Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәнгә – сихәт, тәнгә рәхәт кенә булһын
Йәнгә – сихәт, тәнгә рәхәт кенә булһынЙәйге ялды, бигерәк тә эҫе көндәрҙе, рәхәтләнеп һыу инеүҙән тыш күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Һәр кем йәйҙең йәмле көндәрендә тәбиғәт ҡосағында йышыраҡ булырға, ғаиләһе менән ял итеп ҡалырға тырыша. Әммә был матур ниәтегеҙ бәләгә тарытмаһын өсөн, иң ябай ҡағиҙәләрҙе белеү һәм үтәү зарур.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистр­лығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл республикабыҙҙағы һыу ятҡылыҡтарында 75 пляждың эшмәкәрлегенә рөхсәт бирелгән. Уларҙың 19-ы балалар өсөн тәғәйенләнгән. Пляждарҙың исемлеге менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының рәсми сайтында танышырға мөмкин. Әммә беҙҙең халыҡ махсус йыһазлан­дырылған урындарҙа ғына ял итеп өйрәнмәгән, күптәребеҙ ҡайҙа теләй шунда һыу инә. Бөтә бәлә тап ана шул вайымһыҙлығыбыҙға барып тоташа ла инде. Мәҫәлән, 2016 йылдың йәйендә республиканың һыу ятҡылыҡтарында 81 кеше батып үлгән (15-е балалар), 2017 йылда был күңелһеҙ һан саҡ ҡына кәмерәк – 61 булған (8-е бала).
Быйыл июнь айының һалҡынса тороуына ҡарамаҫтан, һыуға бәйле туғыҙ фажиғә теркәлеп өлгөргән. Шуны билдәләргә кәрәк, бындай күңелһеҙ осраҡтарҙың барыһы ла һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған һәм тыйылған урындарҙа теркәлгән! Бигерәк тә ауыл ерҙәрендә әлеге ише аңһыҙ ҡаза йыш булып тора, сөнки унда балалар, үҫмерҙәр йылға-күл буйҙарына ата-әсәһе менән бергә йөрөмәй. Әммә һыу ятҡылыҡтарын­дағы һәләкәттәрҙең иң киң таралған сәбәбе — эскелек. Былтыр фажиғәгә тарыған 53 оло кешенең 28-е – иҫерек килеш һыу инеүселәр.
Ни өсөн махсус йыһазлан­дырылған пляждарға өҫтөнлөк биреү зарур? Сөнки улар һыу инеү миҙгеле асылмаҫ элек үк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан етди тикшереү үтә. Яр буйҙарының, махсус ҡоролмаларҙың, ҡотҡарыу әйберҙәренең торошо баһалана, һыу ятҡылығының аҫты төрлө сүп-сарҙан таҙартыла. Бындай саралар, рейдтар йәй дауамында бер нисә тапҡыр ҡабатлап уҙғарыла. Рәсми рөхсәт менән эшләгән пляждарҙа миҙгел аҙағынаса ҡотҡарыусылар дежур итә. Һуңғы йылдарҙа республиканың һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарында фажиғәле осраҡтарға бөтөнләй юл ҡуйылмауы ошоноң ише маҡсатлы эштәр менән аңлатыла.
Белгестәр билдәләүенсә, ҡояшлы, елһеҙ көндә һыу температураһы 17-19 градус, һауа температураһы 20-25 градус йылылыҡҡа етһә, һыу төшөргә ярай. Һыуҙа 10-15 минуттан артыҡ булмағыҙ, йөҙөр алдынан барлыҡ тәнде сылатыу, яйлап өйрәнеү зарур. Бигерәк тә ҡояшта ҡыҙынғандан һуң ҡапыл һыуға төш­мәгеҙ. Поход, экскурсиялар мәлендә балаларҙы һыу индерергә теләһәгеҙ, тәрән булмаған ятҡылыҡ һайлағыҙ, йылға-күл төбөндә осло таштар, ҡаҙып ултыртылған нығытмалар, быяла ҡалдыҡтары, ылымыҡтар һәм ләм булмауын алдан тикшерегеҙ. 16 йәшкә тиклемге балаларға ололар күҙәтеүенән тыш кәмәлә, һыу мотоциклында һәм башҡа йөҙөү сараларында йөрөү тыйыла.
Йәй һеҙгә онотолмаҫ тәьҫораттар, матур ял бүләк итһен. Ә йылға-күлдәребеҙҙең шифалы һыуы йәнгә – сихәт, тәнгә рәхәт кенә булһын.

Һәләкәткә юл ҡуймау өсөн түбәндәге ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоғоҙ:
махсус йыһазландырылған пляждарҙа ғына ял итегеҙ;
балаларҙың үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ, уларҙы яр буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
йылға төбөн тикшермәйенсә яр башынан, осраҡлы ҡулайла­маларҙан һикермәгеҙ;
махсус билдәләнгән сик аша сыҡмағыҙ, йылға йәки күл аша йөҙөп сығырға маташмағыҙ;
иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә