Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һирәк баҫмаларҙа – Башҡортостан тарихы
Башҡорттар алдында торған эштәр

...Башҡорт халҡы күҙҙән төштө, хатта милләте атамаһынан да ояла башланы. Инде ул ошо бөйөк хөрриәт дәүерендә үҙенең кем икәнлеген белергә вә башҡаларға белдерергә ғәйрәт итһә булмаймы? Борон, Иҙелдән Алтайғаса һуҙылған ялан хандар ҡулында торғанда, ҡаҙаҡтар, нуғайҙар менән бергә шатланып, батырлығы аша дан ҡаҙанып йәшәгән башҡорт урыҫ батшалары килтергән йәбер-золомдо ла үҙ көсө нисбәтендә ҡаршыланы. Нуғай ҡасып киткәндә, татарҙар был ерҙәргә ғариза-ялыныуҙар менән мөҡәбәлә ҡылғанда, башҡорт ҡаршы һуғышты. Быуаттар буйы дауам иткән яуҙары – донъяла үҙ милли хосусиәтен, хоҡуҡтарын һаҡлау маҡсатындағы тиңһеҙ ғәмәлдәрҙер. Айҙар, Салауат, Ҡараһаҡал, Хәмит, Батырша һуғыштарында ҡорбан булған нисә йөҙ мең башҡорт үҙ ҡанын шәһит булып, йәннәт рәхәте күреү генә түгел, тоҡомдарына хөрриәт алып бирмәк өсөн түкте...

(“Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” гәзите;
1917 йыл, 14 июнь).

Мөһим тәсхих

“Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәзитенең беренсе һанында Шәриф әфәнде Манатов хаҡында Башҡорт мәркәз шураһының ҡарары түбәндәгесә баҫылғайны:
“Башҡортостан областной советы Шәриф Манатовты башҡорт исемен бысратҡаны өсөн үҙ исемлеге буйынса Учредительный собрание ағзалығынан сығарырға ҡарар бирҙе.
“Башҡорт исемен бысратҡаны өсөн” тигән һүҙ төп ҡарарҙа юҡ. Был – хәҡиҡәткә хилаф. Ҡарарҙың асылы түбәндәгесә ине:
“Шәриф Манатов әфәнде рәсми рәүештә большевик булып киткәнле­генән һәм “Мин большевик хөкүмәтенә ҡатнашыуым илә Башҡорт мәркәз шураһынан үҙемде сыҡҡанға хисаплайым” тип телеграм менән хәбәр иткәнлеге­нән, Башҡорт мәркәз шураһы уны Учредительный собрание ағзалығынан сыға­рырға ҡарар бирҙе”.

(“Башҡортостан хөкүмәтенең теле”;
1918, № 5, 21 август (3 сентябрь).

Ун беренсе номерлы исемлек

Өфө губернаһынан Учредительный йыйылышҡа ҡуйылған Башҡортостан тупраҡлы милли мөхтәриәтселәренең 11-се исемлеге. Уға түбәндәге кешеләр инә:
1. Әхмәтзәки Вәлиди – мәшһүр ғалим, мосолманса һәм урыҫса әҫәрҙәр ижад иткән, Стәрле өйәҙенән.
2. Шәриф Әхмәтйән улы Манатов – Петроградта һәм Швейцарияла белем алған ғалим, сәйәси вә ижтимағи эшмәкәр, хәҙер – Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе, Силәбе өйәҙенән.
3. Ғүмәр Мөхәмәтғәли улы Ҡыуатов – ғәскәри баш доктор, Ҡазанда уҡыған, Орск өйәҙенән.
4. Фәтих Әхмәҙуллин – зыялы, һалдат, мөхәррир, Өфө өйәҙенән.
5. Ғәли Шәмиғолов – Силәбе крәҫтиәндәр советы рәйесе, Стәрле өйәҙенән.
6. Шакирйән Ҡылысбаев – өйәҙ земство рәйесе, Златоуст өйәҙенән.
7. Йыһанша Ғәбдүшев – “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә урыҫ теле уҡытыусыһы.
8. Мансур Халиҡов – Стәрле өйәҙенән имам вә мөҙәрис.
Был кешеләр августа Өфөлә уҙғарылған Бөтә Башҡорт ҡоролтайы тарафынан раҫланды. Улар – йөрәгендә башҡорт ҡаны һыуынмаған, Башҡортостанға милли мөхтәриәт алам тигән ил ағалары. Бөйөк башҡорт вәкилдәре бер иттифаҡ булып күрһәткән кандидаттарға, йәғни 11-се исемлеккә тауыш биреү – һәр башҡорттоң бурысы. Биш губерна башҡорттарының мәркәз шураһы бөтөн Өфө губернаһы башҡорттарының тик шул 11-се исемлеккә тауыш биреүен талап итә. Тупраҡлы милли мөхтәриәт кенә Башҡортостанда бөтә мосолмандарҙы сәғәҙәткә ирештерә алыр. “Ирек бөттө – динең бөттө”. Башҡорттар менән бер булып, дин вә милләтебеҙҙе һаҡлайбыҙ тигән татар ҡәрҙәштәребеҙ ҙә тик 11-се исемлеккә тауыш бирергә тейеш.
Башҡорттар һәм барлыҡ мосолмандар, иҫке залим хөкүмәт тарафынан йөкмә­телгән ауыр һалымдарҙан ҡотолайыҡ тигән кешеләр тик 11-се исемлеккә генә тауыш бирер. Дин, мәктәп, мәҙрәсә эштәрен еребеҙ менән бергә үҙ ҡулыбыҙға алабыҙ тигән кешеләргә тик 11-се исемлеккә тауыш бирергә кәрәк. Дин һәм ер, ер һәм мәктәп – башҡортоң уйы, фекере шул. Ошоға ҡушылған барлыҡ мосолман тик 11-се исемлеккә тауыш бирергә тейеш. Һуғыш тиҙерәк бөтһөн һәм үҙ ғәскәребеҙ үҙ еребеҙҙә генә булһын тигән кешеләр, Башҡортостан мөхтәриәте яҡлылар 11-се исемлеккә тауыш бирергә бурыслы.
Башҡорт мәркәз шураһы,
Ырымбур губернаһы.

Троицктан мәрхүм әл-шәйех Зәйнулла хәҙрәттең мәхдүмдәре (балалары)

(“Хөкүмәт хәбәрҙәре” рубрикаһынан)

Троицктан мәрхүм шәйех Зәйнулла хәҙрәт Рәсүлиҙең кинйә улы Ғәбделсабур менән уртансы улы Ғәбделҡадир әфәнделәр Силәбегә килеп, Башҡортостан хөкүмәтенә хеҙмәттәрен тәҡдим итте.
Ғәбделҡадир әфәнде – отряд төҙөшөү эштәренә, Ғәбделсабур әфәнде Икенсе башҡорт полкына күңеле булып (үҙ ирке менән) яҙылды.
Әхмәтзәки ВӘЛИДИ.
(“Башҡорт тауышы”, 1918 йыл,
14 (1) февраль).

Ҡыпсаҡ кантонлығында Башҡортостан эштәре

Үткән йыл барлыҡҡа килгән Баш­ҡортостан хөкүмәтенең ағзалары ябылып, мәркәз идаралары таратылған кеүек, уның тармаҡтары, кантон идаралары ла таратылған вә туҙҙырылған ине. Шуларҙың береһе – Ҡыпсаҡ кантонлығылыр.
Ул декабрь ахырында төҙөлөп, етди рәүештә яңы эшкә керешкәндә, бөтөн Башҡортостан башына ҡайғы һалған 3 февраль фажиғәһе килеп сыҡты.
Был ваҡытта инде ул Ырымбурҙа хибескә алынған хөкүмәт ағзаларын ҡотҡарыу сараларына керешкәндәрҙең алдынғыларынан булды. Хөкүмәт ағзаларының хибескә алыныу хәбәре беленеү менән Ҡыпсаҡ кантон идара ағзалары, Ырымбурҙан килгән әфәнделәр илә берләшеп, “Башҡортостанды ҡотҡарыу комитеты” төҙөнө.
Кантон идараһы тарафынан үтескә аҡса бирелеп, Стәрле, Силәбе, Орск, Верхнеурал өйәҙҙәренә һәм Өфө губернаһына Башҡортостан хөкүмәте ағзаларын ҡотҡарыу юлында төрлө сараларға керешеү өсөн вәкилдәр ебәрелде. Бик күп урынға телеграммалар бирелде. Шул рәүештә байтаҡ эш баш­ҡарылып, яҡшы ғына дауам иткәндә, Ҡыпсаҡ кантонлығына ла, мәркәз хөкү­мәткә кеүек, бәхетһеҙлек килде.
Февраль ахырында Ырымбурҙа булған Крәҫтиәндәр съезына барған вәкилебеҙ, кантон рәйесе Миһран әфәнде Сыртланов 9 мартта хибескә алынды. Шунан һуң күп тә үтмәне – марттың 25-тәре ине – иртә менән Ҡыпсаҡ кантонлығы идараһы торған бинаны мөкәммәл (камил) ҡоралланған ғәскәр уратып алған. Бинала идара ағзаларынан Ғәҙелша әфәнде Ейәнсурин менән мин генә инем. Тиҙ генә тороп, кейенеп тә бөтмәнек, ҡыҙылдар бәреп керҙе. Улар беҙгә: “Эшегеҙҙе тикшерергә килдек, ҡайҙа башҡаларығыҙ?” – тине. “Рәйес – Ырымбурҙа төрмәлә, башҡаларыбыҙ – командировкала”, – тинек.
Канцелярияға сыҡһаҡ, тирә-яғыбыҙҙы 60-70-ләп кешелек ғәскәр уратып алған. Әллә ниндәй тәһдид (янау) илә беҙҙе шелтәләйҙәр, урыны-урыны менән һөжүм итергә лә әҙерләнәләр. Шул хәлдә канцелярияға кереп, бөтөн эштәрҙе тикшерергә, аҡтарырға керештеләр. Ҡағыҙҙарҙың бик күбеһен йырттылар. Бер ҡәҙәрен мосадәрә (конфискация) иттеләр. Печать, штемпелдәребеҙҙең барыһын да алдылар. Өҫтәүенә: “Һеҙҙә мылтыҡ, пулеметтар бар икән, сығарығыҙ!” – тиҙәр. Биргән яуаптарыбыҙ менән ҡәнәғәтлән­мәнеләр. “Был эшегеҙ өсөн атыласаҡ­һығыҙ”, – тип тентеү яһай башланылар. Бик оҙаҡ эҙләп тә таба алмағас, яңынан ҡағыҙҙарҙы тикшерә башлап, хилафтарын тапҡан булып, беҙҙе хибескә алырға әҙерләнделәр. Тик минең мөғәллимлегем, иптәшем Ғәҙелша әфәнденең фронттан ҡайтҡанлығы быға ирек бирмәне булһа кәрәк. Фекерҙәренән кире ҡайттылар.
Был эшкә Башҡортостанға хилаф хәрәкәттә булған утар урыҫтары тәшәббүс иткән. Араларынан күбеһе большевиктарға күңеле булып яҙылып, әтрафтың мәркәзе тип туранан-тура Ҡыпсаҡ кантонлығына бик мөкәммәл әҙерләнеп килгән. Фәҡәт ағзаларҙың яҡшы сәйәхәт тотоуы сәбәпле ҙур зыян килтерә алмай, кантон идараһын таратыу менән ҡәнәғәтләнеп киттеләр. Шул рәүештә ваҡытлыса туҡталып, тиҙ арала йәнә урындарына ҡайтып эшкә керешәсәктәренә ышандырып, идара ағзалары таралышты.
Ваҡиға уйлағаныбыҙса килеп сыҡты. Мөҡәддәс әмәлдәре бер булған башҡорт халҡының күргән мәшәҡәт­тәре, күп фидаилыҡ вә ҡорбандары бушҡа китмәне. Йәнәб-и Хаҡ уларҙы ҡабул итте. Баш­ҡортостандарға тағы көн тыуҙы. Быны­һында инде улар тағы ла ғәйрәт вә ҫөбат (көс) илә эшкә кереште. Башҡортостанды химая итеү (яҡлау) өсөн башҡорт рухлы егеттәрҙән полктар төҙөлә башланы.
Беренсе форсат тыуыу илә Ҡыпсаҡ кантонлығы ла айырым, монтазам (тәртипле) атлы ғәскәр булдырып, үҙен һаҡларға ҡоралланған хәлдә эшкә тотондо. Кантон ағзалары бөтөн һиммәт-ғәйрәттәре илә күкрәк киреп үҙҙәренең юғалтҡан вазифаларын етди рәүештә үтәргә кереште.
Ғабдулла ИБРАҺИМОВ.
(“Башҡорт”, 1918 йыл, 29 сентябрь).

Нәшерҙәр диҡҡәтенә

Сәхнәлә ҡуйыу өсөн яҙылған түбәндәге әҫәрҙәр һатыла:
1) “Ғәйепһеҙ йәндәр” (драма, 4 пәрҙәлә).
2) “Химаяһыҙ (яҡлауһыҙ) татар ҡыҙы, йәки яуыз ана ҡорбаны” (драма, 3 пәрҙәлә).
3) “Һағыш” (драма, 4 пәрҙәлә).
Алынған аҡсаның яртыһы ҡаһарман башҡорт ғәскәрҙәре файҙаһына бағышлана.
Алырға теләгәндәр түбәндәге адрес буйынса хәбәрләшә ала.
Ихтирам менән ИЛЬИНСКИЙ.
Адрес: г. Челябинск, до востребования, Динисламу Биктимирову.
(“Башҡорт”, 1918 йыл, 29 сентябрь).

Тәәссеф (үкенеү)

Милли сәхнәбеҙҙә хеҙмәт иткән Ғәйшә туташтың дәфен мәрасимына (ерләү церемонияһына) сәй тора торған ерҙә хеҙмәт иткән бер нисә танышынан башҡа, үҙенең сәхнәлә бергә уйнаған иптәштәре, Туҡай түңәрәге йәки ҡала мосолмандары булһынмы – һис бер килеүсе булманы. Мәрхүмдең хеҙмәтен тәҡдир ҡылмау өҫтөнә дәфен мәрасимына килеп, бер нисә сәскә ҡуйырға ҡыҙғанған ҡәрҙәштәргә ҡайғылы күңелдән тәәссеф итәм.

ИЛЬИНСКИЙ.
(“Башҡорт”, 1918 йыл, 29 сентябрь).
Ғәрәп графикаһынан транслитерацияны
Әхәт СӘЛИХОВ башҡарҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876