Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милләт әсәһе Бәндәбикә өлгөһөндә
Милләт әсәһе Бәндәбикә өлгөһөндәБыйылғы яҙ ниңәлер моңһоу булып, кеше күңеленә шомлоҡ биргәндәй килде. Ҡояштың да ялҡауланып, йылытыр-йылытмаҫтай ғына тороуы эсте бошорҙо, әммә май байрамдары үткәс кенә, көндәр әҙерәк йылына төштө.

Республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина етәкселегендә “Бәндәбикә” исеме менән аталған автоколонна райондар буйлап хәйриә сәфәренә юлланды. Утыҙлаған ойошма ағзалары ете еңел автомобилгә, бер “ГАЗел”гә янғындан зыян күргән ғаиләләргә кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек тейәп юлға сыҡты. Сәфәр дүрт районды эсенә алды: Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Күгәрсен. Күгәрсендә иһә Кө­йөр­гәҙе районы вәкилдәре лә ҡушылды. Улар ҙа үҙ бүләктәре менән килгәйне.
Ойоштороусылар автосәфәр алдына ҡуйылған маҡсаттарҙы, йәғни Ғаилә йылында ауыл халҡы менән осрашыу, “Татыу ғаилә — ил ҡото” тигән темаға түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, өлгөлө, күп балалы йәш ғаиләләрҙе тәбрикләү, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырыу, быйыл янғындан зыян күргән ғаиләләргә мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәтеү, медицина һәм юридик ярҙамға мохтаждарға кәңәштәр биреү кеүек изге эштәрҙе атҡарыуға өлгәште. Шулай уҡ һәр районда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә Ҡөрьән сығыу, сәскәләр һалыу, ағастар ултыртыу кеүек миссияларҙы ла үтәне.
Боронғо изге-әүлиәләр ҡәберенә зыярат ҡылыу ҙа планға индерелгәйне, шуға күрә Баймаҡ районында Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберендә аят уҡылды, мәсеттә, уның музейында фатиха ҡы­лын­ды. Хәйбулла биләмәһендә Ғатаул­ла ишанды иҫкә алдыҡ, уға Ҡөрьән сығылды һәм мөнәжәттәр әйтелде. Иҫәнгилде ауылында элекке бағымсы­лар мәктәбен дауам иткән Маһира Шайморатова һәм уның ҡыҙҙары менән танышыу бик фәһемле булды. Бигерәк тә Хәйбулла районында легендалар төйәге булған “Көнһылыу ташы — Таштуғай ҡаяһы”н Таштуғай ауылында күреү үҙе бер тарих булып иҫтә ҡалды. Шул уҡ ваҡытта һәр ауыл, район биләмәһендә бейеү­селәр, йырсылар, мөнәжәт әйтеүселәр, ҡурай уйнаусылар, самауыр сәйен әҙерләү­селәр сығыш­тарын ҡарап, халыҡтың ни тиклем һәләтле һәм эскерһеҙ булыуын, үҙ эшен ихлас башҡарыуын күреп шатландыҡ.
Һәр ерҙә балалар баҡсалары, мәк­тәп, китапханаларҙың торошо тура­һын­да ла һөйләшергә, уҡытыусылар, мәк­тәп директорҙары менән дә әңгә­мәләшергә насип булды. Мәғариф учреждениеларына китаптар бүләк иттек.
Әлбиттә, сәфәребеҙ “Бәндәбикә” исеме менән аталғас, Күгәрсен райо­нындағы Мәҡсүт ауылында XIII быуатта Милләт әсәһе булып, үҙ биләмәһен баҫҡынсыларҙан һаҡлап, ир-егеттәрҙе берләштереп, дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеү өсөн отряд төҙөп бөтә ырыуын ҡурсалап торған Бәндә­бикә кәшәнәһенә айырым туҡталдыҡ. Тарихи шәхестең хөрмәтенә Ҡөрьән сығыу һәм кәшәнәне уратып ағас ултыртыу, шишмәһенә барып самауыр сәйе эсеү ауыл халҡы өсөн дә, беҙгә лә иҫтәлекле ваҡиға булды.
Мәҡсүт мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашыуға ата-әсәләр ҙә, уҡыусы балалар ҙа килде. “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” тигән темаға һөйләшеү, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләү бик урынлы булды. Туйөмбәт ауылында халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның музейында, Хоҙайбирҙин ауылында күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин музейында оло шәхестәребеҙ рухына аяттар уҡылды.
Һәр район сараларға ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгән. Уларҙың һәр береһенең айырылып торған һыҙаттары бар. Халыҡтың матур йәшәргә тырышыуы — һис шикһеҙ, оло батырлыҡ ул. Башҡорттарҙың “ауыҙың тулы ҡара ҡан булһа ла төкөрмә” тигән әйтемен һәр саҡ иҫтә тотоп, уйнай-көлә, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға тырыша, һыр бирмәй милләттәштәребеҙ.
Милләт әсәһе Бәндәбикә өлгөһөндәАуылдарыбыҙ төҙөк, заманса һалын­ған яңы йорттар. Балалар баҡсалары, мәктәптәр, китапханалар хеҙмәткәрҙәр көсө менән йыһазландырылған. Балалар һанын юғалтмау өҫтөндә арымай-талмай эшләгән район етәкселегенең тырышлығы ла күҙгә салына. Был өлкәлә, әлбиттә, ата-әсәләр һәм йәмәғәтселек менән берҙәм, аңлашып эшләү талап ителә. Бигерәк тә атай-әсәйҙәрҙең төптән уйлап эш итә белеүе лә мөһим. Мәктәптәрҙең тулы һулыш менән эшләүендә лә ауыл халҡының роле ҙур. Был иһә ауылдың яҙмышын, кешеләр яҙмышын һаҡлауға тиң. Көнүҙәк мәсьәләне тик бер етәкселек кенә хәл итә алмай, тотош ошо ерлектең халҡы менән берлектә бойомға ашырыу зарур. Уларҙы урындағы милләттәштәребеҙ үҙ ерле­гендә хәл итһә, “Ил төкөрһә — күл бу­ла” тигәндәй, бөтә илдең ҡатмарлы мәсьәләләре лә еңел сиселеш табыр ине.
Һәр кеше, мин бөгөн үҙ ауылымдың торошон яҡшыртыу өсөн ни эшләнем әле, тип үҙенә һорау биреп, яҡшы ғәмәлдәр менән яуап бирһә, әлбиттә, ауырлыҡтарҙы үтеү күпкә еңелерәк тә буласаҡ. Бөгөн ауылдарҙы, мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе тик берлектә, кәңәшләшеп кенә хәл итергә мөмкин.
Биш көн дауам иткән “Бәндәбикә” автосәфәре Ғаилә йылында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың көнитмешен, уларҙың ғаилә тормошондағы ролен, бала тәрбиәләүҙәге урынын ысын мәғәнәһендә билдәләп үтеүҙе лә күҙ уңында тотто. Милләт тотҡаһы булған әсәйҙәрҙең халҡыбыҙға тоғро ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләүгә индергән өлөшөн, ил хәүефһеҙлеген һаҡлаусылар үҫтереүҙәге ролен күрһәтеү ҙә маҡсат итеп ҡуйылды.
Ошондай фәһемле, тәрән мәғәнәгә эйә булған автосәфәрҙә билдәле ғалим­дарыбыҙ Фирҙәүес Хисамитдинованың, Розалия Солтангәрәеваның, Ирина Ҡол­һаринаның ҡатнашыуы һәм улар­ың халыҡҡа файҙалы мәғлүмәттәр еткереүе сәфәргә мәртәбә өҫтәне.
Гөлнур Ҡолһарина тирә-яҡҡа үҙенең батырлығы, аҡылы менән дан тотҡан Ил инәһе Бәндәбикә миҫалында – халҡыбыҙҙы алға әйҙәүсе, һәр яҡлап ҡурсалаусы, яҡлаусы, һаҡлаусы Милләт әсәһе өлгөһөндә эш башланы. Изге шәхестәребеҙҙе иҫкә алып, уларға аят уҡыу бушҡа китмәне — республи­кабыҙҙа күптән көткән ямғыр яуып, халыҡты ҡыуандырҙы. Кешеләр үҙҙә­ренең ҡыуаныстарын телефон аша миңә еткерҙе, изге эшебеҙ һөҙөмтәһенә баһа бирҙе, рәхмәт әйтте.
Файҙалы автосәфәрҙә ҡатын-ҡыҙҙа­рыбыҙ менән осрашып, аралашып йөрөгәндән һуң, үҙҙәренең эштәре, тормошҡа ҡараштары, фекер йөрөтөү­ҙәре менән бөгөнгө тормош талабына яуап бирерлек Бәндәбикәләребеҙ әле лә арабыҙҙа етерлек һәм улар һәр саҡ булыр тигән фекергә килдем.
Изге эш ерҙә ятып ҡалмай. Изге сәфәребеҙ изгелек менән тамамланды. Иншалла. Тик һуңғыһы булмаһын.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары
йәмғиәте ағзаһы.


Гөлнур ҠОЛҺАРИНА,
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе:


– Ил инәһе – Бәндәбикә рухлы башҡорт ҡыҙҙарының мәрхәмәтлек акцияһы илһөйәрлек, телһөйәрлек, иман һәм яҡшылыҡ эшләү ниәтенән башҡарылды. Ғаилә йылының Халыҡ-ара ғаилә көнөндә башланып киткән сарабыҙҙа урындарҙа “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән темаға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр уҙғарҙыҡ, иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамоталары һәм махсус бүләктәр менән тәбрикләнек. Һәр йыйында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, белгестәр кәңәштәр бирҙе, дин әһелдәре – хәҙрәттәр һәм имамдар вағәздәр әйтте.
Үҙ сиратыбыҙҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең һуңғы осорҙағы эшмәкәрлеге, яңы проекттары менән таныштырҙыҡ, “Йәнбикә – тәүге башҡорт ҡатыны” конкурсы, Рабиға Ҡу­ша­ева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы, “Бәндәбикә” проекттары тураһында һөйләнек. Шулай уҡ янғында зыян күргән биш ғаиләгә һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә матди ярҙам күрһәттек.
Райондарҙың хакимиәт башлыҡтары менән һөйләшеп, киләсәктә башҡары­ласаҡ уртаҡ проекттарға нигеҙ ҙә һалынды. Изге Рамаҙан айында халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре рухын иҫкә алып, мохтаждарға ярҙам итеп, халыҡҡа рухи орлоҡтар сәсеп ҡайттыҡ. Киләсәктә лә был мәрхәмәтлек акциялары дауам итәсәк, башланғыстарыбыҙға терәк булған фекерҙәштәребеҙгә һәм дуҫтарыбыҙға ихлас күңелдән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Изгелек һәм яҡышылыҡ булһын ҡылған эштәребеҙ.

Тимерйән РӘЖӘПОВ, Башҡортостан Республикаһының һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусы ветерандар берлеге ойошмаһы рәйесе:

– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙең ветерандар ҡатнашлығындағы төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы шәхсән ярҙам итте. Үҙе лә ваҡытында ҡораллы низағтарҙа һәм һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаш­ҡандарға социаль-психологик реабилитациялау республика үҙәген ойошторған һәм етәкселек иткән кеше булараҡ, Чечен Республикаһында барған һуғыштарҙа һәләк булған егеттәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн ике “Хәтер китабы” авторы булараҡ та эшебеҙҙе яҡшы аңлай, һәр ваҡыт ярҙам итә.
Беҙҙең ойошмалар килешеү төҙөп, ки­лә­сәктә лә йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү буйынса саралар ойоштороуҙы планлаштырҙыҡ. Ил инәлә­ре – ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың был акцияһын бик хуплайым. Уларҙың “Олатайҙар мәктәбе”, “Атайҙар ҡоро”, “Батырҙар майҙаны” кеүек проекттары бик оҡшай. Киләһе акцияларында ла ветеран егеттәребеҙ менән ҡушылырға, милләт әсәләренә терәк булырға теләгебеҙ ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә