УяныуБыуаттарҙың төпкөлөнән ҡарай,
Беҙҙең ғәмәлдәрҙе һанай, һынай
Атай-олатайҙың рухтары.
Һаман йоҡлай микән иҙ(е)рәп башҡорт?
Уяна ла алыр микән тиҙерәк башҡорт?
Шартлар хәлгә еткән туптары.
Телем, тиеп ҡалмағайны түҙем,
Ғәмәл, тиеп башлағайным һүҙем,
Һүҙҙәр ҡала бары һүҙ булып.
Яман, тиеп кеше фашлағанда,
Кемдер ҡырын эшен башлағанда,
Һөйлә һүҙең,тием, һүҙ белеп!
Башҡорт аңын барлап уйланғанда,
Шул уйҙарҙың осона сығалғанда,
Хаҡмы һүҙем, тиеп әсенәм.
Мин үҙемдән башларға бит тейеш,
(Булмаһын да ине ғәйеп өйөш),
Яуап эҙләй меҫкен йәнгенәм.
Ғәмәлдәр ҙә ҡылып ала сауап,
Һәр дәүергә әҙер яҡшы яуап,
Халҡым былай уяу күренә.
Салауаттар яҡҡан изге утты,
Беҙҙең быуын бына ҡулға тотто,
Һәм күтәрер тауҙың үренә.
Ут яҡтыһы тарала тирә-яҡҡа:
Бына башҡорт менеп яҡшы атҡа
Халҡым өсөн ҡурай уйната.
Бына мәргән уҡсы бәйгеләре:
Ир-егеттәр ине тәүгеләре,
Хәҙер хатта ҡыҙҙар уҡ ата.
Ҡара, һөйөн “Байыҡ” башҡорт бейеүенә!
“Ағинәйҙәр” лайыҡ халыҡ һөйөүенә!
Юҡ тиңдәре илдең эсендә.
“Башҡорт йыры”, “Башҡорт ҡумыҙсыһы”,
“Башҡорт балы”, “Башҡорт ҡымыҙсыһы”...
Шатланамын улар өсөн дә.
Ғәмәлдәргә әле ҡарайым да,
Үҙ-үҙемдән ҡәтғи һорайым да
Яуап бирә алам: “Уяндыҡ!”
Сәсәндәргә тел байлығы бирер,
Иле буйлап һүҙен сәсеп йөрөр
Халыҡ байлығынан көс алдыҡ!
Изге уттан усаҡ ҡабыҙаһы –
Һис юғалмаҫ халҡым хазинаһы!
Бөртөкләп тә алтын йыйыла.
Илдә тыуҙы сәсән ҡәбиләһе,
Сәсән һүҙен, һай, күптер беләһе!
Сәсән һүҙе аңға уйыла!
Рауза МУСИНА.***
...Ваҡыт, ваҡыт инде уянырға,
Яҙғы үҫемлектәр һымаҡ, милләткә...
Ниндәй ауыр мәлдәр булған үткән
быуындарҙа,
Илде ташламаған улар йәлләдкә!..
Маңҡортлоҡҡа һис тә уҙмағандар,
Телен, динен, илен тотҡандар,
Һүлпәнлеккә инмәнеме һуңғы
быуыныбыҙ?..
Беҙгә уйланыуҙар кәрәк, туғандар!..
Сәхнә башҡорттары булып китмәйектер,
Уй йөрөтөү булһын башҡортса,
Милләт киләсәген бөгөн күҙаллайыҡ,
Юғалыуҙың сигенә уҙмайса...
Ғүмәр ҒАЙСИН (Аҡһаҡ кейек).***
Мәрт йоҡоһо менән йоҡлағандар
Кем борғоһон ишетеп уянырҙар?
Халҡым йоҡлағанда табын ҡороп,
Әпкәләйҙәр инде ҡыуанырҙар.
Әхмәт затлы ир-аҫылы киткәс,
Кем яҡлашыр беҙҙе, башҡорттарым?
Ҡарағайҙай ағай ауып ҡуйғас,
Ыңғырашты тауҙар, урмандарым!
Халҡым, тиеп йәшәгәндең беҙҙә
Ҡәҙерҙәре бармы? Ауыр һорау.
Халҡым тәмле төштәр күрә-күрә
Йоҡлай.
Хас түгел бит уға тамаҡ ярыу.
Тик бөгөнгө менән йәшәгәндәр
Тәрилкәһен тота хужаларға.
Иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, тип,
Халҡым ауыҙын яба юхаланып.
Баҙар, урам тулы ҡунаҡ беҙҙә,
Ә башҡортом нимә, нимә көтә?
Йырҙар йырлай, һаман күңел аса,
Ә сит бауыр, ана, түргә үтә.
Иҙерәп кенә сабый бала ише
Халҡым серем итә, йоҡлай бирә.
Атай-олатайҙар яулап алған
Ерҙә
Сит бауырҙар тағы уңыш тирә.
Миңзәлә ХӘЛИЛОВА (Ағинәй).Башҡорт ғаиләһе Ил ағаһы булыр ирҙәр,
Үҙегеҙҙе барлайыҡсы.
Ғаиләгеҙ нисек һеҙҙең?
Сер һандығын асайыҡсы.
“Башҡорт халҡын үҫтерәйек!” –
Ҡысҡырағыҙ бер ауыҙҙан.
Арағыҙҙа күбегеҙҙең
Ҡатындары сит бауырҙан.
Бер ҡулығыҙ оло юлға,
Икенсеһе ситкә ымлай.
Халыҡ һеҙҙән үрнәк ала,
Улар һеҙҙең һүҙҙе тыңлай.
Балалары белмәй үҫә
Туған телен.
Ейәндәргә кәрәгерме
Башҡорт иле?
Башҡортмон, тип күкрәк ҡаҡма,
Һыңарың бит мәрйәнән!
Башҡортлоҡто утҡа һалдың,
Урыҫ сыҡты мөрйәнән.
Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ (Бәләкәс).БурысТуған телем минең – башҡорт теле,
“Әсәй” тиеп телем асылған.
Был донъяның барлыҡ матурлығы
Ошо телем аша танылған!
Телебеҙҙе быуат төпкөлөнән
Мираҫ иткән ата-бабалар,
Юғалтмайыҡ туған телебеҙҙе,
Һүҙ әйтәлмаҫ телһеҙ балалар!
Башҡорт теле – минең халҡым теле,
Башҡортостан – минең баш йортом!
Тыуған илебеҙҙә туған телдә
Һүҙен әйтһен һәр бер башҡортом!
Балаһына туған тел өйрәтеү –
Һәр әсәнең изге бурысы.
Онотмаһын ине бер әсә лә
Иңдәренә төшкән бурысты!
Ситтән генә ҡарап ятмаһындар
Балалары булған һәр атай,
Телен өйрәтһендәр ейәндәргә
Һәр өләсәй, һәр бер олатай!
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА (Алтынбикә).
Башҡорт телеБашҡорт теле!
Эй яғымлы, наҙлы сәскә –
Башҡорт теле-телкәйем!
Шул сәскәнең һутлы ере –
Башҡорт иле-илкәйем!
Башҡорт теле!
Мең йыл элек Әл-Ҡашғари
Телгә алған төрки тел.
Шул телде һаҡлай Уралдың
Башҡорт атлы бөркөтө.
Башҡорт теле!
“Бөттө бит ул”, – тиеп миңә
Әйтһәме бер аҫтыртын,
Яуаплармын: “Илем, телем
Һатмай минең башҡортом!”
Башҡорт теле!
Нисә быуат, нисә быуын,
Күпме ҡыҫым, күпме яу!..
Телде һаҡлау – көрәш бит ул,
Телде һаҡлау – ҙур һынау.
Халҡым, булайыҡ уяу!
Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА (Яйыҡбикә).
ҠурайСал Уралды төйәк иткән
Таҡыя башлы ҡурай.
Моң тарата талғын елдә,
Тирә-яғымды сорнай.
Тарих төпкөлөнән алып
Юлдашы ул халҡымдың.
Мәхшәр, иҙелеүҙәрҙең дә,
Шаһиты ут-ялҡындың.
Сал Уралды төйәк иткән
Таҡыя башлы ҡурай.
Үҙенә юлдаш булырҙай
Ысын ҡурайсы һорай.
Бушап ҡалған кеүек донъя,
Ғата, Кәримдәр киткәс.
Хәҙер килеп берәү ҙә бит
Үлән ҡурайҙы киҫмәҫ.
Моң ағыла Уралтауҙан,
Ҡурайҙың аһ-зары ул.
Алмашына ағас ҡурай,
Шуға һыҡтап илай ул.
Ҡайҙа беҙҙең ҡурайсылар,
Моңдар таратыусылар?
Шул көйҙәргә йәмдәр өҫтәп,
Йор һүҙле йыраусылар?
Сал Уралды төйәк иткән
Таҡыя башлы ҡурай.
Мәшһүрҙәр ҙә китеп бөткәс,
Моң һорап, һыҡтап илай...
Хәйҙәр КӨМӨШБАЕВ (Ҡыпсаҡ хан).***
Байыҡ Айҙар сәсән үҙе
Ян-яҡҡа күҙ һалыр ине,
Сәхрә-ҡырҙы байҡап сығып
Ҡырлы ҡурай табыр ине,
Һигеҙ тотам үлсәп алып,
Сатнатмай ҡырҡыр ине.
Сылтыр шишмәнән һыу уртлап,
Көпшәһенә бөркөр ине.
Тештәренә терәп ҡуйып,
Иренен ҡымтыр ине лә
Танауҙан тәрән тын алып,
Көпшәгә тын өрөр ине.
Көпшә ҡурай булырлыҡмы –
Байыҡ шундуҡ белер ине.
Бына шунан биш инештән
Сығыр саф шишмә урғып!
Тау-урманда ҡош-кейектәр
Китерҙәр ярһып, ҡуҙғып!
Уйнар ҡурай, сорлар ҡурай
Быуат-дәүерҙәр уҙып!
Әйтер ине Байыҡ сәсән:
– Йөрөмәгеҙ ситтә туҙып!
Үҙ ереңдә йәшә, башҡорт,
Үҙ тупрағыңда тыуып!
Шулай тиер ине Байыҡ,
Уйнап бөткәс ҡурайын.
Сысҡан һыртлы юртағының
Һыйпай-майлай урайын.
Һай, сәсәндәр, һеҙгә һүҙем –
Нимә булыр биш инеш?
Ә саф һыулы сылтыр шишмә
Ҡай яҡтан ағып килмеш?
Таңһылыу ВӘЛИЕВА (Сыуаҡай).