Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ул тиклем мөшкөл дә түгел икән хәлебеҙ
Ул тиклем мөшкөл дә түгел икән хәлебеҙ– Ҡустым, тын юлдарыңа ныҡ һыуыҡ тейгән. Һаҡланырға кәрәк ине. Ауырға тура килер, – тип ҡайтарҙы табип.
Әлбиттә, дарыуҙар, уколдар һәм башҡа шарттар шул уҡ мәлдә тыуҙырылды. Хәлемдең мөшкөллөгөнә ҡайғырып, һаулығым тағы ла хөртәйҙе. “Китеп-нитеп барһам, ни булыр...” (Көслө зат тип һаналһа ла, ир-ат шулай тән температураһы күтәрелһә лә, әллә ниндәй уйҙарға сума бит).



Баҡтиһәң, бер мин генә сирләмәйем икән дә! Быйыл республикала 30 мең самаһы кеше һыуыҡ тейҙергән. Әйткәндәй, был күрһәткес һуңғы йылдарҙа арта бара һәм бигерәк тә балаларҙың йышыраҡ сирләүе күҙәтелә. Әлбиттә, ҡыштың – ҡыш, яҙҙың яҙ була “белмәүенә” лә бәйле был һандар. Шулай ҙа һүҙем быйылғы эпидемия түгел, тарихтағы “ҡанлы эпидемия” хаҡында. Хәлемдең насарлығы тураһында уйланғанда, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге бер һалдаттың тарихы иҫкә төшә.
...Иваново өлкәһен һуғыш йылдарында “мәрхәмәтлек ҡаһарманы” тигән төшөнсә менән билдәләйҙәр. Әле 1941 йылдың тәүге айҙарында уҡ бында күпләп яралылар килтерелә. Өлкәнең ҡайһы районына ғына барма, “Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында госпиталь булған” тигән бинаға мотлаҡ юлығаһың. Мәктәптәр, ҡунаҡханалар, дөйөм ятаҡтар, вуз-техникумдар, ял йорттары – һәммәһе лә госпиталь итеп үҙгәртелә. Иң күп койка-урынлы өлкәнең береһе була ул Иваново.
Ошо госпиталдәрҙең береһендә һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа алынған Таһир исемле һалдат та дауалана. Тик яраланып түгел (бәлки, яраланғандыр ҙа), һыуыҡ тейҙереүҙән дауа ала ул. Әммә, хәрби табиптар күпме генә көрәшмәһен, үкенескә ҡаршы, 1943 йылда үпкәһе шешеүе (пневмония) яугирҙе баҡыйлыҡҡа алып китә. Һуңғы көндәрен ҡаршылаған һалдат ни уйлағандыр ҙа нимәләр кисергәндер – бер ҡасан да сиселмәҫ сер булып ҡала. Һәр хәлдә, шуныһына иманым камил: Таһир, һис шикһеҙ, бер генә мәлгә тыуған яғына ҡайтып әйләнеү, бер генә күҙе менән булһа ла малайҙарын күреү өсөн йәнен тағы әллә нисә ҡабат әжәлгә бирер ине. Тик башҡаса малайҙарын да күрә алмай, һөйәктәре Ивановола ятып ҡала.
Шуныһы бигерәк тә үкенесле: балалары араһында төпсөгөн бит ул бер ҡасан да күрмәй – һуғышҡа алынғанда ҡатыны Ғәйшә йөклө көйө оҙатып ҡала. Атаһы алыҫ Иваново өлкәһендә йән биргән мәлдәрҙә Уралда төпсөк малайҙың теле асылып килгән сағы булғандыр. Тик бына уның “атай” һүҙен генә бер ҡасан да төбәп әйтер кешеһе булмай...
Атаһы дошманға ҡаршы алышҡанда тәүге ауазын яңғыратҡан, тәпәй атлап киткән, теле асылған малай – ул инде минең атай Ғәбдрә­шит. Бына шулай тыумаҫ борон етемлекте татып үҫкән быуын ул һуғыш балалары.
...Олатайҙы быға тиклем яу яланында һәләк булған тип уйлап йөрөнөк. “Ҡара ҡағыҙ”ы нисек һәм ниндәй шарттарҙа килгәндер – билдәһеҙ булып ҡала, сөнки, үкенескә ҡаршы, өләсәй, уларҙың улдары иҫән саҡта был хаҡта төплө итеп белешелмәгән, әммә өләсәйҙең “яуҙа башын һалды” тигәне яҡшы хәтерҙә.
Хәҙер төрлө архивтар, эҙәрмәндәр аша Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәт табыу күпкә еңелләште һәм олатайҙың госпиталдә үлеп ҡалыуы хаҡында ла нәҡ ошондай изге кешеләр ярҙамында белдек. Нисек кенә булмаһын, яу яланында ятып ҡалғанмы, госпиталдә йән биргәнме, олатай – беҙҙең өсөн, иле өсөн башын һалған яугир! Ә бит уйлай китһәк, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә сирҙән үлгән 267 меңдән ашыу кешенең дә Бөйөк Еңеүҙә роле ҙур! Шуға яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алғанда, ошондай яугирҙәр ҙә күҙ уңынан сығарылмаһын ине.
Эйе, ниндәй ауырлыҡ-һынауҙар төшкән уларҙың иңенә! Ошо йәһәттән инде әсәйем­дең атаһы Лотфулла Сәғиҙуллиндың яу юлы ла уйландырмай ҡалмай ейәнен. Был йәһәттән уның үҙенең ҡулы, аяғы яралы көйө, иҫен юғалтырлыҡ хәлдә ике немецты әсир­леккә алғанын күҙ алдына килтереү ҙә тетрәндерә, ғорурлыҡ хистәрен тулыландыра!
...Шулай, тормош ауыр тип һылтаулашабыҙ йыш ҡына, бер сирҙән биште яһарға әҙербеҙ, ул сирҙе булдырмаҫ урынға дауалау менән мәшғүлбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙе атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр урынына ҡуйып ҡарайыҡ әле. Бер генә мәлгә. Уларҙың рухы алдында оят булып китә. Сирләп киттем, ләкин дарыуханала ниндәй генә дарыу юҡ. Иң мөһиме – тыуған еремдә дауаланам, улым да янымда, күгем дә тыныс. Хәлебеҙ мөшкөл дә түгел икән...


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә