Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Улар барыһына ла лайыҡ
Илебеҙ ҡаһармандары дәһшәтле яуҙа Еңеү яулағандан һуң еребеҙгә 67-се яҙ килде, сәскәле май тыуҙы. Тарихҡа ҡанлы юлдар менән яҙылған Еңеү көнөн йәнә билдәләйбеҙ, йәнә байрам итәбеҙ. Байрам тиaеү, бәлки, дөрөҫ үк тә түгелдер. Алыҫта ҡалған ауыр хәтирәләрҙе яңыртыу, яу яланында ятып ҡалған яҡындарҙы юҡһыныу, уңалмаған яраларҙы яңыртыу — быларҙың береһе лә 9 Май көнөндә урап үтмәй. Бөгөн дәһшәтле һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан, арабыҙҙа йәшәгән ветерандарға һәм тыл эшсәндәренә оло хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ, тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Тереләренә ҡәҙер күрһәтһәк, донъя ҡуйғандары инде уға мохтаж түгел, уларға бары яҡты хәтер кәрәк. Үтә ауыр йылдарҙы һынмай һәм һынатмай үткән ветерандарҙы оло һәм йылы хәстәрлек менән солғап алыу — һәр ҡайһыбыҙҙың мөҡәддәс бурысы.
Башҡортостанда, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 72 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Үкенескә ҡаршы, уларҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Үткән бер йыл эсендә генә лә байтағы менән мәңгелеккә хушлаштыҡ. Күңелде йыуатҡаны шул: һуңғы йылдарҙа ветерандарыбыҙға матди ярҙам көсәйтелә. Мәҫәлән, республикала “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закон буйынса, 2576 һуғыш инвалидына, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан — 4774, хәрәкәт иткән армия составына инмәгән частарҙа хәрби хеҙмәтен үткән — 1047 һәм “Блокадалағы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе булған 22 ветеранға социаль ярҙам ҡаралған.
Ә төбәк ҡарамағындағы 63534 ветеранға матди ярҙам Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Законға ярашлы күрһәтелә. Улар —1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем (алты айҙан да кәм түгел) тылда эшләгән һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден һәм миҙалдары менән наградланған абруйлы граждандар (тыл хеҙмәтсәндәре).
Хөкүмәтебеҙҙең һуңғы осорҙа ветерандарҙы социаль яҡлау буйынса әүҙемлек күрһәтеүен пенсиялар күләмен арттырыуҙа ла күрергә мөмкин. Был йәһәттән еңеүсе өлкән быуындан ҡәнәғәтлек һүҙҙәре генә ишетәбеҙ. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары пенсияһының уртаса күләме — 24 мең һум, ә һуғышта ҡатнашҡан һәм инвалидлыҡ группаһы булғандарыныҡы — 23,7 мең һум, һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарыныҡы — 17,2 мең һум. Ике, йәғни хеҙмәт һәм дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусыларҙың айлыҡ килеме — 37 мең һумға, ә инвалидтарыныҡы 15,3 мең һумдан алып 36 мең һумға етә, һәләк булған хәрбиҙәрҙең тол ҡатындарыныҡы — 15,5 меңдән алып 23,3 мең һумға тиклем.
Федераль үҙәк ҡарамағындағы ветерандар өсөн айлыҡ аҡсалата түләү (инвалидтарға, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, инвалид булғандарға) — 3834 һум, ә һуғышта ҡатнашыусыларҙыҡы 2875 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, һуғышта ҡатнашҡандарға, инвалидтарға һәм бәлиғ булмаған килеш тотҡонда булғандарға ай һайын 1 мең һум күләмендә өҫтәмә матди ярҙам күрһәтелә. Ә һәләк булған хәрбиҙәрҙең тол ҡатындарына, “Блокадалағы Ленинградта йәшәүсе” билдәһен йөрөтөүселәргә, тотҡонда булғандарға ай һайын 500 һум аҡса ҡаралған. Башҡортостанда ошо өҫтәмәне 14285 ветеран ала.
Һуңғы йыл ярым эсендә 4 меңдән ашыу һуғыш ветераны һәм яу яланында ятып ҡалғандарҙың тол ҡатындары сертификат буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теге йәки был сәбәп менән әлегәсә ошо ярҙамдан файҙалана алмағандары ла бар. Ҡайһы бер урындарҙа һәр осраҡты аныҡ ҡарамауҙары һәм аңларға тырышмауҙары насар шарттарҙа көн күргән ветерандарҙа ғәҙел ризаһыҙлыҡ та тыуҙыра. Шунлыҡтан улар республика Президентына һәм Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Ә ундай хәлдәр, килешәйек, ошо мәсьәләне көйләргә тейешле бер вазифалы кешене лә биҙәмәй.
Республикала Хөкүмәт кимәлендә “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” ойошторолдо. Ошо программаны тормошҡа ашырыуға 2011 — 2013 йылдарҙа төбәгебеҙ ҡаҙнаһынан 20 миллион һум самаһы аҡса бүлеү ҡаралған.
Социаль яҡлау буйынса тағы ла бер яңылыҡ — ветерандар ергә һалымдан азат ителә.
Әлбиттә, еңгән илдең оло быуын вәкилдәре тағы ла ҙурыраҡ хәстәрлеккә лайыҡлы. Шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме — һәр мәсьәләлә, һәр урында аңлау һәм яҡлау табыу, ихтирам күреү.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә