Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшләй ҙә, йәшәй ҙә беләләр
Эшләй ҙә, йәшәй ҙә беләләрМуниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади хәлен баһалағанда, предприятиеларҙың инвес­тиция йәлеп итеү эшмәкәрлегенә, файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләменә, уртаса эш хаҡының артыуына, демографик хәлдең яҡшырыуына айырыуса иғтибар бирелә. Октябрьский ҡала округы ошо йылдың тәүге яртыһында социаль өлкәләге күрһәткестәр буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән.


Төҙөлөш бара,
тимәк, ҡала үҫә


Бында йыл аҙағына тиклем 55,7 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индереләсәк. Тәүге ярты йыллыҡта 23,9 мең квадрат метр майҙанды файҙаланыуға тапшырыуға өлгәш­кәндәр, шул иҫәптән уның 9,2 мең квадрат метр майҙанын шәхси йорттар тәшкил итә, йәғни быйыл әлеге көнгә 133 шәхси һәм күп ҡатлы алты йорт (272 фатир) сафҡа индерелгән.
Торлаҡ төҙөүҙә урындағы төҙөлөш ойошмалары үҙҙәрен ышаныслы һәм яуаплы партнер итеп күрһәткән. Улар объектты ваҡытында тапшырып килә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер биҫтә­ләрҙә өлөшсөләр ҡатнашлығында төҙөлгән йорттарҙа хәл киҫкен тора. Төҙөлөш компанияларының фатир­ҙарҙы һата алмауына бәйле финанс ауырлыҡтары килеп тыуған, тип сәбә­бен аңлаталар. Ҡала округы хаки­миәте, Башҡортостан Республи­ка­һы­ның Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән бер­лектә, был мәсьәләне көйләүгә өлгәш­кән. Әле беренсе йортта төҙө­лөш да­уам итә. Подрядсылар белде­реүенсә, быйыл дүртенсе кварталда дүрт секцияны файҙаланыуға тапшы­расаҡтар. Ҡала хакимиәте ошондай уҡ ауыр хәлдә ҡалған башҡа йорт­тар­ҙы ла даими тикшереп, уларҙы тапшы­рыу буйынса етди эш алып бара.
Ҡалала социаль торлаҡ төҙөүгә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, әлеге мәлдә Цюрупа урамындағы 75 фатирлы биш ҡатлы йорт һалына. “Башҡорт­остан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды” ойошма­һы ярҙамында төҙөлгән был йорттан айырым категорияға ҡараған граж­дандарға, етем балаларға фатир биреләсәк.
Ошо уҡ фонд ярҙамында Совет урамындағы 55 фатирлы биш ҡатлы йортто август аҙағында тапшыра­саҡтар. Ул да етемдәргә һәм ауыр сирҙән яфаланған мохтаждарға тәғәйенләнгән.
– Элек бында авария хәлендәге ике йорт тора ине. Уларҙы һүтеп, был йортто былтыр сентябрҙә төҙөй башланыҡ, – ти Федор Карманов.
Әлеге мәлдә объектҡа 40-тан ашыу төҙөүсе йәлеп ителгән. Берәү­ҙәр йорт ихатаһын төҙөкләндерә, эстә обой йәбештерәләр, кафель һалалар, буяу-һылау эштәре менән мәшғүлдәр.
Ҡалала төҙөлөш тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн, урындағы хакимиәт әүҙем эшләй. Ошондай маҡсатта хакимиәт тарафынан 30-ҙан ашыу ер биләмәһе дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған, шул иҫәптән 33-сө биҫ­тәлә – 1 100 урынлыҡ мәктәп, дүрт ер май­ҙаны күп фатирлы йорт, 17 шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бүленгән. Льготалы ташламанан файҙаланған граждандар өсөн Көньяҡ биҫтәһендә 100 урын билдәләнгән.

Биҫтәләргә лә иғтибар арта

“Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡала округы төҙөлөшөн һәм архитектураһын үҫтереү” муниципаль программаһына ярашлы, ҡала биләмәһен социаль, инженер һәм транспорт инфраструктураһы менән тәьмин итеү буйынса комплекслы эш алып барыла.
Әле 38 микрорайонда йылылыҡ, электр, һыу һәм канализация селтәрҙәре проекты әҙерләнеп, әлеге мәлдә өлөшләтә коммуникациялар һалынған. Мәҫәлән, ҡала бюджеты иҫәбенә Көньяҡ һәм Йәйғорло биҫтә­ләренә 3,5 километр оҙонлоғонда һыу үткәргес төҙөү өсөн проект бар. Объект сафҡа индерелгәс, ул 1800 шәхси йортто һыу менән тәьмин итәсәк. “Октябрьский электр селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестиция программаһы иҫәбенә майҙандан тыш электр селтәрҙәре төҙөлгән, шулай уҡ биҫтәләрҙә электр линиялары һуҙыла. Был объекттарҙы төҙөү өсөн 14 миллион һум аҡса талап ителә.
Быйыл майҙа М5 автомобиль юлы менән Көньяҡ һәм Йәйғорло биҫтәләрен тоташтырған юлдарҙың проектын әҙерләү буйынса “Башкирдортранспроект” дәүләт унитар предприятиеһы менән муниципаль контракт төҙөлгән. Әле 40а биҫтәһендәге урамдарға юл төҙөү проекты документтары ла дәүләт экспертизаһын уңышлы үткән. Тағы бер биҫтәнең урамдары буйынса ла документтар әҙер, әле тикшереү бара.
Ғөмүмән, бында ҡала эргәһендәге ауылдарҙа йәшәгәндәргә лә уңайлыҡтар тыуҙырыуға ныҡлап тотонғандар.

Проект дауам итһен

Ҡаланың Ленин урамындағы төҙөкләндерелгән ихатала бәләкәй ҡыҙын уйнатып йөрөгән ҡатын: “Был уйын майҙансығын кем рәтләгән икән?” – тип һораны. “Оҡшаймы?” – тип йылмайҙым. “Эйе, беҙ йәшәгән йорттоң ихатаһында уйын майҙансығы иҫке, шуға ла баланы ошонда алып киләм. Әле рәхәтләнеп ял итеп йөрөйбөҙ. Үҙебеҙҙең ихатала һәйбәт уйын майҙансығы төҙөһәләр, ҡайһылай яҡшы булыр ине. Был прог­рамманы тағы ла дауам итеүҙәрен һорайбыҙ”, – тине Регина Житкова.
Республиканың барлыҡ ҡала­ларындағы кеүек үк, Октябрьскийҙа ла “Уңайлы ҡала мөхите”, “Баш­ҡортостандың бәләкәй ҡалаларының ихата һәм парктары” өҫтөнлөклө проекттары уңышлы файҙаланыла, ихата һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш атҡарылған.
Былтыр башланғыс алған “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты буйынса ҡалала күп фатирлы ун биш йортто берләштергән биш ихатала ремонт эштәре тамамланған, әле ҡаланың Кувыкин урамының 16-сы йорто ихатаһында эштәрҙең ҡыҙған мәле, йәғни юлдарҙы киңәйткәндәр һәм асфальт түшәгәндәр, автомо­билдәр ҡуйыу урындарын өҫтәгәндәр, бордюрҙарҙы яңыртҡандар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡуйғандар, һәр подъезд алдына эскәмйәләр, урналар урынлаштырғандар. Хәҙер төҙөкләндереү эштәре ҡалған. Ҡайһы бер ихаталарҙа халыҡ өмәләр ойоштороп, үҙҙәре лә әүҙем ҡатнаша. Быйыл был проект буйынса федераль бюджеттан биш миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса эштәр тамамланғас, ихата байрамдары ойошторасаҡтар.
Быйыл ҡалала “Урындағы башлан­ғыс­тарға булышлыҡ итеү” програм­маһына тәҡдим ителгән ун объект та конкурсты уңышлы үткән. Уға ярашлы, 4-се башҡорт һәм 11-се татар гимназияларының спорт майҙан­сыҡтарына капиталь ремонт эшләнә­сәк. Шулай уҡ Пионерҙар урамында һыу селтәрен алмаштырыу, 32-се биҫтәлә тротуарҙарҙы ремонтлау ҡаралған, 2-се Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡыйығына капиталь ремонт яһаясаҡтар һәм башҡалар.

Ҡаҙанлыҡтар яңыртыла

Октябрьский ҡалаһында ҡаҙанлыҡ­тар мәсьәләһен хәл итеүгә ныҡлап тотонғандар. Йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү объекттарына ҡағылышлы өс яҡлы килешеүгә былтыр ҡул ҡуйғандар. Уны бойомға ашырыу 15 йыл дауам итәсәк. Планлаштырылған эштәрҙең дөйөм хаҡы – 649 миллион һум.
Әле Мулла ауылында ҡаҙанлыҡ әҙер, 21-се биҫтәләгеһе төҙөлөп ята. Был объекттар – өс яҡлы килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙың башланғыс этабы.
Мулла ауылында “Теплоэнерго” йәмғиәте төҙөгән 10-сы блок-модулле ҡаҙанлыҡтың ҡеүәте 1,5 мегаватҡа тиң. Ул шәхси йорттарҙы, балалар баҡсаһын йылытасаҡ, бынан тыш, коттедж ҡаласығын хеҙмәтләндереү өсөн дә ҡеүәте ҡала. Коммуникациялар һалыу, ебәреү-көйләү һәм башҡа барлыҡ эш өсөн 10 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Элекке ҡаҙанлыҡ 1972 йылда төҙөлгән булған. Ул техник яҡтан да, торошо буйынса ла иҫкергән. Шуға ла яғыулыҡ ҡиммәтләнгән заманда ошондай энергия аҙ талап иткән һәм ҡулланған ҡаҙанлыҡтарға күсеү отошло.
– Ҡаҙанлыҡ заманса насос менән ҡоралландырылған, үҙаллы режимда эшләй, күрһәткестәр автомат рәүешендә интернет аша диспетчер пунктына тапшырыла. Автомат системаһы авария хәле килеп тыуғанда газ биреүҙе туҡтата, йылылыҡ баҫымын көйләй, һауа торошона ҡарап, йыйылыҡ бирә, – ти предприятие директоры Андрей Купавых.
Әлеге мәлдә ҡаланың 21-се биҫтәһендә 1959 йылда төҙөлгән 13-сө ҡаҙанлыҡты һүтеп, уның урынына 10,5 мегаватт ҡеүәтенә эйә булған йылытыу ҡаҙанлығын урынлаштыралар. Ул “ПоликрафтЭнергомаш” ҡаҙанлығы ҡорамалдары заводында етештерелгән. Объекттың хаҡы – 48 миллион 470 мең һум.
13-сө ҡаҙанлыҡ та тулыһынса автоматлаштырыла. Элеккеһе йорттар­ҙы йылылыҡ менән генә тәьмин итһә, яңыһы эҫе һыуҙы айырым бирәсәк. Ике ҡаҙанлыҡ та яғыулыҡты 18 процент күләмендә һаҡсыл тотоноуға булышлыҡ итәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21