Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сыңлаһын салғы сыңы!
Ҡырмыҫҡалыла фольклор байрамы уҙҙы

Сыңлаһын салғы сыңы!Борондан ауыл халҡы бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам үткәрер булған. Туғайҙа һарыҡ һуйып, матур мәжлескә туған-тыумаса, күрше-тирә йыйылған. Ҡалҡыуыраҡ урында түңәрәк ҡор яһап һөйләшкәндәр, доға уҡылған. Кемгә ниндәй ер бүлергә, нисек эшкәртергә, эшләргә — һәммәһе хаҡында кәңәшләшкәндәр. Бесәнгә төшөү көнөндә үләнде тота килеп саба башламағандар. Тәүҙә йырлап, бал балы менән һыйлашып мәжлес үткәргәндәр. Үләнде, ҡоштарҙы, ағастарҙы һыйлағандар, теләктәр әйткәндәр. Бер көн шулай үткән. Иртәгәһенә генә эшкә тотонғандар. Бесән сабыр алдынан да, бөткәс тә туғандар, ырыу-ара йыйылышып, байрам иткән. Ер рухын, үлән эйәһен ризалатыр өсөн үткәрелгән был сара. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында уҙған “Сыңла, салғы!” республика фольклор байрамы, әйтерһең дә, ошо мәжлесте хәтерләтте.


Бәйгеләр, бәйгеләр...

Иртүк ялан йыр-моң, уйын-көлкөгә күмелде. Байрамға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар, Ғафури, Дәүләкән, Благовещен, Шишмә, Бөрө, Бүздәк, Благовар, Федоровка, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарынан бәйге­селәр, тыуған яғын һағынған яҡташтар, тамаша ҡылырға ҡунаҡтар йыйылды. Сара бишенсе тапҡыр үткәрелде. Маҡсаты — Башҡортостанда традицион бесән сабыу һәм бесән мәле мәҙәниә­тен яңыртыу, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү. Райондың фольклор коллективтары – башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мордва вәкилдәре килгән ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу, үлән сәйе, айран менән һыйланы, йырҙар, таҡмаҡтар менән дәртләндерҙе.
Байрамға килгән халыҡты Ҡырмыҫ­ҡалы районының хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәрғәт Ҡотлобаев тәбрикләне:
— Ауыл халҡының иң мөһим өс эше бар: сәсеү, бесән әҙерләү һәм ашлыҡ йыйыу. Бесән сабыу – ғаилә байрамы. Был традиция әле булһа һаҡлана. Бөгөн бөтә район халҡы бесәндә. Байрам булғанға күрә, улар яландан салғылары менән тура бында килгән. Бәйгелә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем!
Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова шулай уҡ ҡунаҡтарҙы тәбрикләне:
— Төрлө фестивалдәр, саралар араһында “Сыңла, саңғы!” – иң сағыу, күркәм байрамдарҙың береһе. Республиканың төрлө төбәктәренән бәйгелә ҡатнашыусылар йыйылған. Был ҙур ҡыҙыҡһыныу тураһында һөйләй. Милли йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу йәһәтенән үткәрелгән бәйге ҙур баһаға лайыҡ.
Байрамда бәйләм (венок) үреү, “Шифалы үләндәр”, “Стог-Land-art — объект” (бесәндән һәм һаламдан һындар дизайны), “Урман ашы” (яланда бесәнселәрҙең аш табыны) конкурстары үтте. Ижади коллективтарҙың, бейеү ансамблдәренең һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары ҡунаҡтарҙың күңелен дәртләндерҙе, байрам кәйефен өҫтәне. Үләнсе-табиптар дауалау алымдары, үләндән дарыуҙар эшләү тураһында һөйләне. Ғафури районынан Сергей Тимофеев был байрамға төрлө сәйҙәр, шифалы үләндәр алып килгән. Ә бына Ҡырмыҫҡалынан Рәмзиә Сәғитова үләндәрҙән төрлө майҙар, дарыуҙар эшләй. Был һөнәр менән ул 20 йыл шөғөлләнә.
Бесән сабыу бәйгеһе лә бик ҡыҙыу барҙы. Эльза Заһирова Шишмә районының Сәлих ауылынан килгән. Беренсе тапҡыр ҡатнаша.
— Байрам юғары кимәлдә үтә. Конкурстар бик күп. Килгәнебеҙгә шатланып бөтә алмайбыҙ. Концерт ҡарап, бәйгелә ҡатнашып, ҡыуанып ҡайтырға яҙһын, — ти ул, шатланып.
Ә Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылынан Гәүһәрә Моталлаповаға – 77 йәш. Өсөнсө йыл был байрамға килгәндә ул бик сәмләнеп ҡайта. Быйыл иһә бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән. “Йәштәргә етеп булмаһа ла, иң мөһиме — ҡатнашыуым”, – ти инәй.
Ҡарлыманбаш ауылынан Хәмиҙә Ҡотлоярова иһә бәйгелә өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. Техника заманында йәштәрҙең салғы менән бесән сабыуына һөйөнә ул.

Еңеүселәр кемдәр?

Талапсан жюри бесән сапҡанда тиҙлекте генә түгел, сифатты ла баһаланы. Ниһайәт, бәйгенең еңеүселәрен билдәләр мәл етте. Ҡатнашыусыларҙың тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. I дәрәжә лауреат исеменә ир-егеттәр араһында Мәжит Ҡоҙаҡаев (Ҡамышлы ауыл хужалығы) лайыҡ булды, II дәрәжә лауреат — Рөстәм Фәтҡуллин (Николаев ауыл хужалығы), III дәрәжә лауреат — Рим Дәүләтов. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында I дә­рәжә лауреат исемен Гөлнур Камалова (Һәүәләй ауыл хужалығы) яуланы. II дәрәжә лауреат тип Ләйсән Абдуллина (Иҫке Бәпес ауыл хужалығы) танылды. III дәрәжә лауреат исеменә Светлана Вәлиева (Бүздәк районы) лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, бесән сабыу бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың йәше төрлөсә ине. “Иң йәш салғысы” номинацияһында ир-егеттәр араһынан Нуриман Шәймәрҙәнов (Ҡырмыҫҡалы районы), ә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Эльза Заһирова (Шишмә районы) еңеүсе тип танылды. Ир-егеттәр араһында Фәнзил Рәжәпов (Иҫке Муса ауыл хужалығы), ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Гәүһәрә Моталлапова (Яңы Ҡыйышҡы ауыл хужалығы) “Иң оло салғысы” тип билдәләнде. “Шифалы үләндәр” конкурсында Сергей Тимофеев (Ғафури районы) — I урынға, Рәмзиә Сәғитова (Ҡырмыҫҡалы районы) – II, ә Фәриҙә Хөсәйенова (Федоровка районы) III урынға сыҡты.
“Урман ашы” конкурсында һәр кем баҫыуҙа аҙыҡ әҙерләне. Бында Дания Хәбирова, Лилиә Ихсанова (Шайморатов исемендәге ауыл хужалығы), Венера Мөхәмәтшина (Ҡырмыҫҡалы райо­ны), Нәзибә Струкиналарҙың ризыҡтары еңеү яуланы. Бесәндән һәм һаламдан һындар дизайны буйынса “Стог-Land-art — объект” конкурсында Валентина Иванова менән Виктория Воронцова (Ефремкин ауылы) еңде. Ә инде “Венок үреү” конкурсында ҡатнашыусылар эшенә бөтә күңелен һәм фантазияһын һалып башҡарҙы. Ялан сәскәләренән бындай бүләктәр еңеүселәргә таратылды.
“Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт” тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Байрамда уйнап, көлөп, йырлап күңел астылар. Сара Дуҫлыҡ кәбәнен йыйыу йолаһы менән тамамланды.

Ҡырмыҫҡалы районы.

Айгөл ГӘРӘЕВА, “Мәрхәмәт” фонды президенты:
— Был байрамдың йыл һайын үткәрелеүенә шатмын. Арт-ҡаласыҡтар күңелемә ятты. Бәләкәй сағымда ауылға бара инем. Олатайым мине бесән сабырға өйрәтте. Үләндең һәр бөртөгө ҡышын малды туйындыра. Бесән сабыусы минең күңелемдә туйҙырыусы булараҡ уйылып ҡалған. Бөгөн барыһы ла еңеүсе булырға тейеш. Мул уңыш йыйырға яҙһын!
Мозафар ИСХАҠОВ, бәйгелә ҡатнашыусы:
— Ғүмер буйы ауыл хужалығында механизатор булып эшләнем. Бәйгелә беренсе тапҡыр ҡатнаштым. 15 йәштән бесән саптым. Онотолмаҫ тойғолар, бөтмәҫ ҡомар кисерҙем. Атай-олатайҙар рухы уянғандай булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874