Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәнегеҙгә уйылып ҡалһын – Тәкәй, Ысмайыл, Юлай...
Йәнегеҙгә уйылып ҡалһын –  Тәкәй, Ысмайыл, Юлай...16 июндә халҡыбыҙҙың милли батыры, шағиры, сардары, рухи остазы Салауат Юлаев тыуған. Был көн беҙҙең өсөн милли байрамдарҙың береһе кеүек. “Салауат!” тип әйтеү менән йөрәгендә милләт ғәме, халҡына тәрән ихтирам йөрөткән һәр кемдең һыны турайып китә, рухи асылына ҡеүәт өҫтәлә. Был исем мәңге-мәңгегә башҡорт халҡын туплап торор оранға әйләнде, азатлыҡ символына әүерелде. Ул һәр заманда ла ҡәүемебеҙҙең намыҫ төшөнсәһен сағылдырыр.


Аллаһ Тәғәлә Ергә батырыбыҙҙы ебәргән көндә уның тыуған ауылы – боронғо Тәкәй ерендә Пугачев ихтилалы мәлендә яндырылған һигеҙ ауыл иҫтәлегенә мәрмәрҙән стела асылды. Тантаналы сараны маһир ҡурайсы Роберт Юлдашев етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле башлап ебәрҙе. Мөғжизәле музыка ҡоралы аша, әйтерһең, уйыбыҙ менән фажиғәле мәлдәргә әйләнеп ҡайттыҡ. Күҙҙәргә йәш эркелде:
Йәнегеҙгә уйылып ҡалһын –
Тәкәй, Ысмайыл, Юлай.
Әле булһа был яҡтарҙа
Әруахтар һыҡтап илай.

Әле булһа янғын еҫе
Ыҫлай кеүек һауаны.
Кемдәр табыр кәрәк һүҙҙе?
Йәнде имләр дауаны?
Батшабикә Екатерина II карателдәре отряды тарафынан яндырылып, ер йөҙөнән юҡ ителгән һигеҙ башҡорт ауылы иҫкә алынды ул көндә.
– Был яҡтарҙа элек 13 ауыл булған, уларҙың һигеҙе – Тәкәй, Ысмайыл, Юлай, Яҡуп, Аҙналы, Бикбулат, Ҡасай һәм Мрат ауылдары яндырылған. Бөгөн ошо тирәлә биш ауыл ғына ҡалған. Борон ата-бабаларыбыҙ йәшәгән ерҙә ауылдарҙың атамаһын мәңгеләштереү буйынса эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Һәр ауылға ошондай хәтер таштары ҡуясаҡбыҙ, – тине район хакимиәте башлығы Марс Кашапов. Ниндәй егетлек күрһәтте төбәк етәксеһе, батырҙың тыуған көнөндә был стеланы асып һәм ата-бабалары рухына доға булып барып ятыр ғәмәлдәр ҡылып!
Йөрәктәрҙә йөрөһөндәр –
Аҙналы, Ҡасай, Яҡуп.
Ер йөҙөнән ауылдарҙы
Ут-ялҡын алған йолҡоп.

Ялҡын ерҙән йолҡа яҙған
Милләтте тамырынан.
Һүнгән ауылда елдәр ҙә
Иҫәләр сабыр ғына.
Йәнегеҙгә уйылып ҡалһын –  Тәкәй, Ысмайыл, Юлай...Яңыраҡ төбәктә Салауат ауылы ерендә ултырған таш тирмәлә хәтер ташы асылыуын да иҫәпкә алғанда, халҡыбыҙҙың уның төйәгендә батырҙың иҫтәлеген яңыртыуы ниндәй сауаплы эш!
Был изге ғәмәлдәрҙе атҡарып сығыуҙа “Янғантау” шифаханаһы (етәксеһе Альфред Рәшит улы Аҡбашев), Башҡортос­тандың Адвокаттар палатһы ҙур ярҙам күрһәткән. Скульптор Мәүлитбай Хәлилов Урал Мырҙашев менән бергәләп мәрмәрҙән һәйкәлде эшләгән. Ошо төбәк егете Динар Кәримовтың шәхси булышлығы менән дә атҡарылған был эш. Салауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығы стеланы урынлаштырыр өсөн асфальт нигеҙ һалған. Район хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың әйтеүенә ҡарағанда, киләсәктә уның тирә-яғын төҙөкләндереү ҙә күҙаллана.
Хәтерҙәрҙә генә йәшәр
Бикбулат, Мрат ауылы.
Зиһендәрҙе айҡап сығыр
Үткәндәрҙең дауылы.

Асылдарға һеңеп ҡалһын
Илде һаҡлау йолаһы.
Һомайғоштан яралған ул
Халҡымдың һәр балаһы!
Йыйылған халыҡ алдында тарихсы, ошо эште башлап йөрөгән Салауат Юлаев музейының Әлкә ауылындағы филиалы мөдире Вилмир Сафин сығыш яһап: “Бында – тарихи урындар. Ошо Тәкәй еренән бөйөк Себер юлы үткән. Батша һалдаттары, каторжандар, декабристар ҙа йөрөгән. Беҙҙең бер ғәйепһеҙгә ҡырылған халҡыбыҙ тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Был эште беҙ “Салауат вариҫтары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов менән бергә күптән башлағайныҡ. Марс Фәррәх улы килгәс, хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Уға рәхмәт, – тине.
Сара һуңында йыраусы, ғалимә Розалия Солтангәрәева “Изге ер” ҡобайырын яңғыратты.
Бөгөн Тәкәй ауылы ерлегендә стела, таш тирмә һәм яңыраҡ асылған хәтер ташы бар. Былар барыһы ла районда төҙөләсәк геопарктың бер турист маршрутына инә. Бында киләсәктә этноауыл төҙөү тураһында ла һүҙ алып барыла.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитендә таш тирмәлә хәтер ташы асылыу тураһында мәғлүмәт баҫылғас, Башҡортостандың һәр районы этнойорт һалып, ошо ерҙә Салауаттың ауылын яңынан тергеҙәйек, ауыл музей рәүешендә йәшәргә тейеш, тигән фекер әйтеүселәр, интернет селтәрендә яҙыусылар булды. Кем белә, бәлки, киләсәктә Салауаттың ауылында музей ғына түгел, яңы быуын башҡорттары ла йәшәп китер.
Тап ошо ауылдарҙың яҙмышынан тетрәнеп яҙылғайны “Хәтер” шиғыры:
Уттан ҡабат яралдыҡ беҙ,
Мендек Урал башына!
Мәңге уяу булығыҙ, тип
Яҙам ҡәбер ташына!
Ауылдарҙың хәтер ташына!..


Салауат районы.


Халыҡ йәне – һинең есемең

“Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттар!” тип
Яҙғайныңмы Балтик ярына,
Һай, Салауат, батыр үләме ни,
Үләме ни халҡы барында?

Батыр үләме ни, йөрәктәрҙә
Ҡан тибеше –
Һинең исемең!
Са-ла-уат,
Са-ла-уат,
Салауат,
Халыҡ йәне – һинең есемең.
“Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттар!” – тип,
Өмөттәрең осто өн булып,
Утлы һүҙең күккә ашты ла
Шаңдап ҡайтты илгә им булып.
“Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттар!” – тип,
Һинең рухың шаңдай оранда.
– Юҡ, беҙ мәңгелек, башҡорттар! – тип
Ҡабатлайбыҙ көн дә Уралда.

Салауаттың васыяты

– Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ!
Ваҡыт аша тауышың сағыла,
Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ,
Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла!

Иламағыҙ, дошман шатландырып,
Батыр ирҙәр дошман ҡыуасаҡ!
Һәм белегеҙ, ауһа берәй башҡорт,
Урынына меңдәр тыуасаҡ.

Иламағыҙ, йырҙар сығарығыҙ,
Һәм данланһын барса батырҙар!
Ил йәнендә тыуған ир-егеттәр
Халҡы өсөн йәнен атырҙар.

Иламағыҙ, беҙҙе яу ҡырҙы, тип,
Данлы тарих яҙҙы шан ирҙәр!
Һәм алда ла, иңгә-иң терәшеп,
“Ил ҡалҡаны беҙ бит!“ – тиерҙәр.

Иламағыҙ, ныҡ тороғоҙ илдә,
Ҡаршы яу сабығыҙ бөркөттәй.
Һәм белегеҙ, әҙер ирек булмай,
Яулау кәрәк уны бер төптән.

Башҡорттарым, илде яҡлау кәрәк –
Һуңғы фарман менән сабығыҙ!
Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ,
Тиҙерәк батырҙарҙы табығыҙ!

***
Йәшең нисә, тиеп һорамағыҙ,
Минең йәшем – халыҡ йәшендә.
Исем-шәрифемде йәшермәгеҙ,
Ул ялтланы утлы йәшендәй.

Мин, Салауат – шағир – яугир,
Мин, Салауат – доға – оран!
Мин, Салауат, халҡым яҡлап,
Мәңгелектә һаҡта торам.

Илем-халҡым имен-аман булһа,
Мин ҡайтырмын һәр көн мәңгегә.
Ирек рухын даулап оран һалһам,
Яуап бирмәҫ һуҡыр йән генә.

Диана КИЛДИНА.


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 0

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 7

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 4

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 5

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә