Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”
Әбйәлил ерендә барлыҡҡа килгән байрам илле йылдан ашыу ойошторола

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”Йәмле Ҡыҙыл буйында урынлашҡан Әлмөхәмәт ауылы МТС-ы төрлө төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Яҙмыш еле кешене ҡайҙа ғына ташлаһа ла, йөрөгән юлдары ҡайҙа ғына илтһә лә, уның өсөн тыуған ауылы, ғәзиз төйәге, тәү башлап тәпәй баҫҡан ере иң яҡыны булып ҡала. Әйткәндәй, ауылға нигеҙ һалыныуға быйыл – 80 йыл.



1938 йылда Әлмөхәмәт ауылы янында “Буденный” колхозы ерендә барактар төҙөлөп, машина-трактор станцияһы барлыҡҡа килә. Артабан эшселәр үҙ йорттарын һала, аҡрынлап ауыл төҙөлә. Клуб, мәктәп эшләй. Халыҡ уны МТС тип йөрөтә башлай, ә рәсми телдә Әлмөхәмәт ауылы МТС-ы тип атала. Ул ваҡытта МТС райондың 12 колхозын хеҙмәтләндерә, сәсеү майҙаны ғына яҡынса 16 мең гектар тәшкил итә. Урып-сәсеү ваҡытында райондың бөтә техникаһы бында ремонтланып, баҫыу киңлектәренә сығарыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында алты берәмек техника һуғышҡа оҙатыла.
1954 йылда төбәктә сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү башлана, төрлө яҡтарҙан эшселәр йәлеп ителә, сәсеү майҙаны тағы ла арта. Яңы барлыҡҡа килгән машина-трактор станцияһында тәүге тракторҙар ЧТЗ, МТЗ, ШФЗ, шулай уҡ “Коммунар”, “Сталинец” комбайндары эшләй. 1958 йылда станция бөтөрөлә. Әйткәндәй, ауылда төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй.
Башҡа ауылдарҙан айырмалы рәүештә, Әлмөхәмәт МТС-ы алдынғы ялан батырҙары үҫтерә. Социалистик Хеҙмәт Геройы Вафир Тайсин, Ленин ордены кавалеры Әбүталип Заманов, Башҡортос­тандың атҡаҙанған механизаторы Шәфҡәт Ишмырҙин, алдынғы игенселәр Рәшит Баҙранов, Рәшит Ғөбәйҙуллин, Ғәббәс Вәлиев, Зәкир Фазыловтар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ауылдаштары. Ауылдың шатлығын уртаҡлашырға Әбйәлил район советы депутаты Ҡотдос Ғәзизов, Рәйлә Ғүмәрова, ветерандар советы рәйесе Язар Мөхтәров, Әлмөхәмәт ауылы биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин һәм башҡалар килгәйне. Иҙрис Салауат улы әйтеүенсә, осрашыуға халыҡ бик теләп әҙерләнгән. Байрам алдынан ауыл халҡы үҙенең йорт-ҡураһын, ихатаһын төҙөкләндергән, яңыртылмаған бер ҡапҡа, буялмаған бер ҡойма ҡалмаған. Ҡайҙан аҡса тапҡандыр ауыл кешеһе, әммә осрашыуҙы һәр кем үҙ йортон сәскәләй матурлап, урамдарын төҙөкләндереп, ҡунаҡтарын саҡырып ҡаршыланы. Әйткәндәй, бында, “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, балалар майҙансығы булдырылған. Бөгөн ул кескәйҙәрҙең генә түгел, ата-әсәләрҙең дә яратҡан урынына әйләнгән.
Һәр урам ҡунаҡтарҙы йыр-моң, мул табын менән ҡаршыланы. Шулай уҡ һәр ерҙә ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр менән танышырға мөмкинлек булды, ололар йәштәргә халҡыбыҙҙың онотола барған кәсептәрен күрһәтте, милли аш-һыуын тәҡдим итте. Мәҫәлән, күренекле әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ким Әхмәтйәновтың туғаны Әсмә менән Зиннәт Әхмәтйәновтар быуындан-быуынға тапшырыла килгән изге ҡомартҡыһы – һандыҡты иң түргә ултыртып, уның эсендәге әйберҙәр менән таныштырҙы, Зөлфирә менән Шафиҡ Яуынбаевтар өләсәйҙәренән ҡалған изге аманат – еҙ самауырҙа ҡайнаған хуш еҫле тәмле сәй тәҡдим итте. Зөлфиә менән Азамат Батыршиндар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған олатайҙары Рәжәп Булатов хаҡында бик матур стенд әҙерләгән. 1943 йылда гвардия рядовойы Рәжәп Зәйнулла улы “За боевые заслуги” миҙалы менән наградлана. Йылдар үткәс, алыҫ Венгрия эҙәрмәндәре тарафынан был хаҡта туғандарына хәбәр ителә. Ошондай ҡыҙғаныс ваҡиға хаҡында уның ейәндәре бик бай мәғлүмәттәр туплаған.
Артабан барыһы ла ҡасандыр колхоз һабантуйы үткән урынға, йәмле Ҡыҙыл буйындағы матур аҡланға йыйылды. Күрешеү шатлығынан ҡушылған күҙ йәштәре аша оҙаҡ йылдар һағындырған, бергә уҡыған һабаҡташтарҙы күреү, туғандар, ауылдаштар менән осрашыу минуттары бүләк иткән тантана йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Сәхнәгә күтәрелгән һәр кем ошо изге ерҙең, тыуған ауылдың үҙҙәренең тормошонда ниндәй роль уйнауы хаҡында бәйән итеп, тыуған ауылдарына рәхмәт әйтте, ауылдаштарын тағы ла берҙәм, татыу һәм матур йәшәргә саҡырҙы. Сәхнәлә бер-бер артлы йәш быуын менән ололарҙың сағыу бейеүҙәре, дәртле йырҙары яңғыраны.
Шулай ҙа сараның иң тулҡын­ландырғыс мәле конкурстарҙа еңеүселәрҙе билдәләү булғандыр, сөнки һәр ғаилә осрашыуға етди әҙерләнгән, нисек тә ауылдаштары алдында йөҙ ҡыҙартҡыһы килмәгән, сәм һәм дәрт менән бар эште атҡарып сыҡҡан. “Иң матур йорт” номинацияһында Сәмсинур Хөсәйенова, Айһылыу Рожкова, Көнһылыу Яруллиналар еңеүсе тип табылды, “Өлгөлө йорт” исеменә Рифат Йосопов, Миҙәхәт Булатов, Таңһылыу Мусина, Ғәле Усманов, Фәрит Ғайсин, Әҙеһәм Батыршиндар лайыҡ булды, ә “Оҫта ҡулдар” булып Рәмил Янғолов менән Рауил Дәүләтовтар танылды. “Эшһөйәр ғаилә” номинацияһында Фирҙәүес һәм Радик Фазыловтар, Рәсимә һәм Нур Замановтар, Рәмилә һәм Шамил Ҡаһармановтар еңеүсе булды. Ауылдың иң оло ағинәйе Әминә Әхмәтова, иң йәш гражданы Тимур Ғайсин да бүләкһеҙ ҡалманы. Ғаилә йылында матур ғаилә ҡорған Илүзә менән Ғәлим Яуынбаевтарға, 1 сентябрҙә тәүге тапҡыр партаға ултырасаҡ Алина һәм Рената Абдуллиналарға ойоштороусылар иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Туғандарҙы бергә туплаған, дуҫтарҙы осраштырған, барыһын күрештергән, һөйөндөргән байрам бер тынала үтеп тә китте. Танһыҡ­тары ҡанмаған туғандар артабан һәр йортта табын ҡорҙо, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, күңелдәре булып, йышыраҡ осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.

Әбйәлил районы.

Иҙрис БАТЫРШИН, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы:
— Әбйәлил районында тәүге тапҡыр барлыҡҡа килгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы илле йылдан ашыу ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн генә райондың ете ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы гөрләп үтә. Әле күреүегеҙсә, беҙ эстафетаны киләһе йылға Әлмөхәмәт ауылына тапшырҙыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: ауыл халҡы был сараны үҙҙәре көтөп ала, ҡыштан уҡ әҙерлек эштәрен башлай, йорт ихатаһын төҙөкләндерә. Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тип йырҙа йырланғанса, һәр кем үҙ туғандары, дуҫтары менән осрашты, уларҙың ғаиләһе, балалары менән танышты, аралашты. Бик кәрәкле байрам, быуындар бәйләнеше нығый, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса ла бик әһәмиәтле.
Гөлдәр МЫРҘИНА, Магнитогорск ҡалаһы:
— Мин, ошо ауыл ҡыҙы булараҡ, осрашыуға ашҡынып ҡайттым. Бала саҡ хәтирәләре, Ҡыҙыл йылғаһында һыу инеп йөрөүҙәр, һабаҡташтар менән осрашыуҙар күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт, байрамға шул тиклем ихлас әҙерләнгәндәр, ауыл матурайған.
Әлфиә ЙОСОПОВА, байрамды ойоштороусыларҙың береһе:
— Байрамдың матур үтеүенә бик шатмын. Бигерәк тә ауыл халҡына ҙур рәхмәт әйтке килә, улар ҙур дәрт һәм ихласлыҡ менән сараға әҙерләнде. Ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ауыл таланттары менән берлектә бай концерт әҙерләнек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21