Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
...Эй, тыуған ер, нисә быуын
Һиндә йәшәп, көс тапҡан.
Һәр кем һине “минеке” тип,
Ғорурланған, яратҡан.
Һәр кем биҙәк, йәм өҫтәгән,
Йәшәрткән һине, ерем.
Изгелекле генә булһын
Минең дә хаҡ ғүмерем.
Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...Тыуған ер тойғоһо кеше күңеленә әсә һөтө менән инәлер, моғайын. Был тойғо күңелебеҙҙә оялап, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, һағыныу, яратыу, һоҡланыу, борсолоу булып, беҙҙе ғүмер буйына оҙатып йөрөй.
Минең тыуған яҡтарым — Башҡортостандың иң гүзәл төбәге, йырҙарҙа йырланған Дим буйҙары. Унда киң күңелле, егәрле, йыр-моңға, шиғриәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ яҡташтарым йәшәй. Тыуған ауылым Һарыш ҡыуаҡтарында ҡоштар һайрап торған, һутлы туғайлы Дим йылғаһының ярында ғына урынлашҡан.


Күмәк үҫһәк тә, туҡ булдыҡ

Район үҙәге Раевканан килгән асфальт юл ауыл һыртлап колхоз үҙәгенә — Себенлегә китә. Беҙ бәләкәй саҡта Һарышта 130-лап йорт иҫәпләнһә лә, башланғыс мәктәбе генә булғас, Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Ике ауыл уртаһындағы уртаса ҙурлыҡтағы, шулай уҡ башланғыс мәктәбе генә булған Тәүәтәй менән Себенле бергә ҡушылды ла ҡуйҙы. Күңелле, өмөтлө күренеш инде был, йәштәр ҡалаға китергә ынтылып торған хәҙерге заманда. Һарыш ҡына пенсионерҙар ауылына әйләнеп бара. Тәғәйен генә эш булмағас, институт, техникум, училище тамамлаған һөнәрле егет-ҡыҙҙар Өфө, Стәрлетамаҡ, Раевка яғын ҡарай, вахта менән Себерҙә эшләп йөрөгәндәре лә бар... Ниңәлер, заманға эйәреп, ер бүлеп алып, үҙ эштәрен асып йәшәргә теләүсе юҡ. Яуаплылыҡтан ҡурҡалармы икән?! Үҙ хужалыҡтары менән мал-тыуар аҫрап, картуф, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп көн итә халыҡ. Егәрле хужалар араһында биш-алты баш һыйыр малы, ике-өс, ҡайһылары хатта ете-һигеҙ ат, аҙбар тултырып һарыҡ-кәзә, йөҙәрләгән ҡош-ҡорт аҫрағандары ла бар. Уларҙың күбеһе әҙерләгән аҙыҡ-түлекте баҙарға сығарыу өсөн машина ла алып ебәргән.
Һуғыш яралары һыҙлап интектерһә лә, мал йәнле, донъя көтөргә әүәҫ атайымдың йәшерәк сағына заманы тура килмәне. Эй, ҡыҙыға ине ул күберәк мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, хәллерәк итеп донъя көтөргә! Бала саҡ, йәшлек осоробоҙҙо һағынып иҫкә алһаҡ та, әлеге күҙлектән ҡарағанда, һис ниндәй логикаға һыймаҫтай күренештәр ҙә күп ине шул. Һәр ғаиләгә бер генә баш һыйыр малы, ике генә кәзә йәки һарыҡ аҫрарға рөхсәт иткән закон, мәҫәлән, күмәк балалы ғаиләләрҙе күрә­ләтә аслы-туҡлы йәшәргә дусар итеү булған дабаһа! Бала-сағаның ауыҙынан өҙөп, дәүләткә ит, һөт, май, йомортҡа, йөн тапшыраһың. Хәйләләшеп тә булмай, сөнки ауылда кемдең күпме себеше барлығы һәр кемгә мәғлүм, уполномо­ченныйҙар ҙа өй беренсә йөрөп, һәр малыңды һанап, тикшереп тора. Уларҙың хөкөмдәре ҡаты.
Күмәк баланың аяҡ-ҡулына ла күп кәрәк инде. Ойоҡ-бейәләйҙәрҙе кис ултырып бәй­ләп кенә кейәһең, хәҙерге кеүек магазинда тулып ятмай. Булһа ла ниндәй аҡса­ға алаһың әле?! Атайымдар бер һа­рыҡты йәшереп алып ҡалырға уйла­ғандыр инде. Уполномоченныйҙар өйгә инеүе була, мин, һанай белгән кеше ни, өлкәндәр һүҙ әйткәнсе бөтәһен дә теҙеп әйтеп бирҙем. Өҫтәл янында тамаҡ туйҙырып ултырған саҡырылмаған ҡунаҡтар табындан тороп киткәнсе көлдө. Шулай ҙа, эште ҙурға ебәрмәй, бер артыҡ һарыҡты тиҙ арала һуйып һатырға ҡушып, шулай итмәһәк, тартып аласаҡтарын, штраф һаласаҡтарын иҫкәртеп сығып киттеләр.
Рәхмәт атай-әсәйемә: күмәк үҫһәк тә, аслы-туҡлы йәшәгәнде хәтерләмәйем. Ундай ғаиләләр ҙә күп ине әле ауылда. Беҙ күп итеп ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Ярай әле уныһына рөхсәт. Ем етерлек. Ҡыш буйы ҙур ҡаҙан тултырып ваҡ картуф бешерәбеҙ ҙә өҫтөнә көрпә бутап ашатабыҙ. Көрпә лә етерлек: он иләп, ҙур ғаиләгә көн дә мейес тултырып икмәк һалабыҙ бит. Йәй ҙур ағас ялғашҡа бәпкә үләне турап, ат ҡолағы үләне орлоғон тиреп, уға көрпә, ҡатыҡ ҡушып ялғашҡа һалһаҡ, эй ярата ла һуң улар бындай “бутҡаны”. Игене йыйып алынған баҫыуҙан йыйған башаҡ­тарыбыҙ ҙа яҙға тиклем етә. Ҡышҡылыҡҡа тауыҡ-ҡаҙ ҙа нәҫеллек кенә ҡала бит инде. Әсәйемдәр күркә лә аҫраны. Йәй һайын 20-30 күркәбеҙ ауыл ситендәге Ҡолай тауында (исеме “тау” булһа ла, түбәләс кенә инде ул) ҡортолдап йөрөр ине. Яңы йорт һалғанда бик ярап ҡалдылар. Бер йылды уларҙы дәүләткә тапшырып, өй башы ябырға шифер алдыҡ, икенсе йылында күркә һатҡан аҡсабыҙ таҡта-маҙарға китте. Ә инде һабын, сәй-шәкәр кеүек нәмәләрҙе магазинда йомортҡаға алмаштырып ала ауыл халҡы. Бер данаһы 5 тин. Баҙарға илтһәң, 8-10 тиндән китә лә бит, баҙарҙа йомортҡа һатыу тыйыла. Бер йәйҙе әсәйем (йөклө лә ине бит әле) беҙ, дүрт-биш бала, уҡырға инер алдынан, ҡиммәтерәккә һатып, уҡыу кәрәк-ярағы, кейем-һалым алырға тип, ҙур сумаҙанға йомортҡа тултырып, баҙарға китте. Атайым һуғыш инвалиды булғас, баҙарға, тир­мәнгә әсәйем йөрөнө. Район үҙәгенә автобус йөрөмәй, йөк машинаһын белешеп ултырғандыр инде. Беҙ юлдан күҙ ҙә алмай баҙар күстәнәсе, яңы уҡыу форма­һы, китап-дәфтәр йөкмәп, әсәйебеҙҙең ҡайт­ҡанын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ә ул кисләтеп кенә, хәлдән тайып, илай-илай буш ҡул менән ҡайтып инде. Милиция тотоп, әсәйемде ҡурҡытып, һүгеп, йоморт­ҡаларын сумаҙаны-ние менән бәреп ватҡан икән. “Үҙҙәренә алып ҡалһалар ҙа, әрәм булмаҫ ине ризыҡ, исраф ҡына итеп, бәреп ваттылар бит”, — тип әрнене әсәйем.

Тарих булып ҡалған күренештәр

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...Совет осороноң һәйбәт яҡтары күп булһа ла, бөтәһе лә ал да гөл түгел ине шул. Әле иҫкә алған күренеш һымаҡ үҙәккә үтерлектәре лә байтаҡ ине. Тиҫтә йылдар элек кенә бит әле, өй һалайым, тиһәң, ҡаҙаҡ та, таҡта ла, ҡалай ҙа, кирбес менән бүрәнә лә юҡ. Аҡсаң булһа ла юҡ. Ә кемдәргәлер бар. Кейәйем тиһәң, магазинда килешле күлдәк, пальто, итек кеүек әйберҙәрҙе лә, тауарын да табырлыҡ түгел. Шөкөр, был хәлдәр беҙҙән алдағы һәм беҙҙең быуындың хәтерендә генә ҡалды. 60-сы йылдарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хатта паспорты ла булманы бит.
Паспортһыҙ ҡалаға китеп, үҙең теләгән ергә эшкә урынлашыу ҙа мөмкин түгел. Йә армиянан ауылға ҡайтмайынса ҡалала ҡалып, йә яңы завод-фабрика төҙөлгән йәки сиҙәм ерҙәргә махсус саҡырылыш буйынса ғына китә ала ине кеше ауылынан. Ә колхозда барыһы ла “таяҡ”ҡа эшләне. Бер хеҙмәт көнө ҡағыҙға бер таяҡ һыҙып билдәләнә. Йыллыҡ нормаң үтәлһә, хеҙмәт хаҡына бер нисә сутый бесән тейә лә, таяҡ һанына ҡарап, грамлап бүлеп, иген өләшәләр. Колхозың хәллерәк булһа, күберәк тейә, бөлгәнерәк булһа, әҙерәк. Эш хаҡы тигән нәмә юҡ. Пенсия ла юҡ.
Ә беҙ әле, ауылда эш юҡ, тигән була­быҙ. Ауылдамы эш юҡ? Һаулығың, эшләр мөмкинлегең генә булһын. Теләгән кеше кәрәгенсә ерен дә алып эшкәртә, малын да аҫрай. Тапҡаның — үҙеңдеке. Үҙеңә уңайлыраҡ ергә барып та йәшәй алаһың. Был мәсьәләлә лә сикләү-маҙар юҡ...
Хәҙерге йәштәр тарих буйынса әле һөйләп үткәндәр менән хәбәрҙар булһа ла, барыбер төбөнә төшөнөп етмәй икән. Аҙыраҡ яҙабыҙ, күрәһең, был хаҡта.
Ун йыллап элгәре улым Артур менән үткән һәм бөгөнгө тормош хаҡында һөйләшеп ултырғанда, аптырабыраҡ һорап ҡуйҙы:
— Әсәй, 70 – 80-се йылдарҙа колхоздар һәйбәт кенә көн күреп ҡалған бит, халыҡ эш хаҡын да, пенсияһын да алған. Ә ниңә күпләп мал аҫраманылар икән?
— Рөхсәт булманы.
— Нисек инде рөхсәт булманы? Кем тарафынан?
Юғарыла һөйләп үткән миҫалдар нигеҙендә яҡшылап аңлатырға тура килде улыма. Ул һаман үҙенекен тылҡый:
— Рөхсәт ителгәнде эшләргә лә була бит, йорт һайын йөҙәрләп ҡош-ҡорт аҫрарға, мәҫәлән?
— Бик аҫрарҙар ине лә, ул саҡта баҙарҙың һәр мөйөшө һайын бәпкә-себеш һатмайҙар ине шул. Инкубаторҙар етешмәгәндер. Нәҫелгә ҡалдырылған өс-дүрт инә ҡаҙ, ике-өс көртләгән (йомортҡа баҫырға теләгән) тауыҡ күпме генә бәпкә-себеш сығара ала инде?! Сыҡҡандарын әрәм-шәрәм итмәй, күҙ ҡараһы кеүек ҡарай инек инде, әлбиттә.
Һөйләгәндәремә өҫтәп, күңелемдә уңалмаҫ яра ҡалдырған тағы ла бер хәлде иҫкә төшөрөп үтәйем әле. Хрущев заманында аттар менән кәзәләрҙе бөтөрөргә тигән мәғәнәһеҙ ҡарар сыҡты. Ә беҙҙең ике мамыҡ кәзәбеҙ, әсәйем әйтмешләй, бөтә ғаиләне кейендереп, туйындырып тора. Ауылда иң күп, сифатлы мамыҡ биргән кәзәләр — беҙҙеке. Ауыл Советынан: “Тиҙ арала шуларҙы һуйып һатырға!” — тигән бойороҡ булғас, әсәйем кәзәләрен ҡосаҡлап-ҡосаҡлап, уларҙан ғәфү үтенә-үтенә иланы. Йор һүҙле, ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә ҡаушап ҡалмаған, бирешмәгән, һәр саҡ оптимист әсәйем иҫ киткес нескә күңелле лә кеше ине. Әҙәм һүрәттәре янмаһын тип, хатта гәзитте лә утҡа яҡмай торғайны. Кәзәләребеҙҙең бәрәстәрен дә ҡалдыртманылар. Дүрт бәләкәс кенә бәрәсте лә һуйып, Стәрлетамаҡ баҙарына илтеп һаттыҡ. Йә, ул мәхлүктәрҙең ни зыяны тейгәндер инде? Шөкөр, һуңғы йылдарҙа үҙ хужалыҡтарын бөтәйтеп, бер-береһенән күрмәксе яңы эштәр асып йәшәргә ынтылыусылар ишәйә бара.
Кеше хәтере ҡыҫҡа ла инде. Туҡһанынсы йылдар башында ярты кило колбаса, киҫәк һабын, берәр кило ярма өсөн талон тотоп, көндәр буйы сират тороуҙар төштә генә булған һымаҡ хәҙер.
РСФСР халыҡ депутаты итеп һайланған 29 депутатты “Башҡортостан” сауҙа үҙәгенә алып барып, тәүге съезға бер ҡат кейендереп ебәрҙеләр. Үҙебеҙҙең аҡсаға, әлбиттә. Унда ла әле күлдәге булһа — плащы, ойоғо булһа, туфлийы табылманы. Бер ҡайтҡанымда Мәскәүгә кейеп китергә итек булмағас, Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы бланкыһына “Өфө” универмагы директоры исеменә хат яҙып, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килде. Рәхмәт, ветерандар өлөшөнән арттырып, яһалма күндән генә булһа ла, ҡупшы ғына итек табып кейҙерҙеләр. Өсәр-дүртәр ай эш хаҡы, пенсия ала алмай интегеүҙәр Башҡортостанда хәҙер тарих ҡына булып ҡалды.
Төҙөлөш — йәшәү кимәленең иң сағыу күрһәткеселер ул, сөнки күңеле күтәренке һәм матди мөмкинлеге булғандар ғына төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнә ала. Яҡташтарым районда асфальт юлдар һалыу, газ үткәреү эштәрен башҡа төбәктәргә ҡарағанда бер аҙ алдараҡ та башлап ебәрҙе. Туҡһанынсы йылдарҙа был эштәргә Мәскәү рөхсәтенән тыш та тотоноу мөмкинлеге тыуғас, юғалып ҡалманылар, тиҙерәк күптәнге хыялды тормошҡа ашырыу яғын ҡаранылар. Һөҙөмтәлә Никифар, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Себенле, Тавричанка, Ыҫлаҡ, Шафран, Аксен, Торонтайыш, Әүрез кеүек ҙурыраҡ ауыл һәм ҡасабаларҙа ғына түгел, ә Һарыш, Тәүәтәй, Аҡсулпан, Бәләкәй Аҡҡолай һәм Иҫке Аҡҡолай кеүек бәләкәй ауылдарға ла газ килеп етте. Хәҙер район үҙәгенән брикет-күмер ташып, утын яғып өй йылытыуҙар, аш-һыу әҙерләүҙәр әллә ҡасанғы тарих булып, онотолоп та бара. Ә инде беҙҙең быуынға ла күрергә яҙған урманһыҙ яҡтарға хас күренеш: аҙбарҙарҙа ҡыш буйы йыйылған тиреҫтән тиҙәк-кирбесте ҡалыпҡа һуғып, уны киптереп-өйөп, йәй буйы ҡышҡы һыуыҡтарға әҙерләнеүҙәрҙе әлеге йәштәр күҙ алдына ла килтерә алмай.

Ауылыма ҡайтам...

Юлһыҙ ҙа интектек. Ауылдаш тиҫтерҙәремдең күбеһенең урта мәктәпте лә тамамлай алмауҙарында юлһыҙлыҡ ғәйепле, сөнки колхоз үҙәге Себенлелә һигеҙ йыллыҡ ҡына мәктәп. Уны ла дүрт йыл буйы көн дә ете саҡрым ара йөрөп уҡып тамамлағас (10-14 йәштә), 20 саҡрым йыраҡлыҡтағы Раевка урта мәктәбенә барырға кәрәк. Фатирҙа тороп уҡыуҙарҙың ни икәнен үҙ башынан кисергән уҡыусы һәм уның ата-әсәһе генә беләлер. Ә яҙлы-көҙлө боҙло һыу һәм бысраҡ кисеп, ҡыштарын ҡар-бурандар ярып ауылға ҡайтып йөрөүҙәр үҙе ни тора?! Ҡайтмаҫ инең, аҙыҡ-түлек кәрәк. Һатып алырға аҡса юҡ. Был хәлдәр ҙә әллә ҡасанғы быуаттарҙа тороп ҡалған кеүек хәҙер.
...Еңел машина ашыҡмай ғына Раевка — Һарыш — Раевка юлынан елә. Һул яҡлап тиҫтәләрсә гектар ерҙә сөгөлдөр баҫыуы һуҙылған. Ул ҡайһы бер йылдарҙа борсаҡ йә иһә үлән сәселеп, яңыртылып ала. Беҙ бәләкәй саҡта ғаиләбеҙгә бүленгән пайҙы Зәйтүнә һеңлем менән икәүләп утай торғайныҡ. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Төшкөлөккә ҡайтып йөрөһәң, кешеләрҙән артта тороп ҡалаһың. Бер саҡ шулай алып килгән икмәгебеҙ бөттө, шәкәрле сәй генә ҡалды. “Шәкәрле сәй хәл индерер әле”, — тип йыуатабыҙ үҙебеҙҙе. Асыҡһаҡ та, һыуһаһаҡ та шуны эсәбеҙ. Кисләтеп булһа ла пайыбыҙҙы утап бөтөрөп ҡайттыҡ. Ай яҡтыһында рәхәтләнеп Димдә һыу инәбеҙ. Төнгө тауыш Дим буйында яңғырап тора. “Һүҙебеҙҙе һүҙ иттек! Барыбер еңде-ек!” — тип ҡысҡырабыҙ ун йәшлек Зәйтүнә менән.
Колхоздар йылдан-йыл нығына барҙы, колхозсылар ай һайын эш хаҡы ала башланы. Уҡыусылар, студенттар йәйге каникул осоронда уҡырға барырлыҡ, өҫ-баш бөтәйтерлек эшләп ҡалырға тырышты.
Һәр ауылда тиерлек медпункт, колхоздың үҙенең бала табыу йорто булды бер осор. Ауыл Советы үҙәге Себенле һигеҙ йыллыҡтан урта мәктәпкә әйләнде. Дүрт-биш ауылдан йөрөп уҡығандарға интернат асылды. Тәүәтәй, Һарыш, Ҡыҙыл Юл ауылдарындағы башланғыс мәктәптәр яңыртылды. Уңыш йыйыу осоронда эшкә студенттар, һалдаттар ярҙамға килде. Эш таба алмай йөрөүселәр ҙә, өмәләрҙе иҫәпкә алмағанда, эсеп йөрөүселәр ҙә юҡ дәрәжәһендә. Һәр ауылда ферма: ҡайһыһында һыйыр, йылҡы малы, бүтәндәрендә һарыҡ, сусҡа, меңәрләп тауыҡ-ҡаҙ аҫрала. Алдынғыларға орден-миҙалдар бирелә, колхоз иҫәбенә бер нисә бүлмәле йорттар һалына, шифаханаларға бушлай йүнәлтмәләр бүләк ителә. Унда барырға кеше лә табып булмай әле.
Мин ул осорҙо идеаллаштырырға ла, хурларға ла йыйынмайым. Етешһеҙлектәр, алда телгә алғанымса, ул саҡта ла туп-тулы ине. Тик үрҙә әйтелгәндәр ҙә хәҡиҡәт бит. Әммә ул ваҡытта башын эскегә һалып йәки бөтә ғаиләһе менән ата-әсәһенең пенсияһын ашап ятыусылар булманы, сөнки ялҡауҙарҙы, бер нисә ай эшләмәһә, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ғына түгел, төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал ине.
Йәш үҫмерҙәргә һөнәри белем биреү юғары кимәлдә булды: һөнәрселек училищеларының ниндәйе генә юҡ ине, йәнең теләгәнде һайла. Ашау-эсеү, кейем-һалым, бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡтар, тәрбиәсе-педагогтар, бушлай кинотеатрҙарға йөрөү — бөтәһе лә һинең ҡарамаҡта. Етмәһә, стипендия ла түләйҙәр. Һәйбәт уҡып сыҡһаң, юғары уҡыу йорттарына конкурсһыҙ инеп китәһең. Училищены тамамлаған дипломлы белгескә эш эҙләп йөрөргә лә түгел, гөрләп торған завод-фабрикалар, ошо йүнәлештәге ойошмалар, колхоз-совхоздар ҡолас йәйеп ҡаршылай, эш хаҡы алғанса етерлек “подъемный” тигән аҡсаһын да бирә. Йәш белгестең ҡәҙере ҙур, закон буйынса уларҙы фатир менән тәьмин итеү ҙә ҡаралған.
Ситкәрәк киттем шикелле, нишләйһең, тыуған ауылыма ҡайтып киләм, уйландыра.

Егәрле, ихлас халыҡлы Һарыш

Эш эҙләп, сит яҡҡа китә ауылдаштар. Юғары белемгә эйә була алмағандары кем нисек эш тапҡан, шунда урынлашҡан. Уларҙы, ауылды ташлап киттегеҙ, тип ғәйепләп тә булмай. Заманында үҙебеҙ ҙә ҡалала төпләндек. Тик ул саҡта ауылда ҡалыусылар ҙа күп ине. Колхоз тарҡалғас та, 10-15 йыл бушҡа эшләне әле яҡташ­тарым. Ауылды йәшәтергә, үҙ хужалыҡ­тарын туҙҙырмаҫҡа кәрәк ине. Яйлап-яйлап район үҙәгенә, яҡын-тирәләге ҡалаларға, Себергә юллана башланылар. Тәүҙәрәк егет-ҡыҙҙар, шунан һуң ғаиләләре менән киттеләр ауылдан. Сит яҡта яңы быуын үҫте. Уларҙың ауылға ҡайтыуы хаҡында хыял итергә лә мөмкин түгел. Һарышта, мәҫәлән, уҡыусы балалар өс-дүрт бөртөккә генә ҡалғас, мәктәп тә ябылды. Ярай әле, өлкән йәштәгеләр уны ремонтлап, тәғәйенләнешенә тура килтереп, мәсет иттеләр. Хәҙер унда намаҙ уҡыйҙар, ул да күңелгә йылылыҡ бирә.
Мәктәп бинаһы, ауылдағы ҡайһы бер ташландыҡ йорт-ҡуралар һымаҡ, сереп ултырырға ла мөмкин ине бит әле. Урамдан уҙғанда эстәр өҙөлә инде: элекке һылап-аҡлап, ялт итеп гөрләп торған өйҙәр ҡарайышып, бөршәйешеп ултыра. Ҡайһыларын ситтән килгән ят милләт кешеләре һатып алып йәшәй башлаған. Киләсәктә лә ошолай дауам итһә, йәшәй алырмы икән бер нисә быуатлыҡ тарихы булған киң күңелле, ярҙамсыл, егәрле, ихлас халыҡлы Һарышҡайым?! Дим ярҙарынан өҫтәрәк ҡалҡыулыҡта ап-аҡ булып балҡып, күкрәк киреп ултырған ҡупшы ауыл ине бит ул. Тирә-яғындағы эреле-ваҡлы күлдәре, селтер шишмәләре, төрлө-төрлө емешле ҡыуаҡтары ғына ни тора! Күренекле композитор Роза Сәхә­үетдинова менән “Һарыш ауылы йыры”н да яҙғайныҡ. Матур, дәртле көйлө был йырҙы яҡташтарым әле булһа яратып башҡара:
Һарыш тигән бер ауыл бар
Дим йылғаһы ярында.
Һарыш көйөнә йырлайым
Бик һағынған сағымда.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында күренекле йырсыбыҙ Нәзифә Ҡадирова уны “халыҡ йыры” тип уйлап йөрөгән икән. Беҙҙең ауылға арналған бит ул, тигәс, ғәжәпләнеп көлөп ебәргәне хәтерҙә.
Ауылға газ ингән. Һыртынан асфальт үтә, автобус йөрөй, күпселек ауылдарҙағы кеүек, урамда һыу колонкалары бар. Беҙҙең һыу тәмлелеге менән дә, составы менән дә шишмәнекенән ҡалышмай. Шуға ла һикһәнде уҙыусылар ҙа үҙҙәрен ҡартаябыҙ тип иҫәпләмәй.
Һарыш ауылы көйөнә
Уйна әле, дуҫҡайым.
Йәмле Димдең буйҙарында
Ҡушылып йырлар ҡуш ҡайын.

Һандуғастар моңло һайрай,
Ҡунып Дим талдарына.
Һандуғас кеүек талпынып,
Барырмын яндарыңа.
.
Ауыл сите киң туғайлыҡ,
Туғайында күлдәр бар.
Минең ярһыу йөрәгемде
Серҙәш итер кемдәр бар?

Их, тағы бер уҙһаң ине
Димдең яландарынан!
Дим буйҙары, тыуған ауылым
Китмәй күҙ алдарымдан.

Һарыш ауылы бик матур,
Йорттары ла аҡ ҡына.
Иң ҡәҙерле, иң ғәзиз ер
Тыуып үҫкән яҡ ҡына.
Бына шундай күркәм ауыл бөтөүгә табан барһын әле... Иң ҡыйыны: был хәлде туҡтатырлыҡ әмәл юҡ. Ун йыл элек беҙ ҙә унда ҡайтып, йорт төҙөп индек. Өйөбөҙ ҡыш көнө бикле тора. Беҙҙән күрмәксе тағы ла ҡайтыусылар булыр тигән өмөт бар ине. Ҡыҙғаныс: яңы йорт һалыусы юҡ.
Халыҡ нисек тә йәшәргә тырыша инде. Алда әйткәнемсә, дүрт-биш һыйыр тотҡан, йөҙәрләп ҡош-ҡорт аҫраған ғаиләләр бар. Күптәргә ситтә йәшәгән балалары ярҙам итә. Тағы ла бер уйландырырлыҡ күренеш: район үҙәгендә, Өфөлә эшләп, ауылдағы ғаиләһе янына айына бер-ике генә ҡайтып әйләнгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Балалары ла ситтә уҡығас, йорт-ҡура ҡарарға уларҙың ирҙәре ҡала инде. Бындай хәлдә тулы бәхетле, ныҡлы ғаилә хаҡында һүҙ алып барыуы ла ҡыйын. Аптырағандан төшә инде ҡатын-ҡыҙ, әсә бындай хәлгә: балаларҙы нисек тә уҡытырға, үҙаллы тормош юлына баҫтырырға кәрәк бит. Пенсия хаҡында ла ҡайғыртмай булмай. Ике-өс балаһын ата-әсәһенә ҡалдырып, Себергә, Мәскәүгә, башҡа ерҙәргә эшкә киткәндәр күп. Сабыйҙарҙың иң яҡын кешеләрен күрмәй йәшәүе бер нисә йылға һуҙылып киткән осраҡтар ҙа бар. Ярай әле, уларға аҡса, күстәнәс-маҙарҙы йышыраҡ ебәреп торһалар. Хәл белешеү, тәрбиә эштәре телефон, скайп аша хәл ителергә тырышыла ла бит... Пенсияға сығып, һаулығын нығытыу, тейешенсә ял итеү кеүек яҡты хыялдарҙы тормошҡа ашырыу һаман да киләсәк йылдарға ҡалдырыла. Ситтә йәшәгән ата-әсәнең ҡасандыр балаларын үҙҙәренә алып ҡайтыуы ла икеле. Осон-осҡа ялғап көн иткәндәргә ҡасан кәм тигәндә ике-өс миллион һум торған фатир тәтей әле?!
Уйҙар, уйҙар... Ситтән ҡайтҡан ауылдаштар зыяратҡа ла бармай ҡалмай. Уҙған йәй уны ҙурайтыбыраҡ яңынан уратып ҡуйҙылар, шөкөр, эсендә бөтәһе лә сағыштырмаса тәртиптә тотола: яҙ ҙа барып сәскәләр ултыртып, таҙартып, зыярат ҡыла тереләр, көҙ ҙә... Мин дә бер нисә тапҡыр киләм баҡыйлыҡҡа киткән ауылдаштарым янына. Унда барһаң, ысынбарлыҡҡа нығыраҡ яҡынаяһың, ғүмерҙең фани икәнен яҡшыраҡ тояһың. Ҡайһы берҙә Һарыштың мин аралашып йәшәгән халҡының күпселеге бында күскән һымаҡ тойолоп китә. Атай-әсәйем менән 25 кенә йәшендә һәләк булған Әхтәр ҡустым эргәләш ята. Уның тиҫтерҙәре, хатта күпкә йәшерәктәре лә байтаҡ. Кем булып эшләүенә, нисек йәшәүенә ҡарамай, бөтәһе лә бында килә. Яҙмыштар шулай тигеҙләшә.
Хәтергә тик һәйбәт яҡтары ғына иҫкә төшә мәрхүмдәрҙең. Үпкәләткән, хәтеремде ҡалдырған кешеләр булдымы икән, уларын иҫләмәйем. Мин белгән осорҙа ғына түгел, ауыл халҡы бер-береһе менән электән үк дуҫ йәшәгән. Хәллерәк кешеләрҙе кулак яһап Себергә оҙатҡас та, юлдан ҡасып ҡайтҡандар һәм күпмелер ваҡыт йәшеренеп тормош көткәндәр. Шау-шыу тынып, бер аҙ ваҡыт үткәс, яңы йорт-ҡура ҡороп, йәшәп киткәндәр. Ауылдаштар уларҙы һатмаған. Сталин осорондағы репрессияларға ла эләкмәгән беҙҙекеләр. Аҙаҡтан да бер-береһе өҫтөнән ялыу яҙып, судҡа тарттырып йөрөмәүҙәренә күрше ауылдар халҡы аптырай ине. Һәр йортта үҫкән күмәк баланы бергәләп тәрбиәләнеләр. Һарыштың бер осонда урыҫтар йәшәне, татар ҡыҙҙары килен булып төштө. Милләт тикшереүҙе лә, ошо юҫыҡта ниндәйҙер ығы-зығы сыҡҡанды ла хәтерләмәйем. Хатта ҡайһы бер урыҫ-башҡорт ғаиләләре араһында бер-береһен ҡиәмәтлек атай-әсәй, ул-килен яһап аралашҡандар ҙа булды, тик ҡатнаш ғаилә ҡороусылар табылманы. Шуныһы ҡыҙыҡ: татар еңгәләрҙең береһе лә үҙ телен ташламаны, ә урыҫ күршеләребеҙҙең барыһы ла башҡортса һәйбәт һөйләшә ине (ине, тим, хәҙер уларҙың бөтәһе лә район үҙәгенә һәм башҡа яҡтарға күсте). Әсәйемдең: “Раевканан автобуста ҡайтып төшкәс, бер бик сибәр ҡыҙ әйберемде өйгә тиклем күтәреп килде. Мин уға вата-емерә урыҫса өндәшкән булам, ә ул: “Апай, үҙебеҙсә генә һөйләшәйек, ауылдашығыҙ Сергейҙың ҡыҙы бит мин”, — тине”,— тип көлөп һөйләгәне иҫтә.

Әлшәй ере кешеләре менән матур

Ауылым — йәшәү сығанағы

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...Ауылдың икенсе ситендә йәшәгән күршеләребеҙҙең ҡыяр, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын кеүек йәшелсәләре ишелеп уңа ине. Уларҙан күрмәксе беҙҙекеләр ҙә баҡса булдырҙы. Колхозыбыҙ ҙа, йәшелсә-емеште күпләп үҫтереп, файҙа күрә торғайны.
...Уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында өлкән киленем менән Италияға турист булып барҙыҡ. Ун көн рәттән кистәрен генә ҡунаҡханаға ҡунырға ҡайтып, ил буйлап сәйәхәттә йөрөнөк. Һоҡландырырлыҡ, уйландырырлыҡ күренештәр ҙә, хис-тойғоно яңырта, моңландыра, уйландыра, һағышландыра торғандары ла булды, ғәжәпләндергәндәре лә осраны. Шуларҙың береһе – һуғыш киноларында ғына күргән һымаҡ ташландыҡ ауылдарҙың күплеге.
Беҙ, яңы ғына юҡҡа сыҡҡан Совет ҡоролошо граждандары, бындай хәлде үҙебеҙҙә күрмәгәс, ниңә улай икәнен һорашып, гидҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул бер ҙә иҫе китмәй генә: “Ауыл хужалығы хәҙер илгә табыш килтермәй, туризмдан файҙа күберәк, шуға күрә аҙыҡ-түлекте ситтән һатып алып, туризмды нығыраҡ үҫтереү сараһын күрәбеҙ”, — тине.
Ошондай күренештең бик тиҙҙән үҙебеҙҙең илдә лә тәбиғи хәлгә әйлә­нәсәген ул саҡта күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел ине. Ә Италиялағы һымаҡ туризм бизнесы хаҡында хәҙергә хыялланабыҙ ғына.
Әлеге шарттарҙа беҙҙә бәләкәй ауыл­дарҙы һаҡлап ҡалып булыр инеме икән?! Был һорауға яуап биреүе ҡыйын. Бер осор бәләкәй ауылдарҙы ҙурҙарына ҡушыу процесы башланып ҡуйҙы ла, йәмәғәт­селек ҡаршы килгәнгәме, мөмкинлек етерлек булманымы, эшмәкәрлек оҙаҡламай туҡта­тылды. Хәҙер халыҡтың йәшәү рәүеше лә икенсе, рухи һәм матди талаптар һәр саҡта ла йәнәш ҡуйылмай, күбеһенсә ҡапма-ҡаршы көскә әүерелә. Заманға ярашлы, балалар бәләкәйҙән ылыҡтырылырға тейешле компьютер, Интернет дәрестәрен, ысынлап та, һәр бәләкәй ауылда етерлек кимәлдә алып та булмайҙыр. Күңелгә ятышлы эш юҡ, тип әйтеү ҙә дөрөҫлөккә тап килә. Йәй буйы баҡсаларында йәшелсә үҫтергәндәр ҙә уңышын һатып рәхәтен күрә алмай, сөнки район үҙәктәрендә, ҡала эргәһе баҡса­ларында ла үҫтерәләр уларҙы. Етмәһә, ҡышын-йәйен баҙар тулы ситтән килтерелгән йәшелсә-емеш. Мал, ҡош-ҡорт аҫрайым тиһәң, бесәне, еме кәрәк. Уларын сабып өйөп ҡуйыу, килтереү — машинаһыҙ, тракторһыҙ кешегә йырып сыҡҡыһыҙ проблемалар сылбыры. Ә техниканы ниндәй аҡсаға алаһың да улар өсөн һушты алырлыҡ һалымды нисек түләйһең?! Көн дә таңдан тороп һыйыр һауып, йәй буйы бесән әҙерләп, аҡса эшләйем тиһәң, ике-өс ай әсемәҫлек итеп өҫтәмәләр ҡушып яһалған магазин һөтөнән өс-дүрт тапҡырға арзаныраҡҡа тапшы­рырға тура килә.
Яҡты донъя, беҙ йәшәгән тормош — бөтәһе лә хәрәкәттә. Шуға күрә донъя ла, тормош та, кешеләр ҙә үҙгәрә шул. Үткәндәр тарих булып ҡала, киләсәк алға әйҙәй. Ауыл да — йәшәйештең тере күҙәнәге. Ул да үҙгәрергә лә, ҡайһылары ҡартайырға ла тейештер, күрәһең.

Тыуған ер ул — илһам һәм рухи көс сығанағы

Журналист, депутат булараҡ, миңә Башҡортостандың күп райондарында булырға, төрлө сараларҙа ҡатнашырға, күрше төбәктәргә, сит илдәргә лә сәфәр ҡылырға насип итте. Беҙҙең халыҡ, ысынлап та, ихласлығы, ҡунаҡсыллығы менән айырылып тора. Ә инде Дим буйында ғүмер иткән яҡташтарымда алсаҡлыҡ, эскерһеҙлек сифаттары тағы ла нығыраҡ күренә. Районыбыҙҙан сыҡҡан республика кимә­лендәге һүҙ һәм сәнғәт оҫталарының күп булыуы ла ошо күренешкә бәйлелер, моғайын.
Үҙемде лә ошо исемлеккә индерергә хаҡым барҙыр тип уйлап, шуны әйтәм: бер-беребеҙҙе белеп, яҡын күреп, кәрәк булһа, тормош, ижад байрамдарыбыҙҙа ҡатнашып, ихтирам итешеп йәшәйбеҙ. Йыл һайын тиерлек төрлө сараларға саҡырып, ижадташ­тарыбыҙ һәм халҡыбыҙ менән осраштырып торғандары өсөн районыбыҙ етәкселәренә рәхмәтебеҙ ҙур.
“Әлшәй йондоҙҙары” тигән ҙур күләмле әҙәби-музыкаль сара хәҙер нисә йыл инде оло байрам, ижад отчетыбыҙ булып район һәм баш ҡалабыҙ Өфөнөң мәҙәниәт һарайҙарында даими уҙғарылып тора. Быйылғы сара Стәрлетамаҡ ҡалаһында гөрләп үтте.
Күренекле ғалим, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр, ғалимә, сәсәниә, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Розалия Солтан­гәрәева, Стәрлетамаҡта йәшәгән шағирә-журналист Земфира Муллағә­лиева менән беҙ концерттарҙа ғына түгел, районыбыҙҙың башҡа сараларында ла ҡатнашабыҙ, мәктәптәрҙә осрашыуҙар үткәрәбеҙ. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы проректоры, профессор Карпухин Иван Егорович район менән эшлекле бәйләнештә йәшәй. Арабыҙҙан иртә киткән ғалим, шағир Шамил Анаҡ, яҙыусы Рәйес Низамов, фольклорсы-ғалим Ниғмәт Шоңҡаров, ғалим, шағир Әмир Мәхмү­товтарҙы яҡташтарыбыҙ онотмай.
Район үҙәгендә йәшәп ижад иткән Рәүеф Хәкимовтың, популяр йыр текстары авторы Гөлнара Рәшитованың, шағир, журналист Илфаҡ Фаризовтың ижад шишмәләре лә Раевкала үҙ юлын тапҡан.
Халыҡ артистарыбыҙ Миңзәлә Хәйрул­лина, Светлана Хәкимова, Гөлсәсәк Шәрипова, сәнғәттә яҡты эҙ ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күскән Хәмит Шәмсетдиновтар — районыбыҙҙың ғына түгел, респуб­ликабыҙҙың да ғорурлығы.
Композитор-йырсыларыбыҙ Роберт Тимербаев, Наил Шәймәрҙәнов, Урал Рәшитов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Нурия Абдуллина, Альфред Яҡшембәтов, популяр йырсылар Рәфисә Әсәҙуллина, Юлай Муллайәнов, Хәлимә Ғәббәсова, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Урал Ибәтуллин, Гүзәлиә Әхмәтова, Вилдан Фәйзуллин, ауылдашым, театр һәм кинофильмдар артисы, режиссер Әхмәр Әхмәҙуллин, күренекле музыкант Фәрүәз Килдеғолов, көлкөлө һүҙ жанры буйынса сәхнә оҫтаһы Рәйфә Садиҡова, билдәле рәссам Фәнил Шәйәхмәтов күптән инде республикабыҙ сәнғәте йондоҙҙары булып танылды. Һәр береһенең ижад юлы хаҡында мәҡәлә генә түгел, китап яҙырлыҡ. Төрлө жанрҙарҙа ижад иткән ошо хәтлем илһамлы шәхестәре менән ғорурлана алырлыҡ тағы ла ниндәй төбәк бар икән?!
Юҡтан бар булмай, тигәндәй, Әлшәй ере — көслө ыңғай энергетикалы, гүзәл тәбиғәтле нурлы төбәк, шуға күрә халҡы ла йырлы, моңло, илһамлы шул.
Ҡан хәтерен дә оноторға ярамай, әлбиттә. Әлшәйҙәрҙең элек-электән талантлы, ихлас булыуҙары хаҡында әйтәм. Күңел йырлап торһа, күтәренке, маҡсатлы булһа, эш тә ырамлы бара. Шулай ҙа ошондай әүҙем кешеләрҙе лә ойошторорға кәрәк бит әле. Мин үҙемә яҡын булған мәғариф, тәрбиә, мәҙәниәт, спорт мәсьәләләренә генә туҡталам. Ошо йүнәлештә фекер йөрөткәндә, “Уңды беҙҙең район етәкселәрҙән”, тип әйтһәм, яңылышмайымдыр, сөнки һәр береһен йәш саҡтарынан беләм: күҙ алдында үҫкән ир-уҙамандар. Етмәһә, был өлкәлә эшләгәндәрҙең барыһы ла һөнәре буйынса педагогтар. Ауыл тормошонда бәләкәйҙән ҡайнап йәшәйҙәр, шуға ла проблемалар ҙа сит-ят түгел. Ә инде педагог булыуҙың һәр тармаҡ етәксеһе өсөн дә һәйбәт яҡтары күп. Ул — һәйбәт ойоштороусы, тәрбиәсе, кеше менән уртаҡ тел таба белгән психолог, тәрән эрудициялы белгес, талапсанлыҡ, яуап­лылыҡ ҡанына һеңгән абруйлы шәхес.
Беҙҙең район башлығы Дамир Радик улы Мостафин, урынбаҫары Закуан Зөйәр улы Әхмәтовтың, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре етәкселәре Айҙар Тимерхан улы Солтанғоловтың, Мирғәсим Факил улы Әкимбәтовтың дүртеһенең дә эшмәкәрлеген үрҙә һанап үтелгән сифаттар билдәләй. Мин уларҙың ата-әсәһен дә беләм. Бөтәһе лә күмәк балалы, уңған, халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған ғаиләләрҙә тыуып үҫкән.
Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәға­риф отличнигы Дамир Радик улы район башлығы вазифаһын 2004 йылдан баш­ҡара. Мин әлеге яҙмамда уның һәм төбәк­тең хеҙмәт ҡаҙаныштарын анализларға йыйынмайым. Быға әҙер ҙә түгелмен. Ә инде тәжрибәле етәксенең кешелекле, эшлекле, хәстәрлекле ир-уҙаман икәнлеген яҡшы беләм. Уның донъя халыҡтары, Башҡортостаныбыҙ тарихын һәйбәт белеүе, элекке һәм хәҙерге абруйлы шәхестәребеҙҙең илебеҙ үҫешендәге ролдәре хаҡында уйланыуҙары, мәрхүмдәрҙең рухын, тереләрҙең үҙҙәрен ҡәҙер итеүе — уның юғары кимәлдәге зыялы кеше булыуына дәлил.
Әлшәй етәкселеге райондың юғары һәм махсус белемле кадрҙар менән тәьмин ителеүенә лә ҙур иғтибар бүлә. Раевкалағы мәҙәниәт һарайында ла, юғары уҡыу йорттарында ла осрашыуҙар уҙғарыла, кәрәк саҡта матди ярҙам да ойошторола, “Ҡайтығыҙ!” тип өндәү генә етмәй, рухи бәйләнеш тә өҙөлмәҫкә тейешлеген онотмай әлшәйҙәр.
Район хужалары — зыялы ҡустылар менән донъя хәлдәре, яҡташтарымдың тормош-көнкүреше хаҡында һөйләшеп ултырырға яратам. Элекке вазифаларым да сәбәпселер, бәлки: миңә һәр үҙгәреш, һәр яңылыҡ ҡыҙыҡ. Уртаҡ шатлыҡ-ҡыуаныстар, проблемалар хаҡында уйланыуҙар нығыраҡ яҡынайта, берләштерә кешеләрҙе. Төбәгебеҙ халҡы һайлаған депутат, ошо ерҙән сыҡҡан журналист, яҙыусы булараҡ, элегерәк эшләгән етәкселәр менән дә аралашып, уй-фекер уртаҡлашып йәшәргә тырыштым. Ауыл тормошо мәсьәләләре хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе иң тәүҙә яҡташтарыңдан алаһың инде. Һәр замандың үҙ заңы, тигәндәй, тормош та һис үҙгәрешһеҙ тормай, ҡаршылыҡһыҙ ғына булмай.
Сағыштырып ҡарағанда, әлеге етәксе­ләргә эшләүе ауырыраҡтыр ҙа әле тип уйлайым, сөнки Совет осоро аңлайышлыраҡ, тотороҡлораҡ ине. Әлегеһе бит туҡтауһыҙ тиҙлеген арттыра барған поезд кеүегерәк.
Колхоздар бөтөрөлгән, ауылдар юғала барған, ерҙәр, сәнәғәт предприятиелары шәхси хужалар ҡулына күскән саҡта ғына түгел, кешелек ҡиммәттәре үҙгәрә барған, илдә лә, донъяла ла көрсөк хөкөм һөргән шарттарҙа халыҡҡа сәйәси һәм иҡтисади заманса йәшәү мөмкинлектәрен тыуҙырып ҡара! Яңыса донъя көтөүҙән бигерәк талап итергә тиҙ өйрәнде кешеләр. Көнитмеш­тәре өсөн яуаплылыҡты үҙҙәренән бигерәк етәкселәргә күсереүселәр ҙә күп.
Ошондай дәүерҙә ил хәстәрен иңдәренә алғандарға түҙемлек һәм сәләмәтлек теләйек.

Уңышҡа юл күңелдән башлана

— Раевкаға етәбеҙ, — ти шофер егет, ауыл исеменә айырым баҫым яһап.
Ҡупшы район үҙәге урамдарынан тулҡынлан­майынса үтә алмайым, сөнки бында ғүмеремдең яҡты хыялдарға бай, ҡанатлы үҫмерлек осоро үткән. 1-се баш­ҡорт урта мәктәбе хәҙер инновациялы бе­лем усағына, математика, гуманитар һәм медицина, биология йүнәлештәрендә эшләүсе лицейға әүерелгән. Күренекле ғалим Мөхәмәтша Буранғолов исемен йөрөтә.
Быйыл март айында Халыҡ-ара туған тел көнөндә “Буранғол көндәре” тип исемләнгән район форумына саҡырҙы яҡташтарым. Халыҡ сәсәненең тормошо Әлшәй ере менән бәйләнгән. 1936 — 1937 йылдарҙа Мөхәмәтша Буранғолов Раевкала 1-се мәктәптә директор урынбаҫары була, башҡорт әҙәбиәтенән уҡыта, фольклор түңәрәген етәкләй.
Бығаса лицейҙа “Буранғол уҡыуҙары” үткәрелә ине. Быйылғы форумда 250-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Әлшәйҙәрҙән тыш, сарала күрше Миәкә, Дәүләкән райондары уҡыусылары ла әүҙемлек күрһәтте. Мөхәмәтша Абдрахман улының бүләһе Алексей Буранғоловтың да килеүе һәм ғаилә ҡомартҡыһы бүләк итеүе фәһемле сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.
Сарала сығыш яһаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлсара Килдеғолова, филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков, Башҡорт­остандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Светлана Хәкимова, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан килгән ғалимә-шағирә Рәмзиә Абуталипова һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Солтанғолов, лицей директоры Алик Вәлиәхмәтовтың сығыштары мәртәбәле форумдың дәрәжәһен тағы ла арттырып ебәрҙе.
Ғөмүмән, мәктәбемдең һуңғы йылдарҙа ғорурланырлыҡ уңыштары бар. Мәҫәлән, 2006 йылда ул “Мәғариф” милли проектында ҡатнашып, миллион һумлыҡ грант отто. 2007—2009 йылдарҙа Бөтә Рәсәй “Матур мәктәп” конкурсында еңеү яуланы. Ә инде 2014 — 2017 йылдарҙа Рәсәй Федера­цияһының “ТОП-200” проектында ауыл мәктәптәре араһында иң һәйбәттәр исемлегенә индерелде. Лицейҙа 104 ауылдан йыйылған меңгә яҡын уҡыусы белем ала. Киләсәктә лә бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын һиңә, ҡәҙерле уҡыу йортобоҙ!
Райондың 23 белем биреү мәктәбендә һан буйынса күпселекте тәшкил иткән халыҡтарҙың дүрт мең ете йөҙгә яҡын балаһы рус, башҡорт, татар, сыуаш телдәрендә белем ала.
Уҡыусылар туған телдәр буйынса уҙғарылған республика олимпиадалары һәм конкурстарында әүҙем ҡатнашып, йыш ҡына призлы урындарға лайыҡ була. Мәҫәлән, 2015—2017 йылдарҙа уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында төрлө фәндәрҙән илле ике уҡыусы призлы урын алған. 2016/17 уҡыу йылында М. Буранғолов исемендәге лицей уҡыусыһы Рәмис Сәхибгәрәев физика, биология, информатика фәндәре буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа еңеү яулай.
Райондың дөйөм белем биреү мәктәптәре йыл һайын “Электрон мәктәп” форумында ҡатнашып, һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә. Бына 4-се мәктәп менән М. Буранғолов исемендәге лицей һуңғы йылдарҙа икешәр тапҡыр лауреат исемен яуланы. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда шөғөлләнгән балаларҙың заман технологияһы йүнәле­шендә белемдәрен арттырыуҙа робот техникаһы түңәрәге ҙур роль уйнай. Ғөмүмән, был өҫтәмә белем биреү йорто районда ғына түгел, ә республикала ла уңыштары менән билдәлелек яулаған. Уның педагогтары, спорт тренерҙары һәм тәрбиәлә­неүселәре араһында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында еңеүселәр йылдың-йылы артып тора.
Спортҡа ла ҙур иғтибар бирелә Әлшәйҙә. Мәҫә­лән, өс йыл эсендә йәш спортсылар биш йөҙләгән ярышта ҡатнашҡан, шуларҙың 120-һе – Рәсәй һәм республика кимәлендә. Уҡыусылар араһында биш йөҙ һикһәнләп разрядлы спортсының, икеһенең мастер­лыҡҡа кандидат, тағы ла икеһенең спорт мастеры исеменә лайыҡ булыуы ҡыуандыра. Раевкала спорт һарайы, балалар, үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар, үҫмерҙәр өсөн ат спорты мәктәбе һәм уҡыусыларҙың турист клубында һикһәндән ашыу физкультура хеҙмәткәре, егерме тренер-уҡытыусы эшләй.
Физкультура һәм спорт сараларында ҡатнашыу өсөн Әлшәйҙә уңайлы шарттар тыуҙырылған: утыҙҙан артыҡ спорт залында, егерме хоккей, шулай уҡ еңел һәм ауыр атлетика майҙандарында теләгән барлыҡ мәктәп уҡыусылары һәм үҫмерҙәр шөғөлләнә ала.
“Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух” икәнен иҫтә тотоп, Дамир Радик улының тәҡдиме буйынса Раевка үҙәгендәге ял паркына өс урынға спорт тренажер­ҙары ҡуйылған. Һаулығын нығытырға теләгәндәр иртәндән үк ашыға бында. “Бала-саға ғына килер тиһәк, өлкәндәргә лә, хатта таяҡ таянған әбей-бабайҙарға ла оҡшап ҡалды майҙансыҡтар. Был башланғысты Вьетнамда күреп ҡайтҡандан һуң ойошторғайныҡ”, — ти Дамир Мостафин. Район башлығының спортҡа булған мөнәсәбәте уның урынбаҫарҙары, бүлектәре һәм башҡа ойошмаларҙың етәкселәренә лә ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, Башҡортостанда даими уҙғарылған спорт ярыштарында “Дим” йыйылма командаһының быйыл дүртенсе тапҡыр еңеүсе исемен яулауын һис кенә лә осраҡлы хәл тип атап булмай.
Мәктәп, балалар хаҡында һүҙ сыҡҡанда уларҙың йәйге ялын, һаулығын нығытыуҙы ойоштороу мәсьәләһен урап үтеп булмай. Күп кенә мәктәптәрҙә көндөҙгө хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләй. Уларҙан тыш республика шифаханаларына, лагерҙарына юлламалар бирелә.
Бына сифатлы ҡымыҙы менән дан тотҡан Чехов исемендәге шифахана, иҫ киткес күркәм, хозур ерҙәр. Юҡҡа ғына бөйөк Чехов, яҙыусы һәм табип, үҙ һаулығын нығытыу өсөн был төбәккә килмәгәндер. 90-сы йылдар башында емерелә, туҙа башлағайны инде уның корпустары, хужаһыҙ тороп ҡала яҙғайны. Хәҙерге көндә ул район етәкселәре һәм районыбыҙҙың булдыҡлы ир-уҙаманы Вил Марат улы Вәлиев ярҙамында яңынан аяҡҡа баҫты, өлкәндәрҙең генә түгел, тотош республика балалары өсөн яратҡан ял итеү, сәләмәтлекте нығытыу урынына әйләнде. Әлшәйҙән дә байтаҡ уҡыусы бала ошонда һаулығын нығыта.

“Йәйләү”ҙә

Башҡортостандың Мәғариф министр­лығы ойошторған “Йәйләү” профилле лагеры тәүге тапҡыр ғына йәйләмәй хозур тәбиғәтле Әлшәй ерендә. Шифалы ҡымыҙ менән ошо яҡта сыҡҡан “Чехов” минераль һыуын бик яратып эсә балалар.
БДУ профессоры, яҙыусы Мирас Иҙелбаев менән “Йәйләү”ҙең төрлө райондарҙа үткән бер нисәһендә осрашыуҙарҙа ҡатнашып, балалар алдында сығыш яһап, уларҙың тормошо, эштәре ме­нән танышып, үҙебеҙгә рухи көс, илһам алып, Баш­ҡортостаныбыҙҙың киләс




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872