Тап шундай уйға килдек, сираттағы ғаилә менән яҡындан танышҡас. Ләлә менән Ирек Атанғоловтар Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәй. Был ғаиләнең етеш, матур һәм татыу тормошон билдәләү өсөн улар йәшәгән йортҡа бер тапҡыр күҙ һалыу ҙа етә. Ихатаға кергәс тә, йорт хужаһының оҫта ҡулы һәр ергә тейгәнлеге күренеп торһа, йортта хужабикәнең уңған булыуы һиҙелә. Татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә.Ғаилә башлығы Ирек Сәлихйән улы – әүҙем йәмәғәтсе, бер нисә саҡырылыш ауыл Советы депутаты. “Туймазы нефть” ойошмаһына ҡараған Мораҡ нефть ҡыуыу станцияһында 23 йылдан ашыу ҡараусы булып эшләй. Коллегалары араһында хөрмәт ҡаҙанған, алтын ҡуллы эшсе. “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Сәлихйән Ҡотой улы һәм мәҙәниәт хеҙмәте ветераны Мәүсирә Насирулла ҡыҙы ғаиләһендә кинйә малай булып тәрбиә алған геройым эштә лә, тормошта ла һынатмай.
Йорт хужабикәһе Ләлә Иҙрис ҡыҙы 1991 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған яғында, Ашҡаҙар мәктәбендә, башлай. 27 йылдан ашыу балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Ләлә Атанғолова – хәҙер Һабыр мәктәбенең иң тәжрибәле уҡытыусыларының береһе. “Йөрәгемде балаларға бирәм” девизын үҙ иткән остаз коллегалары, уҡыусылары һәм ауылдаштары араһында оло ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Ул –“Йыл уҡытыусыһы-2003” бәйгеһе еңеүсеһе, “Душауай” халыҡ фольклор ансамбленең алмаштырғыһыҙ ағзаһы, ауылдағы бер мәҙәни сара ла унан башҡа үтмәй. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Ләлә Иҙрис ҡыҙы бихисап Маҡтау хаты һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул 24 йылдан ашыу ҡәйнәһе менән татыу йәшәй.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән әйтем тап Ирек Атанғолов хаҡында әйтелгәндер, тиерһең. Шығырлап торған ҡарағайҙан бынамын тигән күркәм йортто үҙ ҡулдары менән төҙөп кенә ҡалмаған, уны заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырған да. Бар уңайлыҡтарҙы йортҡа үҙ ҡулдары менән эшләгән. Хәйер, бөгөн ауыл ерендә йәшәүселәр ҡала ерендәгеләрҙән бер нимәһе менән дә айырылмай тиергә лә була. Тик улар үҙ ерендә рәхәтләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Ә ҡаланыҡыларҙың күбеһе таш стеналарҙа ғүмер кисерә.
Ауыл ерендә бигерәк тә кәрәкле булған шөғөлдәрҙең береһе – техниканы яҡшы белеүе менән дә ихтирамға лайыҡ әңгәмәсем. Уның хаҡында ауылдаштары “техника ене” ҡағылған тиҙәр. Кәрәк саҡта тракторын да ремонтлай, машинаны ла “һә” тигәнсә йүнәтеп ала. Һөнәре буйынса кәрәкле “Буран” ҡаргиҙәрҙе лә күптән “ауыҙлыҡлаған”. Ҡыш үҙенең яратҡан транспортында тиҫтәләрсә саҡрымдар үтеп, линияларҙы ҡарап, күҙәтеп сыға.
– Ауыл ерендә лә хәҙер үҙ техникаң булмаһа, күпләп мал тотоу ҡыйын. Шулай уҡ мал аҫрамайынса ла булмай, – тип һүҙгә ҡушылды ғаилә башлығы. – Бесән әҙерләүҙә, утын алып килеүҙә булһынмы – һәр саҡ трактор кәрәк, район үҙәгенән алыҫ булғанлыҡтан йомошоң өсөн үҙ машинаңдың булыуы мотлаҡ, шуға күрә һәр ихатала тиерлек еңел машина, трактор бар. Ялҡауланмаған, эш һөйгән кеше ауылда ла матур, етеш, мул йәшәй ала.
Әйткәндәй, уңған һәм тырыш ғаилә башлығының ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнеүе асыҡланды. Йыл һайын егәрле хужаның умарталары мул уңыш бирә. Үҙҙәренә етәрлек бал йыйып ҡына ҡалмай Атанғоловтар, артығын һатып та ярайһы уҡ табыш ала. Ирек Сәлихйән улының йәнә оҫта балыҡсы һәм таһыллы һунарсы икәнлеген дә өҫтәгәндә, ысынлап та, етмеш төрлө һөнәргә эйә булыуына инанырға тура килә.
Ләлә Иҙрис ҡыҙы – мәктәптәге төп эшенән тыш, йортонда уңған хужабикә. Ул бешергән тәмле аш-һыу телеңде йоторлоҡ. Буш ваҡыттарында бәйләм, сигеү менән дә шөғөлләнә. Тәҙрә төптәрендә шау сәскәгә күмелгән гөлдәр, баҡсаларын йыл һайын хуш еҫтәргә күмгән күҙҙең яуын алыр сәскәләр ҙә – уның тырыш хеҙмәт емеше. Һәр йыл уңған йәшелсәнән егәрле хужабикә ҡышҡылыҡҡа төрлө салат, ҡабымлыҡтар, баҡсаларында үҫкән емеш-еләктән ҡайнатмалар әҙерләй. Уларға ҡарап, Хоҙайҙың “ике уңғанға – ике уңған” тип яңылыш әйткән сағына тура килгәндер, тип уйлап та ҡуяһың. Бигерәк тә ғаилә балаларының бергә йыйылған сағын ҡыуанып көтөп ала.
– Балалар өсөн тырышабыҙ. Уларға юғары белем биреү, башлы-күҙле итеү, тормошта үҙ урындарын табыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыу – был беҙҙең төп бурыс, – ти йорт хужабикәһе. – Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ үҙҙәре лә бик тырыш, белемгә ынтылып тора. Һәр береһенең үҙ ынтылыштары бар. Киләсәктә лә уңыш йылмайһын, бәхетле булһын ҡәҙерлеләребеҙ.
Ысынлап та, балалары ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ, һәр береһе уңыштары менән шатландырып ҡына тора. Хатта уларҙы йәш сәсәндәр тәрбиәләгән ғаилә тиһәк тә, һис тә арттырыу булмаҫ, сөнки Атанғоловтарҙың өс балаһы ла – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы призерҙары. Иң оло ҡыҙҙары Таңсулпан, 2009 йылда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп (4500 юл), бар халыҡты хайран ҡалдыра һәм лайыҡлы рәүештә Гран-при яулай. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында өс йыл рәттән беренсе урынды ала. “Йәншишмә” гәзите һәм “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе, 2010/2011 уҡыу йылында Президент стипендиаты була. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Путиндың указы менән “Һәләтле балаларҙы үҫтереү һәм яҡлау” программаһына ярашлы булдырылған Грантҡа лайыҡ була, мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Әле тырыш ҡыҙ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында магистратурала белем ала. Спорт менән шөғөлләнә, самбо буйынса чемпион исемен яулаған.
Республика инженер-лицейын тамамлаған Димдең әле иң мәшәҡәтле осоро, ул БДИ имтихандарын уңышлы биреп, үҙе һайлаған уҡыу йортона инергә хыяллана. Уҡыу алдынғыһы, спорт менән дә дуҫ, теннис буйынса чемпион. Каникулда атаһына ҡортсолоҡ буйынса ярҙам итә, уның серҙәренә төшөнә.
Ғаиләләге иң төпсөк, иркә ҡыҙ Алтынайҙы барыһы ла “беҙҙең өйҙөң йәме” тип йөрөтә. V класты яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ, апаһына һәм ағаһына оҡшап, уҡыуға зирәк, сос һәм дәртле. Уларҙың юлын лайыҡлы дауам итә, “Урал батыр” бәйгеләрендә балалар баҡсаһынан алып ҡатнаша. Үткән йыл Өфөлә ЮНЕСКО тарафынан үткәрелгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара фестиваль-конкурсында икенсе урынды яулаған Алтынайға баш ҡаланың Президент шыршыһына барыу бәхете йылмая. Сәсән телле, бейеүсе һәм йырсы ҡыҙ, ысынлап та, ата-әсәһенең генә түгел, тотош мәктәптең йәменә әүерелгән. Киләсәктә лә Алтынайға уңыштар насип итһен.
Атанғоловтарҙың “Балалар өсөн тырышабыҙ” тигән һүҙҙәрендә тулы хаҡлыҡ бар. Һәләтле баланы артабан үҫтергәндә, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биргәндә, уның киләсәге лә матур, тормошо ла уңышлы буласаҡ. Эйе, балалар – тормош йәме, ә уларға матур тәрбиә биреү – һәр ата-әсәнең изге бурысы. Бигерәк тә уларҙың үҙ өлгөһөндә матур тәрбиә бирә алыуҙары икеләтә һөйөнөслө. Ләлә менән Ирек Атанғоловтар кеүек ғаиләләр арабыҙҙа күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Йылайыр районы.