҙ, һау тороғоҙ!
Эшелон “Сарҙаҡ” станцияһында туҡтай. Фронтта хәлдәр ауыр булһа ла, ҡыҙҙарҙы ут эсенә ебәрергә ашыҡмайҙар, яҡшылап хәрби һөнәргә өйрәтәләр.
Радистар әҙерләү мәктәбендә ун бер ай белем алғас, Әминә һуғыш һыҙығына ебәрелә. Бында 29-сы бомбардировка-авиация полкында хеҙмәт итә.
Осоусы Коля, штурман Василий Архипов һәм Башҡортостан ҡыҙы Әминәнән торған экипаж “Пе-2” самолеты менән дошманға ҡаршы батырҙарса һуғыша. Улар, фашистарҙың тылына үтеп, тимер юлдағы эшелондарҙы, автоколонналарҙы бомбаға тота. Ҡыйыу экипаж йөҙҙән ашыу осош яһай.
Уйлап ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙ эшеме ни ул һуғыш? Аяҡта — ауыр итек, өҫтә — гимнастерка, билде ҡайыш быуған. Ҡул мылтыҡ тотоп тупаҫланған. Ауыр шарттар, ҡырыҫ хәрби тәртип. Их, ошо йәп-йәш ҡыҙҙарҙың институтта белем ала, клубта бейеп, күңел аса, оҡшаған егетте осратып, ғишыҡ утында яна торған ваҡыты ла бит. Ҡәһәрле һуғыш йәшлектәрен тартып алды шул.
Дошманды үҙ ҡулың менән туҡмау ҙур ғорурлыҡ ине. Әммә ир-егеттәр ҡыҙҙарҙы ҡәҙерләй, һаҡлай. Күрә тороп үлемгә ебәрмәҫ өсөн әллә ниндәй хәйләләр уйлап таба. Киләсәкте ҡайғыртыуҙары булған, күрәһең.
Авиаполк Ленинград, Варшава янында дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлығы өсөн гвардия старшинаһы Әминә Әкбәрова Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, күп миҙал менән бүләкләнә. Хәрби уҡыу әҙерлеге отличнигын алғы һыҙыҡта КПСС сафына алалар.
Әминә һуғыштан 1946 йылдың ғинуарында ҡайтып төшә. Әсәһе үлгән, Ишҡарҙа ла, Ҡандрала ла туған-тыумасаһы ҡалмаған. Фронтовик ҡыҙ Борай ауылында төпләнергә ҡарар итә.
Бәхетен дә шунда таба Әминә. Үҙе кеүек үк меңдәрсә километр яу юлы үткән Ҡасим исемле егеткә кейәүгә сыға.
Паспорт өҫтәле начальнигы, ЗАГС бюроһы мөдире вазифаларын башҡара Әминә Әкбәр ҡыҙы, почта бүлегендә кассир эшен алып бара.
Ҡасим Насибуллин КПСС район комитеты инструкторы итеп тәғәйенләнә. Һуңынан ул райондың профсоюз комитетында тырышлыҡ һала.
— Донъялар ғына тыныс булһын. Бер үк һуғыш сыҡмаһын, — ти ветеран Әминә Насибуллина ике балаһы, ейәндәре менән бергә йыйылып һөйләшкәндә.
Фронтовиктар һағышлы минуттарҙы, йылдарҙы кисерә-кисерә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән олоғая. Әммә улар элеккесә дәрт-дарман менән, кешеләрҙең ихтирамын күреп, ярҙамын тойоп йәшәй.
Бөйөк Еңеү таңын аттырған совет һалдаты Әминә Әкбәр ҡыҙы ла булғанына шөкөр итеп йәшәй бирә. Артығын һорамай, үтенестәрен яуапһыҙ ҡалдырмағанға шатлана.
— Борис та, Рифат та ҡаты күңелле түгел, — ти ул район хакимиәте башлығы Б. Нурисламов һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Шафиҡов тураһында. — Хәлемде белеп, нисек йәшәүем менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып торалар.
Ни әйтерһең, фронтовиктың бөтөн ҡылығы-тәбиғәте шундай, ул бөтәһен хәтерләй, барлай. Әминә Әкбәр ҡыҙы иманына әле лә тоғро. Партияға арҡаланып башҡарылған ҡара эштәргә, яман уйлы кешеләр булыуына бөтөн йәне, күңеле менән әсенә, нәфрәтләнә.
Буран уйнаған, ямғыр ҡойған кистәрҙә йоҡоһоҙ төндәре күп була. Шул саҡта уйҙары менән һуғыш йылдарына йәнә әйләнеп ҡайта...
Аэродром ситендәге әрәмәлектә һандуғас һайрай. Тик уны тыңларға ғына насип булмай. Ул саҡта үләндәрҙе, ҡыуаҡтарҙы, ҡоштарҙы, кешеләрҙе ут көйҙөрҙө. Күк йөҙөн һөрөм ҡаплағайны.
Бына бөгөн дә өҙҙөрөп һайрай һандуғас. Күңелдәрҙең нескә ҡылдарын тибрәтерлек итеп. Һайра, һайра, һандуғас. Һинең йырыңды Әминә Насибуллина сәғәттәр буйы тыңларға әҙер.
— Тыныс тормош ҡошо ул һандуғас, һуғыш ғәрәсәте уны башҡа ҡурҡытмаһын ине, — ти ветеран.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Борай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанға легендар «Еңеү паровозы» килә

Башҡортостанға легендар «Еңеү паровозы» килә 03.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанға, шулай уҡ Рәсәйҙең тағы бер нисә төбәгенә легендар «Еңеү паровозы» килә....

Тотош уҡырға 1

Рельстан сыҡҡан поезд пассажирҙарының күбеһен Ульяновскиға алып килгәндәр
Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған

Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған 03.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө билдәле булды

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө билдәле булды 03.04.2026 // Йәмғиәт

Быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 17 апрелдә уҙа. Һәр ваҡыттағыса акция онлайн һәм офлайн ......

Тотош уҡырға 2

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 03.04.2026 // Йәмғиәт

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр 02.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 1

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә 02.04.2026 // Йәмғиәт

Шаран районы Шаран ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен ......

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды 02.04.2026 // Йәмғиәт

Ул 35-се белем биреү үҙәгендә урынлашҡан (Ғафури урамы, 7)....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 02.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 2

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе 02.04.2026 // Йәмғиәт

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай 01.04.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала һалҡынайта....

Тотош уҡырға 2


  1. Илдан
    Илдан от 08.05.2012, 17:40
    Бик йылы ,кунелгэ ятырлык итеп язылган. Рэхмэт,Финат Шэкирйэнов! Ижадыгызза уныш телэйем!

Комментарий өҫтәргә