Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Асыҡлыҡ индерергә кәрәк
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 9 февраль һанында Шәфҡәт Рөстәмовтың “Ғәҙеллек тантана итергә тейеш!” тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Унда генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе юллау тураһында һүҙ бара. Әлбиттә, автор дөрөҫ фекер йөрөтә: Миңлеғәле Минһажетдин улына Герой исемен күптән бирергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта мин уның ҡайһы бер раҫлауҙары менән килешә алмайым.
Мәҡәләнән бер нисә өҙөк килтерәм:
“Өфөлә йәшәй башланым. Радионан Башҡорт дәүләт драма театрында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары менән осрашыу булыуын ишетеп, шунда барҙым... Театрҙа урыным ике полковник араһына тура килгәйне. Осраҡтан файҙаланып, уларҙан: “Ниндәй легендар командир! Ни өсөн һуғыш бөткәс тә был мәсьәлә ҡаралмаған?” — тип һораным. Икеһе лә алдан килешкәндәй: “Тәүҙә партияның Өлкә комитетында яҡлау тапманы. Һуңынан эре, һауалы әҙәмдәр власҡа үрләп: “Шайморатов менән уның дивизияһы ғына һуғышта булманы, беҙ ҙә ҡатнаштыҡ”, — тигән фекер әйтте. Шул сәбәпле был мәсьәлә йомолоп ҡалды. Хәҙер, күрәһең, һуңдыр инде”, — тинеләр.
Ниндәйҙер таныш түгел полковниктарҙың һүҙенә ҡарап, шуны гәзит уҡыусылар хөкөмөнә сығарып, Шәфҡәт Рөстәмов ҙур хата яһай.
Асылда иһә мәсьәлә бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Иң тәүҙә генерал Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен юллауҙы партияның Өлкә комитеты һәм уның беренсе секретары Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов 1948 йылдың 11 декабрендә күтәреп сыға һәм, И. Сталинға яҙылған хатты тотоп, Мәскәүгә китә. Сталинға инер алдынан уның ярҙамсыһы А. Поскребышев Советтар Союзы маршалы Семен Буденныйҙың ризалыҡ ҡултамғаһын алырға кәңәш итә, сөнки ул “ата кавалерист”, атлы милли соединениеларҙы ойоштороусыларҙың береһе була. Етмәһә, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы. Сабир Ваһапов уның дачаһына китә, ләкин С. Буденный: “Мин ундай генералды белмәйем”, — тип имзаһын ҡуймай.
— Эйе шул, — ти ул, хатты уҡып сыҡҡас, — бар ине ундай генерал, ләкин ул бит дошман тылында рейдта саҡта хәбәрһеҙ юғалған, ә Сталиндың инаныуынса, хәбәрһеҙ юғалыу әсиргә төшөү менән бер.
— Ярай, хатыңды ҡалдыр, — ти уға маршал, — ҡарарбыҙ.
Ләкин өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемен йөрөткән Буденный хатты Юғары Совет Президиумы канцелярияһына тапшыра ла... онота.
Сабир Ваһаповтың юллауынан һуң ун йыл үткәс, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриев был мәсьәләгә йәнә әйләнеп ҡайта һәм Үҙәк Комитетҡа хат яҙа. Хат тағы Семен Буденныйҙың ҡулына эләгә. Бына нимә тип яҙа 1958 йылдың 23 июлендә хәтере “яңырған” маршал:
“... М.М. Шайморатовҡа үҙе үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исемен биреү фашизмға ҡаршы көрәштә уның хеҙмәтен лайыҡлы баһалау булыр һәм совет кешеләрен бөйөк Тыуған илебеҙгә йәне-тәне менән бирелгәнлек рухында тәрбиәләүгә хеҙмәт итер ине.
КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты һәм БАССР Министрҙар Советының генерал-майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовҡа, үҙе үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юллауын хуплайым”.
Әммә З. Нуриевтың хаты ла архивҡа оҙатыла. Өсөнсө тапҡыр, хәҙер инде дивизия ветерандары, генерал Шайморатовҡа, уның 100 йыллыҡ юбилейы алдынан (1999 йыл), Рәсәй Геройы исемен биреүҙе юллап ҡарай. Мөрәжәғәт йәнә яуапһыҙ ҡала. Советтар Союзы тарҡалды, ә Рәсәй Геройы исеме уға нимәгә кәрәк, тип уйлағандарҙыр, моғайын, Мәскәүҙә.
Рәсәй Геройы исеме 1992 йылда булдырыла һәм уға, йәнәһе, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтар ҡағылмай. Афғанстанды ҡанға батырған, Чечен илен емергән федералдарға Герой исеме бирелә, ә шул уҡ Рәсәйҙе фашист ҡоллоғонан ҡурсалап алып ҡалған һәм батырҙарса һәләк булған ысын Геройҙарға — юҡ! СССР-ҙы тарҡатҡан М. Горбачев әйтмешләй, “нонсенс” түгелме ни был? Ул саҡта Рәсәй тигән бөйөк илебеҙ ни өсөн үҙен СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вариҫы тип иҫәпләй?
Хәйер, ул хаҡта 2003 йылдың 8 апрелендә “Йәшлек” “Исемһеҙ Герой”, шул уҡ йылдың 5 июлендә “Республика Башкортостан” гәзиттәре “Герой без звания, или о том, как представление на Шаймуратова “срезал” Буденный” (авторы Р. Хажиев) тигән мәҡәләләр менән сығыш та яһағайны. Һөҙөмтә — юҡ. Шуға ла “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы”, 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы музейы, Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзының “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” акцияһын мин шатланып ҡабул иттем һәм уға ҡуш ҡуллап имза һалдым.
Ризван ХАЖИЕВ,
журналист, Ш. Хоҙайбирҙин
исемендәге премия лауреаты.
Дыуан районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә