Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһе
Ҡыҫҡаса белешмә:

- Силәбе өлкәһенең майҙаны — 88 529 км2
(Сағыштырыу өсөн: Башҡортостандың майҙаны — 142 949 км2).
- Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, өлкәлә 166 372 башҡорт иҫәпләнә, асылда — 200 меңдән күберәк.
- Хәҙерге Силәбе өлкәһенең байтаҡ өлөшө башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре иҫәпләнә.
- Өлкәнең ике районында күпселек халыҡты башҡорттар тәшкил итә: Арғаяшта — 64, Ҡоншаҡта — 43 процент.

Юлға сығыр алдынан, бик ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Ауыл ҡыҙы мәктәпте тамамлап, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына барып, училищеға уҡырға инә. Һөнәр үҙләштергәндән һуң, урыҫ егетенә кейәүгә сығып, шунда төйәкләнә. Мөхәббәт милләткә ҡарамай шул. Яңы барлыҡҡа килгән урыҫ-башҡорт ғаиләһе ишәйә бара. Шулай итеп, йәштәр биш балаға ғүмер бирә. Тик ниңәлер биш малай ҙа, атаһына бер тамсылай оҡшап, һап-һары. Исемдәре лә саф урыҫса. Әсәләре үҙ милләтенең киләсәгенә шул тиклем битарафмы икән, тип уйлаусылар ҙа барҙыр. Әммә хикмәт төҫтә һәм исемдә түгел икән.
Аталары көнө буйына заводта. Ә балаларға күпселек ваҡытты әсәһе янында үткәрергә тура килә. Башҡортостандан ситтә йәшәйем тип аптырап ҡалмай теге апай, саф башҡортса ғына һөйләшә ғаиләһендә. Етмәһә, йәй еттеме — малайҙарын тыуған ауылына алып ҡайта. Бында бөтөнләй икенсе мөхит: уларға кинәнеп уйнарға, яңы дуҫтар табырға, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә мөмкин.
— Сәрүжә! Әйҙә киттек йылғаға, — тип килеп тә етә малай-шалай, күптән танышып өлгөргән дуҫтарының каникулға туғандарына килеүҙәре хаҡында ишетеп.
— Мин өйҙә саҡта ғына Сережа, ә бында — Сиражетдин, — ти икән теге малай. — Ҡустыларымдың да икешәр исеме бар: Юра — Йәрмөхәмәт, Валера — Вәлит, Дима — Дим, Саша — Салауат.
Бына шулай күңелле ял итеп, ауыл мөхитендә аралашып, уҡыу осоро башланыуға ҡайтып китәләр. Шунан өйҙә әсәһенән йыуаса бешереүен һорайҙар икән. Етмәһә, аталарына ла әсәһенең телен өйрәтеп бер булалар.
— Халыҡ иҫәбен алғанда ҡыҙыҡ хәлгә тарыныҡ әле, — ти бәхетле әсә. — Яҙып йөрөүсе ҡатын балаларымдың милләтен һорағас, аптырашта ҡалдым. Ярай үҙемдеке лә, иремдеке лә билдәле. Ә балаларым ни урыҫ түгел, ни башҡорт түгел. Шунан малайҙарҙың үҙҙәренән һорарға булдым. “Әсәй, беҙ бит башҡорттар”, тип ебәрмәһенме һарыбаштарым. “Атайыбыҙ ҙа башҡорт — телде белә бит”, тиҙәр. Быны күргәс, теге ханым тәгәрәп ятып көлдө...
Ошо хаҡта һөйләүемдең сәбәбе нимәлә, тиһегеҙме? Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәремдең рухи көсөнә һоҡланыуҙан был. Бына әле Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһына саҡырыу алдыҡ. Унда башҡорт мәҙәниәте көндәрен үткәрәләр. Нисек йәшәй икән милләттәштәребеҙ?

Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеВладимир Павлович Емельянов, Копейск ҡала округының депутаттар йыйылышы рәйесе:

— Был сараны ысын мәғәнәһендә байрам тип әйтеп була. Барыбыҙ ҙа төрлө милләт вәкилдәре булһаҡ та, бер илдә йәшәйбеҙ. Элекке осорҙа бөтәһен дә “совет халҡы” тип йөрөттөләр. Хәҙер иһә һәр кем үҙ тамырын юллай — шуныһы ҡыуаныслы. Үҙ халҡыңдың үткәнен белеү, ата-бабаларҙан күсә килгән традицияларҙы һаҡлау йәш быуынды тәрбиәләүҙә оло әһәмиәткә эйә.
Бынан дүрт йыл самаһы элек Башҡортостандың Дәүләкән ҡалаһында булырға тура килгәйне. Башҡорттарҙың үҙ тамырҙарын бик тәрәндән белеүе һоҡландырҙы. Был рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға совет иленең сәйәсәте лә ҡамасауламаған. Милли аш-һыу әҙерләү үҙенсәлектәрен, йолаларын ҡәҙерләп быуындан быуынға тапшырған халыҡ икәнлектәренә инандым. Ундағы ҡалаларҙың таҙалығы ла хайран ҡалдыра. Һәр милләттең ошо күркәм сифаттарынан үрнәк алырға, уларға тиңләшергә кәрәк.
Копейск ҡалаһының “Башҡорттар ҡоролтайы” ойошмаһының эшмәкәрлеге хаҡында байтаҡ һөйләргә була. Бында үткән барлыҡ сараларҙа ла ихлас ҡатнашалар, үҙҙәренең тырышлығы һәм өлгөрлөгө менән беҙгә ҡыуаныс килтерәләр. Киләсәктә лә сағыу әҙәби-мәҙәни саралар ойоштороп, бергәләшеп эшләргә яҙһын!

Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеВладимир Георгиевич Бисеров, Копейск ҡала хакимиәте башлығының социаль үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары:

— Башҡортостандың үҙ ирке менән урыҫ дәүләтенә ҡушылыуға 450 йыл тулыуҙы ҡаршылар алдынан 2001 йылда Силәбе өлкәһе губернаторы ҡарар ҡабул иткәйне. Унда башҡорт халҡының мәҙәниәте менән яҡындан танышыу ҙа ҡаралғайны. Шулай итеп, Копейск ҡалаһы менән Дәүләкәнгә ныҡлап дуҫлашыу мөмкинлеге тыуҙы. Ун йылдан ашыу аралашыу үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен бирҙе, иҡтисади йәһәттән дә бәйләнеш нығынды. Бөгөн ҡалабыҙҙың Киров исемендәге мәҙәниәт һарайында Башҡорт мәҙәниәте үҙәге уңышлы эшләп килә. Былтыр Копейскиҙа ойошторолған Милләттәр фестивалендә лә һынатманылар.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, башҡорт халҡы вәкилдәренә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер.

Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеКүмәкләгән — яу ҡайтарған

Копейск — совет осоронда таш күмер сығарыу буйынса ҙур уңышҡа өлгәшкән сәнәғәт ҡалаларының береһе. Силәбегә терәлеп тигәндәй ятҡан ҡалала әлеге ваҡытта ике меңдән ашыу башҡорт йәшәй.
Копейскиҙы интернациональ ҡала тип тә әйтеп була, сөнки уны төҙөүҙә башҡорттар, күсеп килгән урыҫтар, татарҙар, һөргөнгә ебәрелгән немецтар күп көс һала. Әйткәндәй, бында милли мәсьәләгә айырыуса иғтибар бирелә. Ҡала округы хакимиәтендә махсус комиссия ла эшләп килә. Бында үткәрелгән һабантуй, Милләттәр фестивале кеүек күркәм саралар күптән инде дөйөм халыҡ байрамына әүерелгән.
Ошо көндәрҙә Копейскиҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙғарылыуы ла беҙҙең өсөн шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе булды. Шул уңайҙан ҡаланың Тыуған яҡты Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеөйрәнеү музейында тотош бер бүлмәлә аҫаба халыҡтың тормош-көнкүрешен сағылдырыусы күргәҙмә лә булдырылған. Унда кейем-һалым, йорт-ҡура йыһаздары, хатта милли аш-һыу ҙа урын алған.
Тантанала ҡала хакимиәте вәкилдәре, “Башҡорттар ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһының идара ағзалары, урындағы халыҡ ҡатнашты. Сығыш яһаған һәр кем Копейскиҙа башҡорттарҙы берләштереүсе ойошманың дәррәү эшләүе, уларҙың өлкә кимәлендә өлгәшкән уңыштары хаҡында һөйләп үтте. Әйткәндәй, бында көн күреүсе милләт вәкилдәре күп булһа ла, башҡорттарҙың ғына фольклор ансамбле эшләп килә. “Аҫылташ” исемен йөрөткән ансамблгә сәхнәлә урын һәр саҡ түрҙә.
Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһе
— Беҙ халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен оноторға тейеш түгелбеҙ, — ти Копейск ҡалаһының “Башҡорттар ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәмилә Аҫабаева. — Шуға ла милли байрамдарыбыҙҙы даими үткәреп торабыҙ. Йәштәр ҙә был сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Ҡала музейында башҡорт этнографияһын сағылдырырлыҡ күргәҙмә асыуҙы ла бөтәһе лә ихлас күтәреп алды. Берәүҙәр биҙәүес, икенселәр — балаҫ, өсөнсөләр милли кейемдәрен алып килде. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйбеҙ.
“Копейскиға эшкә килеүемә инде ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән, — ти Миңнифа Хисамитдинова. — Үҙем сығышым менән Ғафури районының Толпар ауылынан. Ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек. Әсәйебеҙгә ауырлыҡ килтермәйек тип, төрлөбөҙ-төрлө яҡҡа сығып киттек. Урыҫса һөйләшә белмәһәм дә, тырышып заводта эшләнем. Ике балам бар, улар күптән инде башҡа тора. Пенсияла булһам да, тик ятып булмай бит. Беҙ, башҡорттар, бер-беребеҙ менән яҡындан аралашып йәшәйбеҙ. Ә шулай ҙа тыуған яҡ һағындыра. Бына бөгөн ҡунаҡтарға йөн иләүҙе күрһәтмәксебеҙ. Был шөғөл беҙгә бала саҡтан таныш”.
Әлеге сара ысын мәғәнәһендә байрам төҫөн алды. “Аҫылташ”тарҙың сағыу сығышы, ҡурайҙың танһыҡ моңо, гармундың дәртле көйҙәре күңелде күтәрҙе. Ә инде ҡаланың 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының әҙерләгән бейеүе тантанаға матур бүләк булды. Был бейеүҙе башҡарыу өсөн улар махсус кейем дә тектергән. Йәш башҡарыусыларҙың һәр ҡайһыһы төрлө милләттән. Ошо сығышта ҡала халҡының башҡорттарға ҡарата хөрмәте лә, ихтирамы ла сағылды.

Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеАтанан күргән — уҡ юнған

— Беҙҙең яҡҡа килгәс, ҡартинәйемде күрмәй ҡайтма инде, — тип ҡуйҙы күптәнге танышым Артур Хазаров. — Туҡһан ике йәшен тултырһа ла, шөкөр, теремек кенә. Өйөбөҙҙә ремонт барғас, ул әле бабайымда йәшәп тора.
Тимерғази Хазаров улы Артур менән әлеге көндә эшҡыуарлыҡ эшен уңышлы ғына алып бара. Уларҙың ҡалала бер нисә сауҙа нөктәһе бар. Сығышы менән Ҡурған ҡатайҙары Копейскиға килеп төйәкләнгәс тә, яҡындарын һәм туғандарын үҙҙәренең яғына “тарта” башлай. Ҙур майҙандағы бер түгел, ике таш йорт әллә ҡайҙан күҙгә салынып ултыра. Берәүһен ҡунаҡхана өсөн тотһалар, икенсеһендә үҙҙәре йәшәй.
Өлгәшкән уңыштарына ҡыуанып, үҙ донъяһына бикләнеп ҡалғандарҙан түгел Хазаровтар! Милли байрамдарҙы ойоштороуҙа терәк-таяныс булып, матди ярҙам итеп торһалар ҙа, улар үҙҙәрен күрһәтеп бармай.
— Беҙ бит бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, — тип йыш ҡабатлай Тимерғази ағай.
...Хәтимә инәй ихлас йылмайып ҡаршы алды. Башта оло мәҙәни сараның нисек үтеүе менән ҡыҙыҡһынды. Ул да милли кейемен күргәҙмәгә биреп торған икән. Шунан өҫтәлгә саҡырҙы. Ҡашығаяҡтарға күпереп торған буҙа ҡойҙо. Ҡыҙыҡһынғас, уны нисек әҙерләү хаҡында ла һөйләп бирҙе.
— Тырышҡандар ғына уңыш ҡаҙана ала. Беҙҙең яҡта ялҡауҙарҙан көлөп, борон һамаҡлай ҙа торғайнылар. Шуларҙың береһе һаман да иҫтә әле:
Ғыж-ғыш ҡурай тартаһың,
Тал төбөндә ятаһың.
Йәйен бесән сапмайһың,
Ҡыш ашарға тапмайһың! —
тип көйләп ебәрҙе ул. — Күңел асып ҡына йәшәп булмай, эшләй ҙә белергә кәрәк.
Атанан күргән — уҡ юнған, тиеүҙәре хаҡ икән. Тимур Хазаровтың улы Артур ҙа һәр көн әле унда, әле бында саба. Шул уҡ ваҡытта милли байрамдарҙы ойоштороуҙа ҡатнаша, йәштәрҙе берләштереүҙә лә иң алдан йөрөй.
Бар, бар икән аҫыл ир-егеттәребеҙ!

Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеТарих һаҡлай тәңкәләр...

Байрамға йыйылған халыҡ араһында милли кейемдәге инәй иғтибарҙы әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итә. Янына барып һүҙ ҡушмайынса булдыра алманым.
— Разия апай — һәр байрамдың биҙәге ул, — тип уның хаҡында һүҙ башланы эргәһендә баҫып торған сибәр ханым. — Алыҫ ара тип аптырап тормай, берәй мәҙәни сара ойошторолоуы хаҡында ишетһә, шунда уҡ килеп етә! Алтынға тиң апайыбыҙ!
Алтын ҙур булмай, тиҙәр бит. Ысынлап та, кәүҙәгә ҡаҡсараҡ инәйҙең күңел сафлығына, баҫалҡылығына тиҙ арала инанаһың. Үҙе хаҡында әллә ни һөйләп бармаһа ла, башҡаларҙың уны ыңғай яҡтан ғына телгә алыуы ҡиммәт. Ә кейгән милли кейеме һуң!? Тотош халыҡ тарихын үҙ эсенә алған. Түшелдерегендәге тәңкәләр, көмөштән яһалған биҙәүестәр — шанлы, данлы ваҡиғаларҙың шаһиты. Бына — батша заманындағы тимер аҡсалар, былары иһә ниндәйҙер оҫта күңел йылыһы һалып эшләгән сулпылар. Биҙәүестәр араһында “Әсәлек даны” миҙалы ла бар. Ни тиһәң дә, Разия Мәхмүт ҡыҙы алты балаға ғүмер биргән.
— Ошо түшелдеректе миңә әсәйем ҡалдырҙы, — ти Разия инәй. — Аҫаба халыҡта ҡатын-ҡыҙ өсөн ул иң ҡиммәтле әйберҙән һанала. Быға тиклем уны әсәйемдең әсәһе йөрөткән, шулай итеп, был ҡиммәтле ҡомартҡы быуындан быуынға күсә килә. Хәҙер уның өс быуаттан ашыу тарихы бар.
Разия Хәйерова һигеҙенсе тиҫтәнең үксәһенә баҫыуға ҡарамаҫтан, өлкәлә үткән барлыҡ әҙәби-мәҙәни сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Ана шундай сал тарихты һаҡлаусы инәй йәшәй Красноармейск районының Тәүкәй ауылында.

Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән арҙаҡлы башҡорттар

Нуриәғзәм Таһир улы Таһиров (1888– 1937) — билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-телсе, Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшеүселәрҙең береһе.
Юламан Ҡушаев — генерал, Ҡара-Табын волосы старшинаһы, 1773–1775 йылдарҙа Крәҫтиән һуғышында ҡатнаша.
Ғәзиз Ғәбиҙулла улы Мырҙағәлимов (1923–1990) — Советтар Союзы Геройы.
Ғаяз Исламетдин улы Баймырҙин (1913– 1946) — Советтар Союзы Геройы.
Наил Вәли улы Бикбулатов (1931–1996) — тарих фәндәре кандидаты, ғалим-этнограф.
Зәйнулла Әмин улы Иҡсанов — медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры.
Кәтибә Кинйәбулатова (1920 й.) — шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Дамир Жәүәт улы Вәлиев (1940–2002) — философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Хәбир Шәһи улы Самохужин (1930–1998) — металлург, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Ҡадир Рәхим улы Тимерғазин (1913– 1963) — башҡорттар араһынан беренсе геология-минералогия фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре. БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе.
Ғәлимов Сәләм (1911–1939) — күренекле башҡорт шағиры.
Ҡадир Даян (1910–1975) — күренекле башҡорт шағиры.
Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин (1974 й.) — пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе.
Денис Шафиҡов (1985 й.) — боксер, 2009 йылдағы донъя чемпионы.
Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар (1980 й.) — боксерҙар, Америкала үткәрелгән “Алтын бирсәткә” чемпионаты еңеүселәре.
Марсель Харис улы Йосопов — Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.
Был төбәктән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең бөтәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел. Юҡҡамы ни Силәбе ерен күлдәр һәм таланттар иле тиҙәр.

Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеҒаиләлә — ике чемпион

Апалы-һеңлеле Ҡоләхмәтоваларҙы Копейск ҡалаһында ғына түгел, өлкәлә лә күптәр һәйбәт белә. Был тиклем билдәлелектең сере нимәлә тиерһегеҙ?
Алина — IХ, апаһы Эльмира ХI класта белем ала. Мәктәп уҡыусылары булыуға ҡарамаҫтан, спорт өлкәһендәге уңыштары тос. Ҡыҙҙар дзюдо менән шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта милли көрәш ярыштарында ҡатнашып, улар ҙур уңышҡа өлгәшкән.
Эльмира былтыр Дзержинск ҡалаһында уҙғарылған көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнаша. Таһыллы ҡыҙ бында ла бирешмәй — беренсе урынды яулап ҡайта. Уйлап ҡарағыҙ — Рәсәй кимәлендәге спорт ярышында еңеү! Был иһә уның милли көрәш ярышындағы ғына ҡаҙанышы. Ә дзюдо буйынса чемпионаттағы грамота, миҙалдарының иҫәбе-һаны юҡ.
— Ҡыҙҙарымдың милли көрәш менән шөғөлләнеүенә һис тә ҡаршы түгелмен. Киреһенсә, уларҙы һәр саҡ дәртләндереп, еңеүгә әйҙәйем. Спорт баланы дөрөҫ тәрбиәләүҙә ярҙам итә, — ти әсәләре Хәмдиә Рәхмәтулла ҡыҙы.
Эльмираның һеңлеһе Алина ла үтә сос булып сыҡты. Яулаған еңеүҙәре менән апаһынан һис ҡалышырға уйламай. Көрәштә Силәбе өлкәһе буйынса үҙ ауырлығында берәүгә лә бил биргәне юҡ. Улай ғынамы ни, Өфөлә үткәрелгән милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында беренсе урынды алған. Бер ғаиләлә ике ҡыҙ, икеһе лә — Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе.
Киләсәктә Алина менән Эльмира, физик культура институтына уҡырға инеп, тормоштарын артабан да спорт менән бәйләргә уйлай.

Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеРухлы халыҡ тарҡалмаҫ!

Силәбе өлкәһендә ғүмер кисереүсе башҡорттарҙың бөгөнгө хәлен ал да гөл тип әйтмәҫ инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа күңелде ҡырырлыҡ күренештәр ҙә күҙәтелә башланы.
Мәҫәлән, Силәбе ҡалаһында университетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү төркөмө булһа, быйылдан башлап ундай белгестәрҙе уҡытыу туҡтатыла. “Уралым” тип аталған берҙән-бер башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит тә хәҙер юҡҡа сыҡҡан...
Был күренеш, әлбиттә, күптәрҙе хафаға һала. Шулай ҙа йәштәрҙең шул тиклем рухлы булыуы ҡыуандыра! Заман технологиялары үҫешкән осорҙа, Интернет селтәрендә Силәбе башҡорттарын берләштереүсе төркөм бар. Унда әлеге ваҡытта биш меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар үҙ телендә аралаша, фекер алыша, таныша, осрашыуҙар ойоштора. Әйтергә кәрәк, бындай аралашыу үҙенең мул емешен бирә, сөнки хәҙер һәр кем компьютер менән оҫта эш итә. Милләттәштәр араһында өс көн булғандан һуң, өмөтлө һәм рухлы киләсәгебеҙ барлығына ныҡлы ышаныс тыуҙы.
Махсус битте Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әҙерләне. Автор фотолары.
Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһе




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874