Район төпкөлөндә ятҡан Һабырға барыу еңелдән түгел: үҙәктән йыраҡ урынлашҡан, юлдар бормалы, ташлы... Урындағы халыҡ иһә бындай уңайһыҙлыҡтарға күптән күнегеп бөткән. Улар, район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, һәүетемсә донъя көтә, ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, медицина пункты, китапхана, шәхси магазин бар. Халыҡтың төп шөғөлө – малсылыҡ һәм умартасылыҡ. Шулай ҙа ғаилә башлыҡтарының күбеһе ситтә тир түгергә мәжбүр...
Һабыр менән яҡындан танышыу ниәтен белдергәс, урындағы етәкселәр ҡуш ҡуллап риза булды. Һөҙөмтәлә район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге белгесе Сәғит Әмәкәсов менән төпкөлгә ҡарай юлландыҡ. Беҙҙе Һабыр ауыл биләмәһе башлығы Илшат Солтанов ҡаршы алды.“Алтын һуҡмаҡ” юлы таҡыр
Ауылдың тын алышын тәү сиратта мәктәптә тойорға мөмкин. Ошоно күҙ уңында тотоп, Һабырға инеү менән белем усағына юлландыҡ. Ҡайҙа нисектер, әммә бында тормош ҡайнай. Директор Иҙел Билалов әйтеүенсә, әле мәктәптә 97 уҡыусы белем ала. Күрше Ашҡаҙар һәм Ҡаҙырша ауылдарынан ике автобуста 35 бала йөрөп уҡый. Коллективта 16 педагог, уларҙың уртаса йәше – 38. Быйыл мәктәпте ике уҡыусы тамамлаған, 1 сентябрҙә дүрт бала тәүге тапҡыр “алтын һуҡмаҡ”ҡа аяҡ баҫасаҡ. Әле иһә беренсе класта 14 ҡыҙ һәм малай белем ала.
Йәш, дәртле етәксе Иҙел Ишбулды улы үҙе лә ошо ауылдан. Стәрлетамаҡта юғары педагогик белем алып, хеҙмәт юлын тыуған яғында башлаған. 2016 йылда Һабыр мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнгән. Әйткәндәй, ҡатыны Әлфиә Хызыр ҡыҙы ла – уҡытыусы. Ғафури районы һылыуы менән Йылайыр егете студент йылдарында танышып донъя ҡорған. Хәҙер инде ҡыҙ үҫтерәләр.
– Туған мәктәбемдә эшләү – икеләтә яуаплылыҡ, – ти йәш етәксе. – Беҙҙә көслө, тәжрибәле уҡытыусылар тупланған, белем усағы районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле. Уҡыусыларыбыҙ төплө белем ала, һәләтен һәр яҡлап асыу мөмкинлегенә эйә. Район, шулай уҡ республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа уңышҡа өлгәшәләр, спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
Әйткәндәй, Һабыр мәктәбе уҡыусылары араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсында еңеүселәр байтаҡ. Мәҫәлән, 2002 йылда төп бүләкте Гөлсәсәк Торомтаева яулаған, киләһе йылында йәнә ошо белем усағынан Айрат Атанғоловҡа етеүсе табылмаған. Ә 2005 йылда Зиннур Теүәлбаев беренселекте ала. Артабан да еңеүселәр сафы тулылана бара. Зарина Бағышаева менән Таңсулпан Атанғоловалар Рәсәй Президенты Указы менән “Һәләтле балаларҙы үҫтереү һәм яҡлау” программаһына ярашлы булдырылған грантты ала. Сығарылыш класында уҡыған Тәнзилә Таһирова – йәш хәбәрсе. Мәктәп тормошо хаҡындағы мәҡәләләре “Аманат” журналында, “Йәншишмә” гәзитендә даими баҫыла. Ҡыҙ киләсәктә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инергә теләй.
Сәләмәт тормошто үҙ итә, спортты ярата йәш һабырҙар. Волейбол, футбол, теннис, дзюдо, самбо секцияларына, шашка, шахмат түңәрәктәренә ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Физкультура уҡытыусыһы Фәнзил Ҡадаевтың уҡыусылар күңелендә спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй алыуы ҙур маҡтауға лайыҡ.
Мәктәп директоры билдәләүенсә, хеҙмәтен мөкиббән яратҡан педагогтар ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Барыһын да халыҡ мәнфәғәте өсөн башҡаралар һәм бының татлы емештәрен татып, ҡыуанып йәшәйҙәр. Мәҫәлән, беҙгә III класс уҡыусылары менән яҡындан аралашырға насип итте. Белем биреү өлкәһендә 34 йыл эшләгән юғары категориялы педагог Фәнүзә Әхмәрова үҙ тәрбиәләнеүселәренән ифрат ҡәнәғәт. Ун ике уҡыусының барыһы ла тырышып белем ала, араларынан Вилнур Таһиров менән Айзилә Батисова тик “бишле”гә өлгәшә.
– Уҡыусыларым уңған, ныҡышмал, һәләтле, ғилемгә ынтылыусан, – ти педагог. – Һәр береһе алтын бөртөгөләй, һәммәһенең үҙ йүнәлеше бар. Кемдер теүәл фәндәрҙе үҙ итһә, икенселәре әҙәбиәтте ярата, өсөнсөләре спортта алдынғылыҡты бирмәй, күптәр йыр-бейеүгә әүәҫ.
Шат тауыштар донъяһында
“Балалар – беҙҙең киләсәк”. Совет осоронда төп лозунгтарҙың береһе булған был һүҙҙәр һәр заман өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Балалар баҡсаһы, мәктәп бар икән, тимәк, төбәктең киләсәге өмөтлө. Был йәһәттән һабырҙарға борсолорға урын юҡ.
Ауылдағы “Ләйсән” балалар баҡсаһының ике төркөмөндә утыҙ бала тәрбиәләнә. Әлиә, Камила, Юлиә һәм Розалиә тиҙҙән уҡыусы булырға әҙерләнә. 2014 йылдан эшләгән мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһында кескәйҙәр өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған: ашау, уйын, йоҡо бүлмәләре заманса йыһазландырылған, төрлө темаға стендтар эленгән. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, мауыҡтырғыс саралар йыш үткәрелә, балаларҙың һәләтен асыу һәм үҫтереү буйынса программаларға нигеҙләнеп, маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
– Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, – ти балалар баҡсаһы етәксеһе Асия Хажиева. – Беҙҙәге бер сара ла уларһыҙ үтмәй. Өмә булһынмы, концертмы, ярышмы һ.б. – аңлап, бар яҡлап ярҙамлашалар. Бер-беребеҙгә таянғас, эшебеҙ көйлө.
Музыка белгесе Гөлшат Ҡоҙашева кескәйҙәрҙең йыр-моңға, бейеүгә һәләтен үҫтерһә, ашнаҡсы Гөлйемеш Туҡтамышева уларҙы тәмле аштары менән һыйлай, тәрбиәсе Гөлдәр Таһирова иһә балаларҙың “икенсе әсәһе”нә әүерелгән.
– Йәштәрҙең ауылда ҡалырға тырышыуы һөйөнөслө, – ти Асия Хажиева. – Быйыл алты сабый донъяға килде. Уларҙың һәр береһен үҙебеҙҙекеләй күреп, шатланып ҡабул итәбеҙ. Эшебеҙҙә төп маҡсаттарҙың береһе – балаларҙың һәләтен асыу һәм үҫтереү. Был йәһәттән уларҙы төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуға йәлеп итәбеҙ. Күптән түгел, мәҫәлән, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә көсөн һынап ҡаранылар, шул йүнәлештәге хеҙмәтебеҙ өсөн ЮНЕСКО-ның Рәхмәт хаты менән бүләкләндек. Мәктәп коллективы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
Гөрләп торған мәғариф учреждениеһынан күтәренке кәйефтә сыҡтыҡ. Йәштәр ауылда төпләнгәндә, балалар баҡсаһын яңғыратҡан шат тауыштар артабан да тынмаҫ.
Төйәктең йәне һәм йәме
Ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағында 25 йылдан ашыу эшләгән “Душауай” халыҡ ансамбле сығыштарын ауылда ғына түгел, тотош районда көтөп алалар. Төркөм республика халҡына ла яҡшы уҡ таныш.
1992 йылда Һабыр мәктәбенең бер төркөм хеҙмәткәрҙәре уҡытыусы эшендәге проблемалар хаҡында таҡмаҡлап йырлағандан һуң, Айһылыу Таһирова ансамбль төҙөү кәрәклеген әйтә һәм етәкселекте үҙ иңенә ала. Уларҙың сығыштары тиҙ арала халыҡ күңелен яулай. Таҡмаҡтары аша көнүҙәк проблемаларҙы ҡыйыу яңғыратып ҡына ҡалмай, ауырлыҡтан сығыу юлдарын да өйрәтә “душауай”ҙар. Гармунда Айһылыу Айса ҡыҙының ире Фаил Таһиров уйнай. Тап уларҙың тырышлығы, дәрт-дарманы арҡаһында төркөм тиҙ арала киң билдәлелек яулап, республикала үткән мәҙәни сараларға ла саҡырыу ала башлай. 2003 йылда “Душауай”ға “халыҡ ансамбле” исеме бирелә. Бында ла Таһировтарҙың өлөшө шаҡтай ҙур була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер уларҙың икеһе лә яҡты донъяла юҡ инде.
Әле халыҡ ансамбленә Фәндиҙә Ҡоҙашева етәкселек итә. Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы, аҙаҡ ауыл биләмәһе башлығы булған ханым үҙ бурыстарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Ҡасандыр эшмәкәрлеге һүнә башлаған коллективты яңынан “дөрләтеп” ебәреүгә өлгәшә ул. Яңы йырҙар, йолалар өйрәнелә, айырыуса төбәктә сыҡҡан сәнғәт өлгөләренә, легенда-риүәйәттәргә иғтибар бирелә. Боронғо рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы халыҡҡа, йәш быуынға еткереү маҡсатындағы тынғыһыҙ эштең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй: ансамбль районда ойошторолған мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай башлай, Стәрлетамаҡта үткән “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамында махсус призға лайыҡ була. Урындағы бер сара ла “Душауай”һыҙ уҙмай. Халыҡ әйтеүенсә, “ансамбль – ауылдың “душа”һы, йәме, ҡото”.
– Әле коллективта 14 кеше, – ти етәксе. – Иң йәшенә 45 йәш булһа, олоһона – 65. Ансамблдә шөғөлләнгәндәр араһында ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар берләшмәләре етәкселәре һәм ағзалары бар. Йырлап-бейеү, таҡмаҡ әйтеү менән генә хушһынмай улар, ауылдаштарын сәләмәт йәшәүгә әйҙәп, өлгө күрһәтәләр, мәктәптең спорт залына күнекмәгә йөрөйҙәр.
Әле дәртле, сәмле “Душауай”ҙар һабантуйҙа сығыш яһауға әҙерләнә.
Уҡыған уңыр
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл китапханаһына барыу мөмкинлеге булманы. Китапханасы Гөлфиә Таһирова әйтеүенсә, бина йылытылмай, һыуыҡ, шуға күрә ул рухи аҙыҡты өй һәм мәктәп буйлап таратырға мәжбүр.
Китапханасы әйтеүенсә, ауыл халҡы уҡырға ярата. Был йәһәттән айырыуса Эльмира менән Шакирйән Юламановтар маҡтауға лайыҡ. Ғаиләнең йортонда үҙ китапханалары бар, баҫмаларҙың ниндәйе генә юҡ унда!
– Беҙҙең быуын бала саҡтан уҡыуға әүәҫ булды, – тип һүҙ башланы Эльмира Хәбибулла ҡыҙы. – Ҡайҙа ғына барһаҡ та, тәү сиратта китап һатып алыр инек, иң ҙур бүләк тә ул булды. Мәктәптә эшләгән йылдарҙа китапханабыҙ йылдан-йыл тулылана барҙы, иҫке баҫмалар янына яңылары өҫтәлде. Барыһы ла күңелемә шул тиклем яҡын. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы, Зәйнәб Биишеваның барлыҡ китаптары (тәүге сыҡҡандары) бар. Кешеләр уларҙы йыш һорап ала. Китапханалағы кеүек, яҙып та бирәм, шул көйө лә ҡалдырып китәм. Ирем оҙаҡ йылдар агроном булып эшләне, шул өлкәгә ҡағылышлы баҫмалар ҙа күп. Күңел бошонған саҡта яратҡан китабыңды ҡулыңа алһаң, бар хәсрәтең юғала, йәшәүгә дәрт арта. Уҡыу – иң яҡшы дауа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Бәрәкәт нигеҙе – хәрәкәт
Һабырҙа күптәргә өлгө күрһәтеп, матур ғүмер кисергән ғаиләләр бихисап. Сәғиҙә менән Зәйнулла Ҡоҙашевтар – тап шундайҙарҙан. Алтмыш өс йыл бергә йәшәгән өлкәндәр йәштәрҙән һис ҡалышмай. Әлегәсә бер-береһенә һөйөү тулы күҙҙәре менән ҡарап, бер һүҙҙән аңлашып донъя көтәләр. Бәхетле пар – 17 ейән-ейәнсәргә, 20 бүлә-бүләсәргә хәстәрлекле олатай һәм өләсәй.
Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән. Ырыҫ-бәхеттең үҙ ереңдә икәнен бәләкәйҙән төшөнөп, изге төйәктә төпләнгәндәр. Ғаилә башлығы Зәйнулла Фәтхулла улы оҙаҡ йылдар “Һабыр” совхозында, аҙаҡ “Матрай” совхозында эшләгән. “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһенә, орденға лайыҡ булған, бер нисә тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайланған. Сәғиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы иһә балалар бағып та, колхозда төрлө эш башҡарып та өлгөргән. Бәхетле ғаиләлә алты ул-ҡыҙ үҫкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәгә бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килгән: ғәзиздәренең береһе бик иртә гүр эйәһе булған.
– Барыһын да – ғазаплы мәлдәрҙе лә, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла – бергә үткәрҙек, – ти инәй. – Бабайым миңә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булды, һис ҡасан күңелемде ҡырманы, балаларҙы ныҡ яратты. Һүҙгә килешкәнебеҙҙе хәтерләмәйем, гелән кәңәшләшеп, бер-беребеҙҙең әйткәненә ҡолаҡ һалып йәшәнек. Алтмыш өс йыл ғүмер күҙ асып йомғансы үткән дә киткән. Балаларыбыҙ килеп тора, икәүһе үҙебеҙҙең ауылда ғүмер итә, ярҙамдан өҙмәйҙәр.
Ҡартлыҡтың ни икәнен дә белмәгән тынғыһыҙ Ҡоҙашевтар байтаҡ һарыҡ аҫрай. Өҫтәүенә яҙ һайын ҡош-ҡорт алалар.
– Тик ултырырға яратмайбыҙ, – ти өлкәндәр. – Хәрәкәттә – бәрәкәт. Малға, ҡош-ҡортҡа әүрәп, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй, үҙебеҙҙе һаман да йәш кеүек тойоп ғүмер итәбеҙ. Артабан да шулай булырға яҙһын.
Матурлыҡтан көс алып...
Һабырҙа иҫке балаҫтарға йән өргән, яңы һулыш биргән оҫта менән яҡындан танышып, уның эштәренә хайран ҡалдыҡ. Нәфисә Тынынбаева, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, шөғөлөн әле лә ихлас дауам итә.
Ул – ошо ауыл ҡыҙы. Заманында Орск яғына килен булып төшөп, шул тарафта байтаҡ ғүмер итә. Ире баҡыйлыҡҡа күскәс, тыуған яғына ҡайта. Бала саҡтан ҡул эшенә маһир, сигеү-бәйләүгә оҫта ханым йәнә яратҡан шөғөлөнә тотона. Үҙенсәлекле яңы кәсепкә лә юлыға: төҫө уңып, биҙәктәре юйылып, файҙаланылмай башлаған балаҫтарға төрлө еп менән яңыса һулыш биреүгә әүәҫләнә. Йәйғорҙай балҡыған, ҡайтанан күҙҙең яуын алған хеҙмәт өлгөһөн күреп, күңеле тағы ла ҡанатлана, дәрт-дарманы артҡандан-арта. “Яратҡан эш эшме ни ул – тоттоң да башҡарҙың”, – тип шаяртыуында ла кинәйә ята инәйҙең.
– Матурлыҡ тыуҙырғанда күңел тантана итә. Ҡул эше арыған йәнгә дауа кеүек ул, – ти уңған ханым. – Аҙаҡ башҡарғаныңдың һөҙөмтәһен күреү, матурлығын тойоу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ илаһи көс, илһам бирә. Ошо бәрәкәттә яңы эшкә тағы ла дәртләнеберәк тотонаһың.
Инәйҙең матурлыҡ өлгөләрен күреп, беҙ ҙә һөйөндөк, оҫталығына хайран ҡалдыҡ. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, энәне күҙлекһеҙ һабаҡлай алыуына, теген машинаһын зырылдатып әйләндереүенә, ижадилығына, матурлыҡты нескә тойоуына һоҡландыҡ. Әйткәндәй, Нәфисә Тынынбаеваның ҡул эштәре районда ойошторолған төрлө байрамдарҙың, күргәҙмәләрҙең түрен биҙәй.
Шәп спортсыға нисә йәш?
Төп-төҙ кәүҙәле, сәләмәтлеге ҡоростай ныҡлы, шаян, йор һүҙле... Ә үҙенә – 88 йәш! Һабыр аҡһаҡалы, саңғысы, балыҡсы, спортсы Әүхәҙи Ҡоҙашев беҙ барғанда ла күнекмәләр яһай ине. Уның тураһында яҙыу теләген белдергәс, “Ҡар иреп бөттө бит инде, саңғылар эленде, – тип мәрәкәләп ҡуйҙы. – Йүгереүем менән генә маһаймаһам...”
Ғүмер буйы Иванов методы буйынса һалҡын һыу менән ҡойона икән ағай. Ҡыш саңғыла йөрөй, башҡа миҙгелдәрҙә көн һайын йүгерә. Организмын шулай сыныҡтырған. Әйтеүенсә, бер генә көн зарядка эшләмәһә йә һыу менән ҡойонмаһа, шунда уҡ сирләй башлай. Шуға ошо режимдан тайпылмай.
Йәш сағында спорт менән шөғөлләнергә эш араһында ғына ваҡыт тапһа, хаҡлы ялға сыҡҡас, сәләмәт тормошто йәшәү рәүешенә әйләндергән. Әле көн һайын йортонан алып ауыл эргәһенән аҡҡан Һаҡмар йылғаһына тиклем йүгереп килә. Ара – өс саҡрым. Тимәк, олатай көн дә алты километр үтеп тора. Өҫтәүенә, алда әйтелгәнсә, иртән, көндөҙ һәм кис зарядка яһай, һалҡын һыу менән ҡойона. Һау-сәләмәт йәшәүемдең сере – хәрәкәттә булыуҙа, ти Әүхәҙи Вәхит улы.
Ҡартының һүҙҙәрен Кинйәбикә инәй ҙә хуплай.
– Тәүҙәрәк ауылдың ҡатын-ҡыҙы: “Әүхәҙиең әллә алйыған инде: малын көтөүгә ҡуша ла Ҡаулан тауҙары буйлап йүгерә башлайсы”, – тип ғәжәпләнә ине. “Ул бит һаулығын хәстәрләй”, – тим. Шулай ҙа нисектер шикләнеберәк ҡарайҙар ине. Хәҙер иһә ауыл халҡы бабайымдың “сире”нә күнекте шикелле...
Әүхәҙи Ҡоҙашевты оҫта балыҡсы тип тә беләләр. Был йәһәттән үҙ серҙәре, алымдары бар, тиҙәр. Олатай әле лә яратҡан шөғөлөн ташламай, һирәкләп булһа ла Һаҡмарға балыҡ ҡармаҡларға төшөп, тирә-яҡты күҙәтеп, тәбиғәттә күңелен ял иттереп ҡайта. Иң ҙур табышы тураһында һорағас, ул: “Бер метр 65 сантиметрлыҡ суртан, – тип яуапланы ла әбейенә ҡарап йылмайҙы. – Уны тартып сығарыу үҙе мәрәкә булһа, бешереүе – икенсе бер тарих...”
Кинйәбикә менән Әүхәҙи Ҡоҙашевтар Гөлшат исемле ҡыҙ үҫтергән, әле өс ейән-ейәнсәрен һөйөү бәхетенә эйә улар. Һәр кемде сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән, егеттәрсә дәртле, һау-сәләмәт олатай – ауылдаштарына оло өлгө. Спорт менән дуҫ булыуҙың тормоштағы әһәмиәтен үҙ миҫалында асыҡ күрһәтеп йәшәй ул.
Биш бала – бишләтә бәхет
“Төйәгебеҙҙең киләсәген үҙегеҙ күрегеҙ” тигәндәй, ауыл биләмәһе башлығы Илшат Солтанов балалар тауышынан шау-гөр килеп торған Гөлйемеш менән Азамат Туҡтамышевтарҙың йортона алып килде. Ильяс, Айгизәр, Зөлхизә, Рәхимә, Зөбәржәт... Ошондай һоҡланғыс башҡорт исемдәрен йөрөткән бәләкәстәр береһенән-береһе матур, илгәҙәк. Биш балаға ғүмер бүләк иткән бәхетле әсә күптән түгел дәүләт миҙалы менән бүләкләнгән.
Ғаилә башлығы Азамат Салауат улы – Бөрйән районының Байназар ауылынан. Йәштәр Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡып йөрөгән сағында таныша. Гөлйемеш бухгалтер ғилемен үҙләштерһә, Азамат – ветеринар, әле мал табибы булып эшләй.
– Ауылда төпләнеүебеҙгә һис тә үкенмәйбеҙ, – ти ғаилә башлығы. – Күреүегеҙсә, ҙур йорт һалып индек, унда һәр яҡлап уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышабыҙ. Тәү сиратта, әлбиттә, балаларҙы уйлайһың: иркен йортта уларға уйнау, дәрес әҙерләү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Ауылда бынамын итеп йәшәргә була, тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк.
Туҡтамышевтар һәр балаһының һәләтен асырға, үҫтерергә тырыша. Мәҫәлән, Ильясҡа футбол нығыраҡ оҡшаһа, Айгизәр дзюдоны үҙ итә. Зөлхизә иһә һүрәт төшөрөргә ярата. Ҡыҙҙарының был һәләтен үҫтереү маҡсатында ата-әсәһе уны аҙнаһына ике тапҡыр үҙ машиналарында район үҙәгенә түңәрәккә алып йөрөй.
– Һәр балабыҙҙы яратып, көтөп алдыҡ, – ти Гөлйемеш. – Сабый үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Ысынлап та, балаларыбыҙ – иң ҙур бәхетебеҙ, шатлығыбыҙ. Уларға ҡарап ҡыуанабыҙ, аҡ ҡағыҙҙай күңелдәренә тик изгелек орлоҡтары һалырға тырышабыҙ. Һис шикһеҙ, ишле ғаиләлә балалар үҙ-ара татыу, дуҫ, ярҙамсыл булып үҫә. Ана, күрәһегеҙ бит, өлкәндәре бәләкәй һеңлеһен ҡайһылай ярата!
Ауылда йәштәр төпләнә икән, төйәккә йәм һәм ғәм өҫтәлә, йорттарға сәңгелдәк эленә, балалы өйҙә яңы маҡсаттар, изге ниәттәр тамыр нығыта. Ишле ғаилә ҡороп, ергә хужаларса баҫып, киләсәккә ышаныслы атлаған замандаштарыбыҙ – рухи ҡиммәттәребеҙҙең ысын һаҡсыһы.
Атай нигеҙе биргән ҡот
Ғөмүмән, Һабырҙың уңған, дәртле, сәмле халҡы менән аралашҡанда шуға ныҡлы төшөндөк: бында атай нигеҙен һаҡлауға, тыуған ерҙә төпләнеп донъя көтөүгә ҙур иғтибар бирелә. Сираттағы ғаилә лә – быға асыҡ миҫал.
Розалиә менән Илшат Солтановтар өс ул үҫтерә. Илфар, Инсаф һәм Ирхан исемле малайҙарға ғүмер биргән ҡатын бик алсаҡ булып сыҡты.
– Батыр ҡатын ул таба, тиҙәр. Күрәһең, ҡыйыумындыр, – ти ул, йылмайып. – Улдарым, беҙгә ҡыҙ кәрәкмәй, улар илаҡ була, тип кенә ебәрә хәҙер.
Кескәй Ирхан туғандарына бер аҙ мәшәҡәт өҫтәп, уларға дәрес әҙерләргә ҡамасаулаһа ла, дәфтәрҙәрен алып ташлаһа ла, ағайҙары риза. “Бәләкәс бит әле”, – тип кенә ҡуялар. Ҡустылары илаһа, янына йүгереп бара һалып, әүрәтергә тотоналар. Илфар – II, Инсаф I класта уҡый. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ағалы-ҡустылы Солтановтарҙың маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары байтаҡ күренә. Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәй, төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша, шашка секцияһына йөрөй улар.
Ауылда йәшәгән йәш ғаиләләр өсөн булдырылған программала ҡатнашып, Солтановтар бер миллион 800 мең һум дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Шул аҡсаға күтәртеп ҡуйылған йорттарын тиҙ арала төҙөп бөткәндәр.
– Былтырғы Яңы йыл байрамын үҙебеҙҙең өйҙә ҡаршыланыҡ, – тип һөйөнә йәш ғаилә. — Бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырылған йортҡа бәләкәс Ирханды алып ҡайтыу бәхеттәрен тағы ла тулыландырып ебәрә.
Баймаҡ һылыуы Йылайыр ерен шунда уҡ үҙ иткән.
– Беҙҙәге кеүек, бында ла халыҡ шул ҡәҙәр яҡшы, изге күңелле, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, – ти ул. – Тап ошо сифаттар кешеләрҙе яҡынайта, күңелдәргә шәфҡәт нуры өҫтәй, йәшәү дәрте өҫтәй бит. Тимәк, тормошобоҙ алға бара икән, бында ауылдаштарыбыҙҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Яуаплы вазифа биләгән ире дәүләт һәм йәмәғәт эштәренә егелгәнлектән, йорт мәшәҡәттәренең күбеһе ҡатындың иңенә төшә. Шулай ҙа тырыш, уңған килен бирешмәй: донъяһын ялтыратып тота, балаларын хәстәрләп баға, тәмле-татлы бешеренергә лә өлгөрә. Малайҙарҙың да тәғәйен эше бар: өлкәне әсәһенә ярҙамлашһа, бәләкәйе ҡустыһын ҡарай. Атаһын һәр көн уңыштары менән ҡыуандырып тора улар.
* * *
Йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Һабыр ауылы халҡының матур йәшәргә, заман менән бергә барырға, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға ынтылғанын күреп, күтәренке кәйефтә ҡайтырға сыҡтыҡ. Ташлы юлдың бормалылығы ла, араның йыраҡлығы ла һиҙелмәне кеүек. Күҙ алдында – һабырҙарҙың алсаҡ йөҙө, күңелдә – ҡанатлы, йылы һүҙҙәре. Хәләл көсө менән тырышып донъя көткән кешеләр генә шулай нур өләшеп йәшәй алалыр.
Проблемаларға килгәндә иһә, һәр ауылдағы кеүек, улар бар, әлбиттә. Мәҫәлән, Һабыр биләмәһенә ҡараған ауылдарға әле булһа “зәңгәр ут”тың килеп етмәүе, сымһыҙ телефондың тотмауы, бәғзе ирҙәрҙең генә түгел, хатта ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың вахта ысулы менән ситкә китеп эшләүе борсомай ҡалмай. Шулай ҙа ыңғай күренештәр барыһын да “томалай”: йәштәр күпләп ауылда ҡала, төйәккә йәм өҫтәп, яңы йорттар ҡалҡа, балалар арта... Ошондай шатлыҡ ишәйгәндә нисек зарланып, “юҡ” һүҙен тамырландырып ултырмаҡ кәрәк?!
Йылайыр районы.