Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ!Бәләбәй районының Малиновка ауылында йәшәүсе тоғро дуҫыбыҙ, ышаныслы иптәшебеҙ Мәғдән Камалетдин улы Саҙретдиновты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ябай ҙа, кешелекле лә, ғәҙел дә Бәләбәй егете менән яҡындан танышып, бына нисәмә йылдар бер-беребеҙҙең хәлен белешеп, көйөнөс-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашып, аралашып йәшәүебеҙгә бик шатбыҙ. 1986– 1988 йылдарҙа ғүмерҙең алтынға бәрәбәр, матур бер өлөшөн, ҡабатланмаҫ сәмле, дәртле йәшлек йылдарын Свердловск юғары партия мәктәбендә уҙғарыу һәммәбеҙ өсөн дә мәңгегә иҫтә ҡалырлыҡ гүзәл мәл булды. Ошо дуҫлыҡ, берҙәмлек уты йылдар үткән һайын һис һүрелмәй, киреһенсә, баҙыҡланып, ялҡынланып көсәйгәндәй генә.
“Ғүмер юлы — ауыр, оҙайлы юл,
Зауыҡлы юл — йәшәй белгәнгә”...
Шағирәнең был тапҡыр шиғри юлдарында тап Мәғдән Камалетдин улы менән ҡатыны Фәһимә Сәғит ҡыҙы тураһында әйтелгән төҫлө. Нисәмә йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, аңлашып йәшәү, ҡыҙ һәм улдарын оло тормош юлына сығарыу, ейән-ейәнсәрҙәре менән аралашыу һөйөнөсө, районда төрлө вазифаларҙы намыҫ менән башҡарыу — барыһы ла ихтыяр көсөн, күңел киңлеген, донъянан йәм табып йәшәү һәләтен талап итә. Әле дуҫыбыҙ — райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры.
Ысын иптәш, бына тигән ғаилә башлығы, ярҙамсыл һабаҡташыбыҙҙы оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, йәшәү дәрте, бик күп аяҙ, сыуаҡ көндәр теләйбеҙ. Юбилейың ҡотло булһын, Мәғдән Камалетдин улы!
Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡыған һабаҡташтарың:
Зөлхизә Аҡмалетдинова, Фәнүз Бәҙәмшин, Марат Биктимеров, Рәйес Исмәғилев, Таһир Торомтаев.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә