Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сынтимер ағайҙың һөйөнөсө
Сынтимер ағайҙың һөйөнөсө— Өс ҡыҙым да юғары белем алды, хәҙер барыһы ла хаҡлы ялда. Үткән ғүмер — аҡҡан һыу, тигәндәй, инде ейәндәрем институт тамамлап эшләп йөрөй. 86 йәшкә етеп, өр-яңы донъя ҡороп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәп ятырмын тип кем уйлаған?
Ҡарағай еҫе аңҡып торған өр-яңы ҡупшы йорттоң хужаһы Сынтимер Әхмәтйән улы Янбаев менән яҙҙың йылы йәмле бер көнөндә, баҡсаларҙа гөрләп эш башланған, Еңеү байрамына аҙ ғына ваҡыт ҡалған мәлдә осрашырға яҙҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранынан бөтөн уңайлыҡтары булған, шау-шыуҙан ситтә төҙөлгән йортон күҙ уңынан үткәреп, яңы урында нисек ҡышлауҙарын һорашабыҙ. “Йылы булды, рәхмәт, өшөмәнек. Пенсиям да мул, кәрәкле йорт йыһаздарын етештерҙек тә инде. Олоғайған көндө Хөкүмәт тарафынан шундай ҙур ярҙам күрһәтерҙәренә ышанып та етмәгәйнек. Эй, ҡуй инде, бик күптәр ярҙам түгел, тыуған яғына иҫән-һау ҡайтыуҙан да мәхрүм ҡалды бит. 27 миллион һуғыш ҡорбаны... Уйлап ҡараһаң, сәстәрең үрә торорлоҡ. Һәләк булғандарҙың ғаиләһе күпме ыҙа күреп йәшәне, йәшләй генә тол ҡалған ҡатындарҙың яҙмышы ниндәй аяныслы. Башҡаса кейәүгә сығып, тормош ҡормағандары бихисап. Күпме етем-еһер...” — тип көрһөнә ағайыбыҙ.
Өлкән йәштәге яугирҙең асыҡ зиһене менән яҡшы хәтеренә һоҡланырлыҡ.
— Әллә күпме хәрби наградалары булыуына ҡарамаҫтан, бик баҫалҡы, тыныс холоҡло кеше ул Сынтимер ағай. Мин I группа инвалиды, тип зарланманы, хатта кәрәк сағында ла ярҙам һорауҙы килештермәне. Гел генә яҡындары һуғышта һәләк булған ғаиләләрҙе, апайҙарҙы, етемдәрҙе йәлләп йөрәге әрнене, — тип һөйләй Стәрлебаш районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Александр Ермилов. — Йорто иҫкереп, ҡатыны вафат булғас та, әрһеҙләшмәне, сабыр ғына Ҡаранайҙа йәшәүен белде. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү, сертификат тапшырыу башланғас та, ул уңайлы фатир алыуға ниәтен, мохтажлығын белдереп, ҡыбырҙап та ҡараманы. Шундай ғәжәп сабыр, күркәм холоҡло ағайыбыҙ бар беҙҙең.
Хакимиәт башлығы урынбаҫарының ағайға башҡортсалап һүҙ ҡушыуында ла күңел йылыһы, һуғыш ветеранына тәрән хөрмәт, иғтибар ярылып ята. Башҡортостан ерендә оҙаҡ йылдар төрлө милләт халҡы менән аралашып йәшәгән етәксенең күп телдә “һупалауына” стәрлебаштар күптән инде күнегеп, уны “үҙ кеше” иткән. Яҡташтарының нисек йәшәүен, нимәгә мохтажлығын хәтерендә тотоуҙан тыш, һәр береһенең һуғыш юлын, хәрби наградаларын биш бармағылай белә Александр Иванович. “Сынтимер ағай үҙенең һуғышта күрһәткән ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге, хәрби наградалары тураһында һеҙгә өндәшмәҫен белеп торам: “Ике Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары кавалерының тормош юлы йәш стәрлебаштар өсөн бик фәһемле”, — ти ул.
— Туғыҙ йыл хәрби хеҙмәттә булдым, — тип һүҙгә ҡушыла Сынтимер ағай. — Ҡаҙағстан, Латвия, Литва, Эстония, Польша, Германия, Венгрия ерҙәрен буйланым, аҙаҡ Рязань өлкәһендә десантсылар ғәскәрендә күнекмәләр үттем. Миңә маршал Конев командалыҡ иткән I Украина фронтында фашистарға ҡаршы һуғышырға тура килде. Көтөп алған Еңеү көнөн Чехословакияла ҡаршыланым.
Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, кем генә булып эшләмәнем! Стәрлебашта май заводында — инспектор, өс айлыҡ курста уҡығас — сельпо рәйесе, ҡарауыл начальнигы... Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятманым — халыҡтан һөт йыйҙым.
Һуғыштан ауылға ун ике егет иҫән-һау ҡайтып ингәйнек. Их, бер ултырып һөйләшергә, шатлығым менән уртаҡлашырға ине лә, тик хәҙер береһе лә яҡты донъяла юҡ — шуныһы үкенесле.
Беҙҙең районда һуғыш ветерандарын онотмайҙар. Торлаҡ сертификаты алырға ла район хакимиәте етәкселәре үҙҙәре күндерҙе, йорт тирәһен ҡоймаланылар, ерҙе лә һөрөп бирмәкселәр, — ти ветеран ҡәнәғәтлек менән.
Һуңғы осорҙа районда һуғыш ветерандарына 43 торлаҡ сертификаты тапшырылһа ла, яңы фатирҙарҙа күбеһенсә яугирҙәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йәшәүен ишетеп, күңел ҡырыла төштө. Ҡарттарҙы, бәлки, иҫке өйҙәрҙә үткән тормош хәтирәләре, ғүмер һабаҡтары тота, һағышландыра торғандыр. Бәлки, ғүмер буйы сәскән-урғанды уландарға биреү бурысы, икһеҙ-сикһеҙ атай мөхәббәте лә бығаса күнегелмәгән уңайлы шарттарға күсеүҙән баш тартырға мәжбүр итәлер. Һәр хәлдә Еңеү байрамын “үҙенеке” итеп иҫәпләргә лайыҡ ветерандарыбыҙҙың ил Хөкүмәте тарафынан күрһәтелгән оло ярҙамдан һәм ихтирамдан, Сынтимер ағай кеүек, һөйөнөп файҙаланыуҙарын күрергә ине.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Стәрлебаш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә