Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Билдәһеҙ һаҡламға “ҡыҙыл ут”

Илдә сертификат йә һаҡлау кенәгәһе күрһәткән сит кешегә ҡағылышлы банк хеҙмәттәре тыйыла. Хәҙер бындай документ тик аныҡ граждан исеменә теркәләсәк. Етмәһә, физик шәхестәрҙең һаҡламын страховкалау сараһы ла мотлаҡ буласаҡ.

Был закон 1 июндән үҙ көсөнә инде. Яңылыҡтың сәбәбе билдәле: “күләгәле” килемгә, коррупцияға, террорсылыҡты финанслауға ҡаршы көрәш. Элек ошондай ҡиммәтле ҡағыҙ хужаһының һәм, уны күрһәтеп, ҡулаҡсаға әйләндерергә йә башҡа иҫәпкә күсерергә теләгән кешенең генә шәхесе асыҡлана, ә был аҡса әйләнешендә ҡатнашҡан башҡаларҙың кем икәнен белеү мотлаҡ түгел ине. Һөҙөмтәлә финанстың ҡайҙа һәм ниндәй маҡсатта тотонолғаны ла билдәһеҙ булды.

Кибербурға төрмә янай

Ҡанун сығарыу органдары банк иҫәптәренән һәм электрон янсыҡтарҙан аҡса урлаған енәйәтселәргә ҡарата язаны ҡәтғиләндерә. Шул рәүешле кибербурлыҡҡа ҡаршы көрәш алып барыла.


Мутлашыусыларға ниндәй яза биреләсәк һуң? Мәҫәлән, банк картаһындағы байлыҡҡа “айыу майы” һөрттөң икән, 100 меңдән алып 500 мең һумғаса штраф түләтәсәктәр. Уны түләргә хәлеңдән килмәһә, башҡа ысулды һайларға мөмкин: йыл ярымғаса иркеңде сикләп, биш йылға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итәсәктәр. Иң ҡаты яза – йыл ярымға хәтлем иркеңде сикләп, 80 мең һум штраф түләтеү һәм алты йылғаса төрмәгә ултыртыу.
Банк картаһынан аҡса урлау киң тарала бара. Ә бының өсөн иң күбе дүрт айға иректән мәхрүм итәләр ине.
Юғары технологияларҙы ҡулланып, хакер һөжүм итеүе, социаль инженерия алымдары һөҙөмтәһендә банк клиенты үҙе үк аҡсаһын енәйәти төркөм иҫәбенә күсерә йә шәхесе тураһындағы серле мәғлүмәтте, карта мәғлүмәттәрен, паролдәрҙе асып һала. Был граждандарға ла, финанс учреждениеһына ла ҙур хәүеф менән янай.

Йәшерен һатып алыусы

Хәҙер “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре банк, кафе, магазин клиенттарының ялыуҙарын бюджет аҡсаһына контроль һатып алыу үткәреп тикшерәсәк.


Ғәҙәттә, уның хоҡуғын боҙған осраҡта, алдаһалар, һатып алыусы үҙе дәлилдәр йыйып тапшырыр булды. Хәҙер инде контроллек иткән ведомствоға ҡулланыусы хоҡуғын боҙоу осрағы тураһында хәбәр итеү ҙә етә. “Роспотребнадзор” вәкилдәре мотлаҡ сара күрергә тейеш.
2004 йылға тиклем дә дәүләт сауҙа инспекцияларының шундай хоҡуғы бар ине. Һәм һатыусылар тикшереүселәрҙән уттан ҡурҡҡандай шөрләне.
Ялыу килгәс, бер төркөм ведомство хеҙмәткәрҙәре урынға барасаҡ. Ике шаһитты йәлеп итеп, тикшереү процесын видеоға төшөрөп, тәртип боҙоу осрағы хаҡында прокуратураға хәбәр итәсәктәр. Ҡайһы бер мәлдә үҙҙәре яза ҡарары сығарасаҡ, етди хәлдәрҙә эште суд ҡарамағына тапшырасаҡтар.

ВТБ-ға кил!

ВТБ банкы тәүге тапҡыр иҫәп асҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары өсөн яңы акция ойошторҙо. Был махсус тәҡдим клиенттарға бушлай иҫәп асыуҙан, дистанциялы хеҙмәтләндереүгә тоташтырыуҙан, электрон имза асҡысы биреүҙән ғибәрәт.


Финанс учреждениеһы йәнә ҡайһы бер хеҙмәтләндереү төрҙәре сиктәрендә өс ай ташламалы эш алып барыуҙы тәҡдим итә. Атап әйткәндә, банк иҫәбенән бушлай файҙаланыу, аҡса күсереүҙе комиссия түләменән азат итеү.
Был ташламаларға дәғүә иткән кешеләргә банктың интернеттағы сайтында махсус заявканы тултырырға йәки ойошмаларҙы хеҙмәтләндергән банк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ришүәт рекорды

Миллионлап ришүәт алыусыларға өйрәнеп бөттөк шикелле. Һәм бына Рәсәйҙә коррупция осрағының яңы “рекорды” теркәлде. Был юлы һүҙ илдең Оборона министрлығы хеҙмәткәрҙәренә яһалған тәҡдим тураһында бара.


Эшҡыуар Алексей Калитинға асылған енәйәт эшендә телгә алынған ришүәт суммаһы 368 миллион һумдан 648 миллионғаса үҫте. Йүнсел былтыр яҙ тотолғайны. Уның фирмалары хәрбиҙәрҙе кухня, икмәкхана йыһаздары, цистерналар һәм башҡа төрлө техника менән тәьмин итә. Билдәле бер “бүләк суммаһы”на Оборона министрлығы хеҙмәткәрҙәре тап Калитин компаниялары менән килешеү төҙөгән.

Иң байҙары – металлургтар

Билдәле “Форбс” журналы иң хәлле Рәсәй эшҡыуарҙары исемлеген яңыртты. Унда 200 миллионер һәм миллиардер ингән. Һуңғы бер йыл эсендә уларҙың дөйөм килем суммаһы бер аҙ артып, 485 миллиард доллар тәшкил иткән. 96-нан 106-ғаса миллиардерҙар һаны ла үҫкән.


Рейтинг башында Яңы Липецк металлургия комбинаты хужаһы Владимир Лисин тора (байлығы 19,1 миллиард доллар тип баһалана). Ул 2010 һәм 2011 йылдарҙа ла лидер булғайны. Икенсе урында – “Северсталь” компанияһынан Алексей Мордашов (18,7 миллиард). Тәүге унау иҫәбендә йәнә өс “металлург”: “Нориль никеле” компанияһынан Владимир Потанин (15,9 миллиард), “РусАл”дан Виктор Вексельберг (14,4 миллиард), “Металлоинвест”тан Алишер Усманов (12,5 миллиард). Усманов әфәнденең телекоммуникациялар холдингы өлкәһендәге мал-мөлкәте 2,7 миллиард долларға кәмегән дә әле.
Ә бына былтырғы лидер – “Сибур” һәм “Новатэк” хужаларының береһе Леонид Михельсон бер йыл эсендә 400 миллион долларын юғалтып, 18 миллиард доллар менән өсөнсө урынға ғына сыҡҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә