Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Онотолмай һуғыш михнәттәре...
Онотолмай һуғыш михнәттәре...Йәмле май айы тәбиғәткә йәшеллек, күңелдәргә наҙ бүләк итеүе менән айырыуса яҡын. Шулай ҙа майҙың иң оло байрамдарының береһе — Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерлеһе. Илебеҙҙә һуғыштың әсе еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр, шунлыҡтан хәтер һәм ғорурлыҡ көнөнә әүерелгән был датаны олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Айырыуса һуғыш һәм тыл ветерандары.
Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Ғәйфулла Ғәбитов Еңеү көнөн айырыуса бер тулҡынланыу менән ҡаршылай. Йылдан-йыл һуғыш яугирҙәре сафының һирәгәйә барыуы, һуңғы ваҡытта фронтта алған яраларҙың үҙен белгертеп, һулҡылдап һыҙлауы ветерандың йөрәген әрнетә. Яу яланын бергә үткән иптәштәре йылдан-йыл аҙая. Ул үҙе лә Әбйәлил районында данлы 112-се кавалерия дивизияһында алышҡан берҙән-бер иҫән ҡалған һуғыш ветераны. Шуға күрә хәтер йомғағы нығыраҡ тағатылғандай, һуғыш михнәттәре лә онотолмай, киреһенсә, ниңәлер йышыраҡ хәтергә төшөүсән.
Ата-әсә наҙынан иртә ҡалған Ғәйфулла Ғәбитулла улын алыҫыраҡ туған тейешле ағаһы Мөғәллим үҙ тәрбиәһенә ала. Бала сағы Һәйетҡол ауылында үтә, эшкә маһир һәм уңған ағаһы кескәй Ғәйфуллаға буласаҡ ғаилә башлығына барлыҡ эштәрҙе лә белеү зарур тип, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеп, ысын ир-ат итеп тәрбиәләргә тырыша. Әммә гөрләтеп донъя көткән, ишле мал аҫраған М. Мирхәйҙәров, шәхес культы ҡорбаны булараҡ, ҡулға алына һәм һөргөнгә оҙатыла. Ғәйфулла Ғәбитовты туғандары тиҙ арала Асҡарға ебәрә, һәм ул 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Башҡортостандан йыйылған полк кавалерия часына әҙерләү маҡсатында Алма-Атаға оҙатыла. Көн һайын тиерлек атта һыбай йөрөү, пулеметтан атырға өйрәнеү, мылтыҡ менән эш итеү буласаҡ һалдаттарға еңел бирелмәй. Әммә Тыуған ил алдындағы бурыс, дошманды тиҙерәк тар-мар итеү теләге, данлы һәм шанлы яу юлы үтергә өлгөргән атлы һыбайлылар араһында ҡайнау барыһынан да мөһимерәк. Күпмелер ваҡыт үткәс, фронттағы хәлдең киҫкенләшеүе арҡаһында, уларҙы 1943 йылда вагондарға тейәп, фронтҡа ебәрергә мәжбүр булалар. Был ваҡытта генерал Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия полкы Дон буйҙарында алыша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Әбйәлил егете үҙенең яҡташы Таһир Кусимовтың полкына килеп эләгә һәм яҡташтарын осратып, ҡыуанысынан шаҡ ҡата. Йәлембәт ауылынан Ситдиҡ Яҡупов, Хәлилдән Ғәбдерәүеф Дәүләтов (аҙаҡтан Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған) менән яҡындан таныша. Таһир Кусимов уға тәрбиәләп үҫтергән ағаһының фамилияһы менән “Мирхәйҙәров” тип өндәшер була. Уны яҡындан белеүеме, әллә нахаҡҡа рәнйетелеп, сит тарафтарға ебәрелеүен кисерә алмаймы, әллә үҙенсә Ғәйфулла Ғәбитовты үҙ итеүеме — бөгөн булһа был һорауҙарға яуап таба алмай һуғыш ветераны.
Һуғыш мәлдәрен тыныс ҡына хәтерләй алмай ул: күҙҙәренә йәш эркелә, алҡымына төйөр тығыла. Һыуыҡ ҡыш айҙарында ҡарҙа шыуышып барып, дошман танктарына ырғытылған гранаталарҙан һалдаттар ғына түгел, хатта аттар ҙа һөрлөгә. “Күҙҙәреңә мөлдөрәп ҡарап ятҡан малҡайҙарҙы күреү, уларға бер нисек тә ярҙам итә алмау бигерәк тә хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды”, — тип хәтерләй һуғыш ветераны. Командиры Таһир Кусимовтың шул тиклем ябай, кешелекле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, уның кеүектәр һирәк тыуалыр, тип өҫтәп тә ҡуя. Кусимов өсөн иң мөһиме — һалдаттарының яу алдынан ял итеүе, аттарҙың яҡшы ашатылған булыуы. Ә үҙе төндәр буйы йоҡламай, дошманды нисек тар-мар итеү юлдарын эҙләй. Саҡ ҡына ял минуты булғанда, Сарбаев ҡулына ҡурайын алып, һалдаттарҙы бейетер булған. Башҡорт ҡурайы, башҡорт моңо күпме һалдатҡа еңеүгә көс һәм дәрт биргән, яҡындарының һәм балаларының һағыныу сәләмен еткергән, дошманға ҡарата нәфрәт уятҡан. Бына кемдәрҙән бөгөн яу яланындағы дөрөҫлөктө һорашып, һуғыш тарихын яҙырға кәрәк. Ә бит улар мәңгелек түгел...
Бөгөн Ғәйзулла Ғәбитов ейәне Рәфис менән килене янында Асҡар ауылында йәшәй. Әбйәлил район хакимиәте биргән сертификатҡа алынған барлыҡ уңайлыҡтары булған йортта ғүмер кисерә. Ейәненә ярҙамлашып, хатта утынын да ярып ҡуя, ҡош-ҡорт тәрбиәләшә.
— Ергә баҫып, аҙ-маҙ ҡыбырламаһам, тәнемдә ауырлыҡ тоям, — ти Ғәйзулла олатай. — Шуға күрә һәр иртән зарядка өсөн бер аҙ утын ярып алам, тауыҡтарыма ем һалып, саф һауала йөрөйөм. Днепрҙың боҙло һыуын кисеп үткән саҡтар эҙемтәһеҙ булманы, аяҡтар һыҙлай. Инсульт кисергәндән һуң сәләмәтлегем ҡаҡшаны, әммә киленемдең ярҙамы менән һәр таңды йылмайып ҡаршылайым.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II һәм III дәрәжә Дан ордендары, “Берлинды алған өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн” һәм башҡа бихисап миҙалдарға лайыҡ булған һуғыш ветераны Ғәйзулла Ғәбитов уларҙың барыһын да ҡәҙерләп һаҡлай. Сөнки һәр береһе — уның өсөн оло тарих, яуҙаштары рухы, яу ҡырында һәләк булған меңдәрсә ҡорбандың ҡаны, уларҙы күпме йылдар көткән яҡындарының күҙ йәше...
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә