Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зәйнулла ишан васыяттары
Күренекле дин әһеленең тыуған көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнде

Зәйнулла ишан васыяттарыБашҡортостан ерлегендә халҡыбыҙҙың рухи короле, ишан, остаз, күренекле ғалим, теолог Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлевтең тыуған көндәре үткәрелеп тора. Башҡорт ере үҙенең бөйөк улын данланы, уның мәғрифәтселек, дини белемдәрен өйрәнеүгә бағышлаған саралар үткәрҙе. Быйылғы халыҡ-ара конференция “Рәсәйҙәге традицион Ислам һәм атаҡлы башҡорт ғалимы, теолог, мосолман донъяһы мәғрифәтсеһе, шәйех Зәйнулла Рәсүлев” тип аталды.


“Суфыйсылыҡ гармония тыуҙыра”

Башҡортостан Хөкүмәте, Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты, Баш­ҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Учалы районы хакимиәте, Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы ойош­торған сара баш ҡалабыҙ Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында халыҡтың иртәнән ағылған рухи байрамынан башланып китте. Быны шуның өсөн айырым билдәләп әйтәм: башҡорт милләте был тантаналы көндө көтөп алды, шуға күрә ябай халыҡтың сараға эркелешеп килеүенә һоҡланырлыҡ ине.
Конференция сиктәрендә Рәсәй мосолмандары тарихының көнүҙәк мәсьә­ләләре, Рәсәйҙә традицион ислам һәм суфыйсылыҡ үҫешендә Зәйнулла ишан­дың мөһим роле хаҡында һүҙ алып барылды. Сарала ошо темалар буйынса ҡыйыу фекерҙәр әйткән, проблемалар менән шөғөлләнгән Башҡортостан, Рәсәй һәм сит илдәрҙән күренекле ғалимдар ҡатнашты.
Зәйнулла ишан васыяттарыСараны Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты директоры, фән докторы Айбулат Псәнчин алып барҙы. Байрамда ҡатна­шыусыларға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәбрик һүҙен ярҙам­сыһы Рөстәм Ишмөхәмәтов еткерҙе. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова үҙ сығышында башҡорттарҙың ғына түгел, башҡа милләттәрҙең дә рухи үҫешендә ҙур роль уйнаған Зәйнулла ишандың мираҫын өйрәнеүҙе дауам итергә саҡырҙы. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сынтимер Баязитов, баш ҡала ҡунаҡтарын ҡотлап, ҡалабыҙҙа Зәйнулла ишандың исемен йөрөткән урам булыуын да ғорур­лыҡ менән билдәләне. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль ғилми-тикшеренеү үҙәге рәйесе Рөстәм Ахунов рухи ҡеүәтте иҡтисади саралар менән дә нығытып ҡуйырға саҡырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, милләттәштәрен олуғ байрам менән ҡотлап: “Беҙ ҡеүәтле шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ, уларҙың исемен мәңгеләштереп, ижади мираҫын өйрәнеп, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлайыҡ!” – тине. Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты вазифаһын башҡарыусы, ғалим Айтуған Аҡманов, байрам менән ҡотлап, конференцияға эшлекле фекерҙәр теләне. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп Бибарсов шулай уҡ байрам менән ҡотланы. Айбулат Псәнчин Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровскийҙың ҡотлау сәләмдәрен уҡып ишеттерҙе.
Конференцияла Азербайжан, Германия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә, Япония, Үзбәкстан, Польша, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Владимир, Курск, Севастополь, Симферополь, Өфө, Тубыл, Төмән, Элиста, Махачкала ҡалаларынан ғалимдар, фән әһелдәре, дин белгестәре ҡатнашты.
Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтының директоры Ирина Попова үҙ сығышында классик ислам мәктәптәре хаҡында һөйләгәндә суфыйсылыҡтың Рәсәй ерлегендә иң ҡулай йүнәлеш булыуын билдәләне. “Суфыйсылыҡ донъяла гармония тыуҙыра, шуға күрә бөгөн беҙгә Зәйнулла ишандың мәктәбен өйрәнеп, гуманистик дәүләт төҙөүҙә ҡулланырға кәрәк!” – тине. Дағстан ғилми үҙәге ғалимы Шамил Шихалиев үҙ сығышында башҡорт халҡының улы Зәйнулла Рәсүлевте уларҙа ла бик ихтирам итеүҙәрен, уның мираҫын өйрәнеү­ҙәрен билдәләне. “Ике башҡорт шәйехе­нә – Зәйнулла Рәсүлевкә, Баязит Хәйруллинға беҙҙә мәсет асылған!” – тине ул. Бының менән беҙ башҡорт милләтенең ни тиклем рухи ҡеүәте көслө, башҡаларҙың остазы булыр шәхестәр үҫтереүенә иғтибар итергә тейешбеҙ. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Зәйнулла Рәсүлевтең шәжәрәһе менән таныштырып ҡына ҡалманы, ә яңылыҡты ҡабул иткән теолог булараҡ, ишандың мәғрифәтселек идеяларын да хуплауын белдерҙе. Ғалим Әхәт Сәлихов Зәйнулла Рәсүлевтең силсиләһе менән таныштырып, меңәрләгән-меңәрләгән мөридтәре булһа ла, 30-лап мөриденә генә иджәзә биреүен, улына тәрән ышаныс белдереүен, ҡотоп-заман Зәйнулла ишандың 84 йәшендә улы янында вафат булыуын әйтте.
Үзбәкстан ғалимы Ринат Шиһабдинов Зәйнулла ишандың исеме уларға таныш булыуын, әммә тәү тапҡыр З. Вәлидиҙең яҙмаларында осратыуы хаҡында һөйләне.
Филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов үҙ телмәрендә Зәйнулла ишандың эшмәкәрлегенә дини генә түгел, ә мәғрифәтселек идеялары хас булыуын билдәләне. Йөҙгә яҡын доклад тыңланды Өфөлә, Учалыла, Троицкиҙа барған конференцияларҙа. Уларҙың һәр береһен­дә Зәйнулла Рәсүлевтең мираҫы, эшмәкәр­леге тураһында ентекле әйтелеп, Рәсәй­ҙәге традицион исламдың суфыйсылыҡҡа бәйле булыуы билдәләнде.

Ошо ерҙең арҙаҡлы уланы

Зәйнулла ишан хаҡында “Башҡорт­остан” гәзитендә әленән-әле яҙылып тора, шулай ҙа уның биографияһына бәйле ҡайһы бер факттарҙы яңынан иҫкә төшөрөп китһәк тә була.
Зәйнулла Рәсүлев 1833 йылдың 25 мартында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар улысының (хәҙерге Учалы районының) Шәрип ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Рәсүлевтәр сығышы менән башҡорт ҡәбиләһе Ҡыуа­ҡандан булған. Зәйнулла ишандың шәжә­рәһе түбәндәгесә: Туҡһаба-бей g Ҡаңлы→ Миңтәй→ g Шахмай→ g Һеркә g Манғут g Ятабей g Яңыш g → Ураҙғәли→ g Моратҡол g Тупый g Солтанай→ g Ғашиҡ→ g Байрамғол g Муса g Рәсүл g Хәбибулла g Зәйнулла.
Зәйнулланың фамилияһы ҡартатаһы Рәсүл хәҙрәт бин Муса әш-Шәрифтән алынған, ул Шәрип ауылы мәсетенең имамы һәм уның янындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе була. Зәйнулланың атаһы Хәбибулла тыуған ауылының мәҙрәсәһен тамамлап, унда мөҙәрис булып эшләй. ХIX—XX быуаттарҙағы ҡайһы бер рәсми документ­тарҙа Зәйнулла ишандың фамилияһы Хәбибуллин тип яҙылған. Зәйнулланың әсәһе күренекле Аҙнасура ишандың яҡын туғаны булған.
Тәүге осорҙа Зәйнулла ҡартатаһы Рәсүл хәҙрәт бин Муса әш-Шәрифтең мәҙрәсәһендә уҡый. 1843—1845 йылдарҙа башҡорт кантоны үҙәге булған Малай-Муйнаҡ ауылындағы Мөхәмәт Бохариҙың мәҙрәсәһендә белем ала. Ул мәрхүм булғандан һуң Яҡуп бин Әхмәт әл-Ахундила уҡый һәм уның менән бергә 1848 йылда Ахун ауылына күсә. 1851 йылда Троицк ҡалаһының йәмиғ мәсете янындағы Әхмәт бин Хәлит Рахманғол әл-Манғари (әл-Минкари; 1821—1921) мәҙрәсәһенә — “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһенә уҡырға бара. Әхмәт хажи Бохараның Коклеташ мәҙрә­сәһен тамамлай һәм Нәҡшбәндиә дини йәмғиәте ағзаһы булып китә, артабан Истанбулда уҡыуын дауам итеп, шәйех тигән исем алып йөрөргә хоҡуҡ ала һәм, тыуған яғына ҡайтып, Троицк ҡалаһында тәүге мәҙрәсә аса. Уның уҡыу йортонда ғәрәп һәм фарсы телдәрен, Ҡөрьән тәфсирен һәм башҡаларҙы өйрәнгәндәр. Зәйнулла Рәсүлев шәкерт булған осоронда суфый­сылыҡ менән ҡыҙыҡһына башлай.
Зәйнулла Рәсүлев “Мөхәмәҙиә” мәҙрә­сәһен 1858 йылда тамамлай һәм Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы улысы Аҡҡужа (Юлдаш) ауылы мәсете янындағы мәҙрәсәлә мөҙәрис булып эшләй. Ырымбур губернаһы идара­лығының 1859 йылдың 23 майындағы фарманға ярашлы ошо уҡ ауыл мәсетенең указлы муллаһы — имам-хатибы һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе булып рәсми рәүештә раҫлана.
1859 йылда Шәрәфетдин бин Зәйнетдин Эстәрлетамаҡиның шәкерте булған шәйех Ғабдулхәким Ҡорбанғәли (1809—1872) ярҙамы менән Мөдйәҙиә йүнәлешендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы булып китә.
1869 йылда Мәккә һәм Мәҙинәгә барып тәүге тапҡыр хаж ҡыла. 1869—1870 йылдарҙа Истанбулда хәҡиҡәтте мистик рәүештә танып белеү (тәриҡәт) ысулын өйрәнә. Истанбулда уҡ Хәлиҙиә йүнәлешендәге Нәҡшбәндиә суфыйы Әхмәт Зыяитдин Көмөшхәнәүиҙең (1813—1893) тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт — иджазнамә ала. Әхмәт-суфый ислам ғилемен һаҡлап ҡалырға, ғалимдарҙың тормош юлын һәм хеҙмәттәрен өйрәнергә саҡырған; Төркиә ҡалаларында нәшриәт һәм күп кенә китапханалар аса.
Тыуған төйәгенә ҡайтҡас, суфыйлы башҡорттар араһында яңы тәртип, шул иҫәптән тәсбих тағып йөрөтөү, Аллаһ Тәғәлә исемен күп тапҡыр ҡысҡырып әйтеү – зекер, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн – Мәүлитте байрам итеү һәм башҡа йолаларҙы индерә. Дини тәғлимәтте һәм шәриәтте тәрән белеү, табипсылыҡ итеү, алдан күрә белеүсәнлек һәләттәре Зәйнулла Рәсүлевкә дини остаз — ишан исеме биреүгә булышлыҡ итә. Рәсүлевтең имамдар рәтенән үҙенең мөридтәре барлыҡҡа килә, ә Верхнеурал, Троицк һәм Златоуст өйәҙҙәрендәге эйәреүсе­ләрҙең дөйөм һаны ете меңгә барып етә.
Рәсүлевтең халыҡ араһында тиҙ дан ҡаҙаныуы һәм уның төбәк чиновниктарына йоғонтоһо тиҙ артыуы Ҡорбанғәлиевтәргә һәм башҡа консерватив ҡарашлы дин әһелдәренә оҡшап етмәй, улар уны Ғосман дәүләте файҙаһына пропагандалау һәм ялған дини тәғлимәт таратыуҙа ғәйеп­ләйҙәр. Һөҙөмтәлә 1872 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Зәйнулла Рәсүлевте Өфөгә саҡырта, унда ишан үҙенең ҡараштарын яҙып бирә һәм унан бөтә ғәйепләүҙәр сиселә. Әммә батша хакимиәте Рәсүлевте күп кенә сәйәси сыуалыштарға килтергән “башҡорт Шамилы” тип ҡулға ала. Өфө һәм Ырымбур төбәк хакимиәттәренә бигерәк тә Рәсүлевтең башҡорттарға үҙ ерҙәрен һатмаҫҡа, урыҫтар менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәттәргә инмәҫкә тигән саҡырыу­ҙары оҡшап етмәй. Һигеҙ ай дауамында Златоуст төрмәһендә ултырып сыҡҡандан һуң, 1873 йылдың ғинуарында Ғатаулла Әбделмаликов менән бергә Вологда губернаһының Никольск ҡалаһына һөр­гөнгә ебәрелә. 1876 йылда Рәсүлевте төрмәлә тотоу режимы еңеләйә һәм ул Кострома ҡалаһына күсерелә. 1881 йылда мөфтөй Сәлимгәрәй Тәвкилев булышлығы менән Рәсүлевкә тыуған яғына ҡайтырға мөмкинлек бирелә. 1881 йылда Зәйнулла Рәсүлев Аҡҡужа (Юлдаш) ауылына ҡайтып төшә.
1882 йылда икенсегә хажға бара, Истанбулда йәнә Көмөшхәнәүи менән осраша, яңы китаптар ала. 1883 йылдың аҙағында Зәйнулла Рәсүлевтең элекке остазы — Әхмәт бин Хәлит Рахманғол, Ырымбур губернаһы ахуны булараҡ, уға Троицк ҡалаһының 5-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы вазифаһын тәҡдим итә.

Троицк осоро

1884 йылда Зәйнулла Рәсүлев ғаиләһе менән Троицк өйәҙ ҡалаһына күсә, мәсет янында һуңыраҡ “Рәсүлиә” исемен алған мәҙрәсә аса. Шәфҡәтлелек менән шөғөл­ләнеүен дауам итә. Мәсет һәм мәҙрәсә эргәһендә Зәйнулла ишан менән осра­шыр­ға килгән мосолмандар өсөн ҡунаҡ­хана һәм ашхана төҙөлә, китапхана асыла. Ишандың ун меңләп мөрите була. АҠШ ғалимы Х. Алғарҙың гәзитебеҙҙә сыҡҡан мәҡәләһендә “ХХ быуат башында Волга, Урал һәм Себер яҡтарының ҡала һәм ауылдарының йөҙәрләгән имамы Зәйнулла ишан йоғонтоһонда була”, – тиелгәйне. Был, ысынлап та, шулай.
Зәйнулла Рәсүлевтең булышлыҡ итеүе арҡаһында Троицк ҡалаһы Рәсәй империяһы мосолмандарының мөһим мәғариф үҙәгенә һәм Нәҡшбәндиә-хәлиҙиә дини йәмғиәтенең тәғлимәтен таратыр өсөн терәк пунктына әйләнә. Рәсүлев йәҙитселек реформаларын яҡлап сыға, уның мәҙрәсәһендә яңы уҡыу-уҡытыу алымдары, программалары һәм ижтимағи фән төрҙәре индерелә. 1898 йылда мәҙрәсәлә уҡырға теләгәндәр тағы ла артҡас, үҙ аҡсаһына уның бинаһын киңәйтә. 1903 йылда мәҙрәсәләге мөҙәрис­лекте улы Ғабдрахманға тапшыра, әммә аҙнаһына бер Ҡөрьән тәфсирен уҡыта. 1905 йылда үҙенең килеменә яңы ике ҡатлы мәҙрәсә бинаһы корпусын һәм сит яҡтан килгән шәкерттәр өсөн ике ҡатлы ятаҡ төҙөй.
Зәйнулла Рәсүлевтең шәкерттәре араһында мөфтөйҙәр: Ғәлимйән Баруди (1857—1921), Ғабдрахман Рәсүлев (1881—1950) һәм Шәкир Хыялетдинов (1890—1965) һәм башҡа бихисап билдәле мосолман дин әһелдәре була. 1901 йылда Ҡазандағы “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһенә тәүге нигеҙ ташын һала. Морат Рәмзиҙең ике томлы тарихи китабын 1907—1908 йылдарҙа нәшер итеүҙең сығымдарын Зәйнулла Рәсүлев ҡаплай. Был китапта колонизация осоронда башҡорттарҙың ике миллион дисәтинә ере тартып алыныуы тураһында яҙыла һәм Морат Рәмзиҙең был хеҙмәте батша властары менән тыйыла һәм һатыуҙан алына.
Зәйнулла ишандың иң ныҡ танылған мөридтәре – Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов.
1859 йылда Нәҡшбәндиә суфыйсылар орденына ағза итеп ҡабул ителгән Зәйнулла Рәсүлевкә Зыяитдин Көмөшхәнәүи уны “тулы белемле, камил булған хәлфә” тип баһалап, мөридтәр уҡытып, уларҙы Хәлиҙиә-Нәҡшбәндиә суфыйҙары туғанлығына алыу хоҡуғы бирә. Был хаҡта Калифорния университеты ғалимы Хәмит Алғар ишан хаҡындағы мәҡәләһендә тәрән аңлатып үтә. Мәшһүр фекер эйәһе, философ, мәғрифәтсе-мөғәллим, дин әһеле, башҡорт халҡының рухи батшаһы, суфыйҙарҙың Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлын дауам иткән Зәйнулла ишан Рәсүлевте өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле беҙгә.
Зәйнулла ишандың силсилә буйынса рухи алмашсыһы улы Ғабдрахман Рәсүлев булыуын уны ерләүҙә ҡатнашҡан мөриттәренең сығыштары иҫбат итеп тора. Өфө имамы Сабир Хәсәнов, “Вазифа” мәктәбе уҡытыусыһы Ғабдулла Ғәзиз биш меңдән ашыу кеше алдына сығып: “Беҙ Ғабдулла хәҙрәт остазының юғарылығын һәм уның изге бурысын дауам итер тип өмөт итәбеҙ”, – ти. Америка ғалимы Хәмит Алғар киң билдәле мәҡәләһендә: “Ғабдрахман Рәсүлев Хәлиҙиә-Нәҡш­бәндиә тәриҡәте вәкиле булған атаһының хәлифе булыуы дөрөҫ факт!”– тип яҙа. Тәриҡәт тарихына күҙ һалһаң, шуныһы асыҡ билдәле: ғәҙәттә, мөрид үҙенең остазын һуңғы юлға үҙе оҙата. Ғабдрахман хәҙрәт тә атаһын һуңғы юлға халыҡ менән бергә оҙата. Шулай итеп, Зәйнулла Рәсүлевтең юғары мәҡәме, юғары вазифаһы һәм бәрәкәте, ә иң мөһиме – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. аша сил­силә буйынса шәйехтән шәйехкә күсеп килгән тәриҡәт серҙәре уның улы Ғаб­драхман Рәсүлевкә күскән, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ.

Ғабдрахман Рәсүлев

Ғабдрахман Рәсүлев бөгөнгө Учалы районының Ахун ауылында тыуған. Белемде Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсә­һендә алған. Уға атаһынан алтын сылбыр силсиләһе тапшырылыуы хаҡында замандаштары ла әйтеп ҡалдырған. Был хаҡта конференцияла ғалим Әхәт Сәлихов айырым билдәләп китте. Әйткәндәй, мәҡәлә шулай уҡ гәзитебеҙҙә баҫылды.
Ғабдрахман Рәсүлев заманының күренекле, көслө шәхесе була. СССР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө булыуы ла был хаҡта әйтеп тора. Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге фиҙакәрлеген тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрөп китәйек. Өфөлә 1942 йылда мосолмандарҙың съезында Ғабдрахман Рәсүлев фашистарға ҡаршы изге һуғыш – ғазауат – иғлан итеп, Ҡыҙыл армия сафында көрәшергә саҡырып, халыҡ алдында ялҡынлы, йөрәгенән сыҡҡан телмәр тота: “Бөгөн ҡулына ҡорал алып, немецтарға ҡаршы һуғышҡа сығып, беҙҙең уртаҡ Ватаныбыҙ өсөн көрәшмәгән бер генә иманлы кешенең дә атаһы, ағаһы ҡалманы. Шулай уҡ, моғайын да, тылда фабрика, заводтарҙа үҙ хеҙмәте менән еңеү өсөн ярҙам итмәгән кеше ҡалмағандыр. Сөнки беҙ, мосолмандар, Мөхәммәт с. ғ. с. һүҙҙәрен бер генә мәлгә лә иҫебеҙҙән сығармайбыҙ: “Ватаныңа һөйөү – ул һинең иманыңдың бер өлөшө”. Был телмәр тулыһынса “Труд” гәзитендә баҫылып сыға. Ә инде “Известия” гәзитенең 1943 йылдың 30 мартында Ғ. Рәсүлевтең Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәренең уңышы менән ҡеүәтләнеп, ил башлығы И. Сталинға яҙған хаты тулыһынса баҫыла. Ул унда танк колоннаһы төҙөүгә шәхсән үҙе 50 мең һум аҡса күсереүе һәм башҡа мосолмандарҙы ла шундай уҡ ғәмәл башҡарырға саҡырыуы тураһында әйтелә. Уның был саҡырыуын бик күп дин әһелдәре ҡабул итеп ала. Баймаҡ районының Муллаҡай ауылынан шәйех Ғабдулла Сәйедиҙең улы Әнүәр әүлиә хәтерләүенсә, мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлев саҡырыуы буйынса улар Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан мәсетендә йыйылып, көнө-төнө доға ҡылып, зекер әйтеп, “Әй, Аллаһ Тәғәләм, халҡыбыҙға, яугирҙәребеҙгә көс-ҡеүәт бир. Яуыз дошмандан илебеҙҙе азат итергә насип ит!”– тип теләйҙәр. Был зекерҙәрҙә Күгәрсен районынан Шәмиғол хәлфә, Белорет районынан Шәмсетдин мулла кеүек халҡыбыҙҙың аҫыл заттары ла ҡатнаша. Уларҙың доғалары ла Еңеү көнөн яҡынайтыуға өлөш индергән, иншаллаһ!
Ил башлығы ла яуапһыҙ ҡалмай: “Ҡыҙыл армияның танк ғәскәрҙәрен хәстәрләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Минән сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итегеҙ”, – тип яуап бирә ул баш мөфтөйгә. Тап Ғ. Рәсүлев менән осрашҡандан һуң И. Сталин киң билдәле “Ни шагу назад!” тигән бойороғона ҡул ҡуя, сөнки мөфтөй уға “бары тик сигенмәһәк кенә еңәсәкбеҙ” тип әйтә. Үҙенә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән юғары вазифаһы менән Ғабдрахман хәҙрәт фронттағы Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренең хәлен күрһәтә. Бына ҡайҙан тыуған ул илде һаҡлар, яҡлар приказ!
Совет осоро, атеизмдың сәскә атҡан мәле, әммә Ғ. Рәсүлевтең ҡеүәте менән ил мосолмандарына хажға юл асыла, ул тәүгеләрҙән булып дини календарҙар сығара башлай. Башта Силәбе өлкәһенең Миәс ауылында, Ишембай ҡалаһында, торараҡ Башҡортостанда ябылған 17 мәсетте яңынан асалар. Ислам дине буйынса китаптар нәшер ителә. Үҙенең ғәмәлдәренең хаҡ булыуына инанған Ғабдрахман Зәйнулла улы СССР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты исеменән дини ойошмаларға ярҙам итә, һис ҡурҡмайынса уларҙың эшмәкәрлеген күтәрә. 1950 йылға тиклем илдә 917 дини ойошмаға рөхсәт бирелә. Илдә Ислам динен таратыу, нығытыу өсөн ул бөтә булған рухи көсөн, алған белемен һалып эшләй. 20 йылдан ашыу совет дәүләтенән рәсми рәүештә берәү ҙә хажға бармаған була, тап Ғ. Рәсүлев мосолмандарға юл аса, делегация етәксеһе булараҡ хаж ҡыла. Уның танылған һәм ихтирамға лайыҡ дин әһеле булыуы тураһында йәнә лә үҙе иҫән саҡта “Ислам дине” әҫәрен күп тираж менән сығарып халыҡҡа тарата алыуы ла һөйләй. Уның юллауы һөҙөмтәһендә 1948 йылдың октябрендә 4-се мосолман съезы асыла. Быға тиклемгеһе 22 йыл элек, йәғни 1926 йылда үткән була. Сарала 53 делегат ҡатнаша һәм съезд ҡарары менән ойошманың исеме үҙгәртелә – СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты тип атала башлай. Мосолмандарға кәрәк булһа, ул власть органдарына туранан-тура мөрәжәғәт итеп, бөтә мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышҡан. Мәҫәлән, 1949 йылда Дини мәсьәләләр буйынса совет рәйесе Полянский менән осрашып, тәҡбир әйтеү, ҡорбан килтереү йолаларының ҡанундарға ярашлы булыуын раҫлай, ҡабаттан тергеҙеүгә өлгәшә. Шулай уҡ тәүгеләрҙән булып зәм-зәм һыуын тарата башлай. Хаж ҡылмаған мосолмандар уның был ғәмәлен күҙ йәштәре аша рәхмәтле булып ҡабул итә. Мәүлит байрамын да Ғабдрахман хәҙрәт киң йәйелдереп ебәрә. Уның Ислам дине донъяһында абруйы шул тиклем ҙур була, хатта ки сит илдәрҙә эшмәкәрлеген өйрәнеүселәр барлыҡҡа килә. Юҡҡа ғына 1947 йылда Америкала сыҡҡан “Диндә кемдең кемлеге” китабына уның биографияһы ла инеп китмәгән.
Суфыйсылыҡ – ул беҙҙең халҡыбыҙ Ислам динен ҡабул иткәндән төбәгебеҙҙә йәшәп килгән Аллаһҡа табан юл. Бәндәләр йөрәге аша, бөтә асылы аша Хоҙай Тәғәләнең барлығын танып, уға һыйынып, бары уның хозурында ғына йәшәүгә ынтылыу. Юҡҡа ғына төбәгебеҙҙә әүлиәләр ҡәберлектәре, уларға тәрән хөрмәт һаҡланмаған. Эйе, совет осоронда былар барыһы ла онотола яҙған, әммә халыҡ күңелендәген, хәтерендәген, йөрәгендәген бер ни ҙә юя алмай. Башҡорт халҡының тәрән ихласлыҡ менән Аллаһ Тәғәләгә табыныуы уны XXI быуатҡа алып килеп еткергән. Артабан да ул Хоҙайға ышанып, киләһе быуаттарға, Ҡиәмәт көнөнә тиклем атлар, иншаллаһ.
Өфөлә уның атаһы – Зәйнулла ишандың эшмәкәрлегенә бағышланған сара булды. Ә бит бынан 68 йыл элек тап шул көндә Ғабдрахман хәҙрәт баҡыйлыҡҡа күскән. Сараға килгәндәр уның Туҡай мәсете майҙанында урынлашҡан ҡәберенә зыярат ҡылды, доғалар уҡыны.

Исеме – халҡы йөрәгендә

Учалы районының Юлдаш ауылы мәктәбе Зәйнулла Рәсүлевтең исемен йөрөтә, унда уға бағышланған музей ҙа бар. 2008 йылда тыуған ауылы Шәриптә уға һәйкәл ҡуйылған. 2008 йылда Зәйнулла Рәсүлевтең исеме Өфөләге бер урамға, Троицк ҡалаһының 3-сө йәмиғ мәсетенә бирелә. 2009 йылда Учалы ҡалаһында Зәйнулла ишан хөрмәтенә һалынған мәсет асыла. Быйыл иһә Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан исемендәге мәҙрәсә сафҡа инде.
Учалылағы конференцияла шулай уҡ сит илдәрҙән килгән ғалимдар, Башҡортостандың фән әһелдәре менән бергә ерлектәге халыҡ та, ишандың туғандары ла ҡатнашты, сығыш яһаны.
Йөҙ йылдан һуң “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе эшләй башлауын урындағы халыҡ, сарала ҡатнашыусылар Аллаһ Тәғәләнең хаҡ мосолмандарға бер бүләге тип ҡабул итә. “Ул ҡабат әйләнеп ҡайтыр өсөн Мәңгелеккә күскән, әммә рухы, бәрәкәте һәр саҡ беҙҙең менән!” – тип ҡабатлай мосолмандар бер тауыштан. Әйткәндәй, Троицкиҙа Рәсүлев уҡыуҙары быйыл етенсе тапҡыр үтә. Мәҙрәсәне асыу тантанаһында Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Баш­ҡортостандың Урал федераль округын­дағы вәкиле Амур Хәбибуллин, Баш­ҡортостан Башлығы эргәһендәге дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре советы рәйесе В. Пятков ҡатнашҡан.
Өфөлә, Учалыла, Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаларында бик күркәм саралар үтте. Улар Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлевтең, халҡыбыҙҙың мәшһүр улының исеме милләте йөрәгендә һаҡланыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Уның бәрәкәте, уның рухи ҡеүәте лә – халҡы менән, үҙ ерендә.
Мәшһүр ишан Зәйнулла Рәсүлев тә бит беҙгә был илаһи заман тураһында әйтеп ҡалдырған һәм ул дәүер килде. Бары тик милләтебеҙ, ошо яңылыҡты аңлап, бөтә йөрәге менән ҡабул итергә, аңына һеңдерергә бурыслы: “Халҡыбыҙ­ҙың сабырлығы иманы кеүек үк сикһеҙ. Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәте сикһеҙ, ул күргән михнәттәр өсөн лайыҡлы әжерен дә ебәрә. Ул көнгә мин барып та етә алмам, моғайын, әммә бер мәл бер нәмә лә Хәҡиҡәттең яҡты нурын ҡаплай алмаясаҡ”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872