Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уҡтары сәпкә тейҙе
“Мәргән уҡсы”ны ойоштороуға республика Башлығы 90 мең һумлыҡ грант бүлде

Уҡтары сәпкә тейҙеҮткән ял көндәрендә Иглин районында “Мәргән уҡсы” традицион яндан уҡ атыу буйынса халыҡ-ара фестивале уҙҙы. Сара халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү, традицион яндан уҡ атыу һәм атта һыбай килеш уҡ атыу шөғөлдәрен популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында уҙғарылды.


Оло йыйын республиканың Ауырғазы, Ғафури, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ишембай, Иглин районда­рының, Өфө, Сибай, Стәрле­тамаҡ, Салауат, Учалы ҡалала­рының, Мәскәү, Омск, Силәбе, Ырымбур өлкәләренең, шулай уҡ Словакия, Германия, Ҡаҙағс­тан, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Белоруссия илдәренең туҡһанға яҡын мәргәнсеһен бергә тупланы. Улар араһында уҡ атыу сән­ғәте менән яңы ғына ҡыҙыҡһына башлағандар ҙа, халыҡ-ара спорт төрө булараҡ етди шөғөл­ләнгәндәр ҙә, хатта мәртәбәле бәйгеләрҙә еңеүселәр ҙә бар ине.
“Мәргән уҡсы” ойошмаһы директоры Юлай Ғәлиуллин әйтеүенсә, сараның тап Иглин районында үткәрелеүе осраҡлы түгел. Бер яҡтан, район баш ҡалаға яҡын булыуы менән сит тарафтарҙан килгән ҡатнашыу­сы­ларға һәм республика уҡсы­ла­рына уңайлыҡ тыуҙырһа, икен­сенән, тап урындағы етәксе­ләрҙең мәртәбәле сараны ойош­тороуға оло теләктәшлек белде­реүе һәм дәррәү күтәреп алыуы маҡтауға лайыҡ. Быйыл да сара тәү башлап ҡуйған маҡсат­та­рына тоғро ҡалып, халҡыбыҙға хас шөғөл – яндан уҡ атыу сәнғәтен пропагандалау менән бергә, милли йолаларҙы, аш-һыу сәнғәтен, халыҡ бейеү­ҙәрен, йыр-риүәйәттәрҙе өйрә­неү, шулай уҡ тарихи милли башҡорт кейемен тергеҙеү бурыстарын әүҙем тормошҡа ашырҙы.
– Һеҙҙең барығыҙҙы ла йәмле Иглин ерендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Уҡсыларға уңыштар юлдаш булһын, мәргәнлек, сослоҡ, үткерлек, етеҙлек, сәм теләйем. Бәйге рухы менән ҡанатланып, беҙҙең иркен Иглин ерендә күңелегеҙгә ял алып, дәртләнеп, шатланып ҡайтырһығыҙ тип ышанам. Милли йолаларыбыҙ менән таныштырыу, районыбыҙға хас милли шөғөлдәрҙе күрһәтеү ниәтенән республиканың башҡа райондарынан килгән милләттәштә­ребеҙгә, ҡунаҡтарға ихтирам йөҙөнән беҙ район һабантуйын да ошо матур сара эсенә индереп ебәрҙек. Моғайын, ҡунаҡсыл Иглин ере һеҙҙең барығыҙға ла оҡшар, еңеүҙәрегеҙгә көс һәм дәрт өҫтәр. Уңыштар һәм мәргәнлек һеҙгә, – тине Иглин районы хакимиәте башлығы Ғәфүән Шәйхетдинов һәм уҡсыларҙы һабантуйға саҡырҙы.
Иртәгәһенә фестивалдең район һабантуйы менән бер рәттән уҙғарылыуы әһәмиәтле булды. Ҡунаҡтар, ярыштарҙан тыш, һабантуй сараларын да күреп һөйөндө. Был көндө “Мәргән уҡсы” бәйгеһенән тыш, “Евразия кубогы” халыҡ-ара турниры, шулай уҡ район хакимиәте башлығының махсус призына һыбай килеш уҡ атыу бәйгеһе ойошторолдо.

“Мәргән уҡсы”ны биш меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды

Уҡтары сәпкә тейҙе“Мәргән уҡсы” халыҡ-ара фестива­ленең район һабантуйы менән үрелеп барған икенсе өлөшөн Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина тәбрикләне.
– Күп милләтле Иглин ерендә ойошторолған бөгөнгө оло байрам – тыныслыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек, кәңәшле эш һөҙөмтәһен күрһәткән матур сара, – тине ул һәм байрамда ҡатнашыусыларға еңеүҙәр, уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләне.
Сара уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, сәнғәт оҫталарының йыр-бейеүҙәре, кискеһен иһә төрлө тарафтарҙан килгән мәргәндәрҙең концерты менән үрелде, оҫталарҙың күргәҙмәләре, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары өҫтәлдәрҙе йәмләне.
Йылдағыса ярыштар ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым ойошторолдо. Быйылғы бәйгелә бына инде өс йыл рәттән ҡатнашып оҫтарған мәргәндәр ҙә, шулай уҡ беренсе тапҡыр ҡатнашырға йөрьәт иткән ҡыйыуҙар һәм дәртлеләр ҙә бар ине. Улар барыһы ла бәйге рухы менән ҡанатланып төрлө алыҫлыҡтағы сәптәргә уҡ төҙәне, ял иткән арала уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында матур әңгәмәләр ҡорҙо, аралашты һәм фекер алышты.
Шулай итеп, беренсе көндә “Мәргән уҡсы” традицион яндан уҡ атыу бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров алды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Бөрйән районынан һунарсылар нәҫеленән ағалы-ҡустылы Салауат һәм Сынбулат Юлбирҙиндар бүлеште. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе һәм өсөнсө урындарҙы Учалы ҡыҙҙары Лиана Исхаҡова менән Лилиә Низаметдинова яуланы. Икенселекте Ғафури районы һылыуы Гүзәл Ибәтуллина эләктерҙе.
Уҡтары сәпкә тейҙеҺөҙөмтәлә Башҡортостандың уҡ атыу буйынса йыйылма командаһы составына ингән 12 мәргәнсе билдәләнде. Тап улар байрамдың икенсе көнөндә уҙғарылған “Евразия кубогы” турнирында Башҡортостан данын яҡланы ла инде. Мәртәбәле бәйгелә иһә беренсе урынды лайыҡлы рәүештә Өфөлә йәшәгән Хәйбулла районы егете Фидан Сәғитов алды, икенсе урында Мәскәүҙән Роман Кузнецов, өсөнсөгә йәнә лә бөрйән мәргәне Салауат Юлбирҙин сыҡты. Ҡыҙҙар араһында махсус призға Ҡаҙағстан һылыуы Ғәйниә Айсыуат лайыҡ булды.
Иглин районы хакимиәте башлығының махсус призына ойошторолған өсөнсө тур – һыбай килеш уҡ атыу бәйгеһендә 21 мәргәнсе араһынан оло таһыллыҡ, сослоҡ күрһәтеп, Волгоград ҡалаһы һәм Өфө уҡсылары сыҡты. Павел Поляковҡа, Рушан Хәсәнов менән Артур Батыршиндарға етеүсе булманы.
Ике көн дауамында барған бәйгеләрҙән рухланып, ҡанатланып, саф һауала рәхәтләнеп ял итеп, сағыу байрам сараларына тамаша ҡылып, шау-гөр килде халыҡ.

Иглин районы.

Дарья Дерюгина, Мәскәү ҡалаһы:
– Башҡортостанда мин беренсе тапҡыр һәм, һис шикһеҙ, һуңғыһы түгел, ҡабатлап килергә теләгем бар. Ҡояшлы ил. Бик изге күңелле һәм йомарт халыҡ һеҙҙә. Яндарына бараһың, иҫәнләшәһең, ә улар йылмайып яуап бирә. Уҡтан атыуға килгәндә, мин был мөхиттә ике йылдан ашыу хәҙер. Ошо шөғөл арҡылы үҙемде таптым. Әгәр ҙә элегерәк мин был тормоштан нимә теләүемде, үҙемдең кем икәнемде белмәһәм, хәҙер килеп барыһы ла үҙ урынына ултырҙы, бар һорауҙарыма ла яуап табылды.
Девид Филип, Словакия:
– Башҡортостанға саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп килдем. Матур яҡтар шунда уҡ күңелемә ятты. Яндан уҡ атыу менән биш-алты йыл шөғөлләнәм. Бында килгәс башҡорттарҙың һәм словактарҙың яндан уҡ атыу ҡоралдарының айырма үҙенсәлектәренә иғтибар иттем. Беҙ лонгбоуҙан атабыҙ. Ул күпкә ҙурыраҡ һәм оҙонораҡ. Шулай уҡ беҙҙең ҡоралдарҙың бөтәһе лә тик ағастан эшләнә.
Данил Хөснуллин, Силәбе өлкәһе:
– Миңә ун биш йәш. Яндан уҡ атыу серҙәренә дүрт йәшемдән өйрәнә башланым. Уҡ-яндарҙы үҙем эшләп алам. Фестивалдә икенсе тапҡыр ҡатнашам. Бәйгеселәрҙең күплеге, төрлө илдәрҙән булыуы бик оҡшай. Уҡ, ян етештереүҙә һорауҙар килеп тыуһа, бында төрлө оҫталарға мөрәжәғәт итергә бик шәп мөмкинселек бар.
Александр Журов, Мәскәү өлкәһе, Мытищи ҡалаһы:
– Был яҡтарға килеп сығыуыма шул хәтлем шатмын. Башҡортостан бик гүзәл төбәк. Уны тулыһынса урап сыҡҡы килә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле бик аҙ өлөшөн генә күрелде. Фестиваль хаҡында Интернет селтәренә бирелгән иғландар аша белеп ҡалдыҡ. Ун йылдан ашыу уҡтан атыу менән шөғөлләнәм, һуңғы йылдарҙа шулай уҡ һыбай килеш уҡтан атыу оҫталығына өйрәндем.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА яҙып алды.


Автор: Розалия ЗАРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 0

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 0

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 0

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә