Силәбе һәм Әбйәлил ветерандарының семинар-кәңәшмәһе ике яҡ өсөн дә фәһемле булды
Әбйәлил районының һәр ауыл биләмәһендә ветерандар советы эшләй. Бөгөн улар төбәк тормошонда ҡайнап йәшәй, барлыҡ мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев етәкселегендә өлкәндәр йыл һайын “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында уңышлы сығыш яһай, һәр саҡ Гран-при яулай. Ойошманың төп маҡсаттары — хаҡлы ялдағыларҙы берләштереү, социаль йәһәттән яҡлау, уларға иғтибар бүлеү, тулы тормошта ҡайнап йәшәргә этәреү. Хәйер, был бурыстарҙың барыһы ла тормошҡа ашырыла, сөнки Әбйәлил районы ветерандары дәртле, талантлы һәм сәмле. Матур итеп донъя ла көтәләр, рәхәтләнеп ял да итәләр, йәштәргә өлгө булырлыҡ йәшәү рәүеше алып баралар. Улар сәхнәгә сыҡтымы, әртистәрҙән һис тә ҡалышмай..
Әбйәлил ерендә
Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы ветерандар советы башланғысы менән районда Силәбе өлкәһенең һәм Әбйәлил районы ветерандарының төбәк-ара күсмә семинар-кәңәшмәһе булды. Сарала район ветерандарының иң әүҙем ағзалары менән бер рәттән республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары ветерандар советы рәйестәре лә ҡатнашты. Семинар райондың иң матур ерендә — Яҡтыкүл буйындағы “Ҡайынҡай” ял йортонда ойошторолдо.
Әбйәлилдәр ҡунаҡтарҙы йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. Ташбулат ауылының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле сығыштары оҙон юлдан арып-сарсап килгәндәрҙең күңелен күтәрҙе, рух һәм дәрт өҫтәне. Республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов етәкселегендәге делегацияны һәм Силәбе өлкәһе вәкилдәрен район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов тәбрикләне. Рим Һатыбал улы Силәбе өлкәһе менән оҙаҡ йылдар аралашып, туғанлашып йәшәүҙәрен белдерҙе. Силәбеләр иһә Әбйәлилде үҙ ерҙәре кеүек яҡын күреүҙәрен билдәләне.
— Ут күршеләребеҙ — силәбеләр менән беҙ элек-электән дуҫ, татыу йәшәйбеҙ, — тине хакимиәт башлығы. — Әбйәлил районын 17 милләт вәкилдәре төйәк иткән. Район аша Сибай — Өфө тимер юлының үтеүе, аэропорттың булыуы, Магнитогорск ҡалаһының яҡынлығы ла әбйәлилдәр өсөн бик отошло. Район халҡының ҡаланыҡылар менән аралашып йәшәү иммунитеты күптән нығынған. Әбйәлилдәрҙең уны үҙҙәренсә “гурыт” тип атауында ла ниндәйҙер бер йылылыҡ тойола. Әбйәлил — Урал аръяғы райондары араһында Рәсәйҙең иң эре металлургиялы мегаполистарҙың береһе – Магнитогорск ҡалаһына яҡын урынлашыуы менән бар йәһәттән дә ҙур мөмкинлектәргә эйә булған төбәк. Районда “Яҡтыкүл” шифаханаһы, “Ҡайынҡай”, “Юбилейный” ял йорттарының урынлашыуы, тау саңғыһы үҙәге булыуы ял итеүселәрҙе үҙенә йәлеп итеп кенә ҡалмай, районда эшһеҙлекте булдырмауҙа ла ярҙам итә.
Ысынлап та, төбәк халҡы етеш, мул йәшәй, халыҡ дәртле лә, сәмле лә, талантлы ла. Әбйәлилдә йырламаған-бейемәгән кеше юҡ, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсы булһынмы, “Мин яратам һине, тормош!” бәйгеләре үтһенме, бөтә призлы урындарҙы әбйәлилдәр яулай. Шулай уҡ район биләмәһендә XVIII ҡышҡы сурдлимпия уйындарының “Металлург- Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгендә үтеүе лә район тарихына яңы биттәр өҫтәгән. Халыҡ-ара сараға 19 илдән 60 спортсы килгән. Улар өсөн башҡорттарҙың көнкүрешен сағылдырған Башҡорт йортон әбйәлилдәр бик теләп әҙерләгән. Төрлө илдән килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың милли аштарынан ауыҙ итеп, боронғо кәсеп-шөғөлдәре менән танышҡан, ҡул эштәренә хайран ҡалған.
Силәбе өлкәһе менән Әбйәлил районы араһында төрлө йүнәлештә бихисап хеҙмәттәшлек килешеүҙәре булдырылған, бөгөнгө сара ла шул хеҙмәттәшлектең бер өлөшө. 2015 йылда ике төбәк араһында иҡтисади-сауҙа, мәҙәни-социаль, фәнни-техник өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлгән. Уның сиктәрендә май айында Златоуст ҡалаһында ветерандар ойошмаһы хеҙмәттәшлек буйынса килешеү төҙөгән.
Республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов үҙ сығышында бындай осрашыуҙарҙың матур йолаға әйләнеүен белдерҙе. Традиция дауам итә, ике төбәктең оло йәштәгеләре үҙ-ара осрашып аралаша һәм төрлө проблемаларҙы уртаға һалып фекер алыша. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Марат Муллағәлләмов сараның әһәмиәтен билдәләне.
Силәбе өлкәһе ветерандар советы рәйесе Анатолий Сурков иһә, йылы йөҙ, яҡты күңел менән ҡаршы алған әбйәлилдәргә рәхмәт белдереп, осрашыуҙың ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле булыуын, уның эшлекле шарттарҙа ойошторолоуын телгә алды.
Герой эҙҙәренән... динопаркка сәйәхәт
Әбйәлил ере — Советтар Союзы Геройҙары Таһир Кусимов, Ғәбдерәүеф Дәүләтовтарҙың төйәге. Тылда ҡалған әбйәлилдәрҙең күбеһе Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн күрше Магнит ҡалаһында ҡорал ҡойоуға, танк эшләүгә үҙ өлөшөн индерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп снарядты тап Магнитогорск комбинаты етештерә. Еңеүҙе яҡынайтыуҙа Күсем марганец руднигында эшләгән шахтерҙарҙың да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ була, шуға күрә сараның тап улар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскә һалыуҙан, бер минутлыҡ иҫкә алыуҙан башланыуы ла юҡҡа түгел.
Ҡунаҡтарҙы тыуған яғының тарихын яҡшы белгән әүҙем ветерандарҙың береһе, Рәсәй Ветерандар советы ағзаһы Мират Бикмәтов Күсем руднигы тарихы, шахтерҙар тормошо менән таныштырҙы.
Артабан сәйәхәт башҡорт халҡының данлы улдарының береһе, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың йорт-музейында дауам итте. Уның тыуған ауылында Герой ауылдаштары хөрмәтенә бай йөкмәткеле музей булдырылған. Силәбе ветерандары ла ҡурҡыу белмәҫ, белемле, башҡорттарҙан тәүгеләрҙән булып хәрби академияны тамамлаған генерал хаҡында хәбәрҙар икән.
Асыҡ һауала урынлашҡан динопарктың Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Әбйәлилдә асылыуы юҡҡа түгел. Тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы, күлдәрҙең күп булыуы төбәккә инвесторҙарҙы йәлеп итә. Ул 2012 йылда асыла, әле Өфөлә уның филиалы эшләй. Мауыҡтырғыс динозаврҙар иленә сәйәхәттән ололар ҙа шат ине. Улар сабыйҙар кеүек ҡыуанып, һәр экспонатты хайран ҡалып ҡараны, һоҡланыуҙарын йәшерә алманы. Ана, бынан миллион йыл элек йәшәгән тиранозавр, аллозавр, анкилозавр, брахиозавр, дилофозаврҙар, гүйә, тере кеүек һиңә ҡарай. Хәрәкәткә килеп, үҙ тауыштары менән ҡысҡыра башлаһалар, улар йәшәгән осорға барып сыҡҡандай булаһың. Иҫ киткес тамаша шаһиты булды ветерандар. Әйткәндәй, динопаркты Магнитогорск эшҡыуары төҙөгән, был үҙе үк ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлектең асыҡ өлгөһө.
Иң ҙур байлыҡ — һаулыҡ
икәнлегенә йәнә бер ҡат инанды ололар. Улар өсөн “Яҡтыкүл” шифаханаһына, Магнитогорск комбинаты ҡарамағындағы “Юбилейный” ял йорто менән яҡындан танышыу файҙаға ғына булды. Әйткәндәй, “Яҡтыкүл” шифаханаһы етәкселеге район-ара бәйләнеш нигеҙендә Урал аръяғы райондары пенсионерҙары менән тығыҙ эшләй. Улар өсөн путевкаға ташлама яһала. Һәр райондан кәмендә ун кешенән торған төркөм килә. Махсус автобус ебәреп, уларҙы барып алыу һәм кире илтеү ойошторолған.
Былтыр был программанан Хәйбулла районы ветерандары файҙаланған. Райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова әйтеүенсә, 140 кеше шифаханала сәләмәтлеген нығытып, ял иткән.
— Хәйбуллалар үҙҙәрен ожмахҡа килеп ингәндәй хис итте: бар яҡлап юғары хеҙмәтләндереү ҡаралған, туҡланыу яҡшы кимәлдә, медицина ҡорамалдары сит илдекенән һис тә ҡалышмай, рәхәтләнеп ял иттек. Шифалы батҡағы үҙе ни тора, бындай дауаланыу башҡа бер ерҙә лә юҡ! — ти Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы.
Стәрлебаш районы ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов та күргәндәренән бик ҡәнәғәт. “Бындай ял йорто хаҡында ишетеп белә инек. Ҡайтҡас, был хаҡта район ветерандарына һөйләп, шифаханаға килеүҙе ойошторорға теләк ҙур”, — тине ул.
Бейеү менән йыр-моң ҡауышты
Ҡайҙа, ҡайҙа, әммә Әбйәлилдә талантлы халыҡ йәшәй. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре шаһит булды. Кисен “Яҡтыкүл” шифаханаһының мәҙәниәт йортонда район ветерандары бай йөкмәткеле концерт күрһәтте. Ҡунаҡтар Хәлил ауыл биләмәһе ветерандарының “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында ике тапҡыр Гран-при яулаған ветерандар хоры, “Малайҙар” ир-егеттәр вокаль ансамбле сығыштарын яратып ҡабул итте. Шулай уҡ Садиҡ Шаһибалов, Миңзәлә Хәсәнова, “Рябинушка” ҡатын-ҡыҙҙар хоры (Красная Башкирия ауылы), “Илһам” ирҙәр вокаль ансамбле (Байым ауылы) башҡарыуындағы йырҙар барыһының да күңелен моңландырҙы. “Күбәләк биҙәктәре”, “Йәйғор”, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленең дәртле бейеүҙәре өлкәндәрҙе хисләндереп, бер аҙға булһа ла үҙҙәренең йәшлегенә алып ҡайтты. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған тамаша бер тынала үтеп китте.
Күршең менән татыу бул
Был әйтемдең хаҡлылығына кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҙҙәре шаһит булды. Сара артабан “Яҡтыкүл” шифаханаһында “түңәрәк өҫтәл” артында дауам итте. Ике төбәк ветерандары менән фекер алышыуҙа Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Силәбе өлкәһенең социаль бәйләнештәр министры урынбаҫары Рәйсә Хәйретдинова, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Ленара Хәким ҡыҙы пенсия йәшенә бәйле реформаға тәҡдимдәр индереү, республикала ололарҙы яҡлау, һаҡлау һәм уларҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса башҡарылған эштәр менән таныштырып, ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлеккә туҡталды. Шулай уҡ илебеҙҙә тәҡдим ителгән “80+1” проектын тормошҡа ашырыу юлдарын барланы, йылдан-йыл республикала йөҙйәшәрҙәр һанының арта барыуын билдәләне. Әйткәндәй, Урал аръяғы төбәге буйынса Хәйбулла районында йөҙйәшәрҙәр һаны күп. Унда тау-байыҡтырыу комбинаттарының булыуы ла уларҙың һаулығына зыян итмәй. Тимәк, ғүмер оҙайлылығы һәр кемдең үҙенән тора. “Әгәр барыр эшең булып, йәшәр урының, тормошоң яҡшы икән, һинең нисә йәштә булыуың мөһим түгел. Һеҙҙең кеүек заман менән бергә атлаған, дәртле, рухлы, тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән сәмле ололар йәмғиәтте алға этәрә, йәштәргә өлгө булып тора”, — тине Ленара Иванова.
Фекер алышыуҙа Белорет районы һәм ҡалаһы, Хәйбулла районы ветерандар советтары рәйестәренең сығыштары тыңланды, Силәбе өлкәһенән килгән ҡунаҡтар тәҡдим-теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ йәш быуынды илһөйәрлек һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса фекер алышынды.
Ике яҡ өсөн дә фәһемле семинар-кәңәшмә ике төбәк ветерандары араһында бәйләнеште нығытыу һәм үҫтереү буйынса ҡарар ҡабул итте. Ветерандар Әбйәлил еренә, уның етәкселәренә рәхмәт белдерҙе һәм киләсәктә лә даими осрашырға һүҙ ҡуйышты.
Әбйәлил районы.