Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ: Уралҡайым, шанлы Уралҡайым –  Көйләр көйөм минең ил менән!
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ: Уралҡайым, шанлы Уралҡайым –  Көйләр көйөм минең ил менән!ЙЫРЛАР ЙЫРЫМ МИНЕҢ ИЛ МЕНӘН 

“Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып    
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын, 
Аямаған йәнен, түккән ҡанын, 
Һис бирмәгән башҡорт Уралын”.
Башҡорт халыҡ йыры “Урал” –
Ошо йырҙы  кем сығарған икән, 
Ошо моңдо икән кем һуҙған?.. 
Әйле сәсәне лә мәшһүр Байыҡ!.. 
Айҙар Байыҡ уны йырлаған: 
“Уралҡайым, һинең буйың йәмле, 
Ҡаяларың, ай-һай, һөйкөмлө. 
Балаларын ҡурсып ҡосаҡлаған 
Инәйҙәрҙең ҡуйыны шикелле”... 
Тетрәнгән дә аҫыл йырҙы тыңлап, 
Мәхмүт сәсән уттай дөрләгән. 
Ҡурайын да алып, илен гиҙеп, 
Бар ҡәүемгә уны көйләгән: 
“Уралҡайҙан күркәм, ай, тау булмаҫ, 
Уралҡайҙы һөймәҫ йән булмаҫ. 
Атҡайҙарға менеп, һаҙаҡ алһам, 
Дошмандарға унда юл булмаҫ!” 
Ерем, иркем, тиеп, оран һалған, 
Йәнен аямаған сал Урал, 
Батшаларға етеп, ай, даулашҡан, 
Ҡан яулашҡан Урал, һай, Урал!.. 
Уралҡайым, шанлы Уралҡайым – 
Көйләр көйөм минең ил менән! 
Атам да һин, Урал, инәм дә һин – 
Йырлар йырым минең ил менән! 
Мин ғорурмын! Изге Башҡортомдоң 
Тормош, Йәшәү даны – ошо йыр! 
Уралымдың илаһи ҙа рухы, 
Ғәзиз Ватан төҫө ошо йыр!
 

ҠАЙТ, ҠОТОМ!

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ: Уралҡайым, шанлы Уралҡайым –  Көйләр көйөм минең ил менән!

Ҡайҙа ҡотом?.. Ҡайҙаһың?..
Урал атам, ҡотоң бир,
Һомай инәм, һөтөң бир,
Башҡортоңа имең бир,
Ирәмәлем, мәлең бир!
Ялбарам бик, ҡайт, ҡотом,
Саҡырам ныҡ, ҡайт, ҡотом!
Балҡыһын Урал йортом!
 
Ҡәүемебеҙ йәшәрһен,
Кил, ҡотом, тормош һутым!
Ағым һыуҙай ағып кил,
Аҡ балыҡтай йөҙөп кил,
Ҡурайымдай көйләп кил,
Бал ҡортондай өзләп кил,
Эйәләрең эҙләп кил! 
Хозурынан күктәрҙең
Шоңҡар ҡоштай осоп кил;
Мал-тыуарың эйәртеп,
Аҡбуҙаттай кешнәп кил,
Буҙ боғалай мөңрәп кил;
Уңдан да кил, һулдан да,
Уңыш, бәхет алып кил!
 
Ҡояш булып балҡып кил,
Донъябыҙға йәм, нур бир;
Ямғыр булып яуып кил,
Еребеҙгә шифа бир,
Башҡортома ҡөҙрәт бир;
Һүнеп барған нәҫелемә
Илаһи ҙа тылсым бир!
 Ҡайт, рухым, йәшәү тажым,
Йәнебеҙгә им-ымым,
Өҙөлөп көткән таңым!
Йортобоҙға ҡайт, ҡотом,
Өйөбөҙгә кер, ҡотом,
Эсебеҙгә тул, ҡотом, 
Ер-һыуҙы балҡыт,ҡотом, –      
Бәләләрҙән ил ҡотол!

 ЙӨРӘК ҺҮҘЕ
 
Йөрьәт итеп, йөрәкһенеп,
Һораны, ҡәрҙәшкәйем, 
Әйтсе әле, әйт ысынын, 
Беләйем уның хағын, – 
Нимә ул йөрәк һүҙе?.. 


Йөрәк ағы, йылыһылыр, 
Ихлас  күңел, саф тойғо. 
Асылыңа ҡайтарыусы
Урал атаның ҡото, 
Моңло ҡурайҙың сыңы. 
 
Йөрәк һүҙе – сәсән һүҙе,
Инәйҙең наҙлы теле, 
Илкәйҙең яҡты күҙе,
Кендек ҡаны тамған ерҙең 
Уйың таҙалар һүле.

Йәнең ҡуҙғытыр дөрөҫ һүҙ, 
Йөҙөң асыр – тура һүҙ,
Халҡың ҡурғыр оло һүҙ,
Алға, аҡылға,  әйҙүкләр
Мәғәнәһе көслө һүҙ!

Урғыла изгенән генә 
Бар донъяны биҙәр һүҙ, 
Йөрәктәргә етер һүҙ, 
Тере һыуҙай дарман өҫтәр
Ҡанатлы һүҙ, имле һүҙ!.. 


НИ ӘЙТЕРҺЕҢ, УРАЛЫМ?..

Ҡобайыр

Урал батыр һүҙҙәре –
Ҡанбабамдың мираҫы,
Алтын һынлы аҡылы,
Тормошоноң аҫылы,
Рухының асҡысы,
Быуындан да быуынға
Аманаты, алғышы.
 
Уҡыйым да уйланам,
Уйҙарыма атланып,
Йондоҙҙарға атылам,
Ҡанатланам, нурланам,
Атам-инәм төйәгенә
Йәншишмәләй ағылам,
Тереһыуҙай ҡойолам.
 
“Тау буйҙары йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ил һөйөргә ил булып,
Ер һөйөргә ер булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып,
Балҡып торған ер булһын!” –
Шулай тигән Уралым.
 
Яуыз Шүлгән үсләнгән,
Бар дейеүҙе йыйнаған,
Уралға баш эймәҫкә,
Кешене аҙлап-аҙлап,
Донъянан юҡ ҡылырға,
Уға һыу ҙа бирмәҫкә
Дейеүҙәргә бойорған.
 
“Һыуға барған ҡыҙҙарҙы,
Юлға сыҡҡан ирҙәрҙе,
Дейеүҙәр аңдып ятҡан:
Һыуға барһа, йотҡан, ти,
Юлда булһа, быуған, ти,
Йөрәген алған, ти,
Ҡасып ятҡан йыландар
Кешеләрҙе саҡҡан, ти...
 
Кешегә тынлыҡ бирмәгән
Ҡалған-боҫҡан дейеүҙән,
Яу булыусы Шүлгәндән
Бар халыҡты ҡотолтам! –
Шулай тиеп, шау һалып,
Урал күлде һура, ти, –
Дейеү эскә тула, ти,
Берәм-берәм Уралдың
Йөрәк-бау(ы)рын телә, ти...
Урал хәлдән тайған, ти...
Ҡабат яуын асалмай,
Батыр шунда ауған, ти”...
 
Был хәлде һүрәтләүсе,
Үлемһеҙ ҙә әҫәрҙе
Зирәк ижад итеүсе
Ҙур ҡөҙрәткә эйәлер,
Күк йөҙөлөр – Тәңрелер,
Киләсәкте күргәндер,
Ни тыуырын белгәндер...
 
Меңәр йылдар үткәс тә,
Йопланып түл йәйгәндә,
Рәхәт һулыш алғанда,
Ергә ырыҫ сәскәндә,
Илде байман ҡорғанда,
Кешеләр йылмайғанда, –
Йәнә йөрәк һыҡтаны.
 
Балҡып ятҡан еребеҙ,
Байлығы күп еребеҙ,
Ғәжәп итер еребеҙ,
Яһил күҙен ҡыҙҙырҙы:
Ҡәһҡәһәләр, ҡатилдар
Башҡорт илен яуланы,
Бар донъяһын ялманы.
 
Һыу башы ла йәшелде –
Ер үпкәһе урманды
Һис аямай ҡыралар.
Урал батыр ҡанылай
Тормош һутын – ер майын
Көнө-төнө һуралар,
Алтын-көмөш, аҫылын
Ҡаҙалар ҙа йоталар...
 
Мыжғып торған саяндар
Сәсә зәһәр ағыуын,
Телә йөрәк-бауырың.
Һырып алған дейеүҙәр
Һура йығып, аһ, ҡаның.
Туймаҫ быуар йыланы
Үл, тип, һыға муйының...
Шундай хәлгә ҡалдыҡ беҙ,
Ни тиерһең, Уралым?..
 
“Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ!
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән еремдә
Кешегә байман табығыҙ.
Яуҙа булһа, баш булып,
Данлы батыр булығыҙ,
Кешегә ил ҡороғоҙ...
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ!”
Ҡуймағыҙ, ау, ҡуймағыҙ!..
 Дәрт – даръя ул, туғаным,
Дарман – донъя, яҡыным!
Тырыш, уңған булығыҙ,
Бушатмайса билдәрҙе
Һәр эште лә тартығыҙ,
Ҡулыңдағын алдырмай
Илгә хужа булығыҙ,
Аҫаба башҡорттарым!..
 

СИРТЕРМЕН ЙӨРӘК ҠЫЛЫМ

Ҡобайыр

Төн... Күгем – ҡарағусҡыл,
Көмбәҙендә – ҡыйғас ай,
Әйтерһең дә – ҡыйпас ай.
Йәнгенәмде ҡыя уй...
Ҡыуаналыр “Ҡара тай”...
Ниндәй ғиллә, хикмәт был?
Илай күңел, сеңләй ҡыл...
 
Өтә һағыш, өтә сың,
Өнөммө һуң, төшөммө?..
Тибеүҙәргә түҙәмен,
Түҙгәнгә – түш, тиәмен.
Ниңә генә дүнәмен?..
Юҡ, дүнмәмен!
Дүнәнмен!
Түгел бейә, дүнәжен.
 
Буҙ дүнәндәй ярһыумын,
Күк толпарҙай сапсанмын,
Кәрәк икән сапҡынмын,
Урал буйлап сабырмын...
Сәхрә йортом, илем бар,
Бәрәкәтле ерем бар,
Илгә әйтер һүҙем бар.  
 
Үтер ваҡыт, тулыр ай,
Юҡҡа сығыр “Баҡма тай”.
Төнөм көндәй яҡтырыр,
Нурға тулыр, яңырыр...
Сиртермен йөрәк ҡылым,
Телгә килер Аҡбуҙым,
 Мин бит түгел яңғыҙым.  




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20