Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Беҙҙең редакцияға төрлө һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Улар араһында әсәлекте яҡлау, хеҙмәт хоҡуҡтарын аныҡлау, инвалидтарҙың көнкүрешен хәстәрләүгә бәйле көнүҙәк проблемалар күп. Бөгөн шуларҙың бер нисәһенә яуап бирергә булдыҡ, бының өсөн белгестәргә мөрәжәғәт иттек. Һорауҙарға Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе вәкиле Раушания КӘБИРОВА яуап бирә.

***
– Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск түләүҙәрен алыу өсөн хеҙмәткәр “больничный ҡағыҙы” килтергән. Унда йөклөлөктөң иртә срогында ҡатын-ҡыҙҙар консульта­ция­һына иҫәпкә баҫыу (12 аҙнаға тиклем) тураһында билдә ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар консульта­цияһынан был хаҡта рәсми белешмә юҡ. Белешмә булмаһа ла, эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙағы билдәгә генә таянып, үрҙә телгә алынған пособие түләнә аламы?

– Йөклөлөктөң иртә срогында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә баҫыу (12 аҙнаға тиклем) өсөн пособие йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеға ҡушып түләнә. Бының өсөн мотлаҡ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан белеш­мә алыу зарур, сөнки “больничный ҡағыҙы”ндағы билдә законлы нигеҙ була алмай, ул мәғлүмәти әһәмиәткә генә эйә. Бындай белешмә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министр­лығының 2009 йылдың 23 декабрендә ҡул ҡуйылған 1012-се бойороғоноң 22-се пунктына ярашлы талап ителә.

* * *
– Хеҙмәткәргә эш көнө аҙағында “Ашығыс ярҙам” саҡырттылар һәм “больничный ҡағыҙы”н тултыр­ҙылар. Был эш көнө нисек түләнә?

– Был осраҡта хеҙмәткәргә тулы көн өсөн эш хаҡы яҙыу фарыз. Ә эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләнмәй. Ә бына киләһе көндән пособие түләнә башлаясаҡ. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 22-се статья­һына ярашлы, хеҙмәткәр “Ашығыс ярҙам” саҡырғансы, көноҙоно эшләгән икән, ул эш хаҡы алырға тейеш. Әммә бер юлы хеҙмәт хаҡы ла, пособие ла түләнмәй, сөнки пособие алынмаған эш хаҡын компенсациялау булып тора.

* * *
– Ҡыҙыма ҡолаҡ аппараты һатып алдым. Уның өсөн аҡсалата компенсация юлларға ниндәй документтар кәрәк?


1. Ғариза биреүсенең шәхесен танытыусы документ мотлаҡ (әгәр ҙә дәүләт хеҙмәтен алыу өсөн ғариза биреүсе мәнфәғәтендә уның вәкиле мөрәжәғәт итә икән, вәкилдең шәхесен танытыусы документҡа өҫтәп уның вәкәләттәрен раҫлаған документ, йәғни ышаныс ҡағыҙы кәрәк).
2. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ (14 йәшкә тиклемге балалар өсөн).
3. Реабилитациялауҙың индивидуаль йәки инвалидты (инвалид баланы) реабилитациялау програм­маһы.
4. Ғариза биреүсенең сығымда­рын иҫбатлаған ҡағыҙҙар: тауар һәм касса чектары.
Компенсацияға ғариза быға тиклем инвалид алып ҡулланған реа­билита­циялауҙың техник сараһының срогы сыҡҡан осраҡта ғына ҡабул ителә. Унан тыш, тауар һәм касса чектарының дөрөҫ итеп тултырылыуы зарур. Ул реабили­тациялау­ҙың индивидуаль програм­маһына ярашлы булырға, мәҫәлән, ҡолаҡ аппаратының ҡеүәте йәки аяҡ кейеменең аныҡ төрө күрһәтелергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә