Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тапманиһәң сара һағышыңа, Күҙ төбә ул Ваҡыт ағышына…
Ерҙең яҙмышы

Туғарайым саптар аттарымды,
Һуғылайым атай биләненә.
Әллә төшөр юлым, әллә төшмәҫ,
Хәл белмәнем анау килгәнемдә.

Ул тирәлә күктәр бейегерәк,
Болоттары ваҡыт каруанылай.
Елдәре лә ихлас. Аяп ҡына
Ҡылғандарҙың сәсен тарағылай.

Ығыш ҡына кеүек күренһә лә,
Наҡаҫ ағымдары уйсан бында.
Кемдең серен, кемдең күҙ йәштәрен
Йомоп алған икән ҡуйынына?

Күңелем бөтөн әле, имгәнмәгән,
Имләнгәнмен хозур камиллыҡтан.
Тыуған яҡтың илһам ҡөҙрәттәре
Ғәзизерәк шул ул торған яҡтан.

Һабантурғай үрләй. Зыр-зыр килә,
Зыу-зыу килә уңған бал ҡорттары.
Биләндәрҙең йәшәү ғәмәлдәре
Йәнгенәмдә ғәмдәр уятҡаны.

Тапманиһәң сара һағышыңа,
Күҙ төбә ул Ваҡыт ағышына.
Каруан-каруан ғүмер аҡһа ла бит...
...Ерле юҡтан ергә килмәй кеше,
Үҙ бурыслы Ерҙең яҙмышында.


Дауыл

Күктә монар ине...
Сыбыртҡыһын
Һелтәне лә берәү – арбалы,
Дөбөр-шатыр күкте һөрәме ни,
Ҡаш төйөрөп ергә ҡараны.

Тирәктәрҙә ниндәй үсе барҙыр,
Ҡайыҙланы ғына! Улары
Ҡылыс сапҡан ыңғай башын юйған
Яугир ише иңрәп ҡоланы.

Ябырылды шунан ҡыйыҡтарға,
Ҡомдай ҡойҙо өйҙәр тәҙрәһен.
Аҡ-ҡараны күрмәй Бабай – ҡыҙған,
Йыһандарҙан ишелеп яуа туҙан, –
Әзрәкәләр тоҫҡай йәҙрәһен.

Ҡырылышып ята ер өҫтөнөң
Бер гонаһһыҙ аҫыл төҫтәре.
Бабай иһә иҙрәй мөнбәрендә,
Бөтөргәндәй мөһим эштәрен.

Ни ғәләмәт булды? Әллә ҡартлас
Һыҙлап уяндымы тештәре?
Буталдымы әллә төштәре?
Ана, бар ҙа һора... Күк салт аяҙ...
Монар сигә офоҡ ситтәрен...
Нурҙан ебәк иләй ғәйепһеҙҙәй...
Ғәмһеҙ, текә йыһан эстәре...


Алдаштыра

Айҡаным мин йылғыр йылғаларҙы,
Тын сөңгөлдәр һыйҙы ҡосаҡҡа.
Осонғаным, абынғаным да бар,
Ҡайраҡ булдым үтмәҫ бысаҡҡа.

Әле бына... Һинең күңелеңдең
Йылыһына өмөт иткәнде,
Хыял ҡанатында ҡәлғәң сиге,
Даирәң сиге аша үткәнде

Үҙемдән дә йәшерәм. Әммә беләм,
Һынған бер мәлендә түҙемдең,
Тетрәндерҙе, күрҙем, илағанын,
Һыҙланғанын күрҙем күҙеңдең.

Иңдәреңде йылдар биртендереп,
Үкенесле уйҙар кискәндә,
Наҙҙар, йәлләү, аңлау эҙләп күңел
Яратылыу көҫәй икән дә.

...Сер тулы был донъя... Күктән ҡапҡан
Илаһилыҡ уты ипкене,
Көлдән Көнҡош ижад иткән кеүек,
Гонаһлы уй менән әүрәтә лә
Алдаштыра икән кешене.


Э-һей, кешеләр!

Күңелдәрем ҡайтып донъяһынан,
Яңғыҙ кеүек күргәс үҙемде,
Асмандарын байҡап күңелемдән
Сөңгөлдәргә сәнстем күҙемде.

Һәм һораным:
– Эй, Ҡөҙрәтле Баҡый!
Ғаләм киңлектәре, һин ниңә,
Нәҡ был ерҙән урын бирҙең миңә,
Ник килтерҙең ошо ереңә?

Өнһөҙ генә түгел, һауалы ла
Йыһан киңлектәре. Яуапһыҙ.
Табандарым ҡубып, ер өҫтөнән
Күтәрелдем киттем. Ҡанатһыҙ.

Ҡарағыҙсы әле, ерҙәштәрем,
Юғарыла икән хозурлыҡ.
Иркенлектәр бында. Ҡалыптар юҡ,
Тоҙаҡтар юҡ сикләп тоторлоҡ.

Эй, кешеләр! Күккә ҡарағыҙ бер,
Күтәрелһенсәле башығыҙ.
Сылбырлаған мал, дан ҡоллоғонан,
Үҙегеҙҙән бер аҙ ашығыҙ!

Кешеләр өнһөҙ... Иңкәйешеп алып,
Танауы йә аяҡ осона,
Машиналы, атлы, йәйәүлеһе
Ерҙең барса йәннәт-гәүһәрҙәрен
Һоҫоп ҡалайым тип ҡырсына.

Нишләп ҡомһоҙ, нишләп нәфселе беҙ?
Ер һиммәтле, зиннәт бихисап.
Күңелең күккә күтәрелмәй тороп,
Бәрәкәтһеҙ бит ул иҡтисад.

Кем уҙарҙан тигән дау, ярыштан,
Яу, һуғыштан нәфсе хаҡына,
Арына алмай ҡаңғырышҡан беҙҙең
Зыу килеүҙе күреп,
Аллаһ... көлә...
Ятып күктең ете ҡатына.


Әллә…

...Ишек асылды ул... Инеп булмай.
– Һыймайһыңмы әллә? – Хужа көлдө. –
Ә арҡаңда нимә?
– Бер ни ҙә юҡ...
– Әллә ҡанат инде?

...Күңелем өшөнө лә... Аҫыл ирҙең
Ҡуйынына инеп һеңгем килде.
– Абау, арҡаң... – тип тертләне йәрем, –
Әллә ҡанат инде.

...Сираттарға һыйып булманы һис.
Эткеләндем, төрткөләндем – булды.
Арҡам – арҡа кеүек... Ҡанат юҡтыр...
Булһа, ҡасан һынды?

...Бер СМС зырлап килеп ингәс,
Баш әйләнеп китер илһам инде.
Яҙылды ла иңем, үргә тарта,
Әллә ҡанат инде?

...Осҡан тиһегеҙме? Булманы шул...
Кәр ингәндәй, алданды тик йөрәк.
Ҡанат ҡына өҫкә күтәрмәй ул:
Иркен һулыш, азат халәт кәрәк.


Манзара

Күкрәүҙәре гел иҫемдә генә
Йәшен шартлап торған ул төндөң.
Һинең сәсең, минең толомомдан
Сылтырашып йондоҙ түгелде.

Ярсыҡтарымы ни тойғоларҙың,
Салт яҡтыра сәскә-миләштәр.
Ҡойма ямғыр көҫәп сарсағандан,
Ҡоро ҡалмайым тип өлөштән

Ер эсендә ойоп ятҡан орлоҡ
Һаҡ-һаҡ асып тупраҡ йүргәген,
Йәшнәүҙәрҙең сағыу яҡтыһында
Ғаләмдәргә төбәй күҙҙәрен.

Офоҡтарҙың әйт һин яҡынлығын!
Асылғандай таңғы шәфәҡтәр.
Әллә ниндәй йәнә манзаралар
Сәнғәт кеүек барса йәһәттән.

Шул манзара, үлән шытҡан ауаз,
Йәшенле төн, ямғыр – күнәкләп,
Күңелем күктәрендә шаңдай һаман,
Моң һарҡытып минең йөрәктән.

Шул ғәжәп төн, гүйә, башаҡлы уҡ,
Хәтеремә минең төбәлгән.
Шөрләтһә лә көтәм шуны. Ә ул
Зыйлап осоп үтә түбәмдән.

Ҡәрсәй, өләсәйҙәр

Ҡәрсәй, өләсәйҙәр сынъяһаулы,
Таҫма баҫҡан итәк әберкәле.
Ә яулыҡтар! Гүйә, һибелешкән
Иңдәренә ожмах сәскәләре.

Аяҡ бөкләп алып урындыҡта
Батмустарға теҙеп тәм-таттарын,
Сәй эсәләр. Һыйлай хужабикә
Ҡуша ғүмер иткән ҡунаҡтарын.

Барсаһының балалары – аҫыл,
Шатлыҡтары уртаҡ, хәсрәттәре.
Быялалы рамдың эстәрендә
Ғәзиздәрҙең фотоһүрәттәре.

Беләҙектәр, балдаҡ – арлы-бирле,
Затлылары яуға китеп бөткән.
Сәйәсәттән алыҫ хәбәрҙәре,
Ҡурҡҡандары:
“Һуғыш булмаҫ микән?..”

Доға ҡылып, тотоп күстәнәстәр,
Таралыша ҡәрсәй, өләсәйҙәр.
Күңелдәре булып серләшеүҙән,
Күңелдәре булып һөтлө сәйҙән.

...Хәҙер һирәк эскелекһеҙ табын,
Кемуҙарҙан йырҙар, көрәгәләр.
Шуға микән милләт яҙмыштары
Мандый алмай ҡомға терәләләр.


Беҙ

Беҙ матур ҙа, эйе, батыр ҙа ул,
Йыраусы ла ул беҙ. Ҡурайсы.
Үҙебеҙгә етһә етеп ҡала,
Етмәһә – юҡ. Ҡорҙар, табындарҙа
Беҙ йышыраҡ тәғәм тураусы.

Беҙҙең аттар, эйе, арғымаҡтар,
Геүелдеген сыға майҙандар.
Һоғона әммә ҡалъя, ҡаҙылыҡты
Килгән-киткән. Көс-кәр түгә-түгә
Усаҡтарға элгән ҡаҙандан.

Һуңғы осор никтер сыбыртҡының
Әсе тейә торған иң осо
Сыртылдарға тора түбәбеҙҙә,
Сайҡалғандай донъя өҫтәрендә
Гонаһ шомлоҡ иблис ҡылысы.

Ә беҙ никтер ғәмһеҙ кеүегерәк,
Сүрәтендә мәнһеҙ баланың.
Кемдер килтереп бирер, тибеҙ микән,
Алма бешер, төшөр ауыҙға,тип,
Көткәндәйбеҙ яҙмыш яҙғанын.

Рухлылар ҙа байтаҡ халҡыбыҙҙа,
Кемгә баҡма суфый, әүлиә.
Маҡтанырлыҡ мәртәбәләр ҙә бар,
Мал табырлыҡ кәрҙәр ҡойтомо ни?
Шуныһына әҙерәк йән көйә.


Автор: Тамара ҒӘНИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә