Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тигеҙлеккә, ихтирамға ҡоролһон
Быуындар бәйләнеше, атайҙар һәм балалар мөнәсәбәте тураһында элек-электән күп һөйләнелә, бәхәстәр ҡорола. Был мәсьәлә ғүмер буйына бер килеш ҡала алмай, йылдар дауамында ул төрлө үҙгәрештәргә дусар була. Бәләкәй бала өсөн атай менән әсәй – тормошта иң мөһиме. Бигерәк тә әсәй, ул – ҡояш та, йыһан да, бөтөн донъя ла. Ҙурая бара кескәй кешенең донъяға үҙ ҡарашы, күңеленә ятҡан шөғөлдәре барлыҡҡа килә, ул иреккә, үҙаллылыҡҡа ынтыла. Был – ҡотолғоһоҙ күренеш, сөнки тәбиғәт ҡанундары шулай.

«Мин килен булып төшкәндә ҡайным менән ҡәйнәмә ҡырҡ биш йәш тә тулмағайны. Икеһе лә һау-сәләмәт, емертеп донъя көтөр саҡтары. Кейәүгә сыҡмаған бикәс, өйләнмәгән ҡәйнеш булыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең бергә йәшәүебеҙҙе теләне. Байтаҡ ваҡыттан һуң башҡаланырға булғас, ҡәйнәм ҡырҡа ҡаршы төштө, әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Шулай ҙа район үҙәгенә күсеп, йорт һалып индек, тырышып эшләнек, балалар үҫтерҙек. Бикәсем кейәүгә сығып, тыуған йортонан китте.
Төпсөк бала – ҡәйнешем – өйләнгәс, башланды ла инде мәхшәр. Туйҙан алда уҡ ҡәйнәм үҙ сәйәсәтен ҡайырҙы: бер ҡайҙа ла китмәйһегеҙ, бергә йәшәйһегеҙ, һеҙ беҙҙе көтөргә тейешһегеҙ... Әммә йәштәр ҡалала төпләнергә ҡарар итте. Йәш кенә килендәшем ниндәй генә ҡарғауҙарға дусар булманы! Шул ыңғайы туҡмаҡтың бер башы беҙгә лә төштө. Ул хәлдәрҙән һуң егерме биш йыл үтте, ҡайным гүр эйәһе булып ҡалды. Хәҙер үҙебеҙ – олатай-өләсәй. Тик ҡәйнәм һаман талауҙан туҡтамай. “Игелекһеҙҙәр, мине ҡарамайһығыҙ, ҡартайғас, кәрәгем юҡ”, – тип һуҡрана. Шул холҡо менән тамам биҙҙерҙе. Аҙна һайын тигәндәй барып ярҙам итәбеҙ, ҡушҡан йомошон үтәйбеҙ, һорағанын алып бирәбеҙ. Тик ниңәлер балаларының үҙаллы йәшәүен ҡабул итә алмай”.
Эйе, ҡайһы бер ата-әсә балаларының буй еткереп, башҡаланыуын ауыр кисерә. Һөҙөмтәлә быуындар араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Психологтар бының бер нисә сәбәбен билдәләй.
1. “Мин балама башҡа кәрәкмәйем”. Ошондай уй арҡаһында ололарҙың күңелен бушлыҡ биләп алыуы, уларҙың бөтөн донъяға һәм балаһына үпкә тотоуы ихтимал. Бындай кире уй-хистән ҡотолоуҙың иң яҡшы ысулы – күңелеңә ятҡан, шатлыҡ килтергән шөғөл табыу. Балаларығыҙ бәләкәй саҡта, үҙегеҙгә ваҡыт ҡалмағанда нимә тураһында хыялланғанығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Бәлки, шул эштәргә тотонор мәл еткәндер? Ир менән ҡатын был осорҙа бер-береһенә иғтибарҙы күберәк бүлә ала, ошоғаса һирәк аралашҡан туғандар, дуҫ-иштәр менән дә бәйләнештәрҙе нығытырға була. Балдан татлы ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ ҙә һеҙҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж.
2. “Минең хаталарҙы ҡабатлап ҡуймаһын”. Ата-әсә ғүмер буйы балаһын төрлө хаталарҙан, бәлә-ҡазанан араларға тырыша. Был – ғәҙәти күренеш. Ҡайһы берәүҙәр тормошҡа ашмаған хыялдарының балаларында үтәлеүен теләй. Тик барыһы ла беҙ уйлағанса ғына бармай шул. Һәр кемдең донъяға үҙ ҡарашы, үҙ фекере. Теләк-маҡсаттарҙың тура килмәүе үҙ-ара мөнәсәбәтте ҡаҡшата, өлкәндәр буйһондороусы сифатында ҡабул ителә башлай.
Был осраҡта ни эшләргә? Иң тәүҙә баланың үҙенсә йәшәргә хоҡуғы барлығын аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк. Бының бер ҡурҡынысы ла юҡ. Өлкәндәр, тормош тәжрибәһенән сығып, аҡыллы кәңәш, фәһемле фекер әйтә ала. Ә балаларҙың ата-әсә һүҙенә ҡолаҡ һалыуы, уларҙың күңелен ҡыймауы мөһим. Тик ахыр сиктә тормошона ҡағылышлы ҡарарҙы кеше үҙе ҡабул итергә тейеш. Бер фильм героиняһы әйткәнсә: “Ҡыҙым, минең хаталарҙы ҡабатлама, һинең үҙ хаталарың булырға тейеш”.
3. “Балама һөйөү һәм иғтибар биреп еткермәнем”. Ысынлап та булған йә иһә уйлап сығарылған ғәйеп тойғоһо кисергән ата-әсә, хатаһын төҙәтәм тип, балаһының тормошонда өлгөрлөк күрһәтә башлай. Был тойғонан ҡотолоу өсөн ҡайһы берҙә асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҙә етә. Бер-берегеҙ менән аңлашҡандан һуң, үткәндәргә ишекте ябып, был һорауға ҡабат әйләнеп ҡайтмаҫҡа тырышығыҙ.
“Тормошта ата-әсә һәм бала араһында аңлашылмау­санлыҡ тыуыуы бик ихтимал. Бындай мөнәсәбәттәрҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә кәрәк. Быуындар араһындағы бәйләнеш тигеҙлеккә, бер-береңдең шәхесен хөрмәт итеүгә һәм кәрәк саҡта ярҙамға килергә әҙерлеккә ҡоролорға тейеш”, – ти билдәле психолог Вирджиния Сатир.
Күҙ ҡараһылай күреп үҫтергән балаһының ҙур тормошҡа аяҡ баҫыуын ауыр кисергән, бының менән килешә алмаған ата-әсәгә тағы бер ҡатындың һөйләгәндәрен миҫал итеп килтергем килә.
“Яратҡан кешемә кейәүгә сығып, һау-сәләмәт, алмалай матур өс бала таптым. Ирем менән уларҙы кеше араһында кәм-хур итмәй үҫтерҙек. Теләгәндәре алдарында булды. Яҡшы уҡыһындар, белем алһындар тип, артыҡ өй эштәренә лә ҡушманыҡ. Ҡағылмай-һуғылмай, иркәләнеп буй еткергән балаларыбыҙ тормошҡа яраҡһыҙ булып сыҡты. Бер-бер артлы үҙ донъяһын ҡорһалар ҙа, һаман беҙҙең ярҙамһыҙ йәшәй алмайҙар. Ҡыҙыбыҙға ипотекаға фатир алып бирҙек, ай һайын уныһын түләргә кәрәк. Эшкә төшөп, түләүҙе еңеләйтһен өсөн ейәнебеҙҙе көтөргә алдыҡ. Ике улыбыҙға өй һалып, бурысҡа баттыҡ, улар ҙа баш баҫып бер урында ғына эшләмәй. Үҙ шөғөлөн дә асып ҡаранылар, ҡырҙа ла йөрөп ҡайттылар, тик аҡсаларын ғына күргән юҡ. Хаҡлы ялға сыҡһам да эшләйем, сөнки ипотеканы түләргә, бурыстарҙы ҡайтарырға кәрәк. “Әсәй, шуныңса ғына биреп тор инде”, – тип аҡса кәрәккән һайын йүгерә лә киләләр. Кешеләрҙең айырым донъя көткән, ата-әсәһенә ярҙам иткән балаларына ҡарап, бәләкәстән үҙаллылыҡ, булдыҡлылыҡ кеүек сифаттарҙы ла үҫтерергә кәрәк булғанын аңлайым”.
Үрҙә яҙғандар – миҙалдың икенсе яғы: ҡайһы берәүҙәрҙе балаһының үҙаллы тормош көтә башлауы күңел төшөнкөлөгөнә этһә, икенселәр был мәлде көтөп ала алмай. Ғөмүмән, нисә йәштә генә булһа ла, ата-әсә өсөн бала һәр саҡ сабый булып ҡала. Шулай ҙа уның инде бәләкәй түгеллеген аңларға, шәхси тормошҡа хоҡуғын ихтирам итергә кәрәк. Балалар иһә ата-әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, олоғайған көндәрендә терәк-таяныс булырға тейеш.

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872