Ашҡаҙар тураһында нимә беләбеҙ?
Ашҡаҙар ауылы – Йылайыр районының иң “йәш” ауылдарының береһе. Уның барлыҡҡа килеүе 1920 йылдар аҙағында илдә алып барылған колхозлаштырыу сәйәсәтенә бәйле. Ауыл ҡарттарынан яҙып алынған хәтирәләр буйынса, ауылға 1928 йылдың август айында нигеҙ һалынған, ә төҙөлөү процесы 1930 йылға тиклем дауам иткән.
Бында иң тәүгеләрҙән булып Хөснөтдин, Хәкимйән һәм Мөҙәрис Атановтар, Сәйфулла, Фәйзулла, Ишкилде Азаматовтар, Байегет Абыҙгилдин, Сөләймән, Сәлмән, Әбделғәни, Ғимаҙетдин Торомтаевтар, Әхмәтдин һәм Солтанғәзиз Солтановтар, Хөсәйен, Бәҙәмша Атановтар, Низаметдин Билалов, Муллағәле һәм Уйылдан Ураҡовтар, Нәҙерша Булатов, Зәйнулла Батыров, Ғәлимйән Билалов, Шаһыбал, Рәхмәтулла Тулыбаевтар, Рафиҡ Байсурин һ.б. күсеп ултырған. Шуныһы үҙенсәлекле: ауылға нигеҙ һалыусылар булып Үҫәргән башҡорттарының яҡын-тирәләге Утарбай, Ултыраҡ (диалектта – Онтораҡ), Ҡәрйән, Ҡаҙырша, Нур (йәғни Нурмөхәммәт, диалектта – Нор) исемле боронғо ауылдарҙан сыҡҡан кешеләр иҫәпләнә. Тағы бер хәтирәлә Рәхмәт Тулыбаев исемле кешенең 1927 йылда ошо ауыл урынында йорт һалыуы, тик артабан йәшәмәй ситкә эшкә сығып китеүе әйтелә. Ә ауылдың исеме урындағы кескәй йылға Аҫҡараҙының урыҫ телле документтарҙа Ашҡаҙар тип боҙоп күрһәтеү һөҙөмтәһенән килеп сыҡҡан тигән фекер йәшәй.
Был турала тарихи документтарҙан нимә билдәле? Оҙаҡ йылдар дауамында Йылайыр районы ауылдарының тарихын өйрәнеп тә Ашҡаҙар ауылының йә колхозының барлыҡҡа килеүе тураһында тәғәйен документ осратҡаным булманы. Шулай ҙа райондың Ташҡурғы, Йәйләү, Суртанүҙәк кеүек ауылдарҙың ҡасан һәм кемдәр нигеҙләүе хаҡында аныҡ документтар таба алдым. Ошо йылда Ашҡаҙар ауылы буйынса ла тәғәйен яҙмалар эҙләп, БР Милли архивы, Йылайыр районы архивы фондтарында эшләү һөҙөмтәһендә ауыл, колхоз тарихына бәйле бихисап материалды тикшереп өйрәндем: Йылайыр кантоны (1926 – 1930 йй.), Хәйбулла, Матрай райондары (1930 – 1956), Үҫәргән һәм Һабыр улыстары, ауыл советтары ауылдары, ер комитетының, колхоздарҙың документтары, мелиорация һәм ер эшкәртеү буйынса отчеттар, кантком, исполком, волисполком, райсовет алып барған документациялар һ.б. тиҫтәләрсә фонд, документтар тикшерелде. Хәйбулла районы архивында был осорға ҡараған документтарҙың һаҡланмағаны асыҡланды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буласаҡ Ашҡаҙар ауылы өсөн ер бүлеү, йыйылыштар үтеүе, халыҡты күсереп ултыртыу кеүек мәсьәләләргә бәйле документтар әлегә архивта табылманы. Әлбиттә, эҙләнеү осорона ҡараған күпселек документтарҙың ғәрәп, аҙағыраҡ латин графикаһында ҡулдан төҙөлөп алып барылған булыуы өйрәнеү эшен үтә лә ныҡ ҡатмарландырҙы. Темаға бәйле бөтә архив мәғлүмәттәрен, фондтарын ҡарап сығып, кәрәкле яҙмалар табылмағас, бәлки, бындай документ бөтөнләй һаҡланмағандыр ҙа тигән уй тыуҙы. Әммә шул осорҙа барлыҡҡа килгән күп кенә ауылдар буйынса ҙур күләмле документтарҙың булыуы, киләсәктә Ашҡаҙар ауылы буйынса ла мәғлүмәттәр табылыр тигән өмөт ҡалдыра.
Архивта эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһеҙ булманы, әлбиттә. Ауыл тарихына, уның кешеләренә, күренекле шәхестәренең яҙмыштарына бәйле быға тиклем билдәле булмаған байтаҡ ҡиммәтле документтар табылды.
Тарих яҙыр инем ташына...
Матрай районының Һабыр ауыл советына ҡараған Ашҡаҙар ауылында йәшәгән кешеләр хаҡындағы 1938 – 1939 йылдарҙағы архив мәғлүмәттәренән сығып, Ашҡаҙар ауылына күсеү 1927 йылда уҡ башланғандыр, тип әйтеп була, сөнки документтарҙа ҡайһы бер йорттарҙың 1927 йылда уҡ һалыныуы билдәләнгән. Мәҫәлән, “Хужалыҡ кенәгәһе” атамалы документаль сығанаҡ буйынса: “Мөҙәрис Хөснөтдин улы Атанов башҡорт, 1929 йылдан “Ашҡаҙар” колхозында колхозсы, ғаилә башлығы, 1903 йылда тыуған, белемһеҙ, ликбез үткән, ат ҡараусы. Йәшәгән йорто 1927 йылда һалынған, йорт-ҡура ерҙәре – 40, баҡса – 15, амбар – 25 сутый. Картуф сәскәндәр 0,5 сутыйҙа. Малдары – өс һыйыр, өс һарыҡ. Өс умарта бал ҡорто тота. Һалым түләгәндәр”. Тимәк, үрҙә әйтелгән мәғлүмәт документта ла сағылыш таба. Шуныһы ҡыҙыҡлы: мәҫәлән, Хәкимйән Айса улы Атанов, башҡорт, ғаилә башлығы, 1899 йылғы, ликбез үткән, 1929 йылда “Ашҡаҙар” колхозына ингән. Ә хәтирәләр буйынса, ул иң тәүҙә килеп төпләнгәндәрҙән иҫәпләнә…
Оло быуындан яҙып алынған хәтирәләрҙә, 1928 – 1929 йылдарҙа “Ашҡаҙар” колхозының тәүге рәйесе булып Хәкимйән Айса улы Атанов эшләгән, ә 1930 – 1934 йылдарҙа колхоз менән Зөлҡәрнәй Буранбаев етәкселек иткән, тиелә. Тәүге рәйес урыҫ кешеһе булған тигән хәтирә лә бар, әммә беҙ табып өйрәнгән архив документтарында урыҫ кешеһе тураһында мәғлүмәт табылманы.
Шул осорҙағы “Хужалыҡ кенәгәһе”нән күренеүенсә, 1935 йылда Ашҡаҙар ауылында барлығы 25 йорт-хужалыҡ иҫәпләнгән. Ауыл халҡы башлыса башҡорттарҙан торған. Бер ғаилә генә урыҫ тип теркәлгән – Роман Сидоренко, 1898 йылғы, ҡыр эшендә йөрөгән (барлығы дүрт кеше).
Миҫал өсөн тәүге биш йорт хужаһын ғына күрһәтеп китәбеҙ. Йорт хужалары һәм кешеләр һаны документта күрһәтелгән тәртиптә бирелә:
1. Атанов Хөсәйен, 1890 йылғы, башҡорт (8 кеше), бүлек бригадиры.
2. Азаматов Фәйзулла, 1901 йылғы, башҡорт, МТФ-ла эшләгән (8 кеше).
3. Азаматов Шәйхулла, 1899 йылғы, башҡорт, келәт хужаһы (7 кеше).
4. Абыҙгилдин Байегет, 1908 йылғы, башҡорт, ат ҡараусы (6 кеше).
5. Булатов Нәҙерша, 1908 йылғы, башҡорт, ауырыу сәбәпле эшләмәй, ҡатыны Хөппөй ҡыр эшендә (4 кеше).
1937 йылға ҡараған икенсе бер архив документында Һабыр ауыл советы биләмәһенә ҡараған колхоздар исемлеге һәм уларҙағы халыҡ һаны бирелгән. Ҡәрйән (154 кеше йәшәгән, шуларҙың 72-һе 18 йәштән оло булған), Ашҡаҙар (161 һәм 72), Ҡаҙырша (347 һәм 179), Ураҙғол (14 һәм 7), Заполовска (1), Абсатай (14 һәм 7) ауылдары һәм утарҙары “Ашҡаҙар” колхозына ингән.
Документтарға таянып, 1933 йылдың ноябренән 1935 йылдың майына тиклем “Ашҡаҙар” колхозы рәйесе булып Шәһиҙулла Кәлимулла улы Вәлиев (1905 йылғы) эшләгәнен һәм уның торған йорто Ҡаҙырша ауылында булғанын билдәләй алдыҡ. Ә 1935 йылдан 1939 йылға тиклемге осорҙа “Ашҡаҙар” колхозы рәйесе вазифаһын Фәйзулла Хажиәхмәт улы Азаматов (1902 йылғы) башҡарыуын асыҡланыҡ.
1957 йылдың яҙында “Ашҡаҙар” колхозы рәйесе Хәмит Фәтҡулла улы Таһиров һаулығы ҡаҡшау арҡаһында вазифаһынан бушатыла (нисәнсе йылдан эшләгәне архив документтарында күрһәтелмәгән). 1957 – 1961 йылдарҙа “Ашҡаҙар” колхозының һуңғы рәйесе булып Ғәлимйән Заһит улы Солтанғужин (1928 йылғы) эшләгән.
1961 йылдың 10 апрелендәге ҡарарға ярашлы, “Ашҡаҙар” колхозы айырым хужалыҡ ойошмаһы булыуҙан туҡтай, Ашҡаҙар һәм башҡа ауылдарҙа йәшәгән колхозсылар “Башҡорт” игенселек совхозына эшкә күсерелә.
Документтарҙан күренеүенсә, Ҡаҙырша ауылы кешеһе Йосоп Мөхәмәтғәле улы Батисов (1908 йылғы), 1933 – 1939 йылдарҙа “Ашҡаҙар” колхозында бригадир булып эшләгән. Ә 1939 йылда “XVIII партсъезд” колхозы барлыҡҡа килгәс, 1939 – 1940 йылдарҙа ул уның тәүге рәйесе була. Әйткәндәй, ауылда яҙып алынған хәтирәләрҙә был “XVIII партсъезд” колхозы, йәнәһе, “Ашҡаҙар” колхозына тиклемге осорҙа уҡ барлыҡҡа килгән икән тигән хата фекер әйтелгән. Ысынында ВКП (б)-ның XVIII партсъезы 1939 йылдың 10 – 21 мартында үтә, был атамалы колхоздар, башҡа ойошмалар шунан һуң барлыҡҡа килә башлай.
Шулай уҡ Ҡәрйән ауылы кешеһе Минһажетдин Саҙретдин улы Солтанғужин (1912 йылғы) 1937 йылда “Ашҡаҙар” колхозында бригадир булып эшләгән.
Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә!
Аяуһыҙ һуғыш елдәре Ашҡаҙарҙы ла урап үтмәй. Ил һаҡларға тип 40 ауылдашыбыҙ фронтҡа китә. 31 яугир һуғыш яланында ҡорбан була, ни бары һигеҙ ауылдашыбыҙға ғына әйләнеп ҡайтырға насип була. Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы айҡанлы 2005 йылда һәйкәл асылыуын, вариҫтарының онотмауын күреп, яугир ҡартатай-олатайҙарыбыҙҙың рухтары шатланғандыр...
Һуғыш яланында ҡорбан булған, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәр:
Абыҙгилдин Б.Н., Азаматов С.Х, Атанов И.М., Атанов И.Х., Атанов Т.Х., Байсурин А.М., Байсурин Р., Батыров З.З., Билалов Г.Н., Билалов Р., Булатов А.А., Булатов И.Н., Булатов С.Х., Буранбаев З.М., Дәүләтбирҙин С.С., Дәүләтбирҙин С.Я., Исхаҡов Г.И., Исхаҡов Я., Иҫәнбаев Г.Х., Күҫәков Н.Х., Күҫәков Х.М., Ҡотлобаев Ю.С., Солтанғужин Р.С.,Солтанғужин М.С., Солтанғужин И.С., Солтанғужин Ф.Ҡ., Солтанғужин Я.Б., Солтанғужин С.Г., Ураҡов Г.Ш., Ураҡов А.М.
Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан ауылдаштар:
Сәғәҙәткирәй Хөсәйен улы Атанов, Аллаяр Искәндәр улы Билалов, Исмәғил Зарип улы Дәүләтбирҙин, Әхмәтдин Мөхитдин улы Солтанов, Юныс һәм Иҙрис Йәмил улы Солтановтар, Бәҙретдин Сәҙретдин улы Солтанғужин, Фазылйән Шәкирйән улы Ураҡов, Сабитулла Йомағужа улы Әхмәров.
Тыл ветерандары: Зәйнәбъямал Абыҙгилдина, Хәйебъямал, Гөлйәүһәр Азаматовалар, Мөғлифә, Зарифа, Нәбирә, Хәмдиниса, Мөьминә Атановалар, Латифа, Нәзифә, Хәнифә Булатовалар, Хәтирә, Сабира, Фариза Буранбаевалар, Орҡоя, Миңһылыу, Зәйнәп, Мәхүп, Вәлимә Билаловалар, Ғәлиә Солтанова, Хәҙисә Ураҡова, Ғәбиҙә, Мәрхәбъямал Ҡотлобаевалар, Сабира, Бибинур, Рабиға, Ғәфүрә Солтанғужиналар, Гөлзәғифә, Ғәбиҙә Дәүләтбирҙиналар, Сәрбиямал Иҫәнбаева, Әнисә, Нәзифә Хурамшиналар, Әлифә, Йомабикә Әхмәровалар, Өммөгөлсөм, Фәйрүзә Солтанғужиналар, үҫмерҙәр: Ишмырҙа Абыҙгилдин, Әсмәндиәр, Сәйфетдин Билаловтар, Зиннәтулла Буранбаев, Ғәләмша Дәүләтбирҙин, Йомағәле Ҡотлобаев, Ибраһим Солтанғужин, Рәис Хурамшин.
Ауылды йәштәр йәшәтә һәм йәшәртә
Ашҡаҙарҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” өс тапҡыр: 1988 йылда Баллы йорт яланында, 1998 һәм 2006 йылда мәктәп янында үткәрелде. Һәр байрам – үткәндәргә байҡау яһау, боронғо рухи тамырҙарҙы юллау һәм киләсәккә ҡараш ташлау ул. Нәҫел тарихынан – ауыл тарихы, ә ауыл тарихынан район, ил тарихы яҙыла. Был сараның быуындар бәйләнешен тергеҙеүен, ҡан хәтерен яңыртыуын, нисәмә быуын туғандарҙың һағынып осрашыуын, айырыуса йәштәрҙә ауылдың үткәне, нәҫел-нәсәптәренең тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеүен яҡшы аңлай ашҡаҙарҙар.
Аҙаҡҡы байрамдан һуң ун ике йыл үтеп тә киткән. Ауылдаштар, яҡташтар Ҡорбан байрамында осрашып күрешеп торҙо, мәктәп ихатаһында ҡаҙандар тултырып ҡорбан ите бешереп, “Ғәлимйәүһәр” мәсетендә әруахтар рухына бағышлап аят уҡыттылар. Шулай итеп Юнир Сәлим улы Вәлиевтең башланғысы менән һәр йыл һайын бөтә ауылдаштар йыйылып, Ҡорбан байрамын бергәләп үткәреү хәҙер изге йолаға әйләнде.
Былтыр ошо дини байрамда 90 йыллыҡты үткәреүгә әҙерлеккә старт бирелде. Юбилейҙы ойоштороу комитеты рәйесе Юнир Сәлим улы: “Быйылғы байрам – Ашҡаҙарҙың 100 йыллығына генераль репетиция”, – тип әйткәйне. Ул тулыһынса хаҡлы. Ауылдаштар дәртләнеп, ең һыҙғанып эшкә тотондо, һәр шәмбе һайын өмәләр үткәрҙеләр, күмәкләп йорт-ихаталарҙы, урамдарҙы, зыяратты тәртипкә килтерҙеләр, ҡоҙоҡтарҙы таҙалап яңынан эшләнеләр. Ауылыбыҙға ҡот ҡунды, төҙөкләнде, күҙгә күренеп матурайҙы.
Уйлап ҡараһаң, торғонлоҡ осоронда “киләсәкһеҙ ауыл” тигән мөһөр һуғылып Ашҡаҙар тарҡалып бөтә яҙғайны. Күпме ғаиләләр күрше райондарға һәм өлкәләргә күсеп китергә мәжбүр булды. Һәр кемгә мәғлүм: барҙы юҡҡа сығарыуы тиҙ, ә юҡты бар итеү һис еңел түгел. 1985 йылдарҙа ауылыбыҙ яңы һулыш алды. Ә был ыңғай үҙгәрештәр тыуған тупраҡта буй еткереп, етәксе кимәленә күтәрелгән Юнир Сәлим улы Вәлиевкә туранан-тура бәйле. Ул “Һабыр” совхозы директоры һәм Йылайыр районы башлығы булып эшләгән дәүерҙә ауыл ысын мәғәнәһендә яңырыу кисерҙе, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Юл һалынды, клуб, магазин, контора, фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Өйҙәрҙә телефон бәйләнеше булдырылды, электр линияһы яңыртылды. Урамға асфальт түшәлде, район үҙәгенә маршрут автобусы асылды. 1987 йылда, ауылға йәм өҫтәп, туғыҙ йыллыҡ ике ҡатлы мәктәп ҡалҡты. 2001 йылда Ашҡаҙарға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелде. Тирмән эшләй башланы. 2006 йылда бына тигән киң, яҡты спорт залы сафҡа инде. Ошо ваҡыт эсендә яңы йорттар төҙөлдө, урамдар үҫте. Ферманың төҙөлөүе, совхоз бүлексәһенең асылыуы – ауыл халҡына күпме эш урындарының булдырылыуына асыҡ дәлил.
Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Ергә ерегеп, уның ҡәҙерен белеп үҫкән совхоз эшсәндәре игенселек, малсылыҡ буйынса уңыштарға өлгәште. Көндө төнгә ялғап эшләгән ауылдаштарҙың исеме Маҡтау таҡтаһынан төшмәне, район, республика кимәлендә билдәләнде. Ауылыбыҙҙа ғорурланырлыҡ алдынғы малсылар, механизаторҙар, урмансылар һәм өлгөлө ғаилә башлыҡтары күп: Зиннәтулла Буранбаев, Мәхмүтйән Солтанов, Зиннур һәм Әсҡәт Тулыбаевтар, Ғиса, Урал, Хәкимйән һәм Ғәзизйән Солтанғужиндар, Фазылйән һәм Ғилман Ураҡовтар, Зәйнулла Азаматов, Йомағәле Ҡотлобаев, Вәлиулла һәм Сәйфетдин Билаловтар, Сабитулла һәм Шәрифулла Әхмәровтар, Рәшит Дәүләтбирҙин һ.б.
Совхозға яңы көстәр өҫтәлде. Иң һөйөндөргәне: йәштәр сит ерҙәргә күсеп китмәйенсә, ата-бабалар нигеҙендә төпләнеп, донъя ҡора башланы. Олоһо ла, йәше лә береһенән-береһе уҙҙырып, тырышып ғүмер итә, күпләп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар. Ауылды йәштәр йәшәтә һәм йәшәртә. Йәш быуын ауылда тамыр йәйһен өсөн тормошта иң кәрәкле социаль объекттарҙың булыуы мотлаҡ. Заманында күҙ асҡыһыҙ буранда, яҙғы-көҙгө рашҡыла 10-40 саҡрымды Һабырға, Йылайырға йә ат менән, йә трактор санаһына ултырып, хатта йәйәү ҙә йөрөгән, Йылайырға барып етә алмайынса Байғужала, Матрайҙа йәки Ҡырымда, Васильевкала ҡунырға мәжбүр булған ашҡаҙарҙар төшөнкөлөккә бирелмәй. Килер бер көн: ауылдың өсөнсө һулышы ла асылыр, халыҡтың йәшәйеше өсөн бик кәрәкле мәктәп, клуб, магазин, фельдшер-акушерлыҡ пункты һ.б. яңынан үҙ ишектәрен асыр, ике ҡатлы мәктәп балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торор...
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа...
1930 йылда тәүге белем усағына нигеҙ һалына. Беренсе уҡытыусы Бикбов була, 1931 – 1933 йылдарҙа эшләй. (Үкенескә ҡаршы, уның исемен иҫләүселәр юҡ. Әгәр был хаҡта белеүселәр булһа, беҙгә хәбәр итһәгеҙ ине). Башланғыс мәктәптең икенсе уҡытыусыһы Фәйзулла Нотфулла улы Билалов Бөйөк Ватан һуғышы башланғас фронтҡа китә, үҙенең урынына ете йыллыҡ мәктәпте яңы ғына тамамлаған 17 йәшлек Мәғәзирә Азаматованы ҡалдыра. 1942 йылдан башлап Мәғәзирә Сәйфулла ҡыҙы ярты быуатҡа яҡын ғүмерен балаларға аң-белем биреүгә бағышлай. Һуғыш осоронда һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа Роза Буканова, Ғәбиҙә Мортаева, Кәримә Әбсәләмова, Мәғәмүрә Айытҡолова уҡыта. Шулай уҡ Ашҡаҙар мәктәбендә Көнһылыу Булатова, Наилә Тулыбаева, Луиза Йомағолова, Рәйсә Ураҡова, Нурия Батисова, Әлфиә Ҡужабәкова эшләй. Алмашҡа Рәйлә Ярбулова, Фирүзә Солтанғужина, Әлфиә Тулыбаева, Юнир Түләшев, Фәнүзә Әхмәрова, Наилә Солтанғужина һ.б. йәш көстәр килә.
Ашҡаҙар ауылының арҙаҡлы шәхестәре
Мәғәзирә Сәйфулла ҡыҙы Азаматова – педагогик хеҙмәт ветераны, 38 йыл буйы балаларға аң-белем бирә. Алты тапҡыр ауыл советы, бер мәртәбә район советы депутаты.
Ҡорбанғәле Хөсәйен улы Атанов – РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы. Быйыл Юлдыбайҙа 100 йыллығы билдәләнде.
Зиннәтулла Шәрәфетдин улы Буранбаев – алдынғы малсы, “Октябрь революцияһы”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
Юнир Сәлим улы Вәлиев – Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе һәм икенсе саҡырылыш Вәкилдәр Палатаһы депутаты. 18 – 24-се саҡырылыш Йылайыр район башҡарма комитеты депутаты. 21 – 24-се саҡырылыш Йылайыр район башҡарма комитеты рәйесе.
Ибраһим Байдәүләт улы Солтанғужин 1942 йылдан алып 48 йыл буйы иген үҫтерә, 1964 йылда Мәскәүгә Бөтә Союз күргәҙмәһенә ул осорҙағы тракторсылар бригадаһы бригадиры булараҡ барып ҡайта, район советы депутаты.
Мәхмүтйән Әхмәтдин улы Солтанов – алдынғы малсы, Социалистик ярыш еңеүсеһе, коммунистик хеҙмәт ударнигы, 1975 – 1977 йылдарҙа Халыҡ депутаттарының Йылайыр район советы депутаты. 1987–1989 йылдарҙа – Һабыр ауыл советы депутаты.
Ғилман Уйылдан улы Ураҡов – алдынғы механизатор, Социалистик ярыш еңеүсеһе, 1982 – 1987 йылдарҙа – Һабыр ауыл советы депутаты.
Зиннур Шаһыбал улы Тулыбаев – алдынғы малсы.
Ашҡаҙарҙың нигеҙе – өлгөлө ғаиләләрҙә
Алтын туй:
Гөлмәнәүәрә һәм Зәйнулла Азаматовтар;
Миңлебикә һәм Зиннәтулла Буранбаевтар;
Заһиҙә һәм Йомағәле Ҡотлобаевтар;
Хәбирә һәм Мәхмүтйән Солтановтар;
Фәйрүзә һәм Ғәзизйән Солтанғужиндар;
Люциә һәм Әсҡәт Тулыбаевтар;
Роза һәм Шәрифулла Әхмәровтар.
Гәүһәр туй:
Зәкиә һәм Ибраһим Солтанғужиндар;
Фәриҙә һәм Зиннур Тулыбаевтар.
Әсәләр донъяға нур сәсәләр
“Герой-әсә” Гөлмәнәүәрә Сәйфетдин ҡыҙы Азаматова – 12 бала.
Гөлсирә Дәүләтбирҙина – 10 бала.
“Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыусылар:
Ғәлимә Солтанғужина – 9 бала,
Шәмсениса Билалова – 8 бала,
Хәйерниса Солтанғужина – 8 бала,
Фәриҙә Тулыбаева – 8 бала,
Маһикамал Дәүләтбирҙина – 7 бала,
Заһиҙә Ҡотлобаева – 7 бала,
Хәбирә Солтанова – 7 бала,
Рәшиҙә Солтанғужина – 7 бала,
Фәриҙә Ураҡова – 7 бала,
Әлифә Әхмәрова – 7 бала,
Йомабикә Әхмәрова – 7 бала,
Миңлебикә Буранбаева – 6 бала,
Мөслимә Солтанова – 6 бала,
Гөлбикә Солтанғужина – 6 бала,
Фәйрүзә Солтанғужина – 6 бала,
Нәсихә Ураҡова – 6 бала,
Мәфтуха Хурамшина – 6 бала,
Люциә Тулыбаева – 6 бала,
Ғәлимә Абыҙгилдина – 6 бала,
Емешбикә Атанова – 5 бала,
Алтынбикә Торомтаева – 5 бала,
Әлимә Солтанғужина – 5 бала,
Садиҡа Юламанова – 5 бала,
Фәрзәнә Әхмәрова – 5 бала.
Милләт терәге – аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр
Ибраһим Солтанғужин,
Зиннәтулла Буранбаев,
Зиннур Тулыбаев,
Ғәзизйән Солтанғужин,
Рәшит Дәүләтбирҙин,
Шәрифулла Әхмәров,
Нәбирә Атанова,
Миңлебикә Буранбаева,
Зәкиә Солтанғужина,
Хәбирә Солтанова,
Фәриҙә Тулыбаева,
Люциә Тулыбаева,
Фәриҙә Ураҡова,
Роза Әхмәрова.
Хөрмәтле ауылдаштар! 90 йыллыҡҡа әҙерлек барышында эшлекле тәҡдимдәр күп әйтелде. Үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһен тормошҡа ашырып өлгөрә алманыҡ. Архивтарҙа төплө эшләгән, документаль сығанаҡтар тапҡан тарихсы яҡташыбыҙ Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәновҡа рәхмәтлебеҙ! Күреүегеҙсә, асыҡлайһы, тулыландыраһы мәғлүмәттәр бик күп. Китап сығарыр өсөн үткәндәрҙе өйрәнеүҙе һәм эҙләнеүҙе дауам итәйек. Барлыҡ материалдар https://vk.com/ashkadar90 төркөмөндә туплана. Ололар иҫән саҡта хәтирәләрҙе бөртөкләп йыяйыҡ. Ашҡаҙарҙың тәүге уҡытыусылары иҫтәлегенә мәктәпкә таҡтаташ эшләйек. Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы, сығышы менән Утарбайҙан булған полк муллаһы, комиссар Хәлил Юлдашевҡа стела ҡуйыуҙы мотлаҡ хәстәрләргә кәрәк. Ошондай илһөйәр шәхестәр миҫалында тәрбиәләнеп үҫергә тейеш беҙҙең йәш быуын. Рухиәттең нигеҙе – боронғо тамырҙарыбыҙҙа.
Байрамға рәхим итегеҙ, туғандар! 7 июлдә Ашҡаҙар һеҙҙе көтә!
Ойоштороу комитеты.Фуат Сөләймәнов, Юнир Вәлиев һәм Флүрә Солтанова әҙерләне.