Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беренсе геопарк: “Янғантау”
Беренсе геопарк: “Янғантау”Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда республика Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышы уҙҙы. Унда төбәктә геопарктар үҫеше һәм уларҙы фәнни оҙатыу проблемалары тикшерелде.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында уникаль ландшафтлы, тәбиғи һәм геологик парктары булған биләмәләр халыҡ-ара статус алған осраҡта, атап әйткәндә – Башҡортостанда, фәнде, белем биреү проекттарын, туризмды үҫтереү йәһәтенән бихисап мөмкин­лектәр аса тип билдәләне.
Республикала геопарктар булдырыуға нигеҙ бынан биш йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте һәм ЮНЕСКО араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән Коммюнике-Килешеүҙә һалынған. Унан тыш, былтыр Өфөлә халыҡ-ара экологик форум үткәрелде. Уның сиктәрендә Рәсәйҙең геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара ЮНЕСКО программаһы комитетының ултырышы булып, Салауат районы биләмәһендә “Янғантау” геологик паркы ойошторорға тәҡдим ителгәйне.
— Республика ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүен дауам итәсәк, шул иҫәптән экологик өлкәлә лә, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. — Һис шикһеҙ, “Башҡорт Уралы” биосфера резерватын ойоштороу ҙа – мөһим аҙым. Киләсәктә Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң йәшәү ареалын индереп, уның биләмәһен киңәйтеү күҙаллана. Тарихи-мәҙәни һәм тәбиғи ҡомартҡыларҙы танытыу буйынса Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индерергә мөмкин булған башҡа уртаҡ проекттар ҙа ғәмәлгә ашырыла. Һүҙ тәү сиратта палеолит осорондағы һүрәттәре менән дан алған Шүлгәнташ мәмерйәһе, Мораҙым тарлауығы, Ер шарының боронғо Урал тауҙары миҫалында ер өҫтөнөң барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү мөмкинлеген биргән Ирәмәл тауы хаҡында бара. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы биләмәһендә Рәсәйҙең “йәшел стандарттар” сертификатлау системаһына яуап биргән мәғлүмәт-хеҙмәтләндереү үҙәге эшләй.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Экология йылы сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөм­тәләре буйынса Башҡортостан төбәктәрҙең экологик рейтингында беренсе урынды яулаған. Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә халыҡ-ара Глобаль геопарктар селтәре эксперты Сурен Гевинян менән осрашыуын хәбәр итте. Белгес “Янғантау” геопаркының халыҡ-ара статус алыу өсөн тулыһынса ЮНЕСКО талаптарына тап килеүен раҫлаған.
— Ғөмүмән, Салауат районындағы геологик парк сиктәрендә индустриаль үҫеш булмаған биләмә моделенең нисек эшләп китеүен ҡарарға кәрәк. Ошо тәжрибәнән сығып, киләсәктә башҡа геопарктар, тәбиғәт биләмәләрен булдырыу перспективалары планлаштырыласаҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Төбәк Башлығы фекеренсә, геологик парктар булдырыу Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә, социаль инфраструктураны яҡшыр­тыуға, туристарҙың һанын арттырыуға, төрлө белем биреү проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә тейеш. Ғөмүмән, республикала туризм ярайһы уңышлы үҫешә: мәҫәлән, былтыр төбәктәр рейтингында 15-сенән 11-се урынға күтәрелгәнбеҙ.
“Башҡортостанда геопарктар селтәрен ойоштороу өсөн тәү сиратта эште тейешле кимәлдәге ғилми оҙатыу менән тәьмин итергә кәрәк. Республикала “алтын сөйҙәр” ҡағыла торған урындарҙы танытыу фарыз. Улар – планетабыҙҙа тормош хасил булыуын һәм уның үҫеш хроно­логияһын, геологик хронологияны сағылдырған уникаль урындар”, — тине, һүҙен йомғаҡлап, Рөстәм Хәмитов.


Автор: Г. САЛАУАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә