Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет билдәһе – белем
Бәхет билдәһе – белемМифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына “Илһам” конкурсы еңеүселәрен саҡырҙылар. Йыл һайын VII – XI кластар араһында үткән бәйгелә быйыл да бик күп һәләтле уҡыусылар ҡатнашты һәм миңә лә улар менән йомғаҡлау өлөшөндә булыу бәхете тейҙе.


Өс көн барышында беҙ үҙебеҙгә яңы ишектәр астыҡ. Университет менән яҡындан таныштыҡ, студенттар менән әңгәмә алып барҙыҡ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын күреү мөмкинлеге һәм тағы ла билдәле кешеләр менән аралашыу, уларға үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарҙы биреү форсаты тейҙе. Бына Таңсулпан Ғарипова менән маҡсат тураһында һөйләштек, Мөнир Ҡунафин нисек әҫәр яҙырға өй­рәтте, ә Лариса Абдуллина менән Эстониялағы иконала һынланған милли батырыбыҙ – Салауат Юлаев тураһында әңгәмә алып барҙыҡ. Беҙҙе тағы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына “Әбейүшкә@түшкә.ru” спектакленә алып барҙы­лар. Спектакль ваҡытында кисергән хис-тойғоно һүҙ­ҙәр менән генә еткереп булмай. Үҙегеҙ барып күрегеҙ.
Бына ошолай күңелле нотала үтеп китте беҙҙең өс көнлөк лагерь. Тағы ла әйтеп үтергә кәрәк, башҡорт филологияһы факультетының күп студенттары “Илһам” конкурсында ҡатнашҡандан һуң бында уҡырға ингән. Ысынлап та, ҡатнашыусыларҙың күбеһенең ошонда уҡырға теләге тыуҙы, сөнки үҙеңде үҫтерер өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бында уҡыусы студенттарҙың яулаған уңыштары бик күпте һөйләй. Бына, мәҫәлән, башҡорт филологияһы факультетының 2-се курс студенты Динә Солтанова түбәндәгеләрҙе һөйләне:
“Бер нисә йыл элек үҙем дә “Илһам-2016” конкурсында ҡатнашҡайным, ә бөгөн “Тулҡын” әҙәби берекмәһе менән “Илһам-2018” конкурсында ҡатна­шыусыларға үҙебеҙҙең әҙәбиәт өлкәһендәге яңы аҙымдарыбыҙ һәм бәләкәй генә тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға килдем. Бына-бына мәктәп ҡосағынан осоп китергә торған уҡыусыларға ҡарап берсә ҡыуанам, берсә тулҡынланам... Әле улар өсөн иң яуаплы мәл – киләсәккә үҙ юлдарын һайлау. Тиҙҙән гөрләп, янып, көлөп торған, төрлө мөмкинлектәр тыуҙырған студент йылдарына баштары менән сума­саҡтар. Иң бәхетле саҡтары алда әле. Ниңә шат­ланмаҫҡа? Тик күңел барыбер, улар үҙҙәренең юлдарын дөрөҫ һайлармы һуң, тип хәүефләнә, тулҡынлана.
Хәйер, улар – бөгөн “Илһам” конкурсында ҡатна­шыусылар, шуға күрә борсолоуҙарым тиҙ генә таралды, сөнки тап ошо бәйгелә ҡатнашҡандан һуң, уҡыусылар үҙҙәренең хаҡ юлдарын таба, киләсәктә кем буласаҡтарына аныҡ яуап бирә. Улар тап БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын һайлай, тимәйем. Күптәре һайлай, ә кемдәрҙер үҙенең күңеле ни теләгәнен асыҡлап ҡайта. “Илһам” конкурсында үҙҙәренә ҡанат үҫтергән илһамсылар күп һәм, иманым камил, тағы ла күберәк булыр әле!
Ҡасандыр ошо конкурста ҡатнашып, йәшәүгә һәм ижад итеүгә илһам алып ҡайтыуым менән ныҡ бәхетлемен, сөнки тап ошо конкурстан һуң мин дә, күптәр һымаҡ, күңелемә ятҡан һөнәремде һайланым. Алдан йәнем икегә бүленә ине: йә актер, йә баш­ҡорт теле уҡытыусыһы. Башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованың рухлы һүҙҙәрен тыңлағас, уның студенттары менән яҡындан аралашҡас, факультет тормошо менән төптән танышҡас, уҡытыусы булыу теләге артты.
Ә инде Матбуғат йортона сәйәхәт ҡылып, респуб­ликабыҙҙың төп башҡортса гәзит һәм журналдарының баш мөхәррирҙәре менән әңгәмә ҡорғас, филология фәндәре кандидаты, доцент, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың йөкмәткеле лекцияһын тыңлағас, республикабыҙға милләтте тәрбиәләүсе, үҫтереүсе кешеләр кәрәклеген аңланым. Кешеләрҙә бала саҡтан уҡ милли телебеҙгә, халҡыбыҙға, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Тик шул саҡта ғына ул үҙ халҡының телен дә, тарихын да, мәҙәниәтен дә белер. Ә телен, тарихын, мәҙәниәтен белгән кеше үҙ милләтен камиллаш­тырырға ынтылыр. Шул саҡта ғына республикабыҙ һәр өлкәлә йылдам үҫешер. Ошо һығымталар яһаным мин үҙем өсөн ул йылда. Әле ошо уйҙарымды тормошҡа ашырыр өсөн башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөйөм.
Ғөмүмән алғанда, БДПУ-ның башҡорт филология­һы факультетында уҡыу миңә ныҡ оҡшай, сөнки бында мин һайлаған һөнәрем буйынса ғына белем алып ҡалмайым, ә төрлө йәһәттән үҫешәм. Милли йәштәр театры актёры, йырсы Илнур Флүр улы Лоҡманов етәкселегендәге “Ҡорос” халыҡ театры, фольклорсы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге сәсәндәр мәктәбе, “Тулҡын” әҙәби берекмәһе, факультет активы составында тороу миндә ижади потенциалды байыта, донъяға ҡарашты киңәйтә, кеше менән аралашыу һәләтен үҫтерә, кеше психологияһын тәрәндәнерәк аңларға ярҙам итә. Ә былар, минең уйлауымса, буласаҡ уҡытыусыға, тел белгесенә кәрәкле һыҙаттар.
Һайлаған һөнәремдән ҡәнәғәтмен”.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының XI класс уҡыусыһы Лидия Динмөхәмәтова, уларҙан үрнәк алып, конкурста икенсе йыл рәттән ҡатнаша, Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инергә тигән маҡсат ҡуйған.
– Мин бала саҡтан журналист булырға хыялланам, шуға ла маҡсатым өҫтөндә ныҡлы эшләйем. Әле алдымда ҙур, яуаплы һынау тора – БДИ-ны яҡшы билдәләргә тапшырып, юғары уҡыу йортона инергә. Әлбиттә, ниндәй уҡыу йортона барырымды күптән һайлап ҡуйҙым. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фило­логияһы факультеты. Факультет менән яҡындан танышмын, бында үҙеңде үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, иң мөһиме – тырышып уҡырға һәм әүҙем булырға кәрәк. Тиҙҙән был теләгем тормошҡа ашыр һәм бер нисә айҙан мин дә студент булып китермен тигән ышаныстамын, – тине Лидия.
Тырыш, һылыу ҡыҙға: “Яҡшы итеп имтихан бирергә яҙһын”, – тип теләнек.
Был конкурста ҡатнашыуыма шатмын, сөнки күптән борсоған һорауыма яуап таптым һәм дә инде еңеүсе булып сыҡтым. Шуға ла конкурста ҡатнашырға са­ҡырған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Муллахмәт ҡыҙы Исламоваға, конкурсты ойоштороусыларға, әйҙәүселәргә ысын күңелдән рәх­мәт һүҙҙәрен еткерәм. Тормошоғоҙҙа үҙегеҙ кеүек гел яҡшы кешеләр осрап ҡына торһон, теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын.
Бында үткән көндәр яҡты хәтирә булып оҙаҡ йылдар күңел түрендә һаҡланыр әле...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20