Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәләмәт мөхиттә генә беҙ бәхетле
Сәләмәт мөхиттә генә беҙ бәхетлеМедицина хеҙмәткәрҙәре ойошмаһы Рәсәйҙә иң ҙуры. Үҙенсәлекле һөнәр эйәләрен үҙенә туплаған яуаплы ла, ҡатмарлы ла өлкәлә хәл итәһе мәсьәләләрҙең кәмемәүенә барыбыҙ ҙа шаһит. Тармаҡҡа заманса технологиялар, миллионлаған һум аҡса инеүе лә һәр кемдең тейешле медицина хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итә алмай. “Шулай ҙа барыһы ла хөрт түгел әле, ташбаҡа аҙымы менән булһа ла шыуышып алға табан барыуыбыҙ, – ти Башҡортостандың Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнова. – Бөтә донъяла табиптар үҙ эшмәкәрлеген үҙҙәре көйләй. Беҙҙең Медицина палатаһы ла, яңыраҡ булдырылыуына ҡарамаҫтан, профессиональ эшмәкәрлектең үҙ-үҙен көйләү системаһын булдырырға тырышып, алдына ғәйәт ҙур бурыстар ҡуя. Шуныһы үкенесле: бик күп ҡиммәттәрҙе юғалттыҡ, бигерәк тә халыҡтың медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ышанысын ҡаҡшаттыҡ”.
Рәсәй Медицина палатаһы советы ағзаһы, Волга буйы федераль округы буйынса Медицина палатаһының координация советы рәйесе вазифаларын йөкләгән Дамира Сабирйәноваға тармаҡтың иң “ауыртҡан” ерҙәре лә, “сирҙәре” лә, көслө яҡтары ла, үҫеш перспективалары ла яҡшы таныш. Ни өсөн диплом алған һәр кем үҙен табип тип иҫәпләй алмай? Белгестәрҙең абруйын нисек күтәрергә? Дәғүәләрҙең сәбәбен асыҡлау, хаталарҙы тикшереү, пациент менән табип араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙы яйға һалыу өсөн үҙ-үҙен көйләүсе ойошманың көсө етерлекме? Башҡортостандың Медицина палатаһы рәйесе Дамира САБИРЙӘНОВА менән әңгәмә барышында һаулыҡ һаҡлауҙағы башҡа етди мәсьәләләргә лә ҡағылдыҡ.


– Һеҙҙең граждандарҙың һаулы­ғын һаҡлау тураһында закон әҙер­ләүҙә ҡатнашып, байтаҡ төҙәтмәләр индереүгә өлгәшеүе­геҙҙе беләбеҙ. Әммә ҡанунда “дауалау” урынына “хеҙмәт күрһәтеү” терминын файҙа­ланыуға ҡаршы булды­ғыҙ. Был шул тиклем мөһимме?
– Әле лә ҡаршымын, сөнки хеҙмәт күрһәтеү менән пациентты дауалау араһында айырма ҙур. Профессия­быҙҙың гуманлылығын, абруйын, берҙәмлеген юғалтыуға уйламай ҡулланған бер һүҙҙең дә йоғонто яһауы ихтимал. Халыҡта ул аҡ халатлыларға ҡарата кире тойғолар ғына уятты.
Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәр­ҙәре армияһы – иң ҙуры. Йыл һайын ул йәш белгестәр менән тулылана, әммә һәр дипломлы кеше үҙен “табипмын” тип әйтә алмай. Профессия нескәлектәренә үтеп инеү өсөн ваҡыт та, һәләт тә, тырышлыҡ та кәрәк. Иң серле, кеше-ғара күҙенән ябыҡ, яуаплы өлкә ул һаулыҡ һаҡлау.
– Ошо йәһәттән башҡарылған эшегеҙгә лә туҡталып китһәгеҙ ине.
– Студенттарҙы оло юлға әҙерләп сығарыр алдынан аккредитация үткәреүҙе яйға һалыу менән ғорурлана алам. Ниндәй белгестәр әҙерләгәне­беҙҙе, артабан ҡайһы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләргә кәрәклеген беҙгә асып-ярып һалды был сара. 2016 йылда стоматологтарҙың белемен энә күҙәүенән үткәрһәк, былтыр Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән төҙөлгән бойондороҡһоҙ комиссия ағзалары буласаҡ медиктарҙың белемен баһаланы. Әйтергә кәрәк, 800 белгестең барыһы ла тиерлек аккредитацияны уңышлы үтте. Һөҙөмтә яҡшы. Буласаҡ табиптар төрлө сетерекле хәлдә үҙҙәренең нимәгә һәләтле булыуын күрһәтте, тестар ярайһы ҡатмарлы, ысынбарлыҡҡа яраштырыл­ғайны. Юғары уҡыу йорттары ла белем кимәленә талаптарҙы көсәйтте. Мәҫәлән, быйыл университеттың алтынсы курсынан 16 кешене сығарыу һәм дәүләт имтихандарына индермәүҙе ыңғай хәл тип атап булмаһа ла, аҡ халатлылар рәтен таҙартыуҙа яһалған тәьҫирле аҙым тип баһаларға кәрәк.
Белгестәрҙең пациенттар менән аралашыу ҡеүәһен, мөғәмәләһен тикшереп ҡараныҡ. Быныһы көн дә ауырыуҙар менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан табип өсөн бик тә мөһим. Был йүнәлештә барыһы ла ал да гөл тип маҡтанырға иртәрәк. Ни өсөн тигәндә, күберәк яҙыу-һыҙыу менән шөғөлләнгән табип тарафынан пациентҡа иғтибар аҙ бирелә.
Бер тапҡыр Карловы Вары шифа­ханаһында ял иткәндә табипҡа күре­нергә булдым. Уның минең һаулыҡ торошон ниндәй диҡҡәт менән тик­ше­реүен, бөтә ағзаларҙың эшмәкәрлегенә баһа биреүен күрһәгеҙ, һеҙ ҙә таң ҡалыр инегеҙ. Йылы ҡарашлы, йомшаҡ һүҙле… Юғары кәйеф менән ҡанатланып сыҡтым уның эргәһенән. Бына, исмаһам, ысын табип! Йәштәрҙе студент эскәмйәһенән пациенттар менән аралашыу маһирлығына, һәр ауырыуға иғтибарҙы тигеҙ бүлеү, һөнәргә ҡарата ышаныс уятыу нескәлектәренә өлкән коллегалары өйрәтә алыр ине. Элекке матур ғәҙәттәрҙе беҙҙең өлкәлә лә тергеҙеү мөһим.
Студенттарҙың клиник фекерләү ҡеүәһен үҫтереү – беҙ яулаясаҡ яңы баҫҡыстарҙың береһе. Ниндәйҙер хәл иткес, ҡатмарлы мәлдә юғалып ҡалмай, унан сығыу юлын белгес үҙе эҙләргә, төрлө варианттар тәҡдим итергә, башын эшләтергә, бөтә белем багажын байҡап, иң дөрөҫ, ҡулай юлды билдәләргә тейеш. Студент бирелгәнде үтәй алмаһа, йәғни балы 70-кә етмәһә (бөтәһе 100 балл), уға тағы ла ике тапҡыр һынау үтеү мөмкинлеге бирелә. Аккредитация тап үҙ эшмәкәрлегеңде көйләү системаһының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора ла инде.
– Бынан ике йыл элек ҡабул ителгән Этика кодексы табиптарҙың абруйын күтәреүгә һәләтлеме?
– Мин уның ҡабул ителеүен һөйөнөп, ҡушҡуллап ҡаршыланым. Гиппократ анты онотолоп, тарих туҙанына күмел­де. Ә яңы шарттарҙа табип һөнәренә талаптарҙың үҙгәреүе һис ғәжәп түгел. Бәғзеләрҙең социаль селтәрҙәрҙә тыйылған, бәхәсле хәл-ваҡиғаларҙы, беҙҙең һөнәрҙе йәмһеҙләгән дәлилдәр­ҙе бөтә донъяға таратыуы менән килешерлек түгел. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ауырыуҙарҙың сәләмәтлеге генә түгел, ә сирҙең сер булып ҡалыуы, пациент­тың күңел тыныслығы өсөн дә яуаплы.
Ҡарҙай аҡ, бөхтә халат кейгән, сәстәре килешле, ихласлығы, матурлығы менән һоҡланыу уятҡан ҡатын-ҡыҙ эргәһендә таушалған кейемле, ҡырынырға онотҡан ир-атты күҙ алдына килтерегеҙ. Табиптарҙың ҡайһыһына һаулығығыҙҙы ышанып тапшырыр инегеҙ? Медицина хеҙмәткә­ренең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап та уның тәртибен, холҡон, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәтен төҫмөрләргә мөмкин. Һуңғы осорҙа табиптар араһында төрлө сәбәп арҡаһында низағтар тыуып тороуы мине борсоуға һала. Был хәл беребеҙҙе лә биҙәмәй. Профессиональ яуаплылыҡты страховкалау тураһында уйланырға ваҡыт етте, шунһыҙ ауы­рыуҙарҙың да, медицина хеҙмәткәр­ҙәренең дә хоҡуҡтарын яҡлай алмаясаҡбыҙ.
– Һеҙҙең ойошма хаҡында халыҡ хәбәрҙармы? Ниндәй һорауҙар менән йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр?
– Бына әле генә юл аварияһында имгәнгән ир кеше инвалидлыҡ алыуға ризаһыҙлыҡ белдереп, юрисҡа кәңәшкә килде. Байтаҡ һорауҙар, аңлашылмаусанлыҡтар инвалидлыҡ билдәләү менән бәйле. Беҙҙә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын экспертизалау үҙәге бар, йыш ҡына ауырыуҙың туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Салауат ҡалаһындағы берҙән-бер бала табыу йортон бизнесҡа биреүгә ҡаршы мөрәжәғәттәр ҙә булды. Әммә был осраҡта, үкенескә ҡаршы, ярҙам ҡулы һуҙа алманыҡ.
Халыҡ һаман да страховка компанияларынан файҙа күрә алмай йонсой. Бюджет аҡсаһының байтаҡ өлөшө улар ҡарамағына күсә бит. Ҡулыңда медицина полисы була тороп, дауаханаға эләгә алмайһың, тейешле дауаны алыуҙан мәхрүм икәнһең, полисыңдың икенсе битендәге телефон номерына шылтыратыуҙан тартынма. Күптәр ошо хоҡуҡтарынан да файҙаланмай.
– Ауырыу дауаханаға юл тотҡанда кеҫәһендә күпме аҡса барлығы, уның процедураға түләргә етеү-етмәүе хаҡында уйланмаһын өсөн ни эшләргә?
– Һәр кем медицина ярҙамын, вазифаһы, йәше, енесе, белеме, статусы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тулы күләмендә алырға хоҡуҡлы. Түләүле медицина ярҙамы һәм шәхси клиникалар дәүләт һаулыҡ һаҡлау тармағын тулыландырыу өсөн хеҙмәт итергә тейеш. Тармаҡтың тотош түләүлегә әүерелеүе, шәхси ҡулдарға күсеүе мөмкин түгел, сәләмәтлек һаҡлауҙың социаль-иҡтисади сәйә­сәттең айырып алғыһыҙ өлөшө булып ҡаласағына ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 0

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 3

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 7

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан 20.08.2025 // Йәмғиәт

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған....

Тотош уҡырға 7

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 16

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 17

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 17