Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кем алған?Бер генә уҡыу йылы менән иҫәпләнеүгә ҡарамаҫтан, уҡытыусы булып эшләгән осором һис кенә лә хәтерҙән сыҡмай. Билдәле, йәш мөғәллим менән ниндәй генә тәжрибә үткәреп ҡараманы уҡыусылар. Ултырғысҡа аҡбур һөртөү, хатта кнопка һалыу, эстән ишекте тартып тороу кеүек һәм бүтән төрлө сәйер ҡылыҡтарын бер нисек тә үпкәләп түгел, ә шаярыу итеп ҡабул ҡылдым. Хәйер, атай-әсәйемдең, бер ҡасан да балаларға үпкәләмә, тигән өгөт-нәсихәтен дә тотҡанмындыр. Әгәр ҙә шул ваҡытта мөнәсәбәтемде бүтәнсәгә үҙгәртһәм, әйтәйек, йөҙ йыртһам, өҫтәл һуҡһам, әлбиттә, хеҙмәтем бүтәнсәрәк йүнәлеш алған булыр ине. Ҡыҫҡаһы, төрлө саҡтар иҫтә, әммә ҡыҙ, малайҙар менән тиҙ уртаҡ тел таптым. Ә бына бер төйөндө сисеү әҙме-күпме ауырға төштө. Хәйер, баштан һөйләү отошлораҡ булыр.


Шахмат түңәрәгенең иң ҡыҙыу сәғәттәре барғанда, 4-се класта уҡыған бер малай, илай-илай яныма килеп, ниндәйҙер әйберенең юғалыуы тураһында еткерҙе. Башта аңламай бер булдым, быуылып-быуылып илағас, әйткәндәре яҡшы ишетелмәй. Ниһайәт, бер-беребеҙҙе аңлаштыҡ – бәләкәй генә магнитлы шахматы һыуға төшкән таштай юҡ булған. Ырымбур ҡалаһынан бер туған абзыйының тыуған көнөнә бүләге икән. Иламаҫлыҡ та түгел шул. Ҡәҙерләп кенә йөрөткән, бер кемгә лә бирмәгән, нисектер партаға һалып торған һәм килеүенә унан елдәр осҡан.
Класта шалҡандай 11 малай. Уларҙы өлгөргән шалҡан менән сағыштырып, үҙемсә дәртләндерәм (был яҡтарҙа шалҡанды күп сәстеләр, ошо һүҙ телмәрҙә иркен ҡулланыла). Һәр береһе шахмат таҡтаһына теркәлгән. Маҡсаттары – нисек тә отолмаҫҡа! Әҙәм балаһының эсендә ни ятҡанын ҡайҙан беләһең инде? Тота килеп берәүгә, “бир әйберҙе” тиеү уны күрәләтә уғрылыҡта ғәйепләүгә тиң икәнен белгәс, әлегә өндәшмәйем. Минең дә ике күҙем фигураларҙа, шулай ҙа һирәк-һаяҡ һәр береһенә шикле ҡарашымды йүнәлтеп алам. Ә күңелемдән теге малай менән юғалған әйберҙе эҙләйем. Исмаһам, берәүһе үҙен “һатһасы”. Уны мин дә күрҙем, мәктәптән бер кем дә сығып әйләнмәне, ике усҡа һалғанда саҡ ҡына күренгән нәмә ошонда, унан бигерәк, арабыҙҙа бур бар. Сәғәт киске 5 тулырға ун минут ҡалғас, шахмат таҡталарын урынына һалырға ҡуштым.
– Мансурҙың шахматы юғалған... – тинем дә тынып ҡалдым.
Кемдәрҙер ҡымшанып ҡуйҙы, икенселәр эргә­һендәгеһенә ниҙер өндәште, бүтәндәр бер нөктәгә төбәлде.
– Нисек уйлайһығыҙ, ҡайҙа булды икән? – тип һорайым.
“Яңылыш алған булһағыҙ, сығарып һалығыҙ”, “Кем алғанын беләм, хәҙер тентейәсәкмен” тип тә ҡыҫмайым. Быны юрамал эшләмәйем.
– Ә, бәлки, ул юлда уҡ төшөрөп ҡалдырғандыр, – тип ҡысҡырҙы бер саҡ юлбашсыбыҙ Юламан. Исеме есеменә тап килеп тора.
– Юҡ, яңы ғына ошонда ине, – тип һүҙен бирмәй Мансур.
“Бурлыҡ юлына баҫыу насар”, “уғрының урыны төрмәлә” тип күпме генә бүтәндәрҙең намыҫына тейергә маташманым, береһе лә таныманы. Хәйер, ошолай булырын белә инем инде.
Алдымда береһенән-береһе шәп 11 малай. Кем икән? Береһенән дә күрге килмәһә лә, барыбер кемдер ҡулын тейҙергән, ҡырын эш ҡылған бит. Буҙлаусыны иҫәпкә алмағанда, ун кешегә ҙур шик менән ҡарап, үҙемә гонаһ алып торам хатта.
– Мәктәптә берәү ҙә юҡ, күрше бүлмәгә сират буйынса берәмләп инеп сығаһығыҙ, – тип аңлатам. – Ҡурҡмағыҙ, һеҙҙе берәү ҙә күрмәйәсәк. Алған әйберҙе шул кеше парта аҫтына ҡалдырып китһен. Мин иң аҙаҡтан инәсәкмен. Йәнә бер ҡабатлайым, һеҙҙе берәү ҙә бурлыҡта ғәйепләмәйәсәк, тик шахматты шунда һалығыҙ...
Алфавит буйынса ла, шахматты оҫта уйнауҙарына ҡарап та түгел, ә нисек етте, шул көйөнсә уныһы ла инде бүлмәгә бер ни булмағандай сыға торҙолар. Вәғәҙә – иман, береһен дә күҙәтмәйем дә, ҡарауылламайым да. Ғәжәп бит, әйбер шунда ята ине...
Әлбиттә, “ҡулы оҙон” бер малайға нығыраҡ шикләнеп ҡарай инем ҡарауын. “Тотолмаған бур түгел” тигән шикелле, алғанын күрмәгәс, нисек ғәйеп ташлайһың? Юҡ, берәүҙе лә рәнйеткем килмәне. Иң мөһиме, Мансур әйберен ҡулына тотоп, шат йылмайып өйөнә ҡайтып китте.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә