– Телейондоҙға әйләнеп бөттөгөҙ инде, – ти уларҙы белгән кешеләр. Әйтмәҫлек тә түгел шул. “Алтын тирмә” тапшырыуында, “Сәләм”дә, “Орнамент”та төшәләр, “Замандаш”та улар хаҡында һөйләйҙәр, “Бай баҡса”ла әллә күпме һөнәрҙәрен күрһәтәләр...
Ошо сәфәрҙәре, күренекле кешеләр менән осрашыуҙары Фәһимә менән Салауат Сыңғыҙовтарҙың фотоальбомдарында ғына түгел, өйҙәрендәге тотош бер стенала сағылыш тапҡан. Кино йондоҙҙарының исемдәре яҙылған дан аллеяһы кеүек. Кем менән генә төшмәгән улар! Ғәзим Шафиҡов, Муса Гәрәев, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибай, Заһир Вәлитов, Рауил Бикбаев, Мәрйәм Бураҡаева, Әхәт Мортазин, Редик Фәсхетдинов, Сәрүәр Сурина, “Карауанһарай” төркөмө, Азамат Тимеров, Хәсән Усманов, Резеда Әминева, Фәрүәз Урманшин, Рөстәм Шаһыбалов, Ильяс Ҡарабулатов, Ғайсар Миңлеғолов...
Хужабикә Фәһимә ханым фотоға үҙе төшөрә. Ҡайҙа ғына барһа ла, фотоаппаратын ҡалдырмай, бергә йөрөтә. Тормоштарындағы һәр мөһим ваҡиғаны мәңгеләштереп, бер ҙурлыҡта яһатып, рамға ҡуйғандар. Музейға ингәндәй тояһың үҙеңде.
Сыңғыҙовтарҙың өйө тыштан да, эстән дә күркәм. Уңған хужабикәнең үҙ ҡулдары менән бәйләгән диван япҡысынан күҙ ҡамаша, уға ултырырға ла ҡыймай тораһың. Ултырғыстарҙа ла – шундай уҡ түшәктәр. Йәйғор кеүек ете төҫлө ептән бәйләнгән ҡул эшен бығаса бер кемдә лә күргән юҡ ине.
...Фәһимә менән Салауат Стәрлетамаҡтағы педагогия институтында уҡығанда таныша. Өс йыл ярым дуҫлашып йөрөгәс, V курста өйләнешәләр. Инде уҡыу йортон тамамлап, ҡайҙа эшкә китергә тип уйлап та өлгөрмәй Учалы ҡыҙы, Салауат ир һүҙен әйтеп тә ҡуя: “Беҙгә, Күгәрсенгә, бараһың”. Ул саҡта районда мәғариф бүлегенә етәкселек иткән Хәсән Барлыбай улы Мәжитов йәштәрҙе ҡыуанып ҡаршылай: “Ҡатыныңа урын табырҙар, ә һин директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып бараһың”. Бер йылдан иһә Салауатты армияға алып китәләр. Фәһимә ҡырҡ көнлөк сабыйы менән тороп ҡала.
Артабан Хоҙайбирҙин ауылы мәктәбендә дүрт тиҫтә йыл эшләй улар. Фәһимә Шаһивәли ҡыҙы урыҫ теле, тарих дәрестәрен алып бара. Салауат Ишбулды улы иһә директор урынбаҫары бурысын атҡара, уның хаҡында бында “хроник завуч” тигән шаяртыу ҙа йөрөй. Шул ваҡыт эсендә алты директор алмашына. Салауат Ишбулды улы бер үк ваҡытта урыҫ теле һәм әҙәбиәте, тарих, рәсем, “Совет дәүләте һәм хоҡуғы нигеҙҙәре” предметтарын алып бара. Айырыуса йыр дәресен яратып уҡыта. Атаһы “Сибай”, “Азамат”, “Урал” кеүек оҙон көйҙәрҙе моңло башҡарған, мандолинала, тальянда уйнаған була. Улына алтынсы класта уҡығанында уҡ “хромка” һатып алып ҡайта. Шунан бирле Салауаттың да моңдан айырылғаны юҡ. Күгәрсен районында Хәлит Мусин иҫтәлегенә үткәрелгән гармунсылар бәйгеһендә даими ҡатнаша. Тәүгеһендә, 1995 йылда, беренсе урынды ала. Бынан ике йыл элек үткәрелгәнендә үҙе яҙған йыр менән ҡатнашып, йәнә еңеү яулай.
Салауат Ишбулды улы күптән инде көйҙәр ижад итә. Танылған сәхнә оҫтаһы Хәсән Усманов уның ике йырын башҡара. Яҡташы Ғәзим Ильясов та икәүҙе һайлап алып киткән, тиҙҙән улар ҙа тамашасы күңелен яулар. Салауат Ишбулды улының йырҙарын, гармунда уйнағанын халыҡ бик ярата. Хоҙайбирҙин мәҙәниәт йортонда үткән бер генә сара ла унһыҙ үтмәй. Сәхнәнең күрке, биҙәге ул. Күңеле тулы моң, күкрәгенән һығылып сыҡҡан илаһилыҡ бар булмышыңды солғап ала. Бигерәк тә Фидалиә Яруллина һүҙҙәренә яҙған “Бүлмәләрҙә һинең тауыш” тигән йыры йөрәктә хис-тойғо өйөрмәһе ҡуҙғыта:
Бүлмәләрҙә һинең тауыш —
Минең өсөн оло табыш.
Был тормоштоң юлдарында
Айырмасы беҙҙе, яҙмыш.
Вазифа Саламатова һүҙҙәренә яҙылған “Аҡ ҡылғандар” йыры ла үҙ башҡарыусыларын тапҡан.
Ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған педагогтар хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шулай әүҙем тормош менән йәшәй башлағандыр, тип уйлаусылар булыр. Юҡ. Тынғыһыҙ уҡытыусы Фәһимә Шаһивәли ҡыҙы мәктәптә эшләгән сағында аҙна һайын “Оҫта ҡулдар”, “Фототүңәрәк”, “Тасуири уҡыу” кеүек түңәрәктәр алып барған. Ауыл ерендә йәшәп, донъяһын ҡарарға, дүрт бала үҫтерергә, ҡош-ҡорт аҫрарға, мал тоторға, баҡса үҫтерергә, бесән сабырға, еләк-емешкә йөрөргә нисек өлгөргәндер?! “Үҙебеҙ генә йүгермәнек, балаларҙы ла эшкә өйрәттек, – ти Фәһимә ханым. – Бәғзеләрҙең балалары урамда йөрөр ине. “Эше юҡмы икән ни быларҙың?” тип уйлай торғайным, үҙемдекеләрҙе буш тотмағас. Хеҙмәттән кеше үлмәй, сыныға ғына”.
Шөкөр, Сыңғыҙовтарҙың балалары лайыҡлы тормош ҡора. Өлкән улдары Илшаттың хәҙер үҙенең өс улы бар. Башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен һайлап, ата-әсәһенең юлын дауам иткән Айгөл – ике бала әсәһе. Юғары иҡтисади белем алған улдары Азамат Мәләүездә үҙ эшен асҡан. Ул да ике бала тәрбиәләй. Төпсөктәре Илназ Стәрлетамаҡтағы физкультура академияһын тамамлап, әле Благовещенскиҙа эшләп йөрөй.
Ете ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булған Сыңғыҙовтар бөгөн дә балаларынан айырылмаған тиерлек. Эргәләрендәге, үҙҙәренең өйө йәнәшәһендәге, ике йорт – улы һәм ҡыҙы ғаиләһенеке. Йәй буйы ошонда йәшәйҙәр, балалары саф һауала үҫә, үҙҙәре баҡса үҫтерә, атай-әсәй өлгөһө менән көн күрә.
Фәһимә ханымдың дәрт-дарманына иҫ китерлек. Бер минут та тик тормай ул. Йәй ейәндәре, балалары менән бергә ялан-ҡырҙарға сыға, шифалы үләндәр йыя. Һәр ҡайһыһының нимәгә файҙалы икәнен аңлатып, һөйләп йөрөй. Ҡайтҡас, үҙе генә белгән рецепт буйынса шул үләндәрҙән тәмле сәй әҙерләй. Ул ваҡытта тотош ауыл урамына иҫ киткес тәмле еҫ тарала. Ә ҡыш был сәй тәнгә сихәт, йәнгә дауа бирә. Әйткәндәй, Салауат ҡатынының үләндәрҙән яһаған сәйен генә эсә, башҡаны ауыҙына ла алмай икән.
Емеш-еләк ваҡыты етһә, тағы ла күмәкләшеп яланға сығып китәләр. Биҙрә-биҙрә йыйып алып ҡайталар. Еләк-емеште көнөндә үк эшкәртәләр, төн ултырып таҙартып ҡуялар, ҡайнатма яһайҙар, ҡаҡ эшләйҙәр, туңдыралар, киптерәләр... Аҙаҡ бар балаларына ла таратып сығалар. Килгән ҡунаҡтарға күстәнәскә нимә биреп ебәрәйем икән, тип тә аптырамай Фәһимә ханым: алъяпҡыс ҙурлығындағы ҡаҡ төргәктәрен, үлән сәйҙәрен тоттора.
Сыңғыҙовтар тағы бер шөғөлө менән бөтөн республикала билдәлелек яуланы. Улар матбуғат баҫмаларында сыҡҡан сканвордтарҙы сисеүгә әүәҫ. Ошо йәһәттән йыл һөҙөмтәһе буйынса еңеү яулайҙар, республика чемпионы исеменә лайыҡ булалар. “Йәшлек” гәзите редакцияһы вәғәҙә иткән призды – һарыҡты – Сыңғыҙовтарға алып килеп тапшыра. Фәһимә ханым да яуапһыҙ ҡалмай: киләһе еңеүсегә үҙ ҡулдары менән бәйләгән матур диван япмаһы бирәсәген әйтә.
Ауылда былай ҙа күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Ә Сыңғыҙовтар тағы ла күңеллерәк итеп йәшәргә өйрәнгән. Мәҫәлән, бер йәй Салауаттың класташтарын йыйғандар. Икенсе йылына курсташтарын саҡырғандар. Республиканың төрлө төбәгенән, хатта күрше өлкәләрҙән, крайҙарҙан килгәндәр. Егермеләгән кешене үҙҙәрендә ҡунаҡ итеп, йоҡлатып, тыуған яҡтарының иҫтәлекле урындарында йөрөтөп, онотолмаҫ осрашыу яһағандар. Хәҙер Фәһимә бынан илле алты йыл элек Башҡортостандан “Артек” лагерында ял иткән егерменән ашыу йәштәшен йыйыу хаҡында хыяллана.
Ханым үҙенең тыуған яғы, туғандары менән дә бәйләнешен өҙмәй. Учалыла уҙған Шәжәрә байрамына бөтөн зат-ырыуын саҡырған. Йөҙ утыҙ кеше йыйылған. “Беҙҙең шул сама туғаныбыҙ бар икән тип уйламай торғайным”, – тигән аҙаҡ ейәндәре. “Ана шул балалар өсөн йыйылыштыҡ та инде. Йәштәр бер-береһен белеп үҫһен, аралашһын, ата-бабаларын, шәжәрәләрен өйрәнһен өсөн тырыштыҡ”, – ти Фәһимә ханым.
Спорт менән дә дуҫ был ғаилә. Ҡыш – өйҙә, аҙаҡ тышҡа теннис өҫтәле ҡуйып, барыһы ла рәхәтләнеп уйнай. Хатта күршеләре лә, ауылдаштары ла көс һынаша. Районда уҙғарылған волейбол, саңғы ярыштарында ла ал бирмәй Сыңғыҙовтар. Салауат буш ваҡытында телевизорҙан футбол, хоккей ҡарарға ярата, үҙе алтмышҡа еткәнсе ауыл командаһы составында ярыштарҙа ҡатнашып йөрөй. Етеҙ Фәһимә ханым әле лә ҡыҙҙар кеүек.
Ғәҙәттә, ғаиләлә ирле-ҡатынлыларҙың береһе баҫалҡыраҡ, икенсеһе саяраҡ була. Сыңғыҙовтар иһә икеһе лә ут кеүек. Нисек һыйышып йәшәйҙәр икән, тип аптырап та ҡуяһың. “Ул минең эшемә ҡыҫылмай, мин – уныҡына, – ти Салауат. – Фәһимәне аҙбар тирәһенә, мал янына яҡын да ебәрмәйем”. Ә хужабикә – аш-һыу эргәһендә, өйҙө тәртиптә тотоуҙа ысын мәғәнәһендә батшабикә. Ҡырҡ һигеҙ йыл бергә ғүмер иткән пар бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап тора. Һәр яҡтан өлгөлө Сыңғыҙовтарға Ғаилә көнөндә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылған, өйҙәренә “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу элеп ҡуйылған.
...Бүлмәлә моңло йыр ағыла. Салауат гармунда уйнай.
Тынһа әгәр һинең тауыш,
Был тормошта мин нишләрмен?
Һағыш даръяларын яңғыҙ
Нисек итеп мин кисермен?!
Фәһимә, эш менән булышҡан ерҙән туҡтап, ире янына барып ултыра ла, йырҙың аҙағын бергәләп бөтөрөп ҡуялар:
Һорауымды ҡышҡы тынлыҡ
Ишетте лә әйтте, теләп:
Айһыҙ төндә ҡалмаҫ өсөн
Беҙгә бергә булыу кәрәк.
Ғүмер, нисек йәшәһәң дә, үтә. Бергә булыуҙың ҡәҙерен белә Сыңғыҙовтар. Ғүмерҙәренең һәр минуты иҫтәлекле, файҙалы, фәһемле. Ғаиләләге яҡтылыҡ һәм йылылыҡ та – мөхәббәт менән тоғролоҡтандыр. Улар янында бәхетһеҙ, күңелһеҙ булыу мөмкин түгел. Ырыҫлыларҙың нуры башҡаларҙың күңеленә лә осҡон булып күсә лә эстән балҡытып йәшәтә. Сыңғыҙовтарҙың тормошо ана шундай илаһи көскә эйә.
Ә улар хаҡында “телейондоҙ” тиеүҙәренә килгәндә, кеше тапшырыуҙа ҡатнашып ҡына билдәле булып китмәй, әлбиттә. Әммә был тормошта һәр кемдең үҙ йондоҙо бар. Ул – ымһындырып саҡырып торған хыял, үҙенә әйҙәгән маҡсат, алға ҡуйған ниәт, барған юл, ғүмер биргән ғәзиз ата-әсә, яныңдағы таяныр терәгең – тормош иптәшең, йәндәй күргән балаларың... Ошондай йондоҙлоҡтары бар Сыңғыҙовтарҙың. Ә ундайҙар бәхетһеҙ булмай...
Күгәрсен районы,
Хоҙайбирҙин ауылы.