Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаулығың – үҙеңдән
Һаулығың – үҙеңдәнҺауығыу һөҙөмтәһенең 80 проценты пациенттың үҙенән тора, ә 20-һе – табип намыҫында, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, күбебеҙ тормош ығы-зығыһына бирелеп, донъя артынан ҡыуып, һаулығына “бармаҡ аша” ҡарай, һуңғы сиккә еткәс кенә дауаханаға мөрәжәғәт итә.
Рәсәйҙә үлем осраҡтарының яртыһы тиерлек йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә бәйле. Күптәр бәләгә тарығанын аңламай ҙа ҡала. Ошо йәһәттән Учалы ҡала дауаханаһында 25 йылдан ашыу хеҙмәт иткән юғары категориялы кардиолог Динә Хәкимйәнованың мәғлүмәттәренә таянып, сирҙең билдәләре, уны иҫкәртеү саралары менән таныштырырға булдыҡ.


Инфаркт

Инфаркт кисерер алдынан күптәр һауа етмәгәнен, хәлһеҙлек тойоуын билдәләй. Был сир, ғәҙәттә, физик йә психик көсөргәнеш кисергәндән һуң барлыҡҡа килә. Ул үҙен төнгө ял ваҡытында ла һиҙҙереүе ихтимал. Тәүге билдәһе – күкрәктәге тәрән ауыртыу. Ул арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа йәки һул ҡулға бирә. Стенокардиянан яфаланғандарҙың был хәлде сираттағы өйәнәк тип ҡабул итеүе ихтимал. Ләкин миокард инфаркты кисергәндәге ауыртыу ҡатыраҡ. Ул дарыу ҡабул иткәндән һуң да бөтмәй, ә бер аҙ баҫыла ғына төшә. Миокард инфаркты – йөрәк ишемияһы сиренең иң сетерекле нөктәһе. Ҡан менән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәү һөҙөмтәһендә йөрәк мускулының күҙәнәктәре үлә. Был тотош организмға кире йоғонто яһай.

Хәүефте яҡынайтҡан сирҙәр

Ҡан тамырҙарының атеросклерозы йыш ҡына сирҙең башланғысы булып тора. Атеросклеротик төйөндәр ҡан тамырҙарын тарайта йәки боҙа. Был тромбтар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Атеросклероз 45-те үткән кешеләрҙә йышыраҡ осрай. Ирҙәр был ауырыуға ҡатындарға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк дусар була. Ә гүзәл затҡа сир менопауза ваҡытында йышыраҡ “һөжүм итә”. Артерия гипертонияһы менән йонсоғандар ҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына тиҙ бирешә. Ҡан баҫымы 140/90 күрһәткесенән артмаҫҡа һәм 110/70 сигенән түбән булмаҫҡа тейеш. Артерия гипертонияһының ҡурҡынысы – уның ҡан тамырҙары, бөйөр һәм йөрәк мускулының ҡаҡшауына килтереүендә. Шуға ла инфаркт, инсульт ауырыуҙарының күбеһенә тап гипертония сәбәп булып тора. Был сирҙе юҡҡа ғына “шым үлтереүсе” тип атамайҙар.

Тәүге ярҙам

Әгәр кеше ҡапыл күкрәк тапҡы­рында ауыртыу кисерә башлап, ул биш-ун минут эсендә бөтмәһә, арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа, һул ҡулға таралһа, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. Медицина булышлығы ни тиклем иртәрәк күрһәтелһә, организмға хәүеф шул тиклем аҙыраҡ. Телефондан тейешле һандарҙы йыйғас, ауырыуҙың башын ҡалҡытыбыраҡ һалырға, тынысландырырға тыры­шырға, саф һауа инһен өсөн тәҙрәләрҙе асырға, түш тирәһендәге төймәләрен сисергә кәрәк. Ярҙам көткән арала аспирин эсерергә, нитроглицеринды теле аҫтына ваҡлап һалырға кәңәш ителә.

Инсульт

Инсультты билдәләү өсөн ауырыуҙан төрлө күнекмә эшләтеп ҡарау зарур. Беренсенән, йылмайыуын һорарға кәрәк. Инсульт икән, сирле быны эшләй алмаясаҡ: ауыҙының бер осо аҫҡа төшкән була. Икенсенән, ябай ғына һөйләм әйттереп ҡарау. Һүҙҙәрҙе асыҡ ҡабатлай алмай икән, тимәк, инсульт осрағы. Өсөнсөнән, ике ҡулын бер юлы күтәреүен һорағыҙ. Инсульт булһа, береһен ҡалҡыта алмаясаҡ. Әгәр сирлегә ошо ҡушылғандарҙы башҡарыу ауыр икән, кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк.
Йәнә телен сығарып күрһәтеүе буйынса ла һығымта яһарға мөмкин. Әгәр ул бер яҡҡа ҡыйшайған һәм дөрөҫ формала түгел икән, был да – инсульт билдәһе. Медицина хеҙмәткәрҙәренә сирҙең билдәләрен әйтергә кәрәк. Инсульт башланған саҡта организмда әллә ни үҙгәреш һиҙелмәүе ихтимал. Әммә бер нисә минуттан мейе кәрәкле матдәләр менән тәьмин ителеүҙән туҡтап, уның күҙәнәктәре үлә башлай. Шуға юғарыла әйтелгәндәрҙе үткәреү кәрәк.
Инсульт кисергән кешенең башы әйләнә, хәрәкәт координацияһы юғала, теле көрмәлә, тән өлөштәре ойой, кәүҙәһенең бер яғын фалиж һуғыуы ла ихтимал. Күҙ алды ҡараңғыланыуы, бер әйберҙең икәү булып йәки тоноҡ күренеүе лә – инсульт билдәһе. Сир ваҡытында тромб йәки шартлаған тамыр ҡаны мейеләге ҡан әйләнешен боҙа. Кислород, глюкоза етмәүе баш күҙәнәктәренең үлеүенә, хәрәкәт, телмәр, хәтер функцияларының боҙолоуына килтерә. Мейе өлөшөнөң зыян күреүенән, ғәҙәттә, аяҡ-ҡулда хәлһеҙлек тойорға мөмкин. Был өлөш ҙур булған һайын хәүеф тә юғарыраҡ. Инсульт кисергәндәрҙең күп функцияларын тергеҙеү мөмкин түгел.

Ауырыуҙың төрҙәре

Ишемик инсульт сир осраҡ­тарының дүрттән өс өлөшөн биләй. Уға баш мейеһе тамырҙарының атеросклерозы, йоҡо, умыртҡа бағанаһы артерияларының стенозы, ҡандың ойошоуы сәбәп булырға мөмкин. Шулай уҡ мейегә илткән тамырға тромб йәки ойошҡан ҡан тығылыуы ла ишемик инсультҡа килтерә.
Ауырыуға сәбәпсе булған тромб­тар атеросклероз төйөрсәһе арҡа­һында тарайған артерияларҙа барлыҡҡа килә. Ә был – холестерин йөрөткән аҡһымдарҙың ултырмаһы. Төйөрҙәр йөрәктең насар эшләүенән йәки ҡан тамырҙарының шартлауына килтергән йәрәхәттән хасил булыуы ихтимал. Ҡан баҫымының күтәрелеүе лә мейеләге ваҡ тамырҙарҙың ярылыуына килтерә.
Ишемик инсульттың билдәләре – баш ауыртыуы, әйләнеүе, хәлһеҙлек, аяҡ-ҡулдың ойоуы, иҫтән яҙыу, йөрәк тапҡырындағы ауыртыуҙар. Кешенең йөҙө ағара, пульсы һирәгәйә, ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк эшмәкәр­леге, тын алышы насарлана. Төн сыҡҡансы аяҡ-ҡулды өлөшләтә фалиж һуғыуы ихтимал. Сирленең башын ныҡ күтәреп һалырға ярамай. Шунда уҡ йөрәк тибешен, тын алыуын көйләргә тырышырға кәрәк. Ауырыу, һис шикһеҙ, дауаханала ҡаралырға тейеш.
Геморрагик инсульт һирәгерәк осрай. Ул баш мейеһендә ҡан тамыры шартлау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә, ҡапыл, көндөҙгө психик, физик көсөргәнештән һуң барлыҡҡа килә. Иҫтән яҙып, кеше йығыла, хатта кома осрағы теркәлеүе ихтимал. Сирленең йөҙө ҡыҙара, маңлайына тир бәреп сыға, муйындағы ҡан тамырҙарында пульс көсәйә. Кеше ғырылдап, көсөргәнешле тын ала. Ҡан баҫымы ныҡ күтәрелә, ҡоҫоуы ихтимал. Тән температураһы күтәрелә. Күҙ алмалары йыш ҡына йәрәхәтләнгән яҡҡа тәгәрәүсән, ҡан һауған тарафта күҙ ҡараһы ҙурая, һөйләшеү һәләте насарая.
Геморрагик инсульт кисергәндең башын күтәреп һалырға һәм боҙ киҫәге ҡуйырға кәрәк. Был эстәге баҫымды бер аҙ кәметә. Ҡан баҫымын төшөргән, мейенең шеше­неүен ҡайтарған препараттар ҙа шул маҡсатта ҡулланыла.

Нисек иҫкәртергә?

Инфарктҡа, инсультҡа илткән, төҙәтеп, үҙгәртеп булмаған ике төп фактор – кешенең йәше һәм нәҫеле. Ҡырҡтан һуң һаулыҡҡа иғтибар итмәһәң, был сирҙәргә дусар булыуың бар. Нәҫелеңдә шулай ауырығандар бар икән, бигерәк тә.
Инсультты, инфарктты иҫкәртеү­ҙең нигеҙе – сәләмәт йәшәү рәүеше. Һәр кеше тәү сиратта ҡан баҫымы, шәкәр, холестерин кимәлен конт­ролдә тоторға тейеш. Йылына бер нисә тапҡыр тикшерелеп, орга­низмдың хәлен белеп тороу яҡшы.
Тән ауырлығын да иғтибарһыҙ ҡалдырмау хәйерле. Һимеҙ кешенең йөрәгенә көс күберәк төшә, шәкәр ауырыуы хәүефе лә юғары. Физик әүҙемлек матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, тимәк, тәнде еңеләйтә. Йәйәү йәки велосипедта йөрөү ҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен кәметә. Даими күнегеүҙәр яһау миокард инфарктының һәм инсульттың ҡабаттан барлыҡҡа килеү осрағын кәметә. Бил үлсәмен күҙәтеп барыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә: ирҙәрҙеке 94-тән артмаҫҡа тейеш, ә ҡатын-ҡыҙ өсөн норма – 80 сантиметр.
Тәмәке тартыу, иҫерткес эсем­лектәр ҡулланыуҙан ҡан тамырҙары ҡаҡшай, тән ағзалары кислород менән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәй башлай. Инсульт хәүефе, мәҫәлән, алкоголь ҡабул иткәндең тәүге сәғәттәрендә юғарыраҡ.
Ҡырҡ йәште уҙғандарға тәүлегенә бер тапҡыр 50-75 мг аспирин эсеү тәҡдим ителә (әлбиттә, тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк). Әйткәндәй, был дарыу ирҙәргә һәм ҡатындарға төрлөсә тәьҫир итә. Көслө затҡа ул инфарктты иҫкәртә, ҡатын-ҡыҙҙан иһә инсультты алыҫайта.
Туҡланыуҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Саманан тыш тоҙ, холестеринға бай майлы аҙыҡ-түлек һис кемгә файҙа килтермәҫ. Минераль эсемлектәр ҡан баҫымын күтәрә. Шуға ла ябай һыу эсеү күпкә файҙалы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21