Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сирҙе асыҡлау еңел, ә дауалауы...
Сирҙе асыҡлау еңел, ә дауалауы...Өфөләге Конгресс-холда Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса
I Рәсәй-Ҡытай конгресы булып уҙыуы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Бөгөн медицинала көнүҙәк проблемаларҙың береһе булған һәм хәҙерге йәмғиәттең ҡырҡыу социаль мәсьәләләре исемлегенә ингән йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙа белгестәр нимә тәҡдим итә? Ҡытай тәжрибәһен нисек ҡулланырға уйлайҙар? Был афәттән ҡотолоу йәки уны кәметеү өсөн ниндәй юлдар күҙаллана?



– Һәр йыйындың, һис шикһеҙ, файҙалы башланғысы шунда: тәжрибә уртаҡлашыу, проблема­ларҙы уртаға һалып һөйләшеү, хәл итеү юлдарын эҙләү, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, конгресҡа килгәндәрҙе сәләмләп. – Былар барыһы ла глобаль тәғлимәттең бер өлөшө булып тора, һәм шунһыҙ үҫеш тә мөмкин түгел. Бөгөн беҙ Рәсәй-Ҡытай форумы тураһында һөй­ләй­беҙ. Ҡытай менән дуҫтарса мөнәсәбәттең үҫеүе Рәсәй өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Уның шулай икәнлеген үткән аҙнала ғына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре барышында ике ил етәксеһе аныҡ раҫланы.
Сирҙе асыҡлау еңел, ә дауалауы...Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә Башҡортостан да тос өлөш индерә. 2014 йылда Бразилияла уҙғарылған БРИКС илдәре саммитында тап беҙҙең республика был төркөмдә ҡат­наш­ҡан дәүләттәрҙең мөнәсәбәт­тәрен төбәктәр кимәлендә үҫте­рергә тәҡдим иткәйне. 2015 йылдан алып Өфөлә йыл һайын ШОС һәм БРИКС илдәренең Бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса форумы үткә­релә. Беҙ Ҡытай провинциялары менән күп яҡлы хеҙмәт­тәш­лекте әүҙем арттыра барабыҙ. 2018 һәм 2019 йылдар Ҡытай менән Рәсәй төбәктәренең хеҙ­мәттәшлек йылы тип тә иғлан ител­де. “Волга – Янцзы” форматында Волга буйы федераль округы төбәктәренең, шул иҫәп­тән – Башҡортостандың, Цзянси һәм Аньхой провинциялары менән сауҙа-иҡтисади, гуманитар, ғилми, мәҙәни өлкәләрҙә аралашыуы йәнләнә бара.
Республика етәксеһе ошо йыйындың артабан күп дәүләт­тәрҙең табиптары өсөн абруйлы фекер алышыу майҙансығына әүерелеренә ышаныс белдерҙе. Конгресҡа донъяның билдәле табиптары – Ҡытай профессорҙары Тянь Йе, Схао Яана, Лиу Бина, Чу Пхен, Италиянан медицина ғалимдары Эустахио Онорато, Лукас Мотлох, Германиянан Юлия Гжишковская, үҙебеҙҙең илдән Рәсәй кардиология милли тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Сергей Бойцов, Рәсәй Фәндәр академияһы академиктары Ренат Аҡсурин менән Ирина Чазова һәм башҡалар килгәйне.
Был йыйын – Башҡортостан менән Ҡытай табиптарының икенсе форумы. Былтырғы йыл аҙағында ошондай уҡ кимәлдәге ҙур конгресҡа нейрохирургтар килгәйне. Республикабыҙ Ҡытай һәм башҡа илдәр менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге тығыҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер. Бигерәк тә Ҡытайҙың тәжрибәһе беҙҙең иғтибарҙы тарта: уның күп быуаттар буйы дауам иткән һәм цивилизация таңында күп осраҡта сәнғәт өлкәһе булып ҡабул ителгән медицина йолалары бөгөн заман фәненең ҡаҙаныштарына таянып үҫешә.
Сирҙе асыҡлау еңел, ә дауалауы...Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙә­рен дауалау буйынса ошондай ҙур форумды уҙғарыу өсөн май­ҙансыҡ итеп Башҡортостанды һайлауҙары ла осраҡлы түгел. Республикала ҡеүәтле кардиология хеҙмәтенә эйә булған төрлө кимәлле һаулыҡ һаҡлау система­һы булдырылған. Абруйлы ғилми мәктәптәр барлыҡҡа килде. Рәсәй һәм халыҡ-ара медицина ойошмалары менән йоғонтоло хеҙмәт­тәшлек юлға һалынған. Беҙҙең республикалағы кардиология үҙәге лә ҡаҙаныштары менән киң билдәлелек алған.
– Ышаныслы әйтергә мөмкин: бөгөн беҙҙең кардиология хеҙмә­те ошо сир менән килгән па­циенттарҙы юғары кимәлдә дауаларға әҙер, бының өсөн Рәсәйҙә һәм Европала раҫланған барлыҡ стандарттар ҙа ҡулланы­ла, – ти Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп кардиологы, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева. – Һуңғы биш йылда был йүнәлештәге операциялар һәм тикшеренеүҙәр 71,8 процентҡа артты, шул иҫәптән юғары технологиялы операциялар 2,1 тапҡырға күбәйҙе. Ошо осорҙа йөрәкте ортотопик ысул менән күсереп ултыртыу 16 тапҡыр башҡарылды.
Әйткәндәй, был конгресс – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә бағышланған һәм беҙҙең республикала уҙғарылған ҙур медицина йыйындарының дауамы. Ошоға саҡлы Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй “Артериаль гипертония” конгресы, I Рәсәй йөрәк өйәнәге һәм миокард сирҙәре буйынса форумы булып үткәйне. “Тимәк, беҙҙең белдеклелек тә арта бара, бөгөнгө конгрестың да төбәктәге кардиология үҫешенә яңы этәргес бирәсәге бәхәсһеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Меңгә яҡын белгес ҡатнашҡан был сарала 100-ҙән ашыу кеше сығыш яһаны, шуларҙың 21-е сит илдән килгән ғалимдар ине. Шулай ҙа төп сығыш итеп Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Милли медицина кардиология тикшере­неүҙәре үҙәге” федераль дәүләт учреждениеһының генераль директоры, ошо министрлыҡтың профилактик медицина буйынса штаттан тыш төп белгесе, профессор Сергей Бойцовтың докладын күрһәтергә булалыр, моғайын.
– Бөгөнгө медицинаның иң ауыртҡан урыны шул: сирҙе асыҡлау ҡыйын түгел, ләкин артабан... һөҙөмтә юҡ, – тине ул. – Дауалау эше ҡатмарлы һәм оҙайлы күренешкә әйләнә, һауығыуҙың ҡасан һәм ниндәй кимәлдә булырын әйтеүе лә ситен. Бында медицина ярҙамынан бигерәк, кешенең сәләмәт тормош алып барырға өйрәнеүе, уны быға бала саҡтан уҡ күнек­тереү мөһимерәк. Беҙ рәсәйҙәр­ҙең ошондай тормошҡа бик һүлпән күсеүенә зарланабыҙ, ғәмәлдә был процесс йәнләнә бара, тип уйлайым. Дауалау гимнастикаһына ылығыусылар, төрлө һауыҡтырыу сараларына йөрөүселәр һаны арта бара, хәҙер кибеттә аҙыҡ-түлекте һатып алыр алдынан уның составын уҡып ҡарамаған кеше юҡтыр ҙа, моғайын.
Сирҙе дауалауға ҡарағанда, алдан иҫкәртеү һаулыҡ өсөн ҡулайлыраҡ та, ваҡыт йәһәтенән дә отошлораҡ булыуы менән барыһы ла килешәлер. Ә ул, барыһынан да алда, сәләмәт тормош тәғлимәте булдырыуға бәй­ле. Беҙ бит үҙебеҙҙең ныҡыш­маллыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш булмауға түгел, ә медицинаға һылтанып өйрәнгәнбеҙ. Заман быны, әлбиттә, үҙгәртә бара.
Икенсе яҡтан, һаулыҡ һаҡлау тармағын да яңы үҫеш баҫҡы­сына күтәреү – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Алдағы өс-дүрт йылда Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу яңы клиникалар һәм дауаханалар төҙөү, бының өсөн 15 миллиард һум тотоноу күҙаллана. Шул исемлектә Республика кардиология диспансе­рының яңы хирургия бинаһы ла бар. Ул майҙаны 36 мең квадрат метр булған һәм иң яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса корпустан торасаҡ.
Медицина өлкәһендәге абруйлы етәкселәрҙең береһе булараҡ, Сергей Бойцов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағының заманса үҫешенә ҙур баһа бирҙе һәм беҙҙең төбәктең ошо йәһәт­тән инновациялар индереү буйынса алдынғы буласағын бел­дерҙе. Профессор шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сире менән интегеүселәргә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһында медицина ярҙамын ойоштороуҙың төп бурыстарын аңлатты:
1. Статистика хеҙмәтен нығы­тыу, үлемдең тәүге сәбәп­тәрен кодировкалау буйынса автоматик система индереү.
2. Артериаль баҫымдың юға­рылығы, йөрәктең ишемик сире менән интегеүселәрҙе (шул иҫәптән киҫкен коронар синдром кисергәндәрҙе) терапия хеҙмә­тен­­дә диспансер күҙәтеүенә алыу тәжрибәһен киңәйтеү.
3. Даими йөрәк өйәнәгенән яфа­лан­ғандарҙы ваҡытында асыҡ­лау һәм диспенсер күҙә­теүенә алыу­ҙы көнүҙәк мәсьәлә итеп ҡуйыу.
4. Артериаль баҫымды дистанцияла үлсәү.
5. Электрон медицина кар­таһы нигеҙендә, сирле менән алдан килешеүгә таянып, артериаль баҫымдың маҡсатлы кимәлен контролдә тотоуҙы ғәмәлгә индереү.
6. Антикоагулянт терапия­һын (ҡан ойошоуҙы булдырмау сараларын) ҡулланыуҙы киңәйтеү.
7. Киҫкен коронар синдром ки­сер­гәндәрҙе һәм йөрәгенә операция яһатҡандарҙы ғүмер буйы бушлай дарыу менән тәьмин итеү.
Шулай уҡ Ҡытайҙың Харбин университеты профессоры Тянь Е, Германиянан Хайдельберг университеты профессоры Юлия Кжышковская, Италиялағы Бергамо клиникаһы профессоры Эус­тахио Онорате һәм башҡалар­ҙың сығыштары ла фәһемле булды.
Сарала йәштәрҙең күп булыуы (ғөмүмән, зал шығырым тулы ине) Рәсәй менән Ҡытай табиптары һәм медицина йүнәлешен­дәге юғары уҡыу йорттары араһындағы хеҙмәттәшлектең дә үҫә барыуын раҫлай. Рәсәй-Ҡытай медицина университеттары ассоциацияһы рәйестәше, Сеченов университеты ректоры, профессор Павел Глыбочко бил­дәләп үткәнсә, ошо ойошманың дүрт йыл эшмәкәрлеге осоронда байтаҡ берлектәге проект тор­мошҡа ашырылған, шул иҫәптән боронғо ҡытай медицина алымдарын донъя тәжрибәһенә индереү буйынса ла.
– Бөгөн беҙҙең йәш табиптар Ҡытай белгестәре менән бергә тикшеренеүҙәр үткәрә, – тине Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Валентин Павлов. – Был иһә тикшереү һөҙөмтәләренә тиҙерәк һәм анығыраҡ өлгәшергә мөмкинлек бирә, дауаханаларҙа ла уларҙы ҡуллана башлау ваҡыты тиҙләтелә.
– Конфуций табиптар тураһын­да ике һүҙҙән генә торған фекер әйткән – “Кешеләрҙе яратырға”. Тимәк, эштең уңышы ҡорамал­дарҙан һәм технологияларҙан бигерәк һәр кемдең башҡарған һөнәргә ҡарашына, яуаплы­лығына бәйләнгән, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында. – Рәсәй Президенты Владимир Путин илдәге уртаса ғүмер оҙайлылығын 2024 йылға – 78, ә 2030 йылға 80 йәшкә тиклем күтәреү бурысын ҡуйҙы. Был йүнә­лештәге өҫтөнлөклө эштәр­ҙең береһе – ҡан әйләнеше сис­темаһы ауы­рыу­ҙарынан үлем осраҡтарын һәр 100 мең кешегә ҡарата 450-гә тиклем кәметеү. Башҡортос­танда ул әле 500-515 осраҡты тәшкил итә, йәғни Рәсәй буйынса бөгөнгө уртаса кимәлдән яҡшыраҡ. Шулай ҙа билдәләнгән күрһәткестәргә ирешеү өсөн беҙгә күп эшләргә кәрәк әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872