Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешеләр төрлө-төрлө
Кешеләр төрлө-төрлөБер кем дә бер-береһенә оҡшамаған. Берәүҙәр аҙ һөйләй, күп эшләй, икенселәр хыялға бирелеүсән. Тап шундай төрлө-төрлө, үҙенсәлекле булыуыбыҙ менән донъя ҡыҙыҡтыр, моғайын.


Теле менән тирмән тарта

Мәҫәлән, “коллективтың йәне” тип бил­дәләнгән бик тә әүҙем һәм өҫтәүенә хыялый кеше. Һеҙҙе тылсымлы әкиәт донъя­һында йәшәтергә теләүе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин, ләкин ул һөйлә­гәндәр буш һүҙ генә булып ҡаласаҡ, шуға күрә лә уны нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк... Бындай кешене үҙгәртеү мөмкин түгел.
Тағы бер мөһим сифаты – уға тамашасылар кәрәк. Ул һөйләшергә ярата. Һеҙ ҙә күп һөйләшеүсән, матур һүҙҙәр ҡыҙғанмаусан булһағыҙ, уның өсөн яҡшы бит. Тыныслыҡ, яңғыҙлыҡты артығыраҡ күрәһегеҙ икән, ҡаршылыҡтарҙан арыныу өсөн уның күп һүҙлелеген файҙалы, тыныс йүнәлешкә бороп ебәрергә мөмкин.


Тыйнаҡ

Ул – пассив. Уның өсөн кем дә булһа барыһын да эшләр тип уйлай. Яңы һәм күнегелмәгән нәмәләр уны аптырашта ҡалдыра, шуға күрә һеҙгә лә үҙ һүҙегеҙҙә ныҡ торорға кәрәк. Уңай яғы шунда: ул ғаиләлә баш булырға ынтылмаясаҡ.


Кәрәк икән, асыҡ йөҙлө...

Ул – ике йөҙлө кеше. Бер яҡтан, ул аҡыллы һәм уҡымышлы, икенсе яҡтан, уны башҡалар ҡыҙыҡһындырмай. Уның ҡарауы, үҙенә кәрәкле кешеләр менән бәйләнешкә бик еңел керә. Әгәр кәрәк икән, асыҡ йөҙлө һәм зирәк булырға мөмкин. Һәм бынан бик оҫта файҙалана белергә кәрәк.
Әҙ һөйләшә, тимәгеҙ

Бер үҙе ҡалырға ярата. Һеҙгә уның был сифаттарын хөрмәт итергә тура киләсәк. Бындай кешеләр, аҙналар буйы яңғыҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, яңғыҙлыҡ хисен тоймаҫҡа ла мөмкин, ләкин улар ихлас яратырға һәм ышаныслы тормош юлдашы булырға һәләтле.

Командир

Ул – тәртип яратыусан кеше. Уның өсөн һәр эш алдан планлаштырылырға тейеш. Йыш ҡына бар нәмәне үҙ өҫтөнә ала, яуаплы. Бындай кеше менән бергә булыуы ҡыйын, сөнки ул үҙ-үҙен тотошо менән ҡайһы ваҡыт һеҙҙе рәнйетеүен аңламай.
Әгәр ике төрлө холоҡло кешеләр ғаилә ҡора икән, бәхәстәр һәм фекер ҡаршы­лығынан ҡотолоп булмаясаҡ. Ләкин был тормошоғоҙ бер-берегеҙгә ҡаршы һуғышҡа әйләнергә тейеш тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, мөхәббәттең йыш ҡына ҡаршылыҡҡа ҡоролғаны һәр кемгә мәғлүм. Бары тик бергә ҡалыу теләге менән янып йәшәргә генә кәрәк. Һәр кем менән уртаҡ тел табырға өйрәнеү мөһим. Мәҫәлән, “командир”ға етәкселек итергә мөмкинлек биреү һәм барыһынан да ҡәнәғәт булып ҡыланырға, ә “яңғыҙ йәшәүсе”не күпмелер ваҡытҡа тыныслыҡта ҡалдырырға, үҙ эшең менән шөғөлләнергә мөмкин. Һәр кем менән уртаҡ тел табырға була, бары тик теләк кенә кәрәк. Шаярыу, уйын-көлкө тураһында ла онотмағыҙ. Мөхәббәт менән тулы күҙ ҡарашы һәм аҡыллы шаяртыу һәр ваҡыт төшөнкөлөктән арынырға ярҙам итә.
Ә тормошоғоҙҙо мәңгелек ҡаршылыҡҡа әйләндермәҫ өсөн, ғаилә тормошона етди ҡарарға аҡыл менән эш итергә кәрәк. Бер-береңде аңламауҙың хистәр һыуыныуына килтереүен онотмағыҙ. Хистәр һыуына икән, ирекһеҙҙән: “Бәлки, беҙгә айыры­лышырға ваҡыттыр?” – тигән һорау тыуа. Һәр күренеш ир менән ҡатындың бер-береһенә ышанысын арттыра йәки кәметә, сөнки хатта беренсе ҡарашҡа әһәмиәтһеҙ тойолған ғәмәлдәр ҙә ғаилә тормошона тәьҫир итә.


Нимәләргә юл ҡуйырға ярамай?

Бер-береңде ихтирам итмәү, кәмһе­теү, һөйгәнеңә ҡарата үҙеңде дорфа тотоу.
Үҙ ғәйебеңде танырға һәм ғәфү үте­нергә теләмәү.
Һөйгәнеңдең дуҫтарын һәм яҡын­дарын тәнҡитләү.
Үпкәләү, асыу һаҡлау, шелтәләү.


Ниндәй ғәмәлдәр хуплана?

Миһырбанлы һәм ихтирамлы булыу.
Ваҡытында ғәфү үтенә белеү.
Һүҙеңдә тороу.
Асыу һаҡламау һәм кисерә белеү.
Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: ғаиләлә иң мөһиме – бер-береңә ышаныс һәм мөхәббәттең көсәйеүенә килтерегән ябай ғына ғәмәлдәр.
Бергә йәшәй башлаған мәлдә ике ара­лағы мөнәсәбәттәрҙе “бамбук” ҡағиҙәһенә нигеҙләнеп ҡороғоҙ. Уның асылы шунда: Ҡытай бамбугының ер аҫтындағы өлөшө барыһынан да яҡшыраҡ үҫешкән була, тамыр системаһы үҙ-ара буталып, сыуалып бөткән структураны тәшкил итә. Шул сәбәпле һығылмалы бамбуктың оҙонлоғо 40 метрға етергә мөмкин. Һеҙҙең ғаиләлә алдан уҡ шундай хәл күҙәтелергә тейеш. Бер-береңде хөрмәт итеүгә ҡоролған мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала башлағанда уңай һөҙөмтәләрҙе күрмәҫкә лә мөмкин, ләкин уның файҙаһы теймәй ҡалмаясаҡ. Яҡындарығыҙ һеҙҙе ситса ғына түгел, ә көмөш һәм алтын туйҙарығыҙ менән дә ҡотлай аласаҡ.


Автор: В.ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 7

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 4

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 5

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә