Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Никах килешеүе кемгә кәрәк?
Никах килешеүе кемгә кәрәк?Бәхетле йәмғиәттә йәшәйбеҙ, ни тиһәң дә. Һәр хәлдә: “Мин һине 100 процент яратам, ә һин 30 процент та яратмайһың. Хаҡын компенсацияла!” – тигән ғәйепте ишеткәнебеҙ юҡ, Аллаға шөкөр. Мөхәббәттең хаҡы – уға тиң мөхәббәт кенә! Ә ул йә бар, йә юҡ. Уның 100 процентының күпме торғанын берәү ҙә һанамаған, уныһына ла шөкөр. Юҡһа йәмғиәтебеҙҙән ямаулыҡтар ғына ҡалыр ине.

Уның ҡарауы, Көнбайыш Европа илдәрендә өйләнешер алдынан никах килешеүе төҙөү — ғәҙәти ғәмәл. Статистика буйынса АҠШ-та һәм Евросоюзға ингән илдәрҙә йәшәгән никахлашыусыларҙың 70 проценты өйләнешер алдынан ошондай килешеү төҙөй. Йәнәһе, ул киләсәктә тишек кәмәлә ҡалмаҫыңды, тейешле мөлкәтеңде “умырып” алырыңды гарантиялай. Ә балалар, ғаилә ҡиммәттәре? Дөрөҫ тәрбиә биреү – тынғыһыҙ хеҙмәт. Тәрбиә емеше матур киләсәккә гарантия була алмаймы ни?
Башҡорттарҙа ғаилә ҡороу элек-электән иң изге ғәмәл һаналған, туйға ҡыҙ һәм егеттең туғандары ентекле әҙерләнгән. Бер туйҙа ғына әллә күпме йола башҡарылған. Милли рухлы ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың күп булыуы һөйөндөрә, әммә өйләнер алдынан айырылыу хаҡында уйлаусылар ҙа осрап ҡуя, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
2003 йылда буйҙаҡтар менән әңгәмә ҡорған саҡта: “Ни өсөн һеҙ 35, 40, 50 йәшкә етеп, һаман өйләнмәй йөрөйһөгөҙ?” – тип өс егеткә мөрәжәғәт иткәс, берәүһенең: “Өйләнерһең дә, аҙаҡ айырылышһаң, мөлкәтте бүлешергә тура киләсәк бит”, – тигән яуабы аяҡтан йыға яҙғайны.
Ул саҡта егет никах килешеүе тураһында белгән булһа, өйләнер алдынан мотлаҡ ошондай килешеү төҙөр ине, моғайын. Әйтергә кәрәк, бындай килешеү беҙҙә киң таралмаған. Бер төркөм белгестәр Рәсәй ҡануниәтендә никах килешеүе темаһын өйрәнгән һәм бик ҡыҙыҡлы һығымта яһаған. Килешеү нигеҙендә мөлкәтеңә эйә булыу тәртибе тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексына 1995 йылдың 1 ғинуарында өҫтәлгән. Никах килешеүе тураһында бүлеге булған яңы Ғаилә кодексы 1996 йылдың 1 мартынан ғәмәлгә ингән.
Рәсәйҙең Ғаилә кодексының 40-сы статьяһына ярашлы, никахҡа инеүселәрҙең ғаилә ҡороп йәшәй башлаған саҡта йәки ир һәм ҡатындың айырылғанда мөлкәткә хоҡуғын билдәләгән ғәмәл никах килешеүе тип һанала.
Рәсми булмаған статистика буйынса, Рәсәйҙә йәштәрҙең яҡынса өс – ете проценты никах килешеүе төҙөп өйләнешә. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың күбеһе, айырылып, яңынан килешеүһеҙ никахҡа инә. Был нимә тураһында һөйләй? Тормоштарындағы ғаилә ҡороу кеүек матур ваҡиғаны дөрөҫ башламауҙары, барыһын да аҡса менән баһалауҙары хаҡында.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, никах килешеүе кәрәкме? Ошо һорау менән яҡташтарыма мөрәжәғәт иттем.

Рәзинә БИКТАШЕВА:
— Аллаһ һаҡлаһын! Бер-береңде яратып, ҡәҙер итеп йәшәргә, артыңдан яҡты эҙ, нәҫел ҡалдырырға кәрәк. Ә донъя нимә ул? Беҙ бит бында ҡунаҡ ҡына. Бүлешәһеңме, юҡмы – барыбер тороп ҡала. Берәү ҙә теге донъяға үҙе менән йыйған байлығын алып китмәй. Беҙгә ғүмер бирелгән икән – ҡыуанып йәшәйек! Парлы булып йәшәү үҙе бәхет. Элек күпме ир-егет һуғыш яланында тороп ҡалған. Беҙҙең өләсәйҙәр, ирҙәре имен ҡайтһын өсөн, хатта йәнен бирергә әҙер булған. Ә хәҙер шул тиклем ваҡландыҡмы ни?
Асия ӘБДРӘШИТОВА:
— Нимә ул ҡағыҙ киҫәге? Аҡса өсөн өйләнешәләр икән, тимәк, улар алдан уҡ үҙҙәрен бәхетһеҙлеккә дусар итә. Ғаиләләребеҙгә бәхетле, парлы ҡартлыҡ теләйем!
Ә һеҙ әйтелгәндәр менән килешәһегеҙме?

Баймаҡ ҡалаһы.


Автор: А. ИҘЕЛБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә