Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәнәкселәрҙең “башҡорт короле”н яҡлап сыҡҡаны
Һәнәкселәрҙең “башҡорт короле”н яҡлап сыҡҡаны1917 йылдың ноябрендә иғлан ителгән һәм 1919 йылдың мартында Совет власы тарафынан танылған Башҡорт Республикаһы, ул ваҡыттағы берҙән-бер милли автономия булараҡ, теләһә-теләмәһә лә, үҙенең барлығы менән үҙенә күршеләш РСФСР субъекттарына, айырыуса Өфө губернаһына ныҡ йоғонто яһай. Совет Рәсәйенең башҡа өлкәләренән айырмалы, “Автономиялы Башҡортостан” властары үҙаллы иҡтисади сәйәсәт алып бара: бында продразверстка ла, “хәрби коммунизмдың” башҡа вәхшилектәре лә күҙәтелмәй, шәхси предприятиелар эшләп килә, ирекле сауҙа була. Бер һүҙ менән әйткәндә, баҙар иҡтисады хөкөм һөрә. Бындай шарттарҙа күрше өйәҙҙәрҙең крәҫтиәндәре БАССР составына инергә атлығып тора. Мәҫәлән, 1919 йылдың 20 декабрендә Өфө аҙыҡ-түлек комитеты ултырышында “Тотош ауылдарҙың Башҡорт Республикаһына ҡушылыуы тураһында Губерна ревкомына еткерергә (…). Надеждин, Свято-Троицк, Төрөшлө һәм Нуғай улыстары крәҫтиәндәрен мәжбүр итеү өсөн кисектергеһеҙ саралар күрергә кәрәк” тигән ҡарар ҡабул ителә (Образование БАССР. Сборник материалов и документов. Уфа. 1959. С.362).

Башҡорт Республикаһы факторы

Һәнәкселәрҙең “башҡорт короле”н яҡлап сыҡҡаныҮрҙә күрһәтелгән улыстар халҡын башлыса рустар тәшкил итә, шуға ла уларҙың Башҡортостан составына инергә тырышыуын иҡтисади сәбәптәр менән аңла­тыр­ға мөмкин. Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең татар ауылы Миәкәтамаҡ халҡы­ның да “1919 йылдың 29 декабренә тиклем Башҡорт Республикаһына инергә” ти­гән ҡарар сығарып, хатты Стәрлета­маҡ­ҡа ебәреүен дә ошоноң менән аңла­тырға була (шунда уҡ: 363-сө бит). Өҫтә­үенә татарҙар Башҡортостанды “мосолман штаты” булараҡ ҡабул итә, шуға ла динде ҡыҫырыҡлаған “РСФСР-ҙан айырылып сығырға” теләүҙәре аптыратмай.
Бөрө, Бәләбәй, Бөгөлмә, Минзәлә өйәҙҙәре башҡорттарына килгәндә, уларҙы Башҡортостанға милли тойғолар, ватансы­лыҡ хистәре ҡушылырға этәрә. Ауылдарын БАССР-ҙың Туҡ-Соран кантоны составына ҡушыуҙарын һораған Быҙаулыҡ өйәҙе сыуаштары “башҡорттар менән туғандаш булыуҙарын, башҡортса аңлауҙарын, шуға күрә рустар менән түгел, ә башҡорттар менән йәшәүҙе отошло күреүҙәрен иҫбат­лай” (Волга буйында крәҫтиәндәр хәрә­кәте. 361-се бит). “Һәнәк яуы”, уның менән бергә ауыл сходтарында Башҡорт Респуб­ликаһына ҡушылыу тураһында бер-бер артлы ҡарарҙар ҡабул ителә башлағас, Совет хөкүмәте фетнәне Башҡорт хөкүмәте сығаралыр тип шикләнә.
1920 йылдың 17 февралендә Ленин, Каменев, Крестинский ҡатнашлығында РКП(б)-ның Политбюро ултырышында башҡорт лидерҙарын ҡулға алыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, әммә ул тормошҡа ашырылмай – башҡорт ғәскәрҙәре был ваҡытта Польша фронтына юлланған була, ә Башҡортостанда 13 меңлек төркөм, өҫтәүенә Ырымбур янындағы Ҡарғалы ауылында Муса Мортазин бригадаһының ике полкы тора. Башҡорт юлбашсыларын ҡулға алыу кире эҙемтәләргә килтерер ине. Шулай ҙа, ихтилалсыларға ҡушылып китеүҙәренән ҡурҡып, Бәләбәйҙәге һәм Шишмә станцияһындағы башҡорт частары бойороҡ менән Өфө губернаһы сиктәренән йыраҡлаштырыла.

“Башҡорт короле” өсөн!

Һәнәкселәрҙең “башҡорт короле”н яҡлап сыҡҡаныБөрө һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендә ҡораллы күтәрелеш Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙ­ҙәрендәге ихтилалсылар хәрәкәте менән бер үк ваҡытта тиерлек башлана. Әммә бында ул үҙаллы, “Халыҡ Армияһы” һәм “Йәшел Армия” штабынан тыш алып барыла. Ихтилалсылар үҙҙәрен “Ҡара Армия”, йәғни “Ҡарағош” армияһы тип атай. Әммә был “армияларҙың” төрлө төркөм­дәре араһында, һис шикһеҙ, бәйләнеш булған. Бәләбәйҙәр араһында, Әхмәтзәки Вәлиди ғәскәр башында Шишмә стан­цияһына ихтилалсыларға ҡушылырға килә, тигән ялған мәғлүмәт таралғас, был турала шунда уҡ Бөгөлмә өйәҙендә билдәле була. Мәҫәлән, Әлкәй (Татарстандың Аҙнаҡай районы Әлкәй ауылы) штабы коменданты Ибраһимов 22 февралдә халыҡҡа мөрәжәғәт яҙа: “...от Заки Валеева (йәғни Әхмәтзәки Вәлиди – авт.) письмо получили. Они (башҡорт ғәскәрҙәре – авт.) тоже направляются на ст. Чишмы. Все народы составляют тайные приговоры и направляют (…). Народ, подумай, (…) уничтожают церкви и мечети. Коммунистов давайте скорее кончим…”.
Бөгөлмә өйәҙендәге ихтилал тураһында һөйләгәндә, Һамар губернаһы башҡарма комитеты вәкиле Титов: “Теге йәки был ауылға баҫып ингәс, баш күтәреүселәр сход йыйып, унда, армияһы менән Зәки Вәлиди артыбыҙҙан килә, ул килгәнсе бөтөн коммунистарҙы ҡырып бөтөрөргә мөмкин тип һөйләй”, – тип күрһәтә (Волга буйында крәҫтиәндәр хәрәкәте. 393, 397-се биттәр).
Бәләбәй өйәҙендә Соҡаҙытамаҡ улысы (хәҙерге Туймазы районы) ихтилал үҙәгенә әүерелә. Бында “контрреволюцион агита­торҙар, Башҡорт Республикаһының мәғәнәһен үҙгәртеп күрһәтеп, унда коммунистар булмаясаҡ, халыҡ ирекле йәшәйәсәк, тип башҡорт короле Зәки Вәлидов өсөн халыҡты өндәп йөрөй”. Сығанаҡтар, 1920 йылдың 15 февраленә ихтилал әҙерләнә, тип хәбәр итә һәм фетнә етәкселәренең исемдәрен атай – был Ҡандра-Ҡотойҙан Шакиров мулла, Ҡаҙаҡлар-Ҡобауҙан (Бүздәк районы) “уның ярҙамсыһы пономарь” (йәғни мәзин) Фәррәхетдин. “Ғөмүмән, – тип дауам итә информатор, – һәр ауылда етәкселәр бар ине, шуларҙан Ҡандра-Күлдән сауҙәгәр Яҡуп Йосоповты, Ҡандра-Төмәкәйҙән Хажғәлене, Балтайҙан Хәмиҙулла Хәбибуллинды хәтерләйем...” (НА РБ. Ф.1832. Оп.4. Д.305. Л.116–117). Иҫке Турай (Йәрмәкәй районы), Юғары Бишенде һәм Соҡаҙытамаҡ улыстарында “ошондай ҡарарҙар сығарыла: бөтһөн коммунистар һәм Ҡыҙыл Армия, үҙенең армияһы менән байтаҡ губерналарҙы алған һәм бында килергә сыҡҡан Башҡорт короле өсөн” (Волга буйында крәҫтиәндәр хәрәкәте, 412-се бит).
Ярҙамға килергә сыҡҡан “башҡорт короле” етәкселегендәге ғәскәр тураһындағы имеш-мимешкә нимә сәбәп булған һуң? Һүрәтләнгән ваҡиғалар мәлендә Әхмәтзәки Вәлиди Мәскәүҙә була. Тыуған яҡҡа ҡайтырға сыҡҡас, Өфө губернаһына был турала хәбәр тарала: “Мәскәүҙән ҡайтып килгәндә бөтә ерҙә лә, минең менән осрашыр өсөн станцияларҙа халыҡ йыйыла, тип иҫкәртә килделәр. Ысынлап та, юлда ҡалған һәр ауылда байрам табыны ҡороп, мине көтәләр ине. Татар ауылдарында ҡыҙылдарға ләғнәт уҡыйҙар, Ҡиәмәт көнө еткән кеүек халыҡ йыйылып китә. “Присоедини нас к Башкортостану, освободи, защити, мобилизуй сыновей в войско!” — взывали ко мне и приглашали в свои дома” (Заки Валиди Тоган. Воспоминания. Кн.1. Уфа: Китап, 1994..337-се бит). Тап ошо осрашыуҙарҙың башҡорт ғәскәрҙә­ренең баш күтәреүселәргә ярҙамға ашығыуы тураһындағы имеш-мимешкә сәбәпсе булыуы ихтимал.
Асылда башҡорт автономиясыларының сәйәси хәле көрсөккә килеп терәлгән була. ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетына вәлидовсыларҙы күҙәтеү өсөн ҡуйылған, шуға ла уларҙың эшенә һәр даим аяҡ салған ағзаларҙы Башревком рәйесе Харис Йомағолов ҡулға алғас, 1920 йылдың ғинуарындағы ошо низағ Башҡорт Республикаһының киң автономия форматындағы киләсәген шик аҫтына ҡуя. Башҡорт ғәскәрҙәре Польша фронтына юллана, уның менән бергә республиканы һаҡларлыҡ һуңғы реаль көс тә китә. Бөтә хоҡуҡтарын тартып алған 1920 йылдың май декретына өс ай ваҡыт ҡала, шуға ла Әхмәтзәки Вәлиди Кремлгә лояллек күрһәтергә мәжбүр була. 1920 йылдың 2 мартында РСФСР-ҙың Реввоенсовет рәйесе Л.Д. Троцкий “мосолман ихтилалына ҡушылып китеү ихтималлығы булған башҡорт частары булыуы тураһында иҫкәр­тә”. Быға “Вәлидов оҙон аңлатма менән яуап бирә, бер башҡорт та (һалдат­тар) Совет власына ҡаршы сығыш яһамая­саҡ, тип вәғәҙә бирә, ихтилалсыларҙы тынысландырыу өсөн башҡорт часын тәҡдим итә” (Волга буйында крәҫтиәндәр хәрәкәте. 400-401-се биттәр).
Фетнәне баҫтырыуҙа ҡатнашырға әҙер булыуын белдереп, Әхмәтзәки Вәлиди Совет власына тоғро булыуын күрһәтеүҙән тыш, Башҡортостанда ҡораллы ғәскәрҙең бер өлөшөн булһа ла һаҡлап ҡалырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ғәскәрҙәрен ихтилал сыҡҡан райондарға ебәреп, атыш сығармайынса, мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошто туҡтатырға теләй, ләкин большевиктар икенсе төрлө фаразлай.

Бөрө, Бәләбәй һәм Өфө өйәҙҙәрендәге ихтилалдар

Һәнәкселәрҙең “башҡорт короле”н яҡлап сыҡҡаныӨфө ревкомы рәйесе Борис Эльцин 1920 йылдың мартында Өфө парткон­ференцияһында ошондай доклад менән сығыш яһай: “Интереснее всего то, что восставшие – мусульманская часть населения (…). Мусульманский мир начинает пробуждаться”. Ысынлап та, ихтилалдың рухи юлбашсыларының береһе булған Бәҙретдин ишан мосолмандарҙы һуғышҡа (джихадҡа) өндәй: “Бөтөн көстө туплап, дин өсөн изге һуғыш башларға кәрәк (...). Бер динһеҙҙе – коммунисты юҡ итеү Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡәберенә зыярат ҡылыуға бәрәбәр...” (НА РБ. Ф. 1832. Оп.4. Д. 305. 62-се бит). “Ҡара Армияның” Баҡалы штабы өндәмәһендә “дини христиандар һәм мосолмандарҙан” коммунис­тарҙы юҡ итеү һорала.
Ихтилалсыларҙың Бәҙретдин ишан менән бер рәттән тағы бер рухи юлбашсыһы булараҡ, евангелист Василий Тимофеев сығыш яһай. Баш күтәреүселәр отрядтар ойоштороп, өс яҡтан – төньяҡтан (Бөрө өйәҙе), көнбайыштан (Минзәлә өйәҙе) һәм көньяҡ-көнбайыштан (Бәләбәй өйәҙе) – Өфөгә йүнәлә. 1 мартта Өфөлә хәрби хәл иғлан ителә. Сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, баш күтәреүселәрҙе Колчак дәүләте территорияһынан ҡайтҡан элекке офицерҙар етәкләй. Запас армия ғәскәр­ҙәренең 1-се төркөмө командующийы Горбунов: “На новом фронте движение повстанцев было под флагом “Черного Орла” и носило политическую окраску, явно контрреволюционную. Штабом “Черного Орла” издавались прокламации с призывом к борьбе за Учредительное собрание (…). Во главе штаба “Черного Орла” стояли некто Терехов и оренбуржец — бывший колчаковец Вальев (…). Среди населения ходили слухи, что взята Уфа и железная дорога на Бирск, в Казани бунт, что башкирские красные войска присоединились к повстанцам и прочий вздор”, – тип яҙа. Баш күтәреүселәр араһында “мосолман халҡын винтовкалар һәм револьвер­ҙар менән ҡоралландырған немец колонистары ла бар”.
4 мартта 10 мең баш күтәреүсе аттарҙа һәм йәйәү 150 винтовка һәм ике пулемет менән Мәскәү, Ляпустин һәм Елдәк ауылдары яғынан (Дүрт­өйлө районы) Бөрөгә юллана. Быны күреп, Бөрө большевиктары Пичугин менән Чернядьев ҡурҡыштарынан халыҡҡа ошондай мөрәжәғәт менән сыға: “Товарищи крестьяне!.. В некоторых волостях, главным образом, с мусульманским населением, кулацким элементом, дезертирами, вернувшимися из Сибири белобандитами поднято восстание против Советской власти, причем невежественные, одураченные башкирские орды, выдавая себя за черную армию, громят население, избивают своих же учителей и учительниц, советских служащих, библиотекарей, коммунистов и сочувствующих (…). Такое безумное выступление озверелой башкирской толпы рассчитано на то, что сознательное крестьянство под давлением повстанцев, очертя голову, примкнет к бунтовщикам. Товарищи! Не нужно крови!” (НА РБ. Ф. 954. Оп.1. Д.96. 208-се бит).
Бәләбәй йүнәлешендә хәлдәр тағы ла хөртөрәк. Бәләбәй өйәҙе исполкомы рәйесе П. Клюев Өфөгә былай тип хәбәр итә: “…Банды восставших находятся в 64 верстах от Белебея (...). Согласно захваченного приказа повстанцы имеют целью двинуться на Чишмы, якобы для соединения с ожидающим их там Закием Валидовым. Население, в особенности кулаческое и башкирское, встречает эту банду везде восторженно. По занятии местностей, они мобилизуют всех и гонят вперед, имеют много сборной кавалерии…” (НА РБ. Ф. Р-1. Оп.3. Д.83. Л.24).
1920 йылдың 1 мартына ҡараған төндә совет ғәскәрҙәре Бәләбәйҙе ҡалдыра. Был хәбәрҙе ишетеп ярһыған Л.Д. Троцкий Екатеринбургтан Төр­көстан фронты Реввоенсоветына асыулы телеграмма һуға: “Временная сдача Белебея почти невооруженным бандам представляет собой факт неслыханного позора…” Ихтилал баҫ­тырылғандан һуң, ныҡлы тикшереүҙәр башлана, үрҙә күрһәтелгән Клюев Бәләбәй өйәҙендәге ихтилал сәбәп­тәре тураһында ошолай яҙа: “…С одной стороны слабая работа партии (...), и, главным образом, контрреволюционная агитация, ведущаяся под лозунгом присоединения к Башкирской республике...” (Волга буйында кәрҫтиәндәр хәрәкәте. 406-сы бит).

Ихтилалдың тар-мар ителеүе

Өфө губернаһы етәкселеге ҡаушап, албырғап ҡала. Ихтилал башланған көндәрҙә үткән РКП(б)-ның Өфө ойошмаһы конферен­цияһында иптәш Артем (Сергеев) ҙур үкенес менән былай ти: “...Замечается полное разложение советской власти, как в самих советах, так и в войсках. Полный паралич власти. Здесь нет слоев, поддерживающих советскую власть. Мы представляем из себя каких-то бонапартиков, оторванных от масс. В Уфимской губернии мы получили полный политический провал”. (Волга буйында крәҫтиәндәр хәрәкәте. 419-сы бит).
Шул уҡ ваҡытта хәрби власть иҫенә килә. Әүәлге Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары (БОНВ) ағзалары, хәҙер Чеверев отряды ҡыҙылармеецтары, асыҡтан-асыҡ янауға күсә: “…Рука Чеверева и его отряда не дрогнет перед “деревянной” кавалерией разных Черных армий (…). Поэтому решительно заявляем всем проходимцам, повстанцам-башкирам, а равно и русским несмысленным людям — оставьте вашу глупую затею (…). Помните, что своим восстанием вы погубите десятки коммунистов и советских работников, сами же поляжете тысячами, — и это будет для вас самая справедливая расплата…” шулай килеп сыға ла. Республиканың эске һағы ғәскәрҙәренә ҡараған Өфө ғәскәрҙәре начальнигы Ю.Ю. Аплок бөтә көстәрҙе берләштерә. Кавалерия дивизионы төҙөп, бөтөн көстәрҙе – 50 пулемет һәм дүрт орудиеһы менән бергә 7 213 штык һәм 347 ҡылыс иҫәпләнгән 15 батальонды баш күтәреүселәргә ҡаршы йүнәлтә. Артабан ул Өфөнөң һәм губернаның коммунистарын хәрби хеҙмәткә саҡы­рып, шулай уҡ республиканың эске һағы ғәскәрҙәре һәм Губерна хәрби комиссариаты ғәскәрҙәре частарын ҡушып, махсус тәғәйен­ләнештәге отряд төҙөй һәм уны фронтта ҡатмарлыҡтар булғанда йәки Башҡорт Республикаһы күтәрелә ҡалған осраҡта ышаныслы резерв булараҡ ҡулланырға ниәтләй (НА РБ. Ф.954. Оп.1. Д.96. Л.386).
Агентура мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 268 винтовкаһы һәм ике пулеметы булған 25 800 кешенән торған ихтилал­сылар Өфөнөң төньяғы һәм төньяҡ-көнба­йышында 20 саҡрым алыҫ­лыҡта тора. Был ваҡытта көньяҡ-көнба­йыштан баш күтәреүселәрҙең тылына Төркөстан фронты частары һөжүм итә. “Получив удар в тыл, восстание лопнуло как мыльный пузырь”, – тип хәбәр итә Төркөстан фронты штабына 2-се дивизия командиры Карпов (НА РБ. Ф. 1832. Оп.4. Д. 305. Л 5-6). 1920 йылдың 13 мартына баш күтәр­гән отрядтар тулыһынса тар-мар ителә.

Ихтилал һөҙөмтәләре

“Һәнәк яуы” йәки “Ҡарағош” ихтилалы ҡыҫҡа ваҡытлы була – ни бары ике ай дауам итә. Әммә аяуһыҙлығы менән “антоновщина” тип аталған бер йыл самаһына һуҙылған Тамбов ихтилалынан ҡалышмай. Эш шунда: “антоновсылар” күпкә ойошҡаныраҡ һәм ҡоралланғаныраҡ була. Уларҙан айырмалы, “һәнәкселәр”гә этник йәһәттән берҙәмлек етмәй, шуға ла маҡсаттары һәм бурыстары ла айырыла. Уларҙы бер нәмә – большевиктарҙың иҡтисади һәм дини сәйәсәтен өнәмәү генә берләштерә.
“Һәнәк яуы”ның, йәғни “Ҡара­ғош” ихтилалының, тарихи әһәмиәтенә килгәндә, уның Урал-Волга буйы рес­публикаларының милли-дәүләт ҡоро­лошо тари­хындағы етди әһәмиәтен әйтергә кәрәк. Крәҫтиәндәр хәрәкәте халҡының бер өлөшө – Башҡорт Республикаһына, икенсеһе ойош­торолорға әҙерләнгән Татар АССР-ына тартылған Өфө губер­наһының тормошҡа һәләтһеҙ булыуын күрһәтте. Ахыр сиктә был губерна РСФСР-ҙың өс субъекты – БАССР, ТАССР һәм Силәбе губернаһы араһында бүленде.


Һәнәкселәрҙең “башҡорт короле”н яҡлап сыҡҡаныХалҡыбыҙҙың күренекле шә­хесе, тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, Баш­ҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республи­каһы­ның Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбир­ҙин исемендәге премиялары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин ошо көндәрҙә үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан уны күркәм байрамы менән тәбрикләйбеҙ.
Салауат Хәмиҙуллин 1968 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. 1991—1992 йылдарҙа “Истоки” гәзите хәбәрсеһе булып, 1991 йылдан Башҡортостан дәүләт радио-телекомпанияһында телевидениеның йәштәр редакцияһы мөхәррире, “Йәшлек”, “Яңылыҡтар” редакциялары хәбәрсеһе, “Ғилем”, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ижад берекмәләре мөхәррире, танып-белеү һәм тарихи тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, торараҡ танып-белеү тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе булып эшләй.
Бөгөн милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр төбәктә Салауат Ишмөхәмәт улын яҡшы беләләр. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабы авторҙарының береһе булараҡ, ул халҡыбыҙҙың үткәнен, шәжәрәһен өйрәнеүгә, танып-белеүгә ҙур өлөш индерҙе. Уға киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған эшенең һөҙөмтәһен күреп, яңы үрҙәр яулауын, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты хеҙмәткәрҙәре.

САЛАУАТ

Замандашым Салауат Хәмиҙуллинға.

Һары ҡондоҙ менән Көҫәнденең
Буйлап үтәм әле ярҙарын.
Нисәмә ҡат ошо ерҙә, халҡым,
Йәшең йотоп, яра яланың?..

Ағын һыуға серең һөйлә, тиҙәр, –
Серҙән ташҡан инде Көҫәнде.
Нисә быуат ошо исем менән
Ҡәүем тоғролоғо үлсәнде.

Һыуға һөйләп, эсе бушамағас,
Күҙҙән ҡасып халыҡ һыҡтаған:
Йөрәгендә Уны йөрөтмәгән
Юҡ бер ата-бабам,
Юҡ туғаным минең,
Юҡ ағам.

Урмандарға сығып илағандар –
Гәлсәр булып ҡатҡан күҙ йәше.
Уралыңда гәлсәр тапһаң, тыңла –
Ул: “Салауат!” – тиеп өндәшер.

Уйым-уйым ятҡан шул йәштәрҙән
Ҡәлғә һалайыммы халыҡҡа?
Саф бер һәйкәл булып торһон, әйҙә,
Азатлыҡҡа,
Рухҡа,
Хаҡлыҡҡа!

Урал йөрәгендә ҡатҡан йәштәй,
Тау гәлсәре торһон иҫкәртеп –
Изге яуға сыҡҡан ысын батыр
Тик башҡортта ғына үҫкән тип!

Салауаттар илдә тыуып торор,
Тик һаҡлай күр, халҡым, иманым!
Урал урманында гәлсәр табып,
Мин бөгөн дә ҡасып иланым!..

Лариса АБДУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872