Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ололарға алмаш кәрәк
Ололарға алмаш кәрәкТөбәктең “ИТС Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә төҙөлөш һис туҡтағаны юҡ: бөгөн ауыл эшсәндәре келәт-амбарҙар төҙөү менән мәшғүл. Бынан тыш, ауыл хужалығы техникаһын көҙгө-ҡышҡы осорҙа һаҡлау өсөн иркен гараж да төҙөлә. Уның янында уҡ бына тигән оҫтахана сафҡа инәсәк. Бер нисә йыл элек ҡеүәтле иген киптергес менән заманса орлоҡ һаҡлағыс төҙөп ултыртҡандар. Үҙҙәренең ярма ярҙырыу цехы ла уңышлы эшләй. Әйткәндәй, был хужалыҡты иҡтисади яҡтан үҫтереү өсөн байтаҡ инвестиция һалынған, шуға ла бөгөн йәмғиәт биләмәһе ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә.

Братовщина ауылы халҡының да кәйефе күтәренке, сөнки төпкөлдәрҙән һаналған төбәк яңы һулыш кисерә. Ошо ауыл егете, “ИТС Агро” йәмғиәте генераль директоры Михаил Попов тыуған ауылын яңынан аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалған. Бында яңы йорттар ҡалҡа, ауыл урамдарына ҡырсынташ түшәлә. Район үҙәгенә йөрөү ҙә күпкә еңеләйәсәк киләсәктә, әле оҙаҡ йылдар көнүҙәк иҫәпләнгән юл мәсьәләһе хәл ителә.
“ИТС Агро” йәмғиәтендә әле туғыҙ кеше эшләй, әлбиттә, ҙур хужалыҡ өсөн эшсе ҡулдар етешмәй. Етәкселек киләсәктә махсус белемле кадрҙарҙы, йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында байтаҡ эш башҡара. Братовщинала йәш белгестәргә бөтә уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ төҙөгәндәр.
— Беҙгә махсус белемле белгестәр менән бер рәттән эшсе ҡулдар ҙа талап ителә. Ә килеүселәр булһа, уларҙы торлаҡ менән дә, эш урыны менән дә тәьмин итергә мөмкинлектәр бар, шуға ла һәр кемде үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ, — ти йәмғиәттең башҡарыусы директоры Сергей Огуречников.
Ысынлап та, бөгөн күп кенә йәштәр, ауылды ташлап, ҡалаға йә Себер тарафтарына юллана, ә ауыл хужалығында эшләргә кеше юҡ. Минеңсә, “ИТС Агро”ла хәҙер юғары хеҙмәт хаҡы алырға мөмкинлектәр етерлек.
Йәмғиәт эшсәндәре өс мең гектар ерҙә эшмәкәрлек алып бара, быйыл көҙ улар баҫыуҙарҙан мул уңыш алыуға иҫәп тота. Тәжрибә баҫыуҙары ла бар, белгестәр унда яңы орлоҡтарҙы тикшереп-һынап, фән менән бергә эшләй, ғалимдарҙы ла бында йыш осратырға мөмкин.
Техника паркының бай, төҙөк булыуы баҫыу эштәрен ваҡытында атҡарып сығырға мөмкинлек бирә. Яғыулыҡ етерлек күләмдә хәстәрләнгән. Етәкселек заманса ауыл хужалығы ҡорамалдары, техника алыуға аҡсаһын йәлләмәй.
Киләсәктә ауыл эшсәндәре, үҫемлек­селек менән бер рәттән, малсылыҡ тармағына ла йөҙ бормаҡсы, ә бының өсөн уңайлы шарттар бар. Әле бында заманса һөтсөлөк фермалары төҙөүҙе күҙаллайҙар. Киләсәктә быуа төҙөп, балыҡ үрсетеүҙе лә юлға һалырға ниәтләй улар.
— Ауыл бик матур урында урынлашҡан, тәбиғәте лә иҫ киткес хозур. Емеш-еләккә, бәшмәккә бай был яҡтар, туризм өсөн үтә лә яҡшы төбәк, — ти Сергей Огуречников. — Туристарҙы йәлеп итеү өсөн, бәлки, ял урындары булдырырға кәрәктер.
Әлбиттә, етәкселектең киләсәккә уй-ниәте бихисап, тик йәштәр тыуған яҡтарына ҡайтһын, перспективаһыҙ һаналған ауылдарға ҡабаттан йән һәм йәм өрһөн ине. Ауылдың киләсәге фәҡәт йәштәр ҡулында бит, ә “ИТС Агро” йәмғиәте етәкселеге һеҙҙе ярҙамынан ҡалдырмаҫ.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә