Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барҙың ҡәҙерен бел
Очерк

Барҙың ҡәҙерен белҠәҙерле уҡыусым! Һиңә йыйнаҡ инеш һүҙ менән мөрәжәғәт итәм. Был әҫәр йәш йырсы Райман Ишбаев иҫән саҡта яҙылғайны. Матбуғатта баҫылып сыҡҡас, Райман үҙе, телефондан шылтыратып, ихлас рәхмәт һүҙен дә еткерҙе.
Хәҙер инде был әҫәрҙе ошондай кескәй инеш менән башлап ебәрергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Ни өсөн тигәндә, Раймандың яҙмышы туҡтауһыҙ уйландыра.
Уның исеме йәнәшәһендә бик яҡын һәм таныш исемдәр теҙелгән: Радик Гәрәев, Венер Килмөхәмәтов, Ғәли Илья­сов, Арыҫлан Йәнбәков, Рәшит Назаров, Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт, Рәмзилә Хисаметдинова, Абдулла Хәлфетдинов, Салауат Низаметдинов, Йәнғәле Вахитов...
Яҡты донъянан бик иртә киткән йырсылар, яҙыусылар, композиторҙар, бейеүселәр. Ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә башҡорт йыр-музыка, театр сәнғәтен, әҙәбиәтен үҙенсәлекле сағыу әҫәрҙәр менән балҡытҡан талантлы шәхестәр.



Милләттең рухи байлығы

Уларҙың исемен ишеткән һайын үҙенән-үҙе былай тип әйтеп ҡуяһың: “Их, ниңә шулай бик иртә юғалтабыҙ һуң милли мәҙәниәтебеҙҙең хазинаһы булырлыҡ талант эйәләрен?”
Быға кем ғәйепле? Тәҡдирме, осраҡ­лыҡмы, битарафлыҡмы? Һорауҙар. Һорауҙар. Һорауҙар. Ғаилә эсендә йәшәй­беҙ. Эшләгән коллективыбыҙ бар. Ғаилә ағзалары, эш урынында етәкселәр тарафынан талантлы кешегә иғтибарлы мөнәсәбәт йәшәйме? Башҡасараҡ, айы­рымыраҡ мөнәсәбәт һәр саҡ бармы? Яҙыусылар, Композиторҙар, Театр эшмә­кәрҙәре союздары, филармония етәк­селеге һәм башҡалар талантлы йәштәргә айырым, исемле, тейешле иғтибар, ярҙамсыл мөнәсәбәт күрһәтәме?
Барҙың ҡәҙерен белКиң йәмәғәтселек тә, тамашасылар ҙа, уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡһынып торһон ине йәш таланттарҙың ижады һәм тормош-көнкүреше менән.
Мәсьәләнең икенсе яғы ла бик асыҡ билдәле. Йәш таланттың үҙенә юғары яуаплылыҡ һәм талантлылыҡ йөкмәте­леүен аңлауы бик мөһим. Үҙеңдең иҫәнлек-һаулығыңды хәстәрләп, халыҡ, йәмғиәт алдындағы яуаплы бурысыңды тәрән аңлап йәшәү һәм ижад итеү тигән нәмә лә бар бит әле. Тәүге ижади уңышҡа өлгәшкәс тә, “Йондоҙ ауырыуы”на һабышыуҙан һаҡланыу фарыз, әлбиттә. Бөтә ерҙә: ғаиләлә лә, эштә лә хәстәрлекле мөнәсәбәт күрһен, тойһон ине һәләтле йәштәр.
Һуғышһыҙ-ниһеҙ тыныс көндәрҙә, йәшләй генә бер-бер артлы китеп бармаһын улар беҙҙең араларҙан. Тәбиғәт тарафынан илаһи һәләт менән йомарт бүләкләнгән шәхес милләттең оло рухи байлығы икәнде онотмайыҡ.
* * *
Йәш кенә көйөнсә башҡорт йыр сәнғә­тенә ҡойон кеүек килеп кергән йырсы Райман Ишбаев хаҡында әҫәр яҙырға тип ҡулыма ҡәләм алғаным бөгөнгөләй хәтерҙә.
Саҡырыуымды ҡабул итеп, беҙҙең фатирға килгәс, сәй эсеп, ихлас һөйләшеп ултырҙыҡ Райман менән. Йырсының аяғы төклө булды. Аҡ ҡағыҙ битендә йылғыр йүгерҙе ҡәләмем, әҫәр бер тында яҙылды. Ул көнгә инде тиҫтә ярым йыл үткән. Раймандың йырҙары, яғымлы тауышы, һаман ҡолаҡта яңғырап торғандай.
Райман Ишбаевтың балҡышлы ғүмер юлы һәм уның шикелле башҡа талант эйәләренең ҡатмарлы яҙмышы, бик йыш иҫкә төшөп, төрлөсә уйландыра, күңелде өйкәп, тынғылыҡ бирмәй.
Был әҫәрем Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы, халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы Райман Ишбаевты ҡәҙер-хөрмәт итеү йөҙөнән тере төҫлө итеп иҫкә алыу ҙа булһын.
Концерт залдарынан, кисәләрҙән, радио һәм телевидение эфирынан Райман Ишбаев йырҙары инде тиҫтә йыл яңғырай. Бөгөн ул Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәков кеүек шөһрәтле оҙон көй оҫталары сафына баҫты. Бик һирәк йырсылар өлөшөнә тейгән бындай ҡаҙанышҡа өлгәшеү ерлектәренең ҡыҙыҡһындырмауы мөмкин түгел.
Бында бер нәмә бәхәс тыуҙырмай: тәбиғәт уға талантты “көрәп” биргән. Тик халыҡ йырҙарын, айырыуса оҙон көйҙө башҡарыу өсөн икенсе бер нәмә бик мөһим: үҙ ижадыңа юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәү, илеңә, халҡыңа бөтә көсөңдө биреп хеҙмәт итеү теләге менән һуғарылыу. Райман Ишбаев былай ти: “Оҙон көйҙәр башҡарыу арияларҙан да ҡатмарлыраҡ. Институтта беҙ уларҙы ҡуйылған тауыш менән профессионалдарса иркен йырларға өйрәнәбеҙ, әммә ысын йырсы булыу өсөн тауыш өҫтөндә эшләү генә етмәй. Иң мөһиме — ни хаҡында йырлауыңды аңлау, оҙон көйҙөң рухын үҙләштереү, ҡылғанлы далаларҙы, урманлы тауҙарҙы, төйәгебеҙҙе ишетеү, башҡорт иленең аһ-зарҙарын тойоу... Быныһы инде күпкә ҡатмарлыраҡ. Ул үҙ халҡының вәкиле булыуҙы талап итә, һәр йыр һуҙыусы йырсы булды тигән һүҙ түгел әле. Айырыуса оҙон көйҙө. Унда һин үҙеңде кәмендә халҡыңдың бер тамсы ҡаны тип хис итергә тейешһең, күңелең менән тарихҡа инеп, быуаттар ауазын ишетергә бурыслыһың. Оҙон көйҙөң йөкмәтке киңлеге шулай, ул — халыҡ йәне, уның һауаларға олғашҡан, алыҫ офоҡтарға тоташҡан рухын тәшкил итә”.
Барҙың ҡәҙерен белШәхес булып өлгөргән сәнғәт кешеһенең фекерләү көсө бөркөлә был һүҙҙәрҙән. Эйе, шәхес булып етешеүҙең ярайһы уҡ ҡатмарлы юлдарын үтте Райман Ишбаев. Тыуған ауылы Ишдәүләттә 4-се класты тамамлағас, алты саҡрым алыҫлыҡтағы Иҫке Собханғолға йөрөп уҡырға тура килә. Уҡыуҙың, тырыш­лыҡтың, хеҙмәттең ҡәҙерен белергә өйрәтә был йылдар. Урта мәктәптән һуң район үҙәгендә клубта эшләй. Артабан өс йыл ғүмере армияла. “Очаков” исемле ҙур карапта Урта диңгеҙ, Атлантик океан киңлектәрен айҡай. Фарсы ҡултығын кисә. Старшина Райман Ишбаев “Очаков”тың иң уңған, иң булдыҡлы матростарынан иҫәпләнә. Армия хеҙмәте егеттә ватансылыҡ, коллективизм тойғоларын ныҡ үҫтерә. Матрос кейемендә тыуған яҡҡа ҡайтҡас, автоклуб мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Йырсы булыу тормошоноң төп маҡсатына әүерелә.
Райман Ишбаевтың шәхес булып формалашыуында шул рәүешле, бер яҡтан, бай тормош юлы үтеүе мөһим. Икенсенән, бөтә йәне менән халыҡ йырҙарына һуғарылыу хәл иткес әһәмиәткә эйә. “Урал”, “Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Сибай”, “Тәфтиләү” кеүек классик әҫәрҙәрҙе йырлар өсөн иң тәүҙә уларҙың тарихи ерлеген үҙең өсөн асыҡларға-аңларға кәрәк. Был йырҙар тураһында архивтарҙа һаҡланған сығанаҡтарҙы, гәзит-журналдарҙы, магнитофон таҫмаларын айҙар, йылдар буйы өйрәнә Райман, йыр-моңға, һүҙгә оҫта кешеләрҙе күңел биреп тыңлауҙан туймай. “Халыҡ йыры — халыҡ яҙмышы” тигән хәҡиҡәт уның йәне-ҡанына һеңә. Башҡорт халҡының берсә героик, берсә фажиғәле яҙмышы уны тетрәтә, ә сәсән һәм йырауҙарҙың шундай һоҡланғыс йырҙар ижад итә алыуы сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Райман Ишбаев төрлө һәләткә эйә. Өҙҙөрөп баянда уйнай, ҡурай тарта, осоп-ҡунып бейей, шиғырҙар яҙа. Дауыт Юлтыйға арналған бер шиғырында “Бүлеп булмай башҡорт йөрәген” тигән һиҫкәндергес юлдар бар. “Ырымбур ерендә” тигән был шиғыр тулыһынса былай яңғырай:
Урал тауҙарыныц Шәмси тигән
Урман япҡан ҡая ташынан
Юлға сыҡтым, күрәйем тип һеҙҙе —
Башҡорттарҙы Юлай затынан.
Сиктәр ҡуйып, биктәр тәғәйенләп
Бүлһәләр ҙә илем ерҙәрен,
Һеҙҙе күреп, дуҫтар, шуны белдем:
Бүлеп булмай башҡорт йөрәген.
Халыҡ ғүмеренең тереклеген
Дауам иткән саҡта Туҡсоран,
Телгеләнмәҫ ғорур бөтөнлөккә
Баш эймәйенсә юҡ сарам.
Барҙың ҡәҙерен белИл-йорт, милләт яҙмышы, кешенең Ватан алдындағы бурысы, мөхәббәткә тоғролоҡ, бөйөк шәхестәрҙең тарихтағы урыны хаҡында уйланыуҙар урын ала уның шиғырында.
Минең һағыш — дала ҡылғанында,
Минең уйҙар — Урал ташында.
Минең сәмем — шәһит киткәндәрҙә,
Иле өсөн ҡорбан батырҙа, —
тип яҙа ул.
Райман Ишбаев – киң ҡарашлы, тәрән фекерләүсе мауыҡтырғыс әңгәмәсе лә. Башҡорт йырының моң тәбиғәте, уның үҙенсәлектәре тураһында уйланып, былай ти: “Башҡорт моңо... Күптәр уны музыкалағы пентатоника менән бутай. Улай булһа, уны нотаға һалып теләһә ниндәй милләт вәкиле йырлай алыр ине. Моң милли һыҙатлы. Уға, минеңсә, интернационаллек хас түгел, шуға ла уны механик рәүештә генә башҡарып булмай. Башҡорт халыҡ йырын башҡорт үҙе генә йырлай ала. Башҡалар тауышында ул яһалма яңғырай”. Был — бик мәргән күҙәтеү, ғәжәп дәлилле ҡараш.
Бөгөнгө йыр сәнғәте хаҡында ла урынлы, хаҡ фекер белдерә: “Һәләтле йырсылар күп, быға ҡыуанам, башҡорт теленең, илдең, моңдоң үлмәйәсәгенә өҫтәмә дәлил ул йырсыларҙың күплеге”.
Әйтелгәндәрҙән сығып, ошондай һығымта яһарға була: Райман Ишбаев – шиғри күңелле, төрлө һәләткә эйә, тормош, ижад, милләт тураһында тәрән фекер йөрөткән киң мәҙәниәтле, интеллектуаль шәхес. Ә былар, үҙ сиратында, оҙон көйҙәрҙе тәрән аңлап, юғары кимәлдә, һоҡланғыс итеп башҡарырға ерлек тыуҙырыша.

Йырың өсөн мең сауап

Райман Ишбаевтың сәхнәлә йырлауын ҡарап тыңлау — үҙе бер сихри тамаша. Иң тәүҙә буй-һыны, торош-килбәте, ҡараштары иғтибарҙы тарта. Мыҡты кәүҙә, оҙонса асыҡ сырай, йомшаҡ нурҙар һипкән һорғолт күҙҙәр. Киң күкрәк, мәғрур, ышаныслы баҫып тороу. Бөтә булмышынан эске көс-ғәйрәт бөркөлә. Оҙон көй йырсыһы нәҡ ошондай булырға тейештер тигән уй килә. Артистың сәхнәләге ҡиәфәтен бер һүҙ менән дөйөмләштерергә мөмкин: олпатлыҡ һәм көс-ғәйрәт. Ҡурай тауышына ҡушылып йыр башлана:
Урал тауҙарынан Аралғаса
Йәйрәп ята башҡорт далаһы...
Йырсының тауышы башта талғын ағыла. Көй бөгөлдәре лә һығылып сыға. Артабан тауыш ҡеүәтләнгәндән-ҡеүәтләнә бара, йырсының торош-ҡиәфәте үҙгәргәндән-үҙгәрә. Моң-ауаз секунд һайын бейеккәрәк оса, йырсы үҙе лә сикһеҙ күктәргә олғаша бара һымаҡ.
Уйлап ҡараһаң, ғәжәйеп бер хәл килеп сыға: шундай иркенлек, талғынлыҡ, көс-ғәйрәт менән башҡарылған “Урал”, “Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Сибай”, “Тәфтиләү” кеүек йырҙар бер үк ваҡытта яғымлы, йомшаҡ, моңло яңғырай. Райман Ишбаев лирик-драматик тенорға эйә. Ошо үҙенсәлектең бөтә нескәлектәренә тәрән төшөнөп, еренә еткереп йырлау оҙон көйҙөң драматик йөкмәткеһен иң юғары нөктәгә күтәрергә, шул уҡ ваҡытта йәнгә үтеп инерлек яғымлылыҡ һәм моңға өлгәшергә мөмкинлек бирә. Райман Ишбаев – оҙон көйҙөң традицион өс “баҫҡысын” яңғыратыуға өлгәшкән йырсы. Өҫкә кульминация ноталары сағыу, көслө яңғырап, халыҡтың ғәйрәтен, тормош хужаһы икәнен, бейеклеген аңғартып, бөтә тирә-йүнде биләп ала. Тыңлаусыларҙың күңелдәренә үтеп инеп, уларҙы тетрәндерә, йәштәр сығара. Йыһан киңлектәре менән кеше күңеленең киңлектәре араһында мең ҡылдарҙан торған гармония барлыҡҡа килә. Урта регистрҙағы ноталар һәм һүҙҙәр халыҡтың аһ-зарҙарын ишеттерә. Аҫҡы регистр иһә халыҡ аҡылын еткерә.
Райман Ишбаев – йомшаҡ, әммә көслө тауышлы йырсы. Оҙон көй йырсыһы булараҡ, уның иң төп башҡарыу үҙенсәлеге нимәлә? Күкрәктән сыҡҡан бәрхәт тауыш менән һығып, талғын йырлау. Йомшаҡ, моңло һәм көслө тауыш йырсы күкрәгенән талғын, эркелеп ағыла. Йыр, тәрән һыулы йылға һымаҡ, һалмаҡ, әммә тыйып тотҡоһоҙ көс-ҡеүәт менән һуҙыла .
Йырсы көслө энергетикаға эйә. Был энергетиканы тыуҙырыуҙа, тәбиғи таланттан тыш, башҡарыу үҙенсәлектәре лә ҙур әһәмиәткә эйә.
Оҙон көй оҫталарының башҡарыу тәжрибәһен Райман Ишбаев даими өйрәнә. Ул былай тип фе­кер йөрөтә: “Оҙон көйҙөң музыкаль мөмкин­лектәре лә сикһеҙ: Абдулла Солтанов, мәҫәлән, уны үҙ эсенә тәбиғәт биҙәктәрен йыйған тәбиғи ҡуйылышлы тауыш менән башҡара. Тауыш “академик” түгел, әммә таҙа, уның башҡарыу таланты ла, йырсы булараҡ, үҙенсәлекле, нәҡ башҡортса. Сөләймән Абдуллин иһә, Юлай Ғәйнетдинов билдәләүенсә, сәсәнлек һәләте менән көслө. Был яҡлап ул, ғөмүмән, башҡорт көйөнөң асылына үтеп ингән йырсы. Ә бына Мәғәфүр Хисмәтуллин, Флүрә Килдейәрова тибындағы профессиональ йырсылар башҡорт халыҡ йырҙарын Европа стилендә лә, шул уҡ ваҡытта халыҡсанлыҡты юғалтмайынса, яңы кимәлгә күтәреп йырлайҙар. Мин дә ошо өр-яңы мәктәп алымын үҙләштереүсе”. Бында инде бөйөк итальян йырсыларының йырлау алымдарын өйрәнеүҙән алып үҙебеҙҙең атай-олатайҙары­быҙҙың башҡарыу стилдәрен төпсөрләп, шуларҙы ижади файҙаланыу мотлаҡ.

Йыр аураһы

Райман Ишбаев йыр-моңға һәләтле ғаиләлә үҫә. Атаһы Сәйәх — ҡурайсы, йырсы. Әсәһе Миңлебикә шулай уҡ йыр маһиры булараҡ билдәле. Ҡурай моңо, башҡорт халыҡ йырҙары һис ҡасан өҙөлмәгән был йорттан. Һәр саҡ йыр аураһы бөркөлөп торған ошо донъя бала саҡтан Раймандың күңеленә, аңына һеңгән. Йырсы ошолай хәтерләй: “...Башланғыс кластарҙа уҡ “Порт-Артур”, “Уйыл” йырҙарын башҡара инем. Йорт эсебеҙ менән бейей, йырлайбыҙ. Атайым — ҡурайсы, әсәйем дә боронғо йырҙарҙы белә. Алты йәштә сағымда атайым гармун һатып алды. Унда көй сығарырға өйрәндем. Бала саҡтан уҡ бөтөн кеше “артист булырһың” тип дәрт биреп торғанғамы, әллә йыр-моң мөхите уратып алғанғамы, тормош юлын һайлауыма йүнәлеш бирҙе. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡта бик һәйбәт ғәҙәт бар: ололар балаларҙың һәләтен баһалай белә. Өлкәндәрҙең ололауында тәрбиәүи әһәмиәт бар. Сабый үҙен ихтирам итеүгә үтә лә һиҙгер һәм мин бындай бәхеткә эйә булыусыларҙан”.
Раймандың атаһы Сәйәх Ишбаевты бөтә Бөрйәндә ҙур абруй ҡаҙанған ҡурайсы һәм йырсы булыуына өҫтәп, данлыҡлы көрәшсе тип тә беләләр. Район һабантуйҙарында әллә нисә йыл бил бирмәгән. Башҡорт кавалерия дивизияһында Бөйөк Ватан һуғышының оҙон, ауыр юлдарын үткән яугир-ветеран 88 йәшкә тиклем йәшәй. Шуныһы бар: олоғайғансы Сәйәхтең көс-ғәйрәте кәмемәй, һалдаттан ҡайтҡан егеттәр менән бәхәсләшеп, ярышып, ауыл ҡаршы­һындағы Ҡыҙылҡаяға йүгереп менә.
Әсәй яғынан килгәндә лә, телгә алырлыҡ бик мөһим бер хәл бар. 70-се йылдарҙа Ғәли Ильясов тигән оҙон көй оҫтаһы халыҡ араһында киң танылыу алғайны. “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән был журналист һәм талантлы йырсы бик иртә вафат булып ҡалды. Ошо Ғәли Ильясов менән Райман Ишбаевтың әсәләре бер туған. Тимәк, Раймандың йырсылыҡ һәләте нәҫелдән, ата-әсә ҡанынан килә. Бер әсәнән тыуған дүрт малай, дүрт ҡыҙ араһында йырсылыҡ бәхете нәҡ Райман өлөшөнә төшкән көмөш булып сыға.
Райман Ишбаевтың профессональ йырсы һөнәренә эйә булыуы ниндәй аҙымдан башлана һуң? Ул былай иҫкә ала: “Бер Өфөгә килгәнемдә йырсы Даһи Бакиров йырлағанымды ишетеп ҡалды ла Мәғәфүр Хисмәтуллин менән таныштырҙы. Ул: “Ҡустым, һиңә йырсы булырға кәрәк!” — тип кәңәш иткәс, мине Өфө сәнғәт институтының вокал кафедраһы уҡытыусылары тыңлап ҡараны. Был хәл яҙ булды. Шул уҡ йылда әҙерлек бүлегенең 2-се курсына алдылар”.
1999 йылда ошо институттың башҡорт музыка факультетын тамамлау бәхете тейә. Институт йылдарын иҫкә төшөргәндә, профессор Римма Мөхтәр ҡыҙы Мусинаны айырыуса бер йылылыҡ менән телгә ала. “Уның исеме сәнғәт һөйөүселәргә күпте һөйләй. Мин уның талаптарын аңлап, уның мәктәбе аша камиллашырға тырышам”, — ти Райман.

Бармаҡ менән генә һанарлыҡ

Райман Ишбаев — хәҙер инде байтаҡ ҡаҙаныш­тарға өлгәшкән артист. 1992 йылда башҡорт йырын башҡарыусыларҙың “Яҙғы моңдар” республика конкурсында беренсе урынды яулай. 1994 йылда Смоленск ҡалаһында “Рәсәй тауышы” конкурсында ҡатнашып, III премия менән бүләкләнә. Шунда уҡ “Урыҫ халыҡ йырын иң яҡшы башҡарыусы” номинацияһында “Йәшә һин, Рәсәй!” тигән йыр менән сығыш яһап, дипломға лайыҡ булды. Жюри составында Л. Зыкина, Н. Кутузов, О. Воронец кеүек киң билдәле йырсылар булған был конкурста Райман “Уралым”, “Урал”, “Ҡолой кантон”, “Тәфтиләү”ҙәрҙе йырлап, ҙур уңыш ҡаҙана. Бындай яуаплы бәйгеләргә сығыу, билдәле, оҫталыҡ буйынса тәжрибәһен арттыра. Ошо хаҡта уйланып, ул былай ти: “Һәр йырсы өсөн бындай ярыштарҙа ҡатнашыу мотлаҡ. Конкурсҡа әҙерләнеү, үҙеңде һынау бик тә ҡыҙыҡлы. Бәйгелә төрлө хәлдәр була. Аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыҡҡылай. Әммә төрлө сетереклектәрҙән күңелде төшөрөргә ярамай. Йырсыға төп баһаны барыбер халыҡ бирә”.
Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләү (1990–1994) уның өсөн эстрада сәнғәте серҙәрен өйрәнеү, тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр дәүере булды. Бында иң мөһиме — йыр һайлау. Рим Хәсәнов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Айрат Ҡобағошов кеүек композиторҙарҙың заман темаһына арналған йырҙарын өйрәнде, халыҡтың шаян йырҙарына мөрәжәғәт итте. Эстрадала Райман Ишбаев үҙенә генә хас башҡарыу стилен һаҡлай. Артыҡ бер ниндәй кәүҙә хәрәкәте юҡ, йырға һалынған бөтә уй-хистәр — күҙ ҡараштарында, йөҙ мимикаһында, тауыш-моң бөгөлөштә­рендә, ым-ишарала. Сикһеҙ далалар шикелле киң тынлы, күккә олғашҡан Мәсем тауындай юғары тауышлы йырсы өсөн ҡыҫҡа ритмлы эстрада йырҙарына тәбиғи һыйып китеү, көйләнеү, әлбиттә, еңел түгел.
“Эстрадала ла ижадсы булырға кәрәк”, — тип иҫәпләй йырсы. Райман Ишбаев концерттарҙа А. Ҡобағошовтың “Ауылымда аҡ томан”, Ғ. Дәүләт­бирҙиндең “Бер хәбәрең генә бар”, X. Әхмәтовтың “Тыуған ауылым” кеүек йырҙарын яңғырата. Эстрада йыр репертуарын булдырыу, башҡарыу сәнғәтенең был төрөн үҙләштереү юлындағы тынғыһыҙ профессиональ эҙләнеүҙәр туҡтауһыҙ дауам итә һәм итәсәк.
2000 йыл ижадсыға мөһим яңылыҡ алып килде. Башҡорт дәүләт филар­монияһы эргәһендәге лекторийҙың фольклор төркөмө етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Оҙаҡ йылдар эшләп килгән был коллективтың данлы тарихы бар. Унда төрлө дәүерҙә Сөләймән Абдуллин, Рамазан Йәнбәков, Мәғфирә Ғәлиева, Ишмулла Дилмөхәмәтов һ.б. шулар кеүек күренекле йырсылар хеҙмәт юлын дауам иткән. Бөгөн был төркөмдә йәш йырсылар Сәйҙә Фәйзиева, Әлфиә Кәлимуллина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, бейеүсе Гүзәл Мамина, ҡурайсы Илшат Ишморатов, баянсы Рим Гәрәев, лектор Ләйлә Ишморатова эшләй. Уларҙың төп ижади бурысы — халыҡ йырҙарын, халыҡ бейеүҙәрен, халыҡ йолаларын сәнғәтсә итеп халыҡҡа еткереү.
Үҙ яҙмышын филармония менән бәйләгән һәр артист һымаҡ, Райман Ишбаевтың ярты ғүмере юлда үтә бөгөн. Тамашасыны, сәхнәне, йыр-моңдо танһыҡлап яңынан-яңы сәфәргә сығыуҙар. Дөйөм ятаҡтағы ҡыҫынҡы бүлмәне, ҡыҙы Камиләбикәне, кәләше Лилиәне һағынып, баш ҡалаға ҡайтыуҙар.
Бөгөнгө хеҙмәте һәм бөгөнгө көнитмеше йырсының профессиональ үҫеүенә, шәхес булып етешеүенә яңылыҡтар өҫтәмәй ҡалмаҫ, моғайын. Шулай ҙа Райман ише үҙенсәлекле, һирәк осрай торған талант эйәһенә йөктөң бәләкәйерәген йөкмәтеү түгелме был?! Оҙон көй башҡарыусы ғына түгел бит ул. Оҙон көйҙө һаҡлаусы, киләһе быуындарға еткереүсе. Оҙон көй уға әсә һөтө, атай ҡаны менән, Бөрйән һауаһы, халыҡ ауазы менән ингән. Йырҙарҙың тарихы, уларҙы башҡарыусыларҙың моңдары һәм яҙмыштары сабый сағынан башлап йәненең айырылмаҫ өлөшөнә әүерелгән. Шуға күрә оҙон көй йырлау – уның өсөн “һөнәр”, эш кенә түгел, ә йәшәүенең тәбиғи дауамы. Үлемһеҙ йырҙарҙы ижад иткән йырау һәм сәсән­дәрҙе хәтерләткән шәхес ул. Шулар шикелле үткәне менән киләсәкте тоташтырыусы ла. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Сөләймән Абдуллин, Абдулла Солтанов, Рамазан Йәнбәковтарҙың таң ҡалдырыр­лыҡ оҙон көйҙәрен бөгөн Райман Ишбаев профессиональ бейеклектә һәм тере тауыш менән киләсәк быуындарға алып бара.
* * *
Республикабыҙҙың төп башҡорт гәзитендә был очерк баҫылып сыҡҡандан һуң Райман Ишбаевтың шәхси тормошонда ла, ижадында ла ҡыуаныслы ваҡиғалар күп булды. “Шоңҡар” журналы редакция­һын ҡалдырып, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә ҡайтты. Унда башҡорт фольклор төркөмө ойоштороп, уға етәкселек итте. Ҙур һарайҙарҙа һиммәтле кисәләрҙә, Хөкүмәт ойошторған тантана­ларҙа яңғыратып йырҙар башҡарҙы. Йырҙарын яҙҙырырға ашыҡты, һирәк ишетелгән халыҡ көйҙәрен тамашасыға еткерергә тырышты. Радио һәм телевидение эфирынан йырҙары гел яңғырап торҙо. Дәүләт филармонияһында бер нисә тапҡыр соло концерты биреп, алҡыштар шаулатты.
Эстрада йыр сәнғәтендәге хеҙмәт ҡаҙаныштарын баһалап, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған артисы исемен бирҙеләр. Райман бына тигән ғаилә ҡорҙо. Лилиә менән икәүләп Камилә һәм Айһылыу исемле ҡыҙҙар үҫтерҙеләр.
Һәм... көтөлмәгән хәбәр! 2006 йылдың 5 де­кабрендә Нефтекама — Өфө юлында Райман Ишбаев автомобиль аварияһында фажиғәле һәләк булды. Ул көн әле лә хәтерҙә. Баш ҡаланың Нефт­селәр мәҙәниәт һарайында милли матбуғат байрамы ойошторолдо. Райман да сығыш яһарға тейеш ине. Ана шул байрамға ашҡынып ҡайтып килгәндә була был ҡот осҡос фажиғә.
Мәшһүр йырсы арабыҙҙан китеүгә бер йыл тулған көндәрҙә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында ул уҡыған мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Башҡорт дәүләт филармонияһында һәм Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында йыр­сының хәтер кисәләре үтте. Райман Ишбаев тураһында иҫтәлек­тәр китабы, фотоальбом да донъя күрер әле киләсәктә.
Арабыҙҙан бик иртә киткән һоҡланғыс йырсы, туған халҡының ялҡынлы патриоты Райман Ишбаев тетрәткес ораторияларға торорлоҡ бит ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 704

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 776

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 485

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 108

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 805

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 049

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 622

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877