Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәш ғаиләгә бол булһын
Билдәле булыуынса, Башҡорт­останда социаль әһәмиәте яғынан башҡа төбәктәргә күп яҡтан өлгө булырлыҡ уникаль программа эшләп килә: республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарары менән 2017 йылдан башлап тәүге тапҡыр ата-әсә булған 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын юллай ала.


300 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булыу өсөн ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылырға тейеш. Сертификатты ипотека өсөн беренсе иғәнә итеп ҡулланырға, торлаҡ һатып алған кредитты ҡапларға, шәхси йорт төҙөүгә йәки һатып алыуға то­тонорға була.
Тәүге күҙаллауҙар буйынса социаль түләүҙе ике йыл эсендә ике мең самаһы ғаиләгә бирергә ниәтләгәйнеләр. Әммә был норматив былтыр уҡ тулған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, программала ҡатнашырға 5000-дән ашыу кеше теләк белдергән, 4964 ғаиләнең ғаризаһы хупланған, 1750 ғаилә – таныҡлыҡ, 1452 ғаилә аҡсалата түләү алған. Ағымдағы йылдың июль башында программаға тағы ла ыңғай үҙгәрештәр индерелде, талаптар кәметелде. Күҙаллауҙарынса, социаль түләүгә яҡынса 8 меңләп ғаилә дәғүә итәсәк.

Зилиә һәм Айнур СИТДИҠОВТАР, Өфө ҡалаһы:
– Ғаилә ҡорғас та, 2015 йылда ипо­текаға фатир алғайныҡ, төҙөлөп бөткәнен көттөк. Былтыр улыбыҙ тыуып, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Баш­ҡортостанда йәш ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү тураһында яңы ҡарар ҡабул ителгәнен ишетеп шатландыҡ, 2017 йылдың майында, документтар ҡабул ителә башлау менән, тейешле ҡағыҙҙарҙы йыйып тапшырҙыҡ. Ыңғай яуап алғас, ни тиклем ҡыуанғаныбыҙҙы белһәгеҙ! Ипотека түләү еңелдән түгел, ә 300 мең һум банк алдындағы бу­рысыбыҙҙы һиҙелерлек ҡапларға булышлыҡ итте. Айбулатыбыҙҙы көт­кәндә бындай мөмкинлек булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек, бына бит, һәр бала үҙ бәхете менән тыуа тигән­дәре хаҡ! Эш, әлбиттә, аҡсала ғына түгел, иң мөһиме – һаулыҡ булһын.

Әлиә менән Рияз КИНЙӘБАЕВТАР, Учалы районы:
– Беҙ 2016 йылда өйләнештек. Торлаҡ мәсьәләһе әлегәсә хәл ител­мәгән: ата-әсәләребеҙгә рәхмәт, йортобоҙ төҙөлгәнсә, уларҙың ҡанаты аҫтына һыйынырға мәжбүрбеҙ. Никахҡа ингәс тә, район хакимиәтенә барып, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сиратына баҫҡайныҡ. Ниндәйҙер аныҡ маҡсат булмаһа ла, дәүләт йәштәргә иғтибар бирмәй ҡалмаҫ тигән өмөт күңелде йылытты. Былтыр, тәүге бәпестәре тыуған йәштәргә 300 мең һум аҡса бирәләр тигәнде ишеткәс, ифрат шатландыҡ. Быйыл 26 мартта беҙ­ҙең Марсель исемле улыбыҙ донъяға килде. Йорт төҙөп ятабыҙ, яйлап булһа ла донъяны бөтәйтәбеҙ. 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын алырбыҙ тип бик өмөтләнәбеҙ, сират тиҙерәк етһен ине, тип теләйбеҙ. Нисек кенә булмаһын, ошондай программа йәштәр өсөн – ҙур ярҙам.

Эльвира һәм Рөстәм АЛЛАҒО­ЛОВТАР, Иглин районы:
– Беҙ Иглин ҡасабаһында йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, ҡәҙимге һөнәр кеше­ләребеҙ. 300 мең һумлыҡ социаль түләү беҙҙең өсөн иҫ киткес ҙур ярҙам булды. Йорт төҙөп ятабыҙ – аҡса уны тиҙерәк сафҡа индереү өсөн китте. Програм­маның талаптары юғары, ул ысынлап та торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙы хәстәрләй. Яңы ғаилә ҡорған йәштәр өсөн был бигерәк тә әһәмиәтле.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә