Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Атайым күктәге өйҙә...”
“Атайым күктәге өйҙә...”Сибай ҡалаһы бар донъяға карьеры менән билдәле. Диаметры ике саҡрым, тәрәнлеге 500 метрҙан ашыу булған карьер — ер йөҙөндә иң ҙурҙарҙың береһе. Әлеге көндә шахта юлы менән унан 15 компоненттан торған алты төрлө мәғдән сығарыла. Сибай ер аҫты руднигы — “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы. Ә төп хужалары – Свердловск өлкәһендә.
Һүҙем был ҡаланың ер аҫты байлыҡтары иҡтисадҡа ниндәй ҡеүәт өҫтәгәне, күпме файҙа һәм байлыҡ килтергәне хаҡында түгел. Яҙмыштары ошо карьерға бәйләнгән ябай кешеләр хаҡында бәйән итергә ниәтләйем.


Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ

Эльвира өйөнә ихласлап әйҙүк­ләне. Ике бүлмәле иркен фатиры зауыҡ менән йыйышты­рылған. Ҡатын яҡты сырайлы булһа ла, күҙҙәрендә тәрән һағыш ята.
– Әллә сәй эсеп алайыҡмы? – тигән тәҡдимдән баш тартманым, Сибайҙың әсе еле өшөт­төргәйне. Хужабикә аш-һыу бүлмәһендә булышҡан арала йөрәк формаһындағы рамға ҡуйылған туй фотоһына иғтибар итәм. Бәхеттәре йөҙөнә сыҡҡан кәләш менән кейәү йылмайып миңә ҡарай. Шул саҡ фотолағы ирҙең күсермәһе – малай күренде.
– Улым Назар, августа дүрте тула, – тине Эльвира, уның менән таныштырып. Малай шуҡ йыл­майҙы ла төпкө бүлмәгә инеп юғалды.
...Тура һүҙле, яһалмалыҡты һәм ике йөҙлөлөктө ҡабул итмәгән Эльвира кейәүгә сығырға ашыҡмай. Тормош юлында мөхәббәтен тәҡдим итеүселәр була, әммә береһе лә күңеленә ятмай. Тап уға тәғәйен бер мәл осраясағына ышана ул. Шулай бәхетен сабыр ғына көтөп ала. 2011 йылдың февралендә Эльвира менән Эдуардты таныштыралар. Сибай ер аҫты руднигында проходкалаусы булып эшләгән йүнсел, аҡыллы һәм тырыш егет йөрәгенә ята ла ҡуя. Улар ошо уҡ йылдың декабрендә өйләнешә.
Комбинат хеҙмәткәрҙәре, шахтерҙар өсөн төҙөлгән йорттан дөйөм хаҡының 10 процентын алдан түләп, ҡалған сумманы ун йылда процентһыҙ түләү шарты менән фатир алыу мөмкинлегенә эйә. Был тәҡдим шәп, тик ошо тиҫтә йылда комбинатта эшләү мотлаҡ, күберәк аҡса түләп, ипотеканы алдан ҡаплау мөмкинлеге юҡ. Әгәр ҙә хеҙмәткәр эштән китһә, предприятие алдындағы бурысҡа проценттар өҫтәлә. 2013 йылда йәштәр ошо шартта ҡаланан ике бүлмәле фатир ала. Яңы йортҡа ҡот өҫтәп, 2014 йылда улдары Назар тыуа, 40 йәшлек Эльвира әсәлек бәхетен татый.
Шахтер һөнәре иң хәүефле, ауыр һөнәрҙәр рәтенә инә. Ер аҫтындағы эште тик сыҙамлылар, көслөләр генә тарта ала. Әлеге заманда шахталағы бар хеҙмәт автоматлаштырылған һәм меха­низацияланған тиһәләр ҙә, ҡул көсөнөң дә кәрәге тейә. Эдуардҡа билдән ҡойо кисергә лә, резина итеге тишелһә, кискә тиклем һыуланған аяҡ менән йөрөргә лә тура килә. Кадрҙар етмәү сәбәпле, ул ҡайһы саҡ ике сменала эшләй. Ауыр шарттар, лайыҡлы эш хаҡы булмау арҡаһында ир был эштән китергә теләп, ошо хаҡта йыш һүҙ ҡуҙғата. Әммә фатир өсөн бурыс был уйын һәр саҡ һыуындыра. Шулай ҙа бер көн ул аныҡ ҡарарға килә: илдең төньяғын­дағы Певек ҡалаһына резюмеһын ебәрә һәм хеҙмәттәштәрен был хаҡта иҫкәртә.

Ҡара көн. 2015 йылдың 29 октябре

“Атайым күктәге өйҙә...”Ғәҙәттә, йәшен тултырған балалар уйынға әүрәй, юҡ-барға балауыҙ һыҡмай, уларҙы тирә-яҡ мауыҡтыра. Ә бер йәшлек Назар ошо ваҡытта мыжыҡҡа әүерелә. Атаһы янында ғына ул тынысланған. Күп илауҙан ҡарлығып бөткән малай, хатта йыш ҡына олоуға оҡшаш өндәр сығарып, әсәһен йөҙәтеп бөтә. Эштән талсығып ҡайтҡан атаһы ҡосағына бала һәр саҡ ташланыр булған һәм янынан бер ҡайҙа ла ебәргеһе килмәгән.
– Улым илаҡҡа әйләнгәс, көндөҙ ҡулыма бер эш бармай, ныҡ арый инем. Иптәшем менән ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсергә лә ваҡыт табылманы. 28 октябрь кисендә, улымды көс-хәлгә йоҡлатҡас, нисектер иптәшем менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Ул эштәге ауыр шарттар үҙәгенә үткәнен әйтте. “Певектан шылты­ратһалар, шунда уҡ бынан китәм. Мулыраҡ аҡса эшләгәс, фатир өсөн бурысты ҡайтарырбыҙ, шунан сит илгә сәйәхәткә юлланыр­быҙ”, тип хыялланғайны.
Иртәнсәк, ғәҙәттәгесә, иптә­шем­де оҙатып ҡалдым. Көнө буйы йөрәгемдә шом булды, үҙемә урын таба алмай аҙап­ландым. Етмәһә, улым асырға­нып илай ҙа илай, бер нисек тә тымыҙып булманы. Кис ҡайнар аш менән, һәр ваҡыттағыса, Эдуардты көтә башланым. Тик миңә ҡот осҡос хәбәр килтерҙеләр... – Эльвира күҙ йәштәрен тыя алмай үкһеп ебәрҙе.
Ошо көндә Эдуард эш урынында һәләк була. Рәсми мәғлү­мәттә “Хеҙмәткәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгән һәм үҙ ғәйебе менән ҡазаланған” тип күрһәтелә. Эльвира әйтеүенсә, ер ишелгән һәм иптәше шахтала баҫылған. Ирен бөтөнләй икенсе кейемдә килтереүҙәре ғәжәпләндерә уны. Кейемен таптырһа ла, бирмәйҙәр. Эдуардтың кәүҙәһен ҡулдары ян-яҡҡа ташланған хәлдә тапҡандар. “Әгәр ҙә бәхетһеҙ осраҡ рәсми мәғлүмәттә күрһәтелгәнсә булһа, кәүҙәһе туралып бөткән булыр ине”, — ти ҡатын. Уның һүҙен йөпләгән шаһиттар ҙа була, әммә уларҙың ауыҙы тиҙ йомола.
Ир үҙ һаҡһыҙлығынанмы, әллә етәкселәрҙең хәүефһеҙлек сараларын күрмәүе сәбәпле һәләк булғанмы – был хәҙер сиселмәҫ төйөн. Бер йәш тә ике айлыҡ Назар — атаһын, Эльвира яратҡан кешеһен юғалта. Терәкһеҙ һәм миллион һумға яҡын ипотека бурысы менән тороп ҡалалар. Сағыу һәм бәхетле тормошто һөрөм сорнай.
– Бер көн иптәшем эштән кәйефһеҙ ҡайтҡайны, үҙенә ҡарарлыҡ түгел – күҙҙәре генә ялтырай, бите-башы, кейеме бысранған. Һорауҙарыма һалҡын ғына яуап бирҙе, уйсан ине. Минең менән рәтләп һөйләш­мәгәс, үҙенә үпкәләп тә алғайным, – Эльвира аҡрын ғына телгә килде. – Ул һәләк булғас, иптәштәре һөйләне: ана шул көндә шахта ишелгән, мөғжизә менән генә һөйөклөм имен ҡотолған. Ә үҙе борсомайым тип барыһына ла был хаҡта миңә өндәшмәҫкә ҡушҡан. Ошо ваҡиғанан һуң ул эш алмаштырыу тураһында ныҡлы ҡарарға килгән икән. “Ғүмерем өсөн ҡурҡам. Ҡатынымды, улымды етем итке килмәй”, – тип әйткән таныштарына. Иң үкенеслеһе, Эдуардты ерләп ике көн үткәс, Певектан эшкә саҡырып шылтыраттылар.

Тупһанан-тупһаға...

Эльвираны һәм Назарҙы яҙ­мыш ҡосағына ташланылар тип әйтеп булмай. Уларға Эдуардтың уртаса йыллыҡ эш хаҡы күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә, шулай уҡ айлыҡ пособие тәғәйен­ләнә. Ҡатын эшкә сығырлыҡ хәлдә булмай, ҡара ҡайғынан бөгөлөп төшә, етмәһә, улы ла ныҡлап сирләй башлай. Дауала­ныуға күп аҡса сарыф ителә.
Ә был ваҡытта ипотека өсөн байтаҡ бурыс йыйылып китә, әммә ҡатындың уны түләрлек мөмкинлеге булмай. “Ирем эш тип һәләк булды, моғайын, мине аңларҙар” тип ҡатын комбинат етәкселегенә бара. Улар уны йылы ҡаршы ала, мәсьәләне уңышлы хәл итеү өсөн судҡа барырға кәңәш бирәләр. Әммә Сибай ҡалаһы суды ҡатын файҙаһына тамамланмай. Сыға­рылған ҡарар менән ризалашмайынса, Эльвира Өфө ҡала­һындағы Юғары Судҡа мөрәжәғәт итә. Хөкөм сығарыусылар ҡатынды күҙ йәштәре менән тыңлаһа ла, үтенесен кире ҡағалар. Шулай ҙа кескәй Назарға предприятие иҫәбенә Екатеринбург ҡалаһы клиникаһында сәләмәтлеген тикшереү ойошторола һәм ай һайын түләнгән пособиеға ике мең һум өҫтәлә.
Эльвираның ҡайныһы менән ҡәйнәһе ошо комбинатта тир түккән. Ҡайныһы йәш сағында уҡ эш ваҡытында ҡазаланып, ҡулын юғалтҡан (ул ике ай элек гүр эйәһе булған). Килененең суд тупһаһын тапауын ҡәйнәһе өнәмәй. “Үлгәндәр кире ҡайтмай. Барыһы ла Аллаһ хөкөмөнә ҡалһын”, – ти икән ул.
“Иптәшем тырышып эшләне, кешенең үтенесен кире ҡаға белмәне. 2015 йылда Шахтерҙар көнөндә Сибай ҡалаһына ҙур етәкселәр килгәйне. Эдуардҡа “Юғары һөнәри ҡаҙаныштары, яуаплылығы һәм һөҙөмтәле эше өсөн” тигән Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙылар. Эштә ул гел ҡап-ҡара булып майланып-бысранып бөткән кейемдә йөрөй, ә сәхнәгә матур костюмда баҫҡас, бик ирмәк булғайны”, — тип хәтерләне тол ҡатын.

Депутат менән осрашыу

Ире һәләк булды, бала йыш ауырый, ә бурыс өйөлә лә өйөлә. Ситтән ярҙамға өмөтөн өҙгән ҡатын матди ауырлыҡтар кисерә. Мәләүез районында йәшәгән апаһы: “Байғусҡаров тигән депутат бар. Ана шуға барып ҡара, ул ысынлап та проблемаларҙы хәл итә, ҡайһы берәүҙәр кеүек ҡоро һүҙ һөйләмәй”, – тигән кәңәш бирә. Эльвираның вазифа биләүселәргә ышанысы кәмегән була, әммә яҙмыш уны үҙе депутат менән осраштыра.
– Быйыл 18 мартта Рәсәй Президентын һайлауға улым менән бергә барғайным. Шунда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров халыҡты ҡабул итеү ойошторған икән, тигән хәбәр ишеттем. Ҡыҙыҡһынып һораш­һам, бер ниндәй кәртәһеҙ ҡабул итеүгә эләгеп була икән. Ни булһа ла булыр, тинем дә уға зарымды һөйләргә йөрьәт иттем. Депутат янына улым менән бергә индек. Ҡаушай-ҡаушай хәлемде бәйән иткәс, Зариф Закир улы: “Суд булған, ул һеҙҙең файҙаға тамамланмаған, тимәк, закон буйынса бер нәмә лә тейеш түгел, ләкин кешелеклелек күҙлегенән сығып ярҙам итергә тырышырмын”, – тине. Депутат бер ниндәй ҙә вәғәҙә бирмәне, әммә ихлас тыңлауы, күҙгә тура ҡарап тыныс ҡына һөйләүе ышаныс бирҙе. Быға тиклем янып-көйөп йөрөгән күңелем тынысланды ла ҡуйҙы. Һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булырмы-юҡмы тип тә хафаланманым. Улым сит кешеләргә бик үк ылығып бармай, әммә Зариф Байғусҡаровты шунда уҡ оҡшатты. “Һәйбәт кенә олатай” тип ҡуйҙы ул һуңынан.
Ике аҙнанан миңә, “мөрәжә­ғәтегеҙ Свердловск өлкәһенә “УГМК-Холдинг” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең генераль директорына ебәрелде”, тигән хат килде. Ә тағы өс аҙнанан быға тиклем хәлемә инергә теләмәгән етәкселәрҙән “фатир өсөн ҡалған бурыс предприятие иҫәбенән ҡаплана” тигән яуап алдым! Зариф Байғусҡаров намыҫлы кеше икән, мине аңлағаны һәм ярҙам иткәне өсөн рәхмәтлемен! – әңгәмәбеҙ барышында Эльвира беренсе тапҡыр йылмайып ебәрҙе.
Бөгөнгә ипотека ҡапланған, фатир законлы рәүештә Эльвира исеменә яҙҙыртылған.
– Фатир килешеүе төҙөгәндә иптәшем, ҡасан ғына бурысты ҡаплап бөтөп, тулы хоҡуҡлы өй хужаһы булырбыҙ инде, тип хафаланғайны. Мин уға яуап итеп: “Күр ҙә тор, ваҡытынан алда ипотеканан ҡотолорбоҙ”, – тигәйнем. Шул һүҙҙәрем тор­мошҡа ашты, тик ҙур ҡайғы хаҡы менән... Яныбыҙҙа ҡәҙерле кешебеҙ юҡ, – тип ҡатын йәнә күҙ йәштәрен һөрткөләне. Шул саҡ көләкәс малай яныбыҙға йүгереп килде лә телгә килде:
– Атайым өйҙә бит ул! Ысын! Тик ул күктәге өйҙә...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873