Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өмөттө өҙмәйбеҙ әле
Өмөттө өҙмәйбеҙ әлеҺәр журналистың аяғы тартҡан, күңеле төшкән, ҙур теләк менән юлға сыҡҡан төбәге, ҡала-ауылы була. Ниңәлер, йәш саҡтан уҡ Борай, Баҡалы, Балтас, Бүздәк райондары, хатта юлһыҙлыҡ, транспорт юҡлығы менән күп йонсотҡан Асҡын төбәге гел үҙенә әйҙәп, саҡырып торҙо. Халҡының ихласлығы, етәкселәренең эшмәкәрлеге, матбуғат хеҙмәтенә оло хөрмәте сәбәпсе булғандыр, күрәһең.
“Башҡортостанды иңләй “Башҡортостан” акцияһын иғлан итеп, гәзит хәбәрселәре быйыл да төрлө тарафтарға һибелде, матбуғат дуҫтары менән осрашты, уҡыусыларының тәҡдимдәрен ҡуйын дәфтәренә теркәне, кәңәш ҡорҙо. Гәзит менән уҡыусы араһында яҡынлыҡ булғанда ғына халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан кәңәшсе лә, ярҙамсы ла булған шәп гәзит сығарырға мөмкин булыуын яҡшы беләбеҙ.
Бүздәк районында почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре һәм матбуғат таратыусыларҙың сираттағы кәңәшмәһе булыуын ишетеп, почта начальнигы Флүзә Рифҡәт ҡыҙы Нәбиеваға үҙебеҙҙең дә ошо йыйында ҡатнашырға теләгебеҙҙе белдерҙек, сөнки 28 меңдән ашыу башҡорт һәм татар халҡы йәшәгән төбәктә быйыл ни бары 12 кешенең генә “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыуы — аяныслы күренеш. Сағыштырыу өсөн: бынан биш йыл элек был күрһәткес төбәктә 14 тапҡырға юғарыраҡ ине! Ә бит ошо осор эсендә гәзиттең биҙәлешен яҡшыртыу, йөкмәткеһен байытыу, уны ябай кеше мәнфәғәтен күҙәткән, социаль мәсьәләләргә йүнәлеш тотҡан, уҡымлы, файҙалы гәзит итеү өсөн күпме сығым һалынды, тырышылды һәм тырышыла! Етмешкә яҡын кешенең аҡыл хеҙмәте менән сығарылған ижад емешенең таратылмауы йөрәктә әрнеү уятыуы сер түгел. Һәр өтөр-нөктәнең дөрөҫ ҡуйылышы, һәр һүҙҙең мәғәнәһе, көс-ҡеүәте, нескәлеге, һәр яҙманың йөкмәткеһе һәм йоғонтололоғо тураһында ҡыҙыу бәхәс ҡороп, бер-беребеҙҙе тәнҡитләп, хәҡиҡәтте асыҡларға, халыҡ күңеленә асҡыс табырға, йәшәйешен еңеләйтергә, закондарҙы ҡулланырға, хоҡуҡтарын яҡларға өйрәтергә тырышыуыбыҙ юҡҡа булып сыға түгелме?
Ғөмүмән, һуңғы осорҙа “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуҙы ойоштороуҙың һүлпәнәйгәндән-һүлпәнәйеүе бәхәсһеҙ. Әлеге йыйында ла беҙ матбуғат таратыусыларҙы гәзиттәге һуңғы яңылыҡтар, өр-яңы рубрикалар, почтальондар араһында үткәрелгән бәйге, “Ҡәләмгир”, “Райондың ете мөғжизәһе” конкурстары менән таныштырҙыҡ. Ҡыҙғаныс, хатта матбуғатты халыҡҡа еткерергә бурыслылар араһында ла республикала сыҡҡан ижтимағи-сәйәси гәзитте тәүге тапҡыр ҡулдарына алыусылар бар... Нисек кенә булмаһын, йәнле, күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеү бик йылы тәьҫир ҡалдырҙы, уҡыусы һәм баҫма араһында ныҡлы, ышаныслы “күпер” һалыусы бит ул почта хеҙмәткәрҙәре. Уларға “коллегалар” тип өндәшеүебеҙ ҙә юҡҡа түгел, сөнки барыбыҙ ҙа бер үк изге бурысты үтәйбеҙ — халыҡҡа аң-белем, мәғлүмәтте ваҡытында еткерергә тырышабыҙ.
Ни өсөн матбуғатты таратыу төрлө ерҙә төрлөсә, төбәгебеҙҙә башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер республика гәзитенә мөнәсәбәт тә төрлө? Ни өсөн “Башҡортостан”ды таратыу эшенең һүлпәнләнеүе традицияға әүерелә бара? Район башлығы урынбаҫары Азат Арыҫланов та беҙҙең һорауға ҡәнәғәтләнерлек яуап бирә алманы, бәлки, был йүнәлештә эш тәжрибәһенең әлегә етеңкерәмәүе лә сәбәпселер. Бынан бер ай элек данлыҡлы башҡорт ауылы Ҡаңны-Төркәй китапханаһында ла гәзиттең яңы һандарын таба алмау аптырашта ҡалдырғайны. Ҡулайлаштырыу еленә ышыҡланып, китапханаларҙа милли гәзит-журналдар алдырыуҙы ҡыҫҡартыу бер Бүздәк районына ғына хас күренеш түгел. Үкенескә ҡаршы, шифаханаларҙа, дауаханаларҙа һәм предприятиеларҙың бөтәһендә лә тиерлек шул уҡ хәл хөкөм һөрә.
...Матбуғатҡа яҙылыу осоро етһә, хәбәрселәрҙе, яҙыусыларҙы, йәмәғәтселек ойошмаларын, ниндәй йомош менән йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, ҡолас йәйеп ҡаршы алған хакимиәт башлығы Ренат Шәриповтың яҡты иҫтәлеге әле һаман күңелдән китмәй. Һуңғы тапҡыр редакция йомошо менән Бүздәк еренә аяҡ баҫҡанда тышта ялҡытҡыс көҙгө бысраҡ ине. Маҙаһыҙлап, шыбыр-шыбыр ямғыр яуыуына кәйеф ҡырылыбыраҡ, икеләнеберәк килеп индек. Ҡырҙа уңыш йыйылып бөтмәгән, шундай мәшәҡәтле ваҡытта хакимиәт башлығының кәйефе лә юҡтыр, эшебеҙҙе теүәлләп ҡайтып булырмы, тип борсолабыҙ. Беҙҙе “әйҙүкләп” ҡаршы алған башлыҡтың: “Яҡшы ниәтле кешеләр генә ямғыр эйәртеп йөрөй ул”, — тиеүе күңелде күтәрҙе. Шулай итеп, командировка барышында уҡ “Дарман да бар, фарман да бар” тигән мәҡәлә донъя күргәйне.
Бүздәктәрҙең социаль хәленең йылдан-йыл яҡшырыуын беҙ ҙә күреп ҡыуандыҡ. Башҡа төбәктәрҙән алда бында асфальт юлдар, төҙөк ауылдар, телефон бәйләнеше барлыҡҡа килде, газ үткәреү ХХI быуатҡа аяҡ баҫырҙан алда тамамланды. Әсә йылында бүздәктәрҙең яңы башланғысы башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе хайран ҡалдырҙы, “Яңы тыуған сабыйҙарға ун мең һум күләмендә аҡса бирәләр, ниңә беҙҙә ундай закон юҡ?” — тип һораусылар тынғы бирмәне. Районда әсәләргә тәрән ихтирам билдәһен Х. Солтанов исемендәге Кәпәй-Ҡобау мәктәбе ихатаһында уҡ тойҙоҡ. Һигеҙ улын Бөйөк Ватан һуғышына оҙатып, ни бары икәүһен генә ҡаршы алған Майкамал апай иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктың һүнеп-һүрелеп барған патриотлыҡ тойғоһон яңыртыуға булышлыҡ итеүен күреп, күп балалы Герой әсәнең иҫтәлеген мәңгеләштереп, бүздәктәр ҡайһылай дөрөҫ эшләгән тип һоҡландыҡ. Ул саҡта матбуғат таратыу эшенә, халыҡҡа аң-белем, дөрөҫ, аныҡ мәғлүмәт биреүгә лә ҡараш етдиерәк ине, эш тә ойошҡаныраҡ барҙы.
Беҙ бүздәктәрҙең һәр эштә, ябаймы ул, ҡатмарлымы, гел алда барыуына ғәҙәтләнгәнгәме, әлеге ябай булмаған осорҙа ла Башҡортостан тауышын бөтә тарафтарға ишеттергән, уның иҡтисадын, социаль өлкәһен, мәғарифын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә, йәмғиәтте туплауға ҙур көс һалған гәзиттең абруйын күтәреүҙә таяныс буласағына өмөтөбөҙҙө өҙмәйбеҙ әле.
Был юлы хакимиәт етәкселегендә хәбәрселәрҙе район буйлап сәфәрҙә оҙатып йөрөүсе бер кемдең дә табылмауы кәйефте ҡырманы — көҙгө һалҡынлыҡ матбуғат баҫмаһына ҡарата мөнәсәбәткә лә күскән, күрәһең, тип кенә фараз ҡылдыҡ. Был тарафтарға юлды оҙаҡ йылдар “таҡырлағанға”, хужалыҡтары менән ярайһы таныш булғанға күрә, шөкөр, юлда аҙашманыҡ, маҡсатыбыҙҙан тайпылманыҡ.
Район гәзите редакцияһында ҡәләмдәштәребеҙ менән осрашып, хәл-әхүәл белештек, китапхана хеҙмәткәрҙәренең күҙгә күренмәҫ мәшәҡәтле, мөһим эштәре менән таныштыҡ, сауҙа нөктәләрендә халыҡты хеҙмәтләндереүҙең сифаты менән ҡыҙыҡһындыҡ... Восточный ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын ишеткәс, унда һуғылмай, шатлыҡтарын уртаҡлашмай китә алманыҡ.
Ҡайҙа барһаҡ та, күңелле, ҡыҙыҡһыныусан, ихлас кешеләр менән осрашыуҙан ҡыуаныс кисерҙек. Халҡыбыҙҙың көндәлек рухи көҙгөһө булған гәзитебеҙҙә ошо ябай, уңған кешеләр хаҡында мәҡәләләр республикабыҙҙың үҫеш баҫҡысын, тарих йылъяҙмаһын мотлаҡ тулыландырасаҡ. Үҙҙәренең генә был хаҡта белмәүе, белеп тә уҡый алмай ҡалыуы, гәзитте сыра яндырып эҙләһәләр ҙә таба алмауы йәл...
Динә Арыҫланова
Бүздәк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә