Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Телгә һөйөү – мәҙәниәт аша
Тәрбиә эшендә фольклорҙың әһәмиәте ҙур

Телгә һөйөү – мәҙәниәт ашаКүмәк сараларҙа кешеләр менән танышып-аралашып йөрөйһөң, төрлө һөнәр эйәләре менән күрешәһең. Ошоғаса уҡытыусы булараҡ танып белгән, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән һөнәр эйәләренең күбеһе – Күгәрсен районынан. Яңы танышым да шул яҡтарҙан булып сыҡты.
Оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙы Һөйөндөкова (Әлмөхәмәтова) райондың Әлимғол ауылынан икән. Башланғыс белемде тыуған ауылында алғандан һуң, 1984 йылда Ҡалдар урта мәктәбендә уҡый. Һәр тырыш уҡыусы кеүек, мәктәптә төрлө клас­тан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шиғырҙар яҙыу менән дә мауыға. Шулай бәләкәйҙән һәләттәрен үҫтергән йәш уҡыусы ҡыҙ үҙе хыял иткән юлына табан – уҡытыусылыҡҡа килә, башкөллө образдарға бай әҙәбиәт донъяһына сума. Яҡты белем донъяһы, хыялына хыянат итмәй, йылдар аша һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған Әлфирә ҺӨЙӨНДӨКОВА менән яҡынданыраҡ аралаштыҡ.


– Әлфирә Фәйзрахман ҡы­ҙы, белеүебеҙсә, һеҙ тел һәм әҙәбиәткә мөкиббән бирелгән уҡытыусыларҙың береһе. Туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү хисе ҡайҙан килә?
– Уйлауымса, туған тел – ул тыуған киңлек, ә әҙәбиәт донъяһы – яңы ынтылыштарға этәргән, кешеләрҙең күңел зауығын ҡандырыр һутлы ерлек. Нисектер бәләкәйҙән әсә теленә тартылып, әҙәбиәтте яратып үҫтем. Бәлки, уратып алған донъям, тәрбиә лә быға йоғонто яһағандыр, сөнки башҡорт телендә китап уҡыу яратҡан шөғөлдәремдең береһе була торғайны.
Иҫемдә, 1987 йылдың көҙөндә ул ваҡыттағы “Пионер” журналында тәүге шиғырым донъя күрҙе. Ошонан һуң тағы ла дәртләнеберәк яҙыша һәм уҡый башланым. Шул мәлдәрҙән, башланғыс кластарҙа уҡыған саҡтарҙан алып, бөрөләнеп кенә торған уҡытыусы булыу теләге үҫә төштө. Алтынсы класта Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһының “Емеш” романы ҡулыма килеп эләкте. Был әҫәрҙәге Байрас образына ғашиҡ булдым, тормошта шундай сифаттарға эйә геройҙы күрергә теләгәнем иҫемдә. Аҙаҡтан улыма ла Байрас тип исем ҡуштым.
Юғары класта уҡыған саҡта тағы ла бейегерәк үрҙәргә ынтылдым, район кимәлендә уҙғарылған башҡорт теле олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Был минең телгә, сәнғәткә һөйөүемде һәм уҡытыусы булырға теләгемде тағы ла арттырҙы.
Шуныһы ҡыҙыҡ, мәктәп про­грам­маһында үткән “Мәлих Ха­рис­тың “Онотмаһын мине Тыуған ил” шиғырын шул ҡәҙәр ныҡ яраттым. Ошо шиғырҙы үҙемдең уҡы­тасаҡ класта, парталар араһында йөрөп, уҡыусыларыма һөйләгем килде. Ошо теләк мине Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультетына алып килде...

– Ул мәлдәрҙәге бәхетле саҡтарҙы – шаулы студент йылдарын иҫләйһегеҙме? Ниндәй хәтирәләр һаҡлай тел һәм әҙәбиәт донъяһына бәйле йылдар?
– Студент йылдарында ла институтта үткәрелгән сараларҙа ихлас һәм теләп ҡатнаштым, III курста уҡығанда “Студент яҙы” фестивалендә cығыш яһау бәхете тейҙе. Тағы ла тәүге курста уҡығанда булған яҡты ваҡиғалар иҫтә ҡалған. Ул саҡта беҙ, төркөмөбөҙҙөң старостаһы Рита Яйыҡбаева етәкселегендә бер төркөм студент, ҡыш Белорет районына концерт ҡуйырға сығып киттек. Шау-гөр килеп райондың Берештамаҡ станцияһына килеп төштөк. Беҙҙе ат егеп көтөп торалар ине. Шулай урманлы-таулы ерҙән еләбеҙ, үҙебеҙ урман яңғыратып йырлайбыҙ. Бер ваҡыт аттарға атланған ауыл йәштәре килеп сыҡмаһынмы?! Иҫебеҙ китте... Улар ҙа беҙҙе ҡаршы алырға килгән икән. Шулай гөрләшеп Береш ауылына барып еттек. Кис ауыл клубы халыҡ менән шығырым тулды. Бала-саға хатта сәхнәнең ситенә менеп ултырҙы. Концерт уңышлы килеп сыҡты, ауыл халҡы “муйыл сәскәһе атҡан ваҡытта тағы килегеҙ” тип саҡырып ҡалды...
Ошо көндәрҙән һуң 27 йыл үткән, ә яҡты хәтирәләр һаман да күңелде йылытып тора. Унан һуң яҙға табан Белорет районының башҡа ауылдарында булдыҡ, йәйге каникул алдынан Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылдарында концерт ҡуйҙыҡ. Уҡып ҡына ултырмай, сәнғәт донъяһына ла мөкиббән бирелеп, төрлө яҡлап үҫешеп, донъя күреп йөрөнөк шулай. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янында бейеүҙәр... Ҡайһылай күңелле йәшәгәнбеҙ.
Шулай “һә” тигәнсә студент йылдары ла үтеп китте. Уҡырға ныҡ теләп ингәс, яратҡан һөнәремде үҙләштереп, институтты ҡыҙыл дипломға тамамланым.

– Һәм һеҙҙе Күмертау педагогия колледжына уҡытырға ебәрәләр...
– Эйе, йүнәлтмә буйынса тәү башлап ошо ҡалаға килеп уҡытырға насип булды. Бында мин башҡорт теле, башҡорт теле методикаһы, балалар әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым. Шул уҡ йылдарҙа колледжда асылған башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләү бүлеге төркөмөн етәкләнем. Оло сәнғәт­кә булған һөйөүем мине бында ла ташламаны. Студенттарҙы йыр-моңға йәлеп итеп, улар менән бергә колледжда, ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ.

– Артабан Мәләүез ҡала­һында эш башлағас, туған телгә, сәнғәткә ынтылышығыҙ тағы ла көсәйә төшә, шулай бит?! Яҙышыу тәжрибәһе лә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы өсөн мөһим. Уңыштарығыҙ ҙа ошо тырышлыҡ һәм эшкә күндәмлектәндер, моғайын.
– Эйе, ысынлап та, Мәләүез районының “Көнгәк”, “Путь Октября” ижтимағи-сәйәси гәзиттә­рендә, “Йәшлек” республика гәзиттәрендә мәҡәлә­ләрем, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында дәресемдең методик эшләнмәһе донъя күрҙе.
2006 йылдан бирле Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы студенттары минең етәкселектә республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Уңыштар ҙа юҡ түгел: һөт һәм һөт продукттары әҙерләү технологияһы йүнәлешендә белем алған студенттар – Раушания Байғазина урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында өсөнсө урынды яуланы, Лилиә Үҙәнбаева “Тере һүҙ” республика шиғыр һөйләүсе­ләр конкурсында Зәйнәб Биише­ваның “Башҡорт теле” шиғырын һөйләп, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ Федоровка районы егете Вадим Ялчин “Студенттар осрашыуы – Арт-Профи Форум” республика фестива­ле­нең төбәк турында “Минең шәжә­рәм” номинацияһының еңеүсеһе тип табылды. Яңыраҡ ҡына башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында II курста белем алған студентым Айгөл Рәхимова өсөнсө урынды яуланы.
Үҙем дә республика кимәлендә уҙғарылған ғилми-ғәмәли конфе­ренцияларҙа, семинарҙарҙа йыш сығыш яһайым. Быйыл “Башҡорт теле дисциплинаһы буйынса иң яҡшы уҡытыу методик комплексы” республика конкурсында икенсе урынды яуланым. 2015 йылда йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә күрһәткән фиҙакәр хеҙмәтем өсөн Мәләүез район хакимиәте Почёт грамотаһы менән бүләкләне. Ысынлап та, уңыштың нигеҙе тырышлыҡ тигән фекерҙәмен, ошоно студенттарыма ла еткерергә тырышам.

– Башҡорт телен һәм әҙә­биәтен уҡытыу процесында ниндәй үҙенсәлекле алым­дарҙы ҡулланып эш итәһегеҙ?
– Йышыраҡ проектлау техно­логияһын ҡулланам. Был – бик уңышлы алым, сөнки шул уҡ логик-мәғәнәүи моделдәрҙе (ЛММ) студенттарҙың үҙҙәренән дә төҙөтөргә, теманы аңлатыу барышында бергәләшеп тә башҡа­рырға мөмкин. Әҙер килеш бирер­гә лә була. Дәрестәремдә шулай уҡ компьютер технологияһына ла мөрәжәғәт итәм. “Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, интерактив таҡталар – көн талабы. Был технология студенттарҙың ҡыҙыҡһы­ныуын, әүҙемлеген арттыра. Дәрестәремдә төркөмләп һәм коллектив эшләү алымдарын да ҡулланам. Күберәк адаптив системаға өҫтөнлөк бирәм, сөнки, белеүебеҙсә, был студенттарҙың үҙаллы эшләү һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

– Туған телгә һөйөү тәрбиә­ләү – тамырҙарыбыҙ, мәҙә­ниә­тебеҙ аша тигән фекер бар. Һеҙҙең эштә был сағылыш табамы?
– Әйтергә теләгәндәремдең тап өҫтөнә баҫтығыҙ. Мин күптән инде тел дәрестәрендә башҡорт халыҡ педагогикаһы элементтарын ҡулланыу системаһын булдыр­ғанмын. Мәҫәлән, “Лексика” бүлегендә “Антонимдар” темаһын ҡарағанда – мәҡәлдәр, “Орфоэпия” бүлегендә – тиҙәйткестәр, “Синтаксис” бүлегендә – һына­мыштар, “Морфология” бүлегендә “Исемдәрҙең иркәләү һәм кесерәйтеү формалары” темаһын үткәндә – йырҙар, “Һан” темаһын өйрәнгәндә – йомаҡтар, “Ҡылым­дың бойороҡ һөйкәлешенең юҡлыҡ формаһы” һәм “Хәбәр һөйкәлешенең билдәле киләсәк формаһы” темаларын ҡарағанда тыйыуҙарҙы ҡулланам. Был жанрҙар грамматик теманы асҡан өҫтәмә йөкмәтке формаһын ала.
Студенттар өсөн тәғәйен­ләнгән үҙаллы эштәрҙә лә халыҡ ижады ынйылары урын алған, сөнки фольклор – ул халыҡ педагоги­каһының энцикло­пе­дияһы, тәрбиәселәр, уҡытыусы­лар, ата-әсәләр ятҡа белергә тейешле тормош дәреслеге.
Фольклорҙың әһәмиәте хаҡын­да  әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, академик, уҡытыусым Әхмәт ағай Сөләй­мәнов ҡасандыр былай тигәйне: “Беҙгә ата-бабалары­быҙҙан Мысырҙағы мәшһүр пирамидалар, Һиндостандағы Таж-Махал, Ҡытайҙағы Бөйөк Ҡытай стенаһы, Мәскәүҙәге Кремль, инде Ер йөҙөнән юйылған аҫыл­малы баҡса (Вавилон) кеүек тарихи ҡоролмалар мираҫы ҡалма­ған... Бабаларыбыҙ беҙгә том-том йылъяҙмалар ҙа ҡалдыр­маған... Әммә улар беҙгә әллә ниндәй шаҡ ҡатырғыс архитектура ҡомартҡы­ларына биргеһеҙ, әллә күпме томдарға һыйғыһыҙ мираҫты йәд (йәдкәр) иткән. Ул – беҙҙең фольклорыбыҙ: йырҙа­рыбыҙ, ҡобайырҙарыбыҙ, леген­да­ларыбыҙ, әкиәттәребеҙ, йола­ларыбыҙ”. Остазымдың үткер фекере минең эш тәжрибәмдә ҡулланыла һәм йүнәлеш бирә.

Мәләүез ҡалаһы.


Автор: Розалия ЗАРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә