Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә...
Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә...Ишле ғаиләлә үҫкән ҡыҙыҡай күҙҙәренең насар күреүенә әһәмиәт бирмәй. Үтә аралашыусан, теремек холҡо арҡаһында бер ерҙә лә юғалып ҡалмай, киреһенсә, әллә ниндәй мажаралар уйлап табып, тиҫтерҙәрен әйҙәп алып йөрөүгә әүәҫ була. Инде улар менән бергә мәктәпкә барырға йыйынғас, атаһы уны тыуған Баймағынан алыҫта ятҡан Ғафури районының Табын махсус (коррекция) мәктәп-интернатына илтеп ҡуя. “Ниңә мине ситләтәләр, башҡаларҙан айырып ҡарайҙар?” – тип өҙгөләнә бала йөрәге. Әйүп ағайҙың үҙенә лә бындай аҙымға барыуы еңел булмай: өйҙәренең йәме булып, уйнап-көлөп кенә йөрөгән ете йәшлек Айһылыуын сит-ят ерҙә ҡалдырып китһенсе әле...
Баймаҡтағы һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Айһылыу Ишбирҙина ҡасандыр насар күреүсе балаларға тәғәйенләнгән Табын мәктәбенә юлығыуына бөгөн һөйөнөп бөтә алмай. “Унда IX класҡа тиклем уҡыным. Яҡшы белем бирҙеләр, кешеләрҙе ихтирам итергә, ярҙамсыл булырға, тормошҡа яраҡлашырға өйрәттеләр”, – ти ул. Донъяны бар тулылығында күреүҙән мәхрүм булғандарҙың хәлен үҙ йөрәге аша үткәргән ҡатын хәҙер башҡаларҙың терәгенә, рухи көс сығанағына әүерелгән.
– Берәй ағзаң теүәл эшләмәһә, Хоҙай икенсе һәләтеңде үҫтерә тигәндәре дөрөҫ. Йәмғиәтебеҙҙәге һәр кем үҙенә күрә талантлы. Мәҫәлән, кисәләребеҙҙе гармунсы Ирек Алсынбаев биҙәй. Ул районда уҙған конкурстарҙа гел еңеү яулай. Бер нисә йыл элек ҡатынын юғалтты, янында өс балаһы бар. Һынауҙарға зарланмай, көслө рухлы кеше, – тип Айһылыу Әйүп ҡыҙы йәмғиәттәге 120-нән ашыу кешенең һәр береһе хаҡында йылы хистәр менән һөйләргә әҙер, сөнки уларҙың йәшәйешен һәр саҡ күҙ алдында тота.
Араларынан 27 йәшлек Рәйел Мырҙабаевтың бөгөн Мәскәүҙә махсус училищела массаж яһау оҫталығына өйрәнеүенә ҡыуана оло йөрәкле ҡатын. Өйләнеп, бала үҫтереп, фатир алып йәшәп ятҡан сағында хеҙмәттәштәренең мәғәнәһеҙлеге арҡаһында тома һуҡыр ҡала. Кисә генә ер һелкетеп йөрөгән йәш ир тормоштан ваз кисә, өйөнән сыҡмаҫ, кеше менән аралашмаҫ була. Бәлки, артабан да шулай дауам итер ине, әммә бер мәл өйҙәренә Айһылыу Әйүп ҡыҙы килеп инә. Рәйелде ҡанатландырырҙай, һүрелгән күңелендә осҡон ҡабыҙырҙай һүҙҙәр таба ул.
Күҙҙәре насар күргән Тәнзиләнең яҙмышына ла битараф ҡала алмай: кешеләр араһына сығырға ҡыйынһынған баҫалҡы, ҡыйыуһыҙ ҡыҙҙы йәмғиәт тормошона йәлеп итә, һөнәрселек училищеһына уҡырға инергә ярҙамлаша. Ҡыҙ бала күҙ алдында үҙгәрә, хәленә инерҙәй итәғәтле дуҫтар таба. Әле ғаилә ҡороп, матур итеп донъя көтә.
“Үҙ-үҙеңә йомолоп, бар донъяға асыуланып йәшәргә ярамай. Кешегә аралашыу, уртаҡ маҡсаттарға ынтылыу көс бирә. Бары коллективта ғына шәхес булараҡ үҫергә мөмкин”, – ти йәмғиәт рәйесе. Үҙе ике техникумда уҡыған, егерме йылға яҡын элемтә үҙәгендә оператор булып эшләгән, коллективында һәйбәт ойоштороусы булып танылған. Күҙҙәре тағы нығыраҡ насарайыу арҡаһында яратҡан эшен ташларға тура килә уға. Йәмғиәт ағзалары өсөн кисәләрҙе мөмкин тиклем йышыраҡ уҙғарырға ынтылыуы тормош тәжрибәһенән киләлер, моғайын. Быйыл, мәҫәлән, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр райондары, Сибай ҡалаһы инвалидтары өсөн Граф күле буйында матур сара ойошторған. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығында ҡабул итеү көнөн үткәреүҙә ҡатнашып, күптәргә өҫтәмә түләүҙәр юллауҙа ярҙамлашҡан. Быларҙан тыш, бағыусылар табып, I төркөм инвалидтарына Яңы йыл бүләктәре әҙерләп ҡуйған. “Улар өйҙәренән сығып йөрөй алмай, шуға үҙем барып ҡотлайым”, – ти Айһылыу Әйүп ҡыҙы. Баймаҡ районының үҙәк китапхана директоры Луиза Дәүләтшина ярҙамында аудиокитаптар алыуға өлгәшеүҙе лә насар күреүселәр тормошонда оло ваҡиға тип ҡабул итә йәмғиәт рәйесе. Китап уҡый алмаусылар хәҙер бындай яҙмалар аша башҡорт һәм урыҫ әҙәбиәте менән таныша.
Байтаҡ көс талап иткән ғәмәлдәрҙе йәмғиәт рәйесе күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Хеҙмәт хаҡы алыу түгел, хатта ултырып эшләрлек бүлмәһе лә юҡ уның. Бығаса йәмғиәт бер фондтың мөйөшөн бушлай биләгән, һуңынан, итәғәтле генә итеп, уны бушатыуҙы һорағандар. Хәҙер барлыҡ ойоштороу эштәрен өйҙә алып бара, телефондан һөйләшеүгә киткән сығымдарҙы ла үҙ пенсияһынан түләй. Айһылыу Ишбирҙина, киләһе йылға район бюджетын планлаштырғанда һуҡырҙар йәмғиәтен дә күҙ уңында тотоуҙарын һорап, хакимиәт етәкселегенә ғариза яҙған. Күреү һәләтенән мәхрүм булғандарҙың үтенесенә күҙ йомоп ҡарамаҫтар, тип ышанғы килә. “Йылы һүҙгә, аралашыуға мохтаж кешеләрҙең яҙмышы матди байлыҡтан күпкә ҡиммәт,” – ти ауырлыҡтар алдында баш эймәҫ ҡатын.
Нурзиә ХӘСӘНОВА
Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә