Мәғлүм булыуынса, былтыр октябрҙә республика Хөкүмәте ҡарамағында алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү йәһәтенән махсус эш төркөмө булдырылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары аҡса түләп тә фатирлы була алмаған граждандарҙы яҡлаясаҡ закон ҡабул итте. Бындай бәләгә тарығандарҙы киң инвестиция проекты нигеҙендә яңы йорттарҙағы фатирҙарға күсерәсәктәр. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ышаныслы төҙөлөш ойошмаларына бушлай ер бүлеү ҡаралған. Улар, үҙ сиратында, төҙөлгән йорттарҙың дөйөм торлаҡ майҙанының ун процентын алданған өлөшсөләргә бирәсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне һәр саҡ контролдә тота. Етәксенең ярҙамы менән ике-өс йыл элек алданған байтаҡ кеше фатирлы була алды. Әммә былтырғы икенсе ярты йыллыҡта был сетерекле мәсьәлә тағы ла киҫкенләшә башланы.
“Намыҫһыҙ төҙөүселәр һаны кәмемәй, проблемалы объекттар 29-ға етте, 3,5 мең ғаилә аҡса түләп тә фатир ала алмай”, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. Был беҙҙең генә төбәккә ҡағылған бәлә түгел икәнен күреп, ишетеп торабыҙ. Проблема Рәсәй кимәлендә 15 йыллап элек, төҙөләсәк йорттағы фатирға өлөшләтә йә булмаһа тулыһынса алдан түләнә башлағас тыуҙы. Күп кеше, шаҡтай аҡсаһын янда ҡалдырып, фатирлы булыу бәхетенә өлгәште. Шул уҡ ваҡытта намыҫһыҙ төҙөлөш етәкселәре ғәйебе менән отолғандар ҙа йылдан-йыл арта барҙы. Урындарҙа тейешле ярҙам таба алмаған кешеләр ил Президентына мөрәжәғәт итте.
Былтыр көҙ Владимир Путин “кисекмәҫтән өлөшсөләрҙе яҡлаған закондар ҡабул итергә, өлөшләтә түләүҙе дәүләт һәм банктар ярҙамында көйләү механизмдарын булдырырға” тигән күрһәтмә бирҙе. Яңы йылдың беренсе эш көнөндә үк мәсьәлә Рәсәй Дәүләт Думаһы ултырышының көн тәртибенә ҡуйылды. Барлыҡ фракция депутаттары һәм Вячеслав Володин “өлөшләтә түләү ысулы менән төҙөләсәк йорттарҙы етди дәүләт күҙәтеүенә алырға” тигән закон проектын тәҡдим итте. Яңы документ үҙ эсенә берҙәм контроль нормативтарын берләштергән. Уларҙы боҙоу төҙөлөш компанияларына ла, талаптарҙы күрмәмешкә һалышҡан чиновниктарға ла ҙур штраф санкциялары менән янай. Шундай берҙәм ҡаты ҡағиҙә булғанда ғына был тармаҡта тәртипкә өлгәшеү мөмкин.
Төрлө төбәктәрҙән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ил буйынса күп фатирлы 830 йорт төҙөлөшө тамамланмаған тип иҫәпләнә, 38 мең кеше алданғандар исемлегенә индерелгән. Рәсәйҙең төҙөлөш министры Михаил Мень отолғандарҙың 86 меңгә еткәнен белдерә. Ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының эшсе төркөмө 130 меңдән ашыу кешене алданғандар исемлегенә индергән. Тәҡдим ителгән документта “төҙөлөштөң алдан килешелгән ваҡытта тамамланмауы өсөн төҙөлөш ойошмалары етәкселәре лә, әлеге компанияның акционерҙары ла яуап бирәсәк” тип яҙылған. Яңы нормативтарға ярашлы, төҙөлөш компанияларының матди хәле лә һәр саҡ күҙәтеүҙә буласаҡ.
Граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау фонды ла был эшкә ең һыҙғанып тотонмаҡсы. Ул өлөшсөләр менән килешеү нигеҙендә эшләгән барлыҡ төҙөлөш компаниялары тураһында белешмә йыйып, берҙәм мәғлүмәт үҙәге булдырасаҡ. Әгәр ойошма матди мөмкинлеге буйынса яңы талаптарға яуап бирмәһә, был хаҡта милек теркәү органдарына мәғлүмәт еткерелеп, өлөшсөләр менән эшләүгә рөхсәт бирелмәйәсәк.
Килешеүҙә күрһәтелгән талаптар үтәлмәһә, йә булмаһа тулыһынса төҙөлөп бөтмәгән йорт ҡултамға ҡуйып ҡабул итеп алынһа, дәүләт чиновниктарына ҡарата ла шаҡтай ҡаты яуаплылыҡ ҡаралған. Фондҡа эш барышы тураһында ялған йәки дөрөҫлөккә тура килеп бөтмәгән мәғлүмәт биргән хеҙмәткәргә иһә 30 мең һум штраф һалынасаҡ. Алдашыу ҡабатланһа, түләү 100 мең һумға күтәреләсәк. Ә төҙөлөш компанияһының үҙен был йәһәттән 300 мең һум күләмендә штраф көтә.
Рәсәй Хөкүмәте өс йыл эсендә өлөшсөләр менән килешеү нигеҙендә төҙөлөш алып барыуҙы бөтөнләй бөтөрә барыу тураһында “юл картаһы” булдырған һәм уны раҫлаған. Бында һүҙ өс йыл дауамында “өлөшсөләр” тигән төшөнсәне бөтөнләй бөтөрөү хаҡында бара. Хөкүмәт планы буйынса, өлөшләтә түләү өс йыл эсендә дәүләт проектын финанслауға күсереләсәк. Төҙөлөш министры Михаил Мень белдереүенсә, дәүләт проекты нигеҙендә эшләүгә күсеү тәүҙә ирекле буласаҡ. Шул арала Хөкүмәт бындай алымдың һөҙөмтәлелегенә, банктарҙың финанслау мөмкинлегенә баһа бирәсәк.
Әлеге “юл картаһы” Рәсәй Президенты талабына ярашлы эшләнде. Быға ҡәҙәр килешеү өлөшсөләр менән төҙөлөш компаниялары араһында төҙөлә ине. Артабан был “сылбыр”ға дәүләт банкы ла ҡушыласаҡ. Килешеү нигеҙендә фатирлы булырға теләгән кеше аҡсаһын финанс ойошмаһының махсус иҫәбенә күсерә. Банктар, үҙ сиратында, был сумманы һәм кәрәгенсә кредит аҡсаһын төҙөлөш компанияһына йүнәлтәсәк.
Быйыл ҡыш уҡ өлөшләтә түләү тәртибендә ҙур ғына үҙгәрештәр башланды. Ә 2019 йыл аҙағына тиклем Үҙәк банк төҙөлөш ойошмаларын кредитлау буйынса берҙәм талаптар булдырасаҡ. Рәсәй төҙөүселәренең милли ассоциацияһы етәксеһе Леонид Казинцев дәүләт проектын финанслау өсөн алты триллион һум аҡса кәрәк буласағын белдерҙе. Бөгөн яңы йорттар төҙөүгә төҙөлөш компаниялары – 700 миллиард, банктар 720 миллиард һум аҡса бүлгән. Рәсәй Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, өлөшсөләр 3,6 триллион һумын сығарып һалған.
Республикаға килгәндә, күпселек халыҡты “Серебряный ручей” ойошмаһы алданы. Ул кешеләрҙе 2012 йылдан алып ғазап сиктерә. “Меркурий” ойошмаһының Өфөләге С. Кувыкин урамында йорт төҙөлөшө туҡтап ҡалған. Уның бер өлөшө генә әҙер булып, фатирҙар бүленгән. Баш ҡаланың Дим һәм Затон биҫтәләре араһындағы “Миловка паркы” комплексы “иң шәп урында – яҡшы йорттар” тигән шау-шыулы реклама менән төҙөлә башлағайны. Унда 15 мең кеше йәшәрлек торлаҡ һалынырға тейеш ине. Яҡшы башланып киткән эш, көндән-көн һүлпәнләнә барып, туҡтап ҡалғайны. Былтыр июлдә “КилСтройИнвест” компанияһы был ҙур төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алмауын белдерҙе һәм вәкәләттәрен “Амнис-Групп” ойошмаһына тапшырҙы...
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы “КилСтройИнвест” етәкселәренә ҡарата енәйәт эше асты. Алданғандарҙың бер мең кешенән артып китеүе ихтимал. Улар әлеге компанияға бер миллиард һумдан ашыу аҡсаһын һалған. Ә был сумма артында күпме күҙ йәше, матди ауырлыҡ, көн-төн борсолоу, ҡайғырыу, сир, тарҡалған ғаиләләр... Уларҙы бер ниндәй аҡса менән дә иҫәпләп булмай.
Күптән түгел республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитов Хөкүмәткә һәм Өфө районы хакимиәтенә “Миловка паркы” төҙөлөшөн тергеҙеүгә бәйле мәсьәләләрҙе контролгә алырға күрһәтмә бирҙе.
Йылдарға һуҙылған дөйөм бәләне бөтөрөү йәһәтенән төрлө саралар күрелә, ҡанундар үҙгәртелә. Рәсәй Юстиция министрлығы алданғандарға һәм өлөшсөләргә судҡа ғаризаны төркөмләп яҙыу мөмкинлеген бирәсәк закон проекты әҙерләй башлаған. Фатир алам тип бурысҡа, кредитҡа батҡан кешеләр өсөн был бик яҡшы буласаҡ, сөнки йылдар дауамында суд юлын күпме тапарға, адвокаттарға күпме аҡса түләргә кәрәк! Быны үҙ башына төшкән кеше генә белә. Уларға артабан адвокатты бергәләп яллап, хоҡуҡтарын яҡлау мөмкинлеге асыла. Күмәкләп судҡа биреүҙең икенсе ыңғай яғы ла бар. Судья айырым кешегә бәйле осраҡты тикшергәндә, ғәҙәттә, йомшағыраҡ ҡарар сығара. Әгәр ҙә инде ниндәйҙер ойошма йөҙләгән граждандың хоҡуғын боҙған икән, уны бик етди яуаплылыҡ һәм матди сығым көтәсәк.
Яңы ҡануниәткә һәр яҡ үҙенсә баһа бирә. Төҙөүселәр, дәүләт проектын финанслау алымы фатирҙарҙың ҡиммәтләнеүенә килтерәсәк, тип белдерә. Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Моисеев, киреһенсә, хаҡ төшәсәген билдәләй. Был, әлбиттә, банктарҙың процент ставкаһына ныҡ бәйле буласаҡ. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн ике яҡтың да фекерен белеү яҡшы. “Дәүләт проектын финанслау юлы менән төҙөлөш алып барыу банк кредитының процентына бәйле. Әгәр улар юғары булһа, был закондың эшләп китеренә шигем ҙур”, – ти “Башҡортостан төҙөүселәр союзы” ассоциацияһы советы рәйесе Рәшит Мәмлиев.
Күренеүенсә, бөгөнгө проценттар менән 20 йылға кредит алғандар фатирына икеләтә хаҡ түләргә мәжбүр була. Түбән процент менән бирә башлаһаҡ, үҙебеҙ отолорбоҙ, тип ҡурҡа банк етәкселәре. Әгәр өлөшсөләрҙе бөтөрөп, кредитҡа ғына күскәндә, һандар ҡот осҡос буласаҡ. Мәҫәлән, Рәсәй буйынса йылына 145 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Бер метрының үҙҡиммәтен уртаса 30 мең һум тип алһаҡ та, уны ипотека аша һата башлағанда, хаҡтың 15-20 процентҡа күтәрелеүе ихтимал. Был тиклем торлаҡ төҙөү өсөн банктар дүрт триллион һум аҡса бүлергә тейеш буласаҡ. Ә беҙҙең илдең бөтөн бюджеты 16 триллион һум менән иҫәпләнә.
Әле өлөшсөләр төҙөлөш тармағына 3,6 триллион һум аҡсаһын һалған. Ошо сумма кермәй башлаһа, төҙөлөш ойошмаларының 40 проценты бөлгөнлөккә төшәсәк, эшләүҙән туҡтаясаҡ. Ул саҡта кем атҡарыр был бурысты? Төҙөлөш компанияларының барыһы ла өлөшсөләрҙе алдамай бит. Ниңә намыҫһыҙ бер нисә етәксенең эшенә ҡарап, һәммәһен дөйөм ҡалыпҡа һалырға?
Һандарға күҙ ташлайыҡ. Алты мең квадрат метрлыҡ уртаса йорттағы бер квадрат метрҙың үҙҡиммәте 30 мең һум тирәһе торған фатирҙарҙы 52 мең һум менән һатҡан осраҡта, төҙөлөш алып барыуға кәмендә 70 миллион һум аҡса кәрәк. Быға әле ойошма хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, компанияның офисын тотоуға киткән сығымдар индерелмәгән. Яңы закондар буйынса һәр килешеү өсөн 1,2 процент төҙөлөш фондына күсерелергә тейеш. Отолғандар булған осраҡта, был сумма уларҙың сығымдарын ҡаплауға тотоноласаҡ. Төҙөлөш компанияһы бер генә банк иҫәбе асырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта уның башҡа финанс ойошмаларына бер һум да кредит бурысы булмауы мөһим.
Матди сығымдарға ҡаты талап ҡуйыла. Төҙөләсәк объект хаҡының бары ун процентын хеҙмәт хаҡына, социаль түләүҙәргә, һалымға, рекламаға, офис тотоуға йәки арендалауға, ундағы техникаға, коммуналь түләүҙәргә тотоноу рөхсәт ителә. Был үҙ сиратында эш хаҡының түбәнәйеүенә килтерәсәк. Ә төҙөлөш тармағы – ауыр хеҙмәт. Аҙ аҡсаға яҡшы белгестәр килере шик тыуҙыра. Ойошманың күп фатирлы йорт төҙөүҙә өс йылдан кәм булмаған тәжрибәһе булыуы ла талап ителә. Ул бер объектҡа тотондо икән, шуны аҙағына еткермәйенсә, башҡа төрлө хеҙмәт менән шөғөлләнә алмаясаҡ. Төҙөлөштө ярты йылға тотҡарлау ҙа ҙур штрафҡа килтерәсәк. Бына шундай шарттарҙа ойошмаларҙың күбеһе эштән туҡтамаҫмы? Төҙөлөш объекттары аҙаймаҫмы? Фатир алырға теләгәндәрҙең сираты тағы ла оҙонаймаҫмы? Беҙҙең илдә былай ҙа һәр кешегә уртаса 24 квадрат метр торлаҡ майҙаны тура килә. Ә был күрһәткес Норвегияла – 74, АҠШ-та – 70, Германияла – 43, Францияла – 40...
Дөйөм һандарға ҡарағанда, республикабыҙ төҙөлөш буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән кеүек. Әммә һуңғы йылдарҙа ҡалҡҡан йорттарҙың 70 проценты – шәхси хужалыҡта. Эштең ҡалған өлөшө элеккесә подряд ысулы менән атҡарыла. Шәхси төҙөлөш өсөн ер бүлеүҙең артыуы ла ошо күрһәткестәргә килтерҙе, әлбиттә. Халыҡҡа ер бирергә кәрәк, ул үҙе яйлап булһа ла йорт һалып инәсәк. Был – дәүләткә лә ҙур ярҙам. Әммә күптәр ерҙән файҙалана, уны эшкәртә белмәй. Һөҙөмтәлә йортон һатып, ҡалаға кире күскәндәр ҙә юҡ түгел. Ә унда, әлеге лә баяғы, фатир етешмәй. Шуға күрә төҙөлөш тармағы дәүләт ҡарамағында булып, яңынан подряд ысулына ҡайтыу ғына хәлде яҡшыртыр, тип уйлайым.
Һуңғы йылдарҙа төҙөлөш тармағында фатирға хаҡтың ныҡ күтәрелеүе илдә тыуымдың кәмеүенә килтерҙе. Үҙ торлағы булған ҙур сәнәғәт ойошмаларының ябылыуы йәшәр урынһыҙ ҡалған кешеләрҙең артыуына сәбәп булды. Ауылдан ҡалаға күсеп килгәндәрҙең бермә-бер күбәйеүе лә торлаҡ мәсьәләһенең киҫкенләшеүенә үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы. Һуңғы йылдарҙа ил етәкселеге тарафынан демографияға, йәш ғаиләләргә иғтибар артыуы, халыҡ мәнфәғәтендәге закондарҙың төптән уйлап эшләнеп донъя күреүе хәлде, һис шикһеҙ, ыңғай яҡҡа үҙгәртер.