Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә “сүп-сар реформаһы”н башларға бурыслы. “Төбәк операторҙары” тип аталған, әлегә беҙ тулыһынса аңлап та бөтмәгән яңы ойошмалар барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостанды, мәҫәлән, улар дүрт зонаға бүлеп хеҙмәтләндерәсәк һәм һәр операторҙың тағы бер нисәшәр идаралығы буласаҡ. Яңыраҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уларҙы конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙы тамамланы. “Сүп өсөн дә
түләргәме ни?”– Ниңә сүпте юл буйына ташлайһығыҙ, уның өсөн контейнер бар бит! – тип өндәшәм сүп-сар һалынған тоҡсайын ҡойма янына ырғытып киткән ҡатынға. Етмәһә, ошондай бер нисә тулы тоҡсай ятҡан урындан өҫтәрәк кенә ҡоймаға “Сүп ташлау тыйыла! Штраф – 5 000 һум” тип яҙылған! Килгән йүнәлешенә ҡарағанда, ул “Ял” кафеһы” туҡталышындағы баҡсанан сыҡты буғай. Ҡатын китеп барышлай ҡул ғына һелтәне: “Саҡыр, ана, полицияны! Контейнерға һалыр өсөн түләргә кәрәк, шуның өсөн дә аҡса әрәм итеп торам тағы!” Күрәһең, әлеге лә баяғы, бөтәһе лә мәҙәни кимәлебеҙгә барып тоташа. Көн һайын хасил булған был сүп өйөмдәрен ташыу өсөн урындағы муниципаль власть махсус машина яллай, ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарын йыһазландыра, эш хаҡы түләй, яғыулыҡ тотона... Ә быларҙың бөтәһенә лә аҡса кәрәк бит. Сығымдарға һылтанып, әйтәйек, сүп-сарҙы хатта баҡсасылар ширҡәтенән дә алып китмәй башлаһалар, нимә булырын күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ... Уларҙың йыйылыуы, һаҫып ятыуы бер хәл, был кеше һаулығына ла зыян килтерә, йоғошло сирҙәр таралыуға, баҡсаларға ябырылған бөжәктәрҙең иҫ киткес ҙур тиҙлектә үрсеүенә лә сәбәпсе була.
Баҡса тигәндәй, Өфөнөң Калинин районындағы Тимашево ширҡәтендә бер эколог баҡсасыларҙы сүпте махсус майҙансыҡҡа йыйып барыуға күндереүҙең бик ауыр эш булыуы тураһында зарланғайны. Ә бит ул саҡта ошо ширҡәттә йылына бер тапҡыр түләнгән иғәнә лә бик аҙ ине, уныһы ла сүп өсөн түгел, ә барлыҡ сығымдар өсөн дөйөм алына. Баҡсасыларҙың нигеҙҙә оло йәштәгеләрҙән тороуы сәбәпсеме икән быға? Ауыр замандарҙы күреп үҫкән әбей-бабайҙар өсөн хәҙерге сүп мәсьәләһе “сүп” тә түгелдер, бәлки? Ә бит баҡсаларҙа ҡалдыҡтарҙы тейешенсә йыйыу һәм ташыу әле лә тулыһынса яйға һалынған тип әйтеп булмай, ауыл йәки ҡалаларға ҡарағанда, ул мәшәҡәтлерәк.
Ләкин тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы һис тә ваҡ мәсьәлә түгел. Хатта ҡәтғиерәк тә әйтергә мөмкин: тейешле саралар күрмәгәндә, был ҡот осҡос эҙемтәләргә алып килеүе мөмкин. Бер саҡ Учалы районында аптырауға ҡалғайным: “Саңғалыҡ” диорит карьерында ҡырсынташ онтаусы ҡоролмалар арҡаһында предприятиеның бөтә майҙаны саңға күмелгән. Саң баҫып өлгөрмәгән стена йәки техника ҡара, ҡалғаны аҡ төҫтә. Әйтерһең дә, аҡлы-ҡаралы донъяға килеп эләккәнмен. Фәҡәт Мансур ауылы яғындағы йәшел урманлы тауҙарға ҡараһаң ғына күҙҙәрҙең алдамауына инанаһың. Транспортер таҫмалары онталған ҡырсынташты тимер юл составына тейәй. Ундай эш барышын күргән бар, ә бына ҙур тоҡтарға оҡшағандары нимә икән һуң, әллә ҡойманы шулай эшләйҙәрме бында...
– Нимә улар? – тип төпсөнәм шундағы бер эшсенән.
– Ҙур йөк ташыусы автомашиналарҙың покрышкалары өйөп ҡуйылған.
– Ап-аҡ покрышкалар ҙа буламы ни?
– Туҙан баҫҡанға шулай.
Бүтән ундай бер ҡатлы һорауҙар бирмәҫкә булдым. Хәйер, күргәнем дә баштан ашҡан: карьерҙа саң тотоусы фильтрҙарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәмәүҙәренең асыҡланыуы, саң йотоп йөрөүҙең кеше организмына мотлаҡ зыянлы булыуы, хатта мал да саң ҡунған үләнде ашай алмай интегеүе тураһында был предприятиеға килмәҫ борон уҡ һөйләгәйнеләр. Һуңғы йылдарҙа хәл айырыуса ҡырҡыуланған икән, ни тиһәң дә, саңды баҫып торорлоҡ яуым-төшөм аҙ булды бит, ҡыш та ҡар йоҡа ятты. Емеш-еләк ағастарын, йәшелсәне лә таш туҙаны баҫа икән. Иртән эшкә барырға сыҡҡанда, күтәрмәгә баҫып булмай – ҡалын һоро саң ҡатламы ҡуна, тип зарлана ауыл кешеләре.
Туҡтатһаң,
табыш булмай...Икенсе яҡтан ҡарағанда, был предприятиены бөтөнләйгә ябып ҡуйыу урындағы халыҡты эшһеҙ ҡалдырасаҡ. Ағиҙел ҡалаһын, республикалағы ҡайһы бер урман ҡасабаларын шундай яҙмышҡа дусар итеүҙең нимәгә килтереүен бөтәбеҙ ҙә күрҙек бит. Бер саҡ Учалы район-ара прокуратураһы юллауы буйынса был карьерҙың эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатып та торғайнылар. Дөрөҫ, Юғары суд был ҡарарҙы юҡҡа сығарҙы һәм штраф һалыу менән генә сикләнде. Алты көн эшләмәй ултырыу арҡаһында “Саңғалыҡ” карьеры ул осорҙа 10 миллион һумға яҡын иҡтисади зыян күргән, эшселәр айлыҡ хеҙмәт хаҡының өстән ике өлөшөн генә алған (ҡануниәт буйынса шулай). Тағы ла бер нәмәне инҡар итеп булмай: “Саңғалыҡ”тың урындағы бюджетҡа һалым күсереп тороуы һөҙөмтәһендә Мансур ауылы – үҙ-үҙен аҫрай алған бик һирәк биләмәләрҙең береһе.
Тимәк, һаулыҡҡа һәм тәбиғәткә ҙур зыян килтереп булһа ла аҡса эшләргәме? Ғаиләне аҫрарға кәрәк... Әллә бүтән юлдары бармы? Бер нисә йыл элек Дәүләкән районындағы Асылыкүл буйында ла урындағы хакимиәт вәкиленә ошондайыраҡ бер ҡатлы һорау биргәнем иҫтә: “Ә ни өсөн Буранғол яғындағы ҡамышлы ер тапалып бөткән? Шунда ла мал йөрөтәләрме икән ни?” “Дөрөҫөрәге, ике аяҡлы мал ... Ял көндәре туристар палатка ҡороп ятҡанға шулай тапалған”, – тип күңелһеҙ генә көлөмһөрәне белгес. “Бәй, унда яйһыҙыраҡ түгелме ни?.. Ниңә үләнле яр буйында ятмайҙар икән?” “Шәмбе, йәкшәмбе көндәре иртәрәк килмәһәң, үләнле яр буйында урын ҡалмай”.
Ярай, Мансурҙағы диорит карьерын ябып, унан тороп ҡалған биләмәлә рекультивация үткәрергә, үлән сәсергә йәки ағастар ултыртырға була икән, ти. Ә ҡороған күлде нисек ҡабат тергеҙергә? Ошо төбәктәге Берҡаҙан һаҙлығын, мәҫәлән, нисәмә йыл инде аяҡҡа баҫтырырға тырышалар, тик элекке тәбиғи хәленә ҡайтара алыуҙары икеле. Әле унда, башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларындағы кеүек үк, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында тәбиғи парк һәм ял урындарын булдырыу, яр буйын тәртиптә тотоу өсөн ҙур эш алып барыла. Әммә оҙонлоғо ете һәм киңлеге биш километрға һуҙылған күл буйын йыһазландырыу өсөн генә түгел, таҙалыҡты күҙәтеү өсөн дә байтаҡ сығым кәрәк, бындай урындарҙа хеҙмәт хаҡы ла әллә ни ҡыҙыҡтырырлыҡ түгел. Төп өмөт тәбиғәтте яратҡан энтузиастарға ҡайтып ҡала.
Ҡаланан ҡалдыҡ ҡала...Шулай ҙа төп сүп-сарҙы баҡсасылар һәм күл буйында ял итеүселәр түгел, ә ҙур ҡалалар “етештерә”. Рәсәйҙәге мегаполистарҙа, “Таҙа ил” ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәр кешегә йылына 400-500 килограмм көнкүреш ҡалдыҡтары тура килә. Төбәк операторҙары ярҙамында булдырыласаҡ яңы система 2030 йылға саҡлы ҡалдыҡтарҙың кеше һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон мөмкин тиклем кәметеү, ә сүпте эшкәртеүҙән күберәк икенсел ресурстар алыу бурысын ҡуя. Маҡсатлы күрһәткестәр ҙә аныҡ: бөтә сүп-сарҙың 14 проценты ғына ергә күмелергә, ҡалғаны эшкәртелергә тейешле.
Ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу, сортҡа айырыу, эшкәртеү йәки күмеү менән дүрт төбәк операторы шөғөлләнәсәк. Республиканың үҙәк өлөшөн – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” тип аталған муниципаль унитар предприятие, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙы – “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, төньяҡ-көнбайыш төбәкте – “Дүртөйлөмелиоводстрой” йәмғиәте, көнбайыш райондарҙы “Экология-Т” йәмғиәте хәстәрләйәсәк. Улар, үҙ сиратында, айырым ойошмаларға бүленә. Мәҫәлән, “Эко-Сити” Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Белорет, Сибай идаралыҡтарынан тора. Әлеге мәлдә операторҙар полигондар һәм сүп-сарҙы сортҡа айырыу комплекстары менән килешеү төҙөй, инвестиция һәм етештереү программаларын аныҡлай, хеҙмәтләндергән өсөн түләү мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Сүп-сар пункттарының эшен дә артабан ошо операторҙар ойоштора һәм, кәрәк булғанда, улар яңы полигондар асырға ла хоҡуҡлы.
Таҙартҡан өсөн
һәр саҡ түләйҙәр– Ҡайһы берәүҙәрҙең сүп-сар йыйған өсөн әллә күпме аҡса түләп торорға тип хафаланыуы нигеҙле түгел, – ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. – Шуға күрә беҙ әлеге мәлдәге төп бурысыбыҙҙы халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыуҙа күрәбеҙ. Һәр муниципалитетҡа беҙ граждандар менән йыйын үткәрергә, сүп йыйыу урындарын билдәләргә, уны аҙнаһына нисә тапҡыр ташыуҙы асыҡларға, ҡалдыҡты баштан уҡ сорттарға бүлеп йыйыуҙың өҫтөнлөгөн аңлатырға тәҡдим итәбеҙ.
Сүпте айырып йыйыу халыҡ өсөн дә иҡтисади яҡтан отошлораҡ, тип раҫлай белгестәр. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы һәм уның тирәһендәге 14 район ингән 1-се хеҙмәтләндереү зонаһы икенсел сеймал ҡабул итеү пункттары ойоштороуҙы планлаштыра: һәр ауыл йәки ҡасабала халыҡтан ҡағыҙ, ҡатырға, пластик, металл, быяла аласаҡтар. Был осраҡта сүп-сар йыйған өсөн түләүҙең бер өлөшөн кире ҡайтарыу мөмкинлеге тыуа.
Сүп йыйған һәм алып киткән өсөн ҡала халҡы ла, бәләкәй ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә түләргә тейеш буласаҡ. Коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләү квитанцияларында сүп өсөн айырым хаҡ 2019 йылдың 1 ғинуарынан күрһәтелә башлаясаҡ. Әйткәндәй, тариф әле аҙағынаса аныҡланмаған, сумманы республиканың Тариф буйынса дәүләт комитеты сентябрҙә раҫлаясаҡ, тип көтәләр. Шуныһын да онотмайыҡ: Рәсәйҙең Торлаҡ кодексының 153-сө статьяһының 1-се пунктына ярашлы, граждандар һәм ойошмалар коммуналь хеҙмәт өсөн тулыһынса һәм ваҡытында түләргә бурыслы. Бында “Сүп-сар ташыған ойошма менән минең арала килешеү юҡ” тигән һылтау ярҙам итмәйәсәк, сөнки судтар бындай саҡта, ғәҙәттә, коммуналь хеҙмәткәрҙәр яғына баҫа: хеҙмәт ғәмәлдә күрһәтелгән, һәм уның өсөн түләргә тейештәр. Мәҫәлән, ҡалала күп ҡатлы йортта йәшәгән кеше, сүп үткәргескә биҙрә менән фатирынан сүп-сар сығарып һаламы-юҡмы, уның өсөн мотлаҡ ваҡытында һәм тулы күләмдә түләргә тейеш. Ауыл халҡына ла коммуналь хеҙмәтләндереүҙән файҙаланырға һәм түләргә тура киләсәк.
– Әлбиттә, берәүҙе лә сүпте айырып йыйырға мәжбүр итеп булмай, – ти “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарған Радик Ханданов. – Бының өсөн тәүҙә шарттар тыуҙырырға, инфраструктура булдырырға кәрәк. Был осраҡта айырылған ҡалдыҡты ҡайҙа илтеү мәсьәләһе тормай. Продукцияны алырға сират теҙелгән, тиһәң дә була. Айырып йыйылған сүпте эшкәртергә күп шәхси компаниялар теләк белдерә. Өфөлә пластик, ҡағыҙ, быяла һәм батареяларҙы айырым контейнерҙарға йыйыу буйынса күпмелер тәжрибә тупланған да инде. Артабанғы маҡсат: Өфөлә сүпте сортҡа айырған һәм эшкәрткән экотехнопарк булдырыу. Фән һәм техниканы йәлеп иткәндә, сүп-сар бүлеп сығарған йылылыҡты ҡала өсөн сәсеү үҫентеләре етештереүҙә файҙаланырға мөмкин, ә пластиктан балалар өсөн майҙансыҡ, бордюр эшләргә, парктарҙы биҙәргә була.
Был эш йүнәлешендә тағы бер мөһим мәсьәлә бар: рөхсәт ителмәгән урындарҙағы сүп-сар өйөмдәрен юҡҡа сығарыу. Мәҡәләнең башында әйтелгәнсә, беҙҙең халыҡ сүпте ҡайҙа үҙенә уңайлы, шунда ташлап өйрәнгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бындай сүп ташлау урындары 2500 тирәһе. Әле уларҙы “инвентарлаштырыу”, йәғни иҫәпкә алыу һәм ҡайҙа, нисек ташыу сараларын билдәләү бара. Уларҙы таҙартып бөткәс тә тағы шундай ташландыҡ урындар барлыҡҡа килә икән, бының өсөн әлеге төбәк операторҙары яуап бирәсәк.
Тирә-яҡ мөхитте мөмкин тиклем бысратмау, тәбиғәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлау зарурлығы кешене элек-электән борсоған. Улар әҙәби әҫәрҙәрҙә лә сағылыш таба. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман”, Антон Чеховтың “Ваня ағай”, Леонид Леоновтың “Урыҫ урманы”, Валентин Распутиндың “Матёра менән бәхилләшеү”, Сергей Залыгиндың “Экологик роман” һәм башҡа күп китаптар быға миҫал була ала. Был әҙиптәр яҡын киләсәктә нефть, газ сығарыу, урмандарҙы көнө-төнө ҡырыуҙың ниндәй масштабта барасағын күҙ алдына килтермәгәндер ҙә әле. Табыш артынан ҡыуыу, нәфсене ауыҙлыҡлай алмау, ә тәбиғи ресурстарҙың сикләнгәнлеге ниндәй яҙмыштарға дусар итер Ер шарын? Шул уҡ хәҡиҡәтте тәҡрарларға тура килә: барыһы ла үҙебеҙҙән тора.